ҠАСАН ҒАИЛӘ ҠОРОРҒА?
Бөгөн йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай, тиҙәр, был фекер менән килешәһегеҙме?
Ғәли ФӘХРЕТДИНОВ, педагог-ветеран, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Баймаҡ ҡалаһы: Бөгөн йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай, тигән фекер менән килешмәйем. Үҙем белгән егеттәр, уҡытҡан уҡыусыларымдың байтағы һөнәр үҙләштереп, армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, 1-2 йыл да үтмәй, ғаилә ҡороп, матур итеп йәшәп китеүҙәренә шаһитмын һәм бик шатмын. Бындай күңелле күренеш: никах, туй тантаналары, шөкөр, бигерәк тә ауыл райондарында йыш булып тора. Миҫал өсөн генә әйткәндә лә, республикабыҙҙың башҡа яҡтарында нисек икәнен Бәйләнештә социаль селтәрен асып ҡарап барыу ҙа етә. Ҡупшы кәләштәр менән кейәү балаларҙың, уларҙың ата-әсәләре, туғандары, дуҫтарының никах тантанаһынан матур-матур фотолары әленән-әле ошо биттең диуарҙарын биҙәп, йәмләндереп тора. Йәштәрҙең никахлашырға ашыҡмауы тигән нәмә, һәр хәлдә, ауыл еренә хас күренеш түгел.
Дөрөҫ, шул уҡ ваҡытта 30-40 йәште үтеп тә өйләнмәй йөрөгән ир-егеттәр ҙә бар-барлыҡҡа, ләкин уларҙың был ҡылығында ниндәйҙер шәхсән генә сәбәптәр барҙыр, тейем. Уларҙың ҡайһы берҙәре ошо йәшкәсә ата-әсәһе менән йәшәп, әсәһе итәгенән айырыла алмай, үҙаллылыҡ тигән нәмә тәрбиәләнмәгән. Йә булмаһа, эскелеккә бирелгән. Исмаһам, ҡырға сығып китеп, аҡса эшләргә лә булдыра алмағандары ла осрай. Ә бына ҡалаларҙа бындай насар ғәҙәттәргә бирелмәгән хәлдә лә, йәшәргә фатиры, эшләргә эше, ашарға ашы була тороп та, өйләнмәй йөрөүсе егеттәргә аптырайым мин. Тимәк, ҡала ерендә барыбер ҙә, һеҙ әйткәнсә, ғаиләле булырға ашыҡмаған йәштәр бар. Уйлап ҡараһаң, ҡалаларҙа йәштәргә аралашыу, танышыу өсөн шарттар ҙа күберәк. Күрәһең, хәҙер ундай йәштәр өсөн виртуаль донъяла йәшәү, интернет, телефондан башҡа мөһим нәмә юҡ. Ауылдарҙа өйләнмәгән буйҙаҡ ир-егеттәр проблемаһы беҙҙең өсөн яңылыҡ түгел, сөнки ҡыҙҙар ҡалаға китә; ә ҡалала, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙ былай ҙа күп, тик егеттәр аҙ. Ҡыҙыҡ өсөн Росстат мәғлүмәттәрен ҡарап ултырҙым. Бынан бер нисә йыл элек 18-24 йәшлек йәштәр ғаилә ҡорһа, хәҙер 26-28 йәштәгеләр өйләнешә. Элегерәк ҡалала юғары уҡыу йорттарында уҡығанда уҡ, 20 йәштә кейәүгә сыға ине ҡыҙҙар. Мәҫәлән, ауыл хужалығы институтында уҡыған егеттәр медицина, педагогия уҡыу йорттары ҡыҙҙары менән дуҫлашып, өйләнешеп тә ҡуя инеләр, ниндәй үҙаллылыҡ, яуаплылыҡ булған уларҙа! Ә хәҙер вуз студенттары был йәһәттән бөтөнләй әҙерлекле түгел, һаман да әсәләре итәгенән төшөп етмәгән, бөтөн ваҡытын компьютер, телефонға ҡапланып ултырыусы бала-саға кеүек тойолалар.
Унан һуң хәҙер, демографтар фекеренсә, ҡыҙҙар күпкә үҙаллыраҡ, уҡымышлыраҡ, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр, шуға күрә улар үҙ тиңен эҙләй, ҡайҙандыр кемделер көтһә, көтә, ләкин үҙенән көслөрәк һәм әүҙемерәк ир-егетте эҙләй. Тәүҙә - карьера, ә ғаилә - аҙаҡ, тигән маҡсат менән йәшәгән ҡыҙҙар, шулай итеп, 30-ҙы үтеп, 40-ҡа яҡынлағас та үҙ ишен таба алмай, әсә бәхетенән дә мәхрүм була, ә йәшерәк ир-егеттәргә уларҙың үҙенән көслөрәк кәләш кәрәкмәй. Бер психологтың фекеренсә, никахлашыуҙар һанының кәмеүенә ике яҡтың да бер-береһенә юғары талаптар ҡуйыуы ла ҡамасау икән.
Айгөл БОХАРБАЕВА, Сибай ҡалаһы, ЗАГС бүлеге начальнигы: Йәштәрҙең никахын теркәү урынында эшләгәнлектән, мин һеҙ ҡуйған һорау менән килешмәҫ инем. Ғәҙәттә, алыҫтан яҡшыраҡ күренә, тиһәләр ҙә, был осраҡта беҙгә яҡындан һәм тағы ла яҡшыраҡ күренә. Әлбиттә, статистикала тирбәлештәр булып тора һәм был бөгөнгө күрһәткестәргә генә хас түгел. Күп кенә мосолман ғаиләләре хәҙер мәсеттә никахлашыуҙы хуп күрә, ләкин улар барыбер был фактты ЗАГС бүлегендә теркәтеп, законлаштырырға тейештәр, сөнки был уларҙың үҙҙәренең мәнфәғәтендә. Мәсьәләнең матди-финанс хәлен алып ҡарағанда ла был бөгөн айырыуса көнүҙәк, сөнки, ир-егеттәребеҙ Махсус хәрби операцияға китә икән, ти, мәҫәлән, уның ғаиләһе бит закон нигеҙендә дәүләт яҡлауы саралары менән файҙаланасаҡ. Статистикалағы тирбәлештәргә килгәндә, 1993-2000 йылдарҙа тыуған балалар тап бөгөн өйләнешеү йәшенә килеп етте, ләкин улар тыуған осорҙа илдәге иҡтисади хәл, дефолт менән бәйле, тыуым аҙ булды. Был да йәш ғаиләләр һанын кәмерәк күрһәтеп тороусы сәбәптәрҙең береһе. Уның ҡарауы, Махсус хәрби операция иғлан ителеп, мобилизация башланғас, никахҡа инеүселәр һаны бермә-бер артты. Был йәһәттән, уйынлы-ысынлы әйткәндә, Татарстан ЗАГС-тары пландарын арттырып үтәгәндер, тип әйтергә урын бар, сөнки беҙҙең ир-егеттәр шунда әҙерлек үтте һәм шул мәлдә байтаҡ ҡына йәштәр никахлашып өлгөрҙө.
Хәҙер никахлашыусылар өсөн генә түгел, ә бала тыуыу һәм башҡа акттарҙы теркәүҙә лә бөтөн уңайлыҡтар булдырыла. Мәҫәлән, былтыр 1 ғинуарҙан алып ЗАГС хеҙмәте Берҙәм дәүләт реестры программаһына күсерелде. Унда Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бөтөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙе, шулай уҡ документтарҙы алырға була. Ә инде йәштәр, йәшәгән, эшләгән йә уҡып йөрөгән урынына ҡарамаҫтан, никахтарын тотҡарлыҡһыҙ үҙҙәре теләгән ҡала-ауылда теркәтә ала. Апрелдә мосолмандарҙың - ураҙа, православныйҙарҙың пост булды, унан һуң май айы ла халыҡтарҙа никах тантаналары өсөн бик уңышлы осор иҫәпләнмәй. Урыҫ халҡының "в мае - всю жизнь маяться" тигән ырымы башҡа халыҡтар өсөн тыйыу булмаһа ла, был яҙғы эштәр мәле һәм, ғөмүмән, беҙҙең халыҡта борондан уңыш йыйып, ҡыр эштәре тамамланғас, тәүге ҡар күҙе төшөп, һуғымдар һуйылғас башлана туй тантаналары. Алла бирһә, ЗАГС ишектәре яңы тормош башлаусы йәштәргә шар асыҡ булыр һәм әлеге көндә лә буш ултырмайбыҙ. Сағыштырыу өсөн былтырғы йылдың тәүге кварталында 77 никах теркәлгән булһа, быйыл шул уҡ осорға 68 пар мөнәсәбәттәрен законлаштырҙы. ЗАГС хеҙмәтенең, икенсе яҡтан, күңелһеҙ бурысы ла бар: никах теркәү шатлыҡлы ғәмәл, әлбиттә, ләкин бына ғаиләләрҙең айырылышыу актын теркәү һәр ваҡытта ла үкенесле хәл. Был йәһәттән ил буйынса күрһәткестәр арта бара, тиһәләр ҙә, йыш ҡына бының менән дә ризалашыуы ауыр. Бигерәк тә был төрлө сәбәптәр менән ялған (фиктив) айырылышыу осраҡтарына ҡағыла икән. Ә ғаилә тарҡалыуҙар, ысынлап та, борсоуға һала, шуға күрә бергә тормош ҡорорға ниәтләгән йәштәргә был яуаплы аҙымға барыр алдынан бер-береһен ныҡлап һынарға, уйларға, туғандар менән кәңәшләшергә кәрәк, тип уйлайым. Иң тәүҙә йәш кеше һайлаған йәренең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ алырға, ғаиләлә булып торған төрлө хәлдәргә түҙеп, сабырлыҡ, фиҙаҡәрлек күрһәтеп йәшәргә әҙерменме, тип үҙ-үҙенә һорау бирергә тейеш.
Әлисә ҠУРАМШИНА, психолог: Бөгөн, ысынлап та, йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Ваҡытында беҙҙең өләсәйҙәр - 16, әсәйҙәр 18-20 йәштә кейәүгә сыҡһа, бөгөн бындай хәлде осратыуы ҡыйын. Совет осоро ҡыҙ һәм егеттәренең 15 йәштән колхозда эшләп, ата-әсәләренә ярҙамлашыуы, вуздан һуң йәне-тәндәре менән эшкә сумыуҙары хаҡында яҡшы беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта улар ғашиҡ булырға ла, гөрләтеп ғаилә ҡороп ебәрергә һәм балалар үҫтерергә лә өлгөргәндәр. Ошоларҙы уйлаһаң, бөгөн йәмғиәтебеҙ йәшәрә бара, тик был, үкенескә, йәштәрҙең балалыҡ осоронан сығыуы кәрәгенән оҙағыраҡҡа һуҙылыу менән бәйле, тип әйтер инем. Йәмғиәттең, шулай тип әйтергә яраһа, "замана етлекмәгәнлеге" ( инфантилизация общества) йәштәрен артыҡ ҡурсылап-бәпләүенән киләлер, тейем. Был, тимәк, кешенең өлкәнлек ҡорона инеү ваҡыты кисектерелә килә, тигән һүҙ, сөнки ул үҙ иңенә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡа. Биологияла "неотения" тигән термин бар, ул теге йәки был биологик берәмек-организмдың "ҡурсаҡ" (личинка) кимәлендә үҫешмәй туҡтап ҡалыуын аңлата. Һәр бер сағыштырыу аҡһай, тиҙәр, ләкин кешегә ҡарата был терминды, белгестәр фекеренсә, психологик планда ҡулланырға була. Эйе, заманыбыҙ йылдам үҙгәрә: гаджеттар, заманса технологиялар кеше тормошон бик ныҡ еңеләйтә. Ә еңелгә кеше бик тиҙ өйрәнә: ниңә әле көс, нервылар түгергә? Яңғыҙ башы, тыныс ҡолағы. Йәш кеше үҙен һөнәре өлкәһендә, планета буйлап сәфәрендә, яратҡан шөғөлөндә эҙләй, ә ғаилә уның өсөн "аяҡтарға - тышау, муйынға - ҡамыт, иректе тотҡарлаусы кәртә" булып тойола. Ғашиҡ булырға, яратырға мөмкин, тик бына бер ҡыйыҡ аҫтында никах тураһында мисәтле ҡағыҙға буйһоноп йәшәү ҡайһы берәүҙәр өсөн мөмкин булмаған хәл тойола. Биғәйбә, был йәштәр йәмғиәтенең ниндәйҙер бер өлөшөнә хас күренеш; бәхеткә, бөтөн йәштәребеҙ ҙә улай уйламай. Күптәр табыша, ҡауыша. Ҡайһы берәүҙәргә ана шул алдынғы технологиялар ярҙам итә танышырға, аралашырға. Ҡайһы берәүҙәрҙең никахҡа инергә ашыҡмауына, шулай итеп, замана касафатын да, бөгөнгө тормош рәүешен дә, башҡаһын да ғәйепләргә мөмкин, тик шулай ҙа мөһим бер нәмәне лә оноторға ярамаҫ ине: бөгөнгө йәштәр ниндәй ғаиләлә үҫкән, ниндәй тәрбиә алған, уларҙың бала саҡ йылдары бәхетле, ҡурсаулы булғанмы; ата-әсәләре араһында мөнәсәбәттәр ниндәй булған? Ә бит күпселек йәштәр тынысһыҙ, әр һәм талаш, эскелек хөкөм һөргән ғаиләлә буй еткергән һәм, тәбиғи, күңелендә шундай күңелһеҙ бала саҡ эҙемтәһе булған психик яра һаҡлай. Ошо юҫыҡта баланың киләсәк бәхете, яҙмышы имен һәм татыу ғаиләлә яралырға тейеш, тип ҡат-ҡат ҡабатлағы килә ата-әсәлек бурысы башҡарыусы өлкәндәргә төбәп.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
