Ленин паркы
Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?
Шакир ШӘРИФУЛЛИН, 1970 йылдар студенты, хеҙмәт ветераны, Өфө ҡалаһы: Эйе, беҙ уҡыған йылдарҙа баш ҡалабыҙҙың иркен, саф һауалы, йәйәү йөрөү өсөн аллеялар буйлап борма-борма һалҡынса күләгәле һуҡмаҡтары, күҙ яуын алырҙай сәскә түтәлдәре менән иҫтә ҡалған был парк. Элек ул Советтар Союзы Геройы Александр Матросов исемен йөрөтә һәм ингән ерҙә үк уның 1951 йылда ҡуйылған һәйкәле тора ине. Аҙағыраҡ паркты ҡайтанан үҙгәртеп ҡороу эштәре башланды һәм, хәтерләүемсә, Матросовтың һәйкәле юҡ булды. Бер аҙҙан асыҡланыуынса, уны Матросов исемендәге элекке колония урынындағы республика Эске эштәр министрлығы мәктәбе биләмәһенә күсереп ҡуйғандар булып сыҡты. Мин автомат аҫҡан, башына каска кейгән һәм иңенә плащ-палатка ябынған 19 йәшлек кенә Саша, дөрөҫөрәге, билдәле эҙәрмән-журналист Рәүеф Насиров яҙып сыҡҡан Учалы егете Шәкирйән Мөхәмәтйәновтың һәйкәл һынын оҙаҡ юҡһындым. Нисектер, бушап ҡалды кеүек уның урыны. Ә бит Геройҙың исеме Сталиндың 1943 йыл 8 сентябрь бойороғо менән мәңгеләштерелергә ҡушыла. Күп тә үтмәй, ВКП(б) өлкә комитеты менән республика хөкүмәте Матросовҡа һәйкәл проекты буйынса эш башлай. Совет скульпторы Леонид Эйдлиндың ижад емеше - Геройға һәйкәл 1951 йылдың 9 майында Матросов исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркынан урын ала. Ә инде 1989 йылда һәйкәл икенсе урынға күсерелгән ерҙән йәмәғәтселек тырышлығы менән үҙ урынына - Үҙәк паркка кире ҡайтарыла һәм бында яңыртып ҡороуҙар башланыуына һылтанып, Матросов һәйкәленә элек торған ерҙән ситтәрәк бер аллеянан урын бирелә. Шулай ҙа бер килгәнемдә ошо парктағы әлеге һәйкәл янында балалар ҡатнашлығында үткәрелеүсе тантаналы сараға шаһит булып, күңелем күтәрелеп ҡайтҡайным. Әле бына яңыртылған парктың асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ул бит башҡа парктарға оҡшамаған, унда һәйкәлдәр, ҡәберлектәр ҙә бар, унда тарих һаҡлана - бына шул да үҙенә ылыҡтыра беҙҙең кеүек өлкән быуын кешеләрен.
Таһира ӘХТӘМОВА, табип, Өфө ҡалаһы: Эйе, беҙ йәш саҡта, бигерәк тә медицина институтында (хәҙер университет) уҡып йөрөгән йылдарҙа, күп ваҡытыбыҙҙы ошо Матросов паркында үткәрергә ярата инек. Етмәһә, физкультура дәрестәренең дә ошо паркта үткәрелеүе бик оҡшай ине беҙгә. Беренсенән, уҡыу йортона ла, ятаҡҡа ла яҡын. Беҙҙең педиатрия факультетында ҡыҙҙар күп уҡыны. Ауыл хужалығы, авиация, хатта алыҫ тип тормай, Черниковканан нефть институты егеттәре килеп, ҡыҙҙар менән дуҫлаша, уларҙы ошо паркка күрешергә саҡыра ине. Мин үҙем дә буласаҡ ирем менән Матросов паркында таныштым. Йәй, ҡыҙыу сессия мәле. Күләгәле, тынысыраҡ урын һайлап, дуҫ ҡыҙым менән имтиханға әҙерләнәбеҙ. Шул саҡ ҡаршылағы урынға бер егет килеп ултырҙы ла аңҡайыбыраҡ эскәмйә арҡаһына башын терәп ултыра башланы. Китаптан айырылып, ҡараһам, ап-аҡ күлдәгенең түш тапҡырына ал ҡан тамғанын күреп, һикереп торҙом да янына килдем. Егеттең танауы ҡанай икән. Бәхеткә, эргәләге бәләкәй генә фонтанда ҡулъяулығымды еүешләп, маңлайына һалдым. Бына шундай иҫтәлек һаҡлайым күңелемдә. Аҙаҡ, өйләнешкәс һәм бөгөн дә уйынлы-ысынлы "минең табибым" тип йөрөтә ул мине.
Парк бөгөн дә беҙҙең яратҡан урыныбыҙ, бында йыш булабыҙ. Әле бындағы үҙгәртеп ҡороу эштәре тамамланып, парк бөтөнләй танығыһыҙ, заманса матур урынға әйләнәсәк: уның биләмәһенә инә торған урында кешеләрҙе тарихи арка ҡаршылаясаҡ; асыҡ амфитеатр ҙа, спорт һәм балалар майҙансыҡтары ла, ҡеүәтле фонтаны ла, йүгереү, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары ла бар бында.
Шуны әйтергә теләйем: парк үҙгәртеп ҡоролғас, уның матурлығын, бигерәк тә таҙалығын һаҡлаусы, тәртип күҙәтеүсе ниндәйҙер ҡарауыл кәрәктер, тейем. Әлбиттә, заманса видеокамералар ҙа ҡуйылыр, тик улар ваҡытында тәртип боҙоусыларҙы ҡулдарынан тотоп, иҫкәртеп, кәрәк икән, штраф түләтә алмай. Ә бында, мәҙәни ял урынында, тап ана шундай ҡарауыл кәрәк тә. Сит илдәрҙә бит берәй аңһыҙы тәмәке төпсөгө ташлап ҡараһын - эргәһенә тып итеп хәҙер полицейский килеп баҫа. Ә ниңә беҙҙә лә шундай тәртип булдырмаҫҡа? Сөнки беҙҙә шунһыҙ кешеләрҙе мәҙәнилек, этикет, тәртип ҡанундарына өйрәтеп булмаясаҡ, иманым камил. Бер генә миҫал: элек тә, хәҙер ҙә был парк эт һуғарыу урынына әүерелгәйне бит... Эт хужалары ҡарап тороп йәм-йәшел газондарға, йәйәүлеләр һуҡмаҡтарына ла хатта эттәрен "эш башҡарырға" туҡтатып, ҡарап тора, ләкин арттарынан йыйыштырыу тигән ғәҙәт улар өсөн ят. Ошондай тәрбиәһеҙлек күренештәренә юл ҡуйылмаһын ине яңы паркыбыҙҙа - иң ҙур теләгем шул.
Айһылыу БАЙМӨХӘМӘТОВА, педагогия хеҙмәте ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы: Баш ҡалабыҙҙа йәшәмәһәм дә, минең өсөн дә бик яҡын һәм иҫтәлекле был парк. 1977 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, мин ошо ҡалала оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Төп йортобоҙ Өфөлә мин йыш булам. Элегерәк эшем буйынса методик советтарға, педагогтарҙың август кәңәшмәләрендә, башҡорт теле буйынса республика конкурстары, уҡыусылар олимпиадаларында йыш ҡатнашырға тура килә ине. Шул уҡ ваҡытта ғаиләбеҙ менән театрҙарға, концерттарға килеп етеү ҙә проблема булманы: машинабыҙ бар - ял көнөнә ҡарай ултырабыҙ ҙа китәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, Стәрлетамаҡ менән Өфө араһында юлды һыуытҡаныбыҙ юҡ. Айырыуса әлеге ваҡытта, сөнки улыбыҙ ҙа, ҡыҙыбыҙ ҙа ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе ҡарашырға киләбеҙ. Балалар менән ҡурсаҡ театрына, спорт һәм уйын майҙансыҡтарына һәм, әлбиттә, парктарға йыш йөрөйбөҙ.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Өфө күҙгә күренеп үҫә, матурлана. Бигерәк тә шуға иғтибар итә йөрөй инем: машиналар гөрләп торған ҡалала йәшеллеккә күмелгән тыныс, һил утрауға оҡшаш парктарҙың, скверҙарҙың күп булыуы бик яҡшы һәм уңайлы. Шуныһы бигерәк яйлы булып сыҡты: Ғафури урамында йәшәүсе ҡыҙыбыҙ ғаиләһенә яҡын булғанлыҡтан, балаларҙы гел Матросов паркына алып йөрөйбөҙ. Хәҙер ул Ленин исемен йөрөтһә лә, йәшлек йылдарыбыҙ үткән паркты, күнегелгәнсә, үҙенең элекке исеме менән әйтеү ғәҙәткә һеңгән. Шулай ҙа реконструкциянан һуң тағы ла матурланып, төрләнеп китәсәк был паркты яңыса, бөгөнгө атамаһы менән Ленин паркы тип әйтә башларбыҙ, моғайын. Киләһе йыл нигеҙ һалына башлауына 160 йыл туласаҡ был паркты шундай һаҡсыллыҡ һәм тоғролоҡ менән һаҡлап килә алған төрлө йылдарҙағы ҡала властарына рәхмәт әйтергә генә кәрәк. Бигерәк тә бөгөн: күккә олғашҡан йорттар төҙөүселәрҙән баш ҡалала буш урындар ҙа ҡалмай килә түгелме, юғиһә? Әммә был паркка бер кем дә йоғона алмаясаҡ, ул турала һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел, сөнки бында тарих йәшәй.
Әйткәндәй, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадын өйрәнгән осорҙа уҡыусыларҙы Өфөгә экскурсияға алып килә инем. Иң тәүҙә уның йорт-музейында булабыҙ, шунан Матросов паркындағы ҡәберенә килеп, сәскәләр һалыу беҙҙең йолаға әүерелгәйне. Әйтеүемсә, был үҙе бер тарихи урын: башҡорт революционер-большевигы, күренекле дәүләт эшмәкәре, ҡыҙыл комдив, Башҡортостанда Совет республикаһын ойоштороусыларҙың береһе, шулай уҡ башҡорт әҙәби телен үҫтереүгә күп көс һалған Шәһит Хоҙайбирҙин да ошонда ерләнгән. Бында тағы ла революция һәм граждандар һуғышында һәләк булған ҡыҙылармеецтарҙың туғандар ҡәберлеге лә бар. Былар бөтәһе лә уҡыусыларға ныҡ тәьҫир итә ине. Ошонда килеп ҡайтҡандан һуң уларҙың туған тел, әҙәбиәт, Башҡортостан тарихы дәрестәренә ҡыҙыҡһыныуҙары бермә-бер арта торғайны.
Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
