АТАЙҘАР КӨНӨ
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнде. Ә ҡайҙарҙа, ниндәй хәстәрҙәр менән йөрөй икән хәҙерге атайҙар?
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты: Был һорауға аныҡ ҡына яуап биреүе ауыр, әлбиттә. Хәҙер күп балаларҙың аталары Махсус хәрби операцияла ил һаҡлай. Кемдеңдер атаһы янда һымаҡ, әммә һәр ваҡыт эштә, балалары уны йоҡларға ятыр алдынан күрһә - күрә, күрмәһә - юҡ. Күп атайҙар ғаиләһенән ситтә, Себер яҡтарында бил бөгә...
Эйе, хәҙер балалар күберәк әсәләре ҡарамағында ҡала, көндәрен интернет селтәрҙәрендә үткәрә. Был дөрөҫ хәл түгел, әлбиттә. Бала, айырыуса улдар, атай йоғонтоһон тойорға, уның тәрбиәһендә үҫергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге атайҙар күп осраҡта балалары янында ғына була алмай шул. Республикала бындай хәлгә бер аҙ һынылыш биреү, атайҙарҙың тәрбиәүи ролен, баһаһын күтәреү маҡсаты менән 2020 йылда беҙ "Ирҙәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһын барлыҡҡа килтергәйнек. Мәҫәлән, беҙ ойошторған сараларҙың береһе - ул утыҙ атай һәм улдар менән һыбай поход ойоштороу булды. Ике көн буйына беҙ донъя ығы-зығыһынан арынып, аттарҙа урмандарҙа йөрөнөк, тауҙарға мендек, аралаштыҡ. Шул ваҡытта күп атайҙар үҙҙәре өсөн улдарының яңы һыҙаттарын асыуҙары, хатта үҙ балалары хаҡында күп нәмәне белмәгәндәре тураһындағы һығымталары менән бүлешкәйне. Был ваҡытта мин дә үҙемдең атайымды ғорурланып иҫкә алдым: ул һәр саҡ мине үҙе менән бергә йөрөтөр, үҙе белгән бар һөнәргә өйрәтер ине. Бына ошолай булырға тейеш атайҙарҙың тәрбиә мәктәбе.
Беҙҙең ойошманың төп талаптарының береһе - ул ата менән улдың бергә булыуы. Шуға күрә беҙ йыш ҡына бергәләшеп экологик өмәләр үткәрәбеҙ. Быға тиклем Асылыкүл һәм Талҡаҫ күлдәрен сүп-сарҙан таҙарттыҡ, ағастар ултырттыҡ. Былтыр, мәҫәлән, ағастар ултыртып, Атайҙар аллеяһы булдырғайныҡ, ул Өфөлә Салауат Юлаев проспекты һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамы киҫелешендә урынлашҡан. Быйыл Атайҙар көнөнә ҡарата был акцияны тағы ла үткәрҙек, унда йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты, ағастар ултыртылды. Һәр ағас янында ултыртҡан кешеләре хаҡында мәғлүмәт яҙып ҡуйылды. Унда ҡатнашҡан малайҙар өсөн был өмә киләсәктә үҙҙәренең балаларына һөйләрлек яҡты бер иҫтәлек булып ҡалыр, тип ышанам.
Унан башҡа, атайҙар һәм улдар менән бергәләп әсәйҙәргә күндән бүләк эшләүҙе ойошторғайныҡ. Оҫталыҡ дәрестәре Белорет районында ла үтте, унда атайҙар һәм улдар тәпәндәр, солоҡ эшләне. Бындай шөғөлдәр атай менән ул араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытып ҡына ҡалмай, ә балаларҙа халҡыбыҙҙың борондан килгән кәсептәренә ҡыҙыҡһыныу ҙа уята. "Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән" тип юҡҡа ғына әйтмәгән бит халҡыбыҙ.
Айбулат УРАҘБАХТИН, эшҡыуар: Бөгөнгө йәшәйешебеҙ матди яҡҡа йөҙ борған - атайҙар йәбешеп ятып аҡса эшләйҙәр. Фекерләй белгән кеше матди хәл - ул ваҡытлыса ғына һәм уны һәр саҡ баланста тоторға кәрәк икәнен яҡшы аңлай. Рухи һәм матди хәл гармонияла булырға тейеш. Заманса әйткәндә, рухи юл психологик һәм эмоциональ яҡты күҙ уңында тота, ә матди юл ғаиләне ҡарауҙа, балаларҙы үҫтереүҙә ярҙамсы булып тора. Боронғораҡ ваҡыттарҙы ҡараһаҡ, атайҙарҙың күбеһе рухи юлда йөрөгән, ә хәҙер ир-аттар тормоштоң тик матди яғын ғына ҡайғырта, минеңсә, шуның арҡаһында ғаиләлә конфликт һәм кризис барлыҡҡа килә. Кризис - баланстан сыҡҡанды кире балансҡа ҡайтарыу һәм гармонияға килтереү процесы. Мәҫәлән, кеше ҡаты ауырып китә икән, ауырыу уның тормошон паузаға ҡуйып, уйланырға ваҡыт бирә.
Александр Сергеевич Пушкиндың "Алтын балыҡ" әкиәтенә һалынған төп фекерҙе беҙ онотҡанбыҙ. Ирҙәр тик матди яҡты уйлап, күбеһенсә ситтә эштә йөрөгәнлектән, матриархат алға сығырға мәжбүр була. Тирә-яҡҡа күҙ ташлаһаҡ, ҡатын-ҡыҙҙар хәҙер көслө һәм актив, ә ирҙәр һүлпәнәйә бара. Ул Хоҙайҙың беҙгә һалған тәбиғи йәшәү рәүештәренең, йәки бурыстарҙың алмашыныуы. Ир-ат рухи юлда булмағас, ҡатындар уларҙың эшләй торған өлөшөн дә үҙ өҫтөнә ала, был иһә ситуацияны тағы ла ҡатмарландыра. Ирҙәрҙе үҙенең тәбиғи юлына, ғаиләләргә ҡайтарыу мохтажлығы бар йәмғиәттә.
Рәжәб Миҙхәтов, Өфө районы, Махсус хәрби операция ветераны: Тотош ил буйынса ҡараһаҡ, атайҙарҙың берәүҙәре икмәк үҫтерә, икенселәре - мал үрсетә, өсөнсөләре - заводтарҙа эшләй, ә дүртенселәре - илде һаҡлай. Эйе, күптәр хәҙер Махсус хәрби операцияла, әммә күп атайҙар һуғыш яланында булмаһалар ҙа, тылда башҡарған хеҙмәте, гуманитар ярҙам йыйып, ылауҙар оҙатыуҙа ҡатнашыуы менән ил өсөн ныҡлы таяныс булып торалар. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан атайҙар мәктәптәрҙә һәм башҡа белем усаҡтарында патриотик тәрбиә биреү менән мәшғүл. Ҡыҫҡаһы, килгән афәт ир-егеттәребеҙҙә ил һаҡсыһы, балалар атаһы вазифаларын, яуаплылыҡ тойғоһон нығыта бара, уларҙы берләштерә, тип әйтергә мөмкин.
Әлбиттә, балалар фронтта булған аталары менән ғорурлана ла, һағына ла, улар өсөн борсола ла. Отпуск ялына ҡайтҡан атай кешенең йылыһы, йә телефон сымдары аша бирелгән нәсихәттәре генә лә ҡәҙерле уларға. Ә шулай ҙа атайҙың эргәлә булыуын бер нимә лә алмаштыра алмай. Шуға күрә әлеге еңел булмаған ваҡытта атай кәңәшенә мохтаж балаларға, ирҙәр ҡулы эшләр эштәре булған ғаиләләргә ярҙам итер өсөн беҙ үҙебеҙҙең Алексеевка ауылында мәктәбебеҙ директоры тәҡдиме менән атайҙар ҡорон булдырҙыҡ. Мәктәптә уҡыған балаларҙың атайҙарын йәлеп иттек был йәмәғәт эшенә. Беҙ атайҙар менән бергәләп мәктәптәрҙә волейбол, саңғы ярыштары үткәрәбеҙ. Холҡо, тотошо насар булған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән йыйылыштар уҙғарабыҙ. Уҡытыусыларҙың тәрбиә мәсьәләһендә мөмкинлектәре сиклерәк, әлбиттә, ә беҙ, балалары шул уҡ мәктәптә уҡыған атайҙар, булған проблемаларға икенсе яҡтан ҡарап, ҡайһы саҡта тураһын әйтеп, ярҙам итеп ебәрә алабыҙ. Һәр хәлдә, беҙҙең был эштән һуң ҡайһы бер балаларҙың тәртиптәре ыңғай яҡҡа үҙгәргән осраҡтар булды. Әлеге ваҡытта үҫмерҙәргә бындай ярҙам бигерәк тә кәрәк, беҙҙең көсөбөҙ юҡҡа китмәйҙер тип ышанам.
Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.
