Бал ҡорто тотоусылар

Көҙ - ул йәй буйы тир түгеп эшләгәндең уңышын йыйыу, яйлап ҡына ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү мәле. Ә ҡорт тотоусылар ниндәй ҡыйынлыҡтар менән көрәшкән икән?

Бал ҡорто тотоусылар, image #1

Әғләм ШӘРИПОВ, биология фәндәре кандидаты, ауыл хужалығы фәндәре докторы: Бөрйәндә, башҡа райондарҙан айырмалы рәүештә, бал ҡорттары үҫемлектәрҙән түгел, ә ағас сәскәләренән: яҙғыһын - сағандан, йәй көнө йүкәнән бал йыя. Сәскә үләндәренән айыу ҡурайын (дягиль), уны шыма көпшә тип тә атайҙар, һәм боланутты (иван-чай) билдәләп китергә булалыр.

Быйыл яҙ иртә килде. Тәүҙә көндәр йылынды ла ул, тик тора-бара кире һыуытты. Ҡайһы ваҡыт хатта төндәрен биҙрәләге һыу туңырлыҡ ҡаты һыуыҡтар булды. Бындай көндәр, әлбиттә, умартасыларҙың кәйефен ҡырҙы, сөнки һыуыҡта ағастың бөрөләре өшөй һәм ул сәскә ата алмай. Әммә, ғәжәп хәл, саған сәскә атты! Бал ҡорттары сағандан бал йыя алды.

Йәй миҙгеле йылы, әммә яуым-төшөмлө булды. Бындай ҡойма ямғырҙарҙы күптән генә түгел, бөтөнләйе менән күргәнебеҙ юҡ, тиһәң дә була. Салт аяҙ торған күктә кинәт кенә юрған ҙурлыҡ ҡына ҡара болот килеп сыға ла, ямғырҙы биҙрәләп ҡоя башлай. Әлбиттә, бындай яуынлы йәй умартасыларҙың йүкә балы алыуға өмөтөн һүндерҙе. Әммә, тағы бер ғәжәп хәл - йүкә сәскә атыу менән ямғырҙар туҡтаны. Ҡорттар йүкәнән бал йыя алды! Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, тип уйлап ҡуйғандыр әле умартасылар.

Дөйөм алғанда, быйылғы йыл уңышлы булды, әллә ни ҡыйынлыҡтар ҙа алып килмәне, буғай. Ә шулай ҙа күс айырыу тураһында әйтеп китеү урынлы булыр. Борон бал ҡорто июнь айында күс айыра торғайны. Тәүге күс май аҙағында, һуңғыһы июль башында сығыр ине. Был хәл йүкә сәскә ата башлау менән туҡтар ине. Быйыл тәүге күс, һорашыуҙар буйынса, 13 май айырылды, һуңғыһы - 19 августа. Үтә иртә башланды һәм үтә ныҡ һуң бөттө, тип әйтмәксемен. Һуң сыҡҡан күстәр менән эшләү умартасылар өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы, әлбиттә.

Урмандағы солоҡ, түмәр умарталар һәм умарталыҡтар менән эшләүе күпкә ауырлашты, буғай. Сәбәбе ябай: айыу бигерәк шашты. Элек ул кешенән йә ҡасып китер, йә боҫоп ятып ҡалыр ине. Хәҙер хәл тап киреһенә үҙгәрҙе: кеше айыуҙан үҙе ҡасып йөрөй. Хатта ваҡыты менән урманға миндек артынан сығырға ла ҡурҡыта, иркенләп йөрөп булмай, шалт иткән тауышҡа ла һиҫкәнеп кенә тораһың. Улай уҡ түгелдер инде, тип ҡуйыр берәүҙәр. Ундайҙарҙы август айында беҙҙең яҡтағы ике солоҡсо менән булған хәл, бәлки, уйға һалыр. Машина менән солоҡтарын ҡарарға тип урманға юлланғандар улар. Солоҡ эргәһенә барып туҡтағандар. Эҙҙәре буйынса, айыу был солоҡ ағасына бер нисә тапҡыр менеп төшкән, тик әлегә туҙҙыра алмаған икән. Шунан береһе, эргәләге солоҡто ҡарамаҡ булып, шул яҡҡа табан йәйәү киткән. Күп тә бармаған, кире боролоп, йән-фарман йүгергән, уның артынан - айыу! Әлдә генә икеһе лә машинаға инеп өлгөргән. Бер һуғыуҙа машинаның ишеген йолҡоп сығара ла алыр ине айыу, Хоҙай аралағандыр, күрәһең. Елкә йөнөн үрә торғоҙған көйө машинаны өс тапҡыр урап сыҡҡан да, урманға кире инеп киткән йәнлек. Бына ошондай шарттарҙа эшләргә тура килә бөгөнгө солоҡсоға. Хәҙер айыу менән көрәшмәй ул, ә айыу уның менән көрәшә, тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр ине.

Быйыл үзбәк ҡорттарын индермәү эшен дәүләт үҙ ҡулы аҫтына алды һәм бик уңышлы башҡарҙы. Ә бал ҡорто менән шөғөлләнеүселәрҙең һаны арта бара. Шуға бөгөн беҙгә үҙ ҡорттарыбыҙҙы күберәк үрсетергә һәм уны һатыуға тәҡдим итергә кәрәк.

Фәрит ДАУЫТОВ, һәүәҫкәр: Быйылғы татлы уңыш, Аллаға шөкөр, былтырғыға ҡарағанда күпкә байыраҡ булды. Йәй ямғырлы булһа ла, көндәр матурланғас, йүкә балын да, сәскәнекен дә мул ғына алырға насип булды. Ҡорт тотоу менән ун биш йыл самаһы шөғөлләнәм, ҡыҙыҡһынып, үҙаллы өйрәнә башлағайным, яйлап ҡына тәжрибә туплайым. Умарталарыбыҙ бик күп булмаһа ла, үҙебеҙгә етерлек. Күп ҡортсолар кеүек, умарталарҙы урман төпкөлөнә лә индергәнем юҡ, үҙебеҙҙең ихатабыҙ урманға яҡын, тирә-яҡта йүкә ағастары ла етерлек. Сәскә атҡан мәлендә еҫтәре аңҡып тора.

Ҡорттарҙың ауырыуҙары ла етәрлек. Талпан йә бет кеүек ҡоротҡостарға ҡаршы ла ваҡытында сараһын күрмәһәң, бөтөнләй умартаһыҙ ҡалыуың бар. Быйыл, мәҫәлән, балды алып бөткәндән һуң ҡорттоң талпаны (варроатоз) үткән йылдарға ҡарағанда күпкә көсәйҙе. Әле махсус препараттар ҡулланып, шул афәт менән көрәшәм. Яйлап ҡышлауға ла әҙерләйбеҙ. Унан башҡа, инәһе көслө булмаған умарталарға сит ҡорттарҙың һөжүм итеүе арҡаһында ике умартанан яҙҙыҡ быйыл. Ҡорттар араһында ла, кешегә хас, ялҡауыраҡ, ауырыған йә хәлһеҙләнгән ағзалар була бит. Шуға, ҡайһы саҡта умарталарҙы ҡаплап, йәшереп торорға ла тура килә.

Ғөмүмән, ҡорттарҙың эше, тормошо артынан күҙәтеп тороу бик тә мауыҡтырғыс. Умарта эсендә һәр ваҡыт тәртип, үҙ закондары һәр ваҡыт үтәлә. Мәҫәлән, яҙғыһын, ҡышлаған ерҙәренән сығарыу менән, улар умарталарын таҙартырға тотона, ә йәйге эҫелә улар күмәкләп умарта эсен һыуыта. Ҡорт насар еҫте, алкоголь йә тәмәке еҫен яратмай, шуға күрә ҡортсо үҙе лә был насар ғәҙәттәрҙән ары торорға тейеш. Хоҙай тарафынан барлыҡҡа килтерелгән ошо бәләкәй генә, әммә тырыш йән эйәләренә ҡарап, үҙең дә эшкә көйләнәһең.

Рәмил ҠОЛТАЕВ, эшҡыуар: Ҡорт тотоу - минең өсөн хобби, туғыҙ умартам бер генә урында, йүкә урманы эргәһендә, сәскәле генә ерҙә ултыра. Олатай-өләсәйҙәрем ғүмер буйы умарта тотҡандар, шуға нәҫелдә эште дауам итер өсөн был һөнәргә үҙем өйрәнеп алдым, 5-6 йыл самаһы шөғөлләнәм.

Мин умарталар ултыртҡан ергә элекке йыл айыу килеп, дүрт умартамды аҡтарып киткәйне. Уның менән көрәшәм тип, төрлө-төрлө ауҙар ҡороп ҡараным. Әммә айыу бик аҡыллы йәнлек, кешенең нимә эшләргә йыйынғанын аңлап тора, көтмәгәндә генә килеп китә һала. Беренсе көндө килеп һыйланғандан һуң айыу, ғәҙәттә, бер-ике көн йоҡлап, аш һеңдереп алырға тейеш, сөнки бал бик туҡлыҡлы аҙыҡ. Ә был йәнлек икенсе көнөнә үк кире килгәйне. Айыу менән көрәшеүҙең фәтүәһе юҡлығын аңланым һәм һуңғы ике йылда умарталарымды иртә алып ҡайтып киттем.

Быйыл бал уңышын мулдан алдыҡ: йүкә балы ла, таҙа сәскә балы ла, ҡатнашыла күп булды. Һатыу менән махсус шөғөлләнмәйем, үҙебеҙҙән артҡанын ғына таныш-тоношҡа тәҡдим итәм. Тәүге балды алғас та мин умарталарҙы урманға алып китәм. Шуға таныштар беҙҙең ҡорттар балды юл буйҙарынан, ауыл тирәһенән түгел, ә урман төпкөлөнән йыйғанын беләләр. Тирә-яҡта сәсеүлектәр, баҫыуҙарҙың булмауы хужалыҡ өсөн насар булһа, умартасылар өсөн яҡшы, үҫемлектәр химикаттар менән ағыуланмай, экологик йәһәттән таҙа бал алына.

Ҡорттарҙың кешегә килтергән файҙаһы бал менән генә иҫәпләнмәй бит. Уларҙың ағыуы ла, елеме (прополис) лә, һитәһе (перга) лә һаулыҡты нығытыуҙа ҙур ярҙам була ала. Мин үҙем дә, ҡатыным да аяҡ-ҡулдар һыҙлана ҡалһа, ауыртҡан ерҙе бер-ике тапҡыр ҡорттан саҡтырып дауаланабыҙ. Яҙғы мәлдә умарта алдарына ҡорттарҙан артып ҡалған сәскә һеркәһен йыя торған махсус ауҙар ҡуям. Һеркә витаминдарға бай, әҙләп кенә ашау иммунитетты күтәреү өсөн бик файҙалы. Унан башҡа инә ҡорт һөтө (маточное молочко) - инә ҡортто үҫтергән саҡта ашата торған һөтө бик борондан үҙенең файҙалы сифаттары менән билдәле.

Бынан башҡа ҡортҡа, умартаның рамдарына зыян килтереүсе балауыҙ көйәһенең дә файҙаһын тапҡан ғалимдар. Уның ҡорто (личинка) - балауыҙҙы ашап, эшкәртә алыусы берҙән-бер йән эйәһе, уларҙың эсәклектәрендә цираза тигән бик үҙенсәлекле фермент барлыҡҡа килә. Балауыҙ көйәһе ҡортоноң йәшәү эшмәкәрлеге продуктары файҙалы матдәләргә бай. Шуға күрә төрлө юлдар менән әҙерләп, дарыу итеп эсеү иммунитетты күтәрә, төрлө ауырыуҙар менән көрәшергә ярҙам итә. Улар хәҙер ҡортсолоҡ кибеттәрендә әүҙем һатыла.

Ҡортто тәүләп тота башлағанда күп нимәне белмәҫкә мөмкин, сөнки һәр ҡараған һайын үҙең өсөн ниндәй ҙә булһа яңылыҡ асаһың, бик ҡыҙыҡлы шөғөл. Тора-бара ҡорттарҙың үҙҙәренә хас ауырыуҙары менән көрәшергә лә өйрәнәһең. Был йәһәттән мин йыл һайын яҙ һәм көҙ миҙгелдәрендә әрем үләне һәм ҡарағай бөрөләре йыям. Бар йыйған ингредиенттарҙы теүәл кимәлдә бергә ҡушып, ҡорттар өсөн дарыу ҡайнатам.

Беҙҙең башҡорт балы бөтә донъяла иң тәмлеһе тип танылған. Ни өсөн шулай икәнлеге тураһында үҙ-ара һөйләшә торғас, беҙ ҡортсолар менән шундай фекергә килдек: беҙҙең Башҡортостанда ағыулы сәскәләр юҡ. Башҡа төбәктәрҙә ағыулы сәскәләрҙең булыуы кешегә зыян килтерә ала, сөнки ҡорттар сәскәләрҙе ағыулы һәм зарарһыҙына айырмай, ә беҙҙә бар сәскәләр ҙә шифалы.

Бал ҡорто тотҡанда үҙеңдең дә эштәрең ыңғай бара. Юҡҡа ғына диндә лә бал ҡорто юҡҡа сыҡһа, донъя ла бөтәсәк, тиелмәгән бит. Шуға күрә ҡортсолар булһын, бал ҡорттары үрсеһен, тип теләргә генә ҡала.

Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.

1 view·1 share