Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар
Заманса мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары үҫешкән ваҡытта кешене техник ҡоролмалар, электрон түләү сараларынан башҡа күҙ адына ла килтереп булмай.
Уларҙың ябайлығы һәм уңайлылығы көндән-көн күберәк кешене йәлеп итә. Әммә үҙҙәренең криминал маҡсаттарында заманса техника ҡулланыусылар ҙа йоҡламай.
Уғҙан йыл йлмғаҡтары буйынса төбәктә киберенәйәттәр һаны ике тапҡырға артып, 7,5 меңдән ашып китекән. Ағымдағы йылдың ике айында ғына шундай 1713 эшмәкәрлек теркәлгән. Был осраҡтарҙың 80 проценты ҡулланыусының шәхси мәғлүмәтен алып (банк картаһы реквизиттары, паспорт мәғлүмәттәре, логиндар, серһүҙҙәр һ.б.), аҡсаһын йәки башҡа милкен урлауға йүнәлтелә. Бигерәк тә бында Интернет селтәре, телефон бәйләнеше, иҫәп карталары ҡулланыу киң таралған.
Өфө ҡалаһында ла киберенәйәттең үҫеше күҙәтелә. Майға ҡарата, уларҙың һаны 78 процентҡа артҡан. Бигерәк тә банк карталарынан аҡса урлау күренештәре йышайған һәм улар былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 1100 процент тәшкил итә.
Бында бигерәк тә пенсия алды йәшендәге һәм хаҡлы ялдағы категория хәүеф төркөмөнә инә. Мутлашыусылар үҙҙәрен банк, социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, тап оло йәштәгеләрҙең ихласлығы һәм ышаныусанлығы һөҙөмтәһендә уларҙы алдай, шәхси, банк картаһы, иҫәп счеты мәғлүмәттәрен ала һәм үҙҙәренең бысраҡ эштәрендә файҙалана.
Бигерәк тә телефонға шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырып, хәүефһеҙлек системаһының эшләүе һәм әлеге ваҡытта клиенттың картаһынан шикле операция башҡарылыуы, уны туҡтатыу өсөн код йәки ПИН-код кәрәк булыуы тураһында хәбәр итеү схемаһы киң таралған. Артабан мутлашыусылар психологик алымдар ҡулланып, кешеләргә баҫым яһай, уларҙы билдәле аҙымдар яһарға этәрә һәм аҡсаларын урлай. Ғәҙәттә, граждандарҙың телефонына ла ошондай смс-хәбәр ебәрәләр.
Халыҡ араһында бигерәк тә интернет-магазиндар һәм «Avito»лағы иғландар бик популяр. Шул уҡ ваҡытта әйбер һатыусы тауар өсөн аванс йәиһә тулы хаҡты картанан картаға күсереүҙе һорай. Операция башҡарылғандан һуң, әлбиттә, мутлашыусы юҡҡа сыға.
Ошо төрҙәге енәйәттәрҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн ҡала прокуратураһы халыҡты иҫкәртеү буйынса иҫкәрмә эшләгән һәм унда һөҙөмтәле һаҡланыу ҡағиҙәләре ябай ғына итеп аңлатыла.
