Ҡараусыһыҙ ҡалған һәм ярҙамға мохтаж ҡарттар яҙмышы өсөн кем яуаплы?
Вәсилә ӘХМӘҘУЛЛИНА, Бүздәк районы, йорт хужабикәһе: Бик тә таныш хәл был минең өсөн. Бер-ике һүҙ менән генә был һорауға мин, әлбиттә, ҡарттар яҙмышы өсөн балалары, ә инде балалары булмаһа, туғандары яуаплы, тип яуап бирер инем. Ләкин һин әйткәнсә генә булмай шул донъяла. Күпме ҡарттар, балалары була тороп та, яңғыҙлыҡҡа дусар. Үҙ көнөн күрерлек, үҙ аяҡтарында йөрөрлөк булһа, ярай ҙа, өлкән быуын сыныҡҡан, нисек тә йәшәргә тырыша ул. Ә бына кеше көнлө булып, ярҙамға мохтажлығы төшә икән, был бик ауыр хәл.
Үҙемдең атай-әсәйем иртә киттеләр. Йәшәргә лә йәшәргә ине әле ҡәҙерлеләремә, тик яҙмыштары шулай булғандыр. Уның ҡарауы, оҙаҡ йылдар буйына иремдең ата-әсәһен ҡарау бурысы төштө иңемә. Башҡа балалары - ике ҡыҙы, тағы бер улдары булһа ла, ҡайным менән ҡәйнәм ғүмер буйы йәшәгән нигеҙҙе ташлап, улар янына ситкә китергә теләмәне. Өҫтәүенә, ирем кинйә ул булараҡ, атай нигеҙендә төпләнеүҙе хуп күрҙе. Мин дә үҙемде ни көтәсәген белеп, ҡайны-ҡәйнә менән йәшәргә риза булып килдем. Бер-бер артлы балалар донъяға килә башлағас, өлкән кешеләргә тыныслыҡ кәрәк, тип, ҡайнымдарға күршеләш кенә йорт һалып сыҡтыҡ, тик барыбер бергә инек: ике йортто бүлеп торорлоҡ ҡойма ла, ҡапҡа ла юҡ, хужалыҡ итеү ҙә, ашап-эсеү ҙә, мал-тыуар ҙа уртаҡ булды. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда, мейеһенә ҡан һауыуҙан 79 йәшендә ҡапыл ғына ҡәйнәм беҙҙе ташлап китеп барҙы. Беҙ бесәндә саҡта картуф күмергә сығып, эҫе һуҡҡан. Һәйбәт кеше ине... Донъябыҙҙың ҡояшы һүнгән һымаҡ булды. Тигеҙ ҡартайырға яҙһын, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән шул. Ошо хәлдән һуң ҡайным ныҡ биреште, тора-бара аяҡтан яҙҙы. Өфөләге ҡыҙы бер-ике рәт дауаханаға ла һалып ҡараны. Ҡултыҡ таяғында ары-бире йөрөштөрөп, бирешергә теләмәһә лә, сир менән ҡартлыҡ үҙенекен итте: аяҡтары тыңламаны. Ана шул хәлендә мин уны ете йыл ҡарап тәрбиәләнем. Әйтеүе генә анһат, һыҙланып ятҡан өлкән кешене ҡарауҙың ни икәнен үҙем генә беләм. Ирем менән үҫеп килгән балаларым ярҙамынан тыш, мин быны булдыра алмаҫ та инем, буғай. Донъяны, мал-тыуарҙы ҡарарға, ғаиләне хәстәрләргә лә кәрәк бит. Күрше-тирәм мине йәлләп, пенсияһын түләп, берәй ҡараусы ялларға ла кәңәш итәләр ине. Быға намыҫым ҡушманы, үҙең һымаҡ ҡарай буламы сит кеше? Ҡайным, бахыр, рәхмәттәрен уҡып ятты. Аҙаҡҡы һулышында ла башымдан һыйпап, фатихаһын биреп китте...
Фәнүр ЙӘРМӨХӘМӘТОВ, Баймаҡ районы Ярат ауыл хакимиәте башлығы: Ер йөҙөндә өлкән йәштәге кешеләр һаны арта бара. Рәсми сығанаҡтарҙа хәбәр ителеүенсә, 60 йәштән өлкәндәр һаны 2017 йылғы 926 млн кешенән 2050 йылға 2,1 миллиардҡа етәсәк, тип фаразлана. Был тәбиғи ҡанундан бер ҡайҙа ла ҡасып булмай, тик шуныһы: ҡарт көнөндә кемде ниндәй яҙмыш көтә... Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, бәхеткә күрә, ул өлкәндәрҙең барыһына ла ҡағылмай. Хәстәрле ғаиләһе - балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән мәж килеп, улар өсөн кәрәкле һәм ҡәҙерле кеше булып йәшәгән бәхетле ҡарттар улар. Үкенескә, яңғыҙлыҡтан яфа сигеп, ярҙамға һәм хәстәрлеккә мохтаж, ҡараусыһыҙ ауырыу кешеләр ҙә байтаҡ. Ә бит ундайҙарҙың күптәренең балалары, туған-тыумасаһы була тороп та ҡараусылары юҡ. Әсәләренең барлы-юҡлы пенсияһын талап алып, үҙен эт типкеһенә дусар иткән бәғерһеҙ балалары менән йәшәргә лә мәжбүр ҡайһы берәүҙәр. Ярҙамға мохтаж өлкәндәрҙең барыһы ла дәүләт ҡарамағындағы интернаттарға эләгә алмай, унда 1-2-се төркөм инвалидтар, мөмкинлектәре сикләнгән ауырыуҙар ғына алына. Шәхси ҡулдарҙағы пансионаттарҙың да төрлөһө бар: унда йәшәү өсөн пенсионер ҡиммәтерәк түләргә тейеш, йә ундағы персонал тупаҫ, йә йыш ҡына янғын-фәлән сығып, фажиғәләр булып тора. Унан һуң, өлкән кешегә ғүмер буйы йәшәгән урынын, күнегелгән өй шарттарын, бөтөн донъяһын ташлап китеүе лә ҡыйын, шуға күрә, тырышып-тырмашып үҙаллы йәшәү яғын ҡарай улар. Һәм, ғөмүмән, һуңғы ваҡыт был өлкәлә дәүләт сәйәсәтендә лә ошо йүнәлешкә күберәк иғтибар бирелә - уларға йәшәгән ерҙәре буйынса ярҙам ойошторола: өйгә килеп социаль һәм медицина хеҙмәте күрһәтеү, өлкәндәр проблемаларына йәмәғәт әүҙемселәрен, туғандарын, күршеләрен йәлеп итеү.
Бер мәл шулай ҡарауһыҙ ҡарттарҙы ғаиләгә алыу проекты иғлан ителеп, ыңғай миҫалдар күрһәтелә башлағайны ла, һуңға табан был хаҡта бер ни ҙә ишетелмәй. Уның ҡарауы, ҡалала ла, ауылдарҙа ла яңғыҙ ҡарттарға социаль хеҙмәткәрҙәр беркетелеп, ҙур ярҙам күрһәтелә. Беҙҙең Ярат ауыл биләмәһендә лә өлкәндәргә ошондай төр социаль ярҙам ойошторолған һәм байтаҡтан бирле эшләп килә. Ҡайһы бер урындарҙа ирекмәндәр ярҙамы бар, быны мәктәп уҡыусылары алмаштыра. Элекке Тимур командаһы кеүек эшләйҙәр: утын, һыу ташыйҙар, башҡа хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашалар. Ауыл хакимиәте активы тарафынан да өлкәндәрҙең өйҙәренә йөрөп хәлдәрен белешеп тороу ғәҙәткә индерелгән, беҙ уларҙы ташламайбыҙ. Ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеп торабыҙ.
Линиза ХӘТМУЛЛИНА, социаль хеҙмәткәр, Өфө ҡалаһы: Социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә мин яңы кеше тиергә лә була, ни бары бишенсе йыл эшләйем, ләкин шул ваҡыт эсендә лә ҡарттар тормошо, яҙмышына ҡағылышлы ыңғайға ҡарағанда ярайһы ғибрәтле хәлдәргә шаһит булынды. Минең ҡарамаҡтағы өлкән йәштәгеләр араһында 70-тән 90 йәшкә тиклемге кешеләр бар. Уларҙың бөтәһе лә тип әйтерлек хеҙмәт ветерандары, хәҙер инде инвалидтар. Күпселеге, бәхеткә күрә, камил аҡылдарында, үҙ аяҡтарында йөрөй. Һикһәнгә яҡынлаған ике инәй хатта скандинав таяҡтары менән дуҫтар. Күршеләш йорттарҙа яңғыҙар көн күрһәләр ҙә ана шулай бер-береһе менән аралашыу юлын тапҡандар. Береһе сирләп-нитеп китһә, икенсеһе килеп етә һала, сөкөрләшеп сәй эсеп алалар. Ғөмүмән, өлкән йәштәгеләр араһында бер-беренә иғтибар, үҙ-ара ярҙамсыллыҡ тойғоһо ят түгел, уларҙа ниндәйҙер берҙәмлек, коллективизм тип әйтәйемме, традициялары һаҡланған.
Шулай ҙа ҡыҙғаныслы яҙмыштар ҙа етерлек. Мине бигерәк тә 90-ға етеп барған Иван Васильевичтың яҙмышы борсой. Уға килгән һайын, инде ниҙәр булды икән, тип хафаланып ишеген асам. Һуңғы ваҡыт бигерәк биреште: хәтерен юғалта, кеше танымай башланы. Әлдә күршеһе яҡшы кеше - "йәш" пенсионер, электән аралашып йәшәгәндәр. Уға асҡысын биреп ҡуйғанбыҙ. Бер шулай Иван Васильевичты сығып киткән еренән саҡ табып алып ҡайтты. Хәҙер газ йә һыу кранын асып ҡуйып, берәй фажиғә булмаһын тип, бөтөн йорт ҡурҡып тора. Район социаль яҡлау бүлеге уны ҡарттар һәм инвалидтар йортона ебәрергә булып, документтар йүнәтә лә башлағайны, тик ошо фатирҙа теркәлгән балаларының ҡултамғаһы, әллә ризалығымы кәрәк, тип, туҡтап ҡалдылар. Бабайҙың ике улы бар, береһе күптән инде ҡайҙалыр ситкә сығып олаҡҡан, ҡайҙа икәнен дә белеүсе юҡ. Икенсеһе Өфө яны ҡасабаларының береһендә йәшәй. Атаһын ҡарау түгел, рәсми органдар саҡыртыуына ла килмәй. Уларға тик аталарының фатиры ғына кәрәк. Уларға ҡарап тормаҫтан, барыбер бабайҙы ҡарттар йортона урынлаштырырға итәләр, тик урын таба алмайҙар.
Беҙҙәге ҡарттар йорттары хәле үҙегеҙгә лә билдәле: унда мәңге урын юҡ йәки унда эшләгән персоналдың кешелекһеҙ ҡылыҡтары төшөрөлгән ҡот осҡос видеояҙмалар интернет киңлектәрен айҡай; шәхси ҡарамаҡтағы йорттарҙа иһә бер-бер артлы янып үлә ҡарттарыбыҙ. Мин дә белмәйем хәҙер: дәүләт был мәсьәләне үҙ хәстәренә ала алмай икән, ҡарауһыҙ ҡарттар яҙмышы өсөн кем яуаплы? Был өлкәлә сит ил тәжрибәһен ҡарап, һушың китерлек: беҙҙекеләрҙән биш-алты тапҡыр һәм унан да күберәк күләмдә пенсия алалар, был уларға уңайлы, заманса пансионаттарға урынлашырға, теләйҙәр икән, өйҙәрендә ҡалып, яҡшы хаҡҡа яҡшы хеҙмәтләндереүсе персонал ялларға мөмкинлек бирә. Хәтерләйһегеҙҙер әле: бер заман шулай Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары Италияға барып, яңғыҙ ҡарттарға ялланып эшләп, итальяндар әйткәнсә, компаньон - ярҙамсы ла, дуҫ та, серҙәш тә булып аҡса эшләп ҡайталар ине. Ә беҙҙең меҫкен ҡарттарҙы ҡарарға тейешле социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә биш-алты кешене хәстәрләп, хәлдән тайһа ла уның хеҙмәте бик арзан баһалана. Бәләкәй эш хаҡына шундай яуаплы һәм ауыр эшкә ризалашыусылар ҙа һирәк, тиҙәр һуңғы ваҡыт...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
