"Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһы булдырыу ғаилә ныҡлығын, балалар тәрбиәләүҙә атай абруйын арттырыуға булышлыҡ итерме?

"Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһы булдырыу ғаилә ныҡлығын, балалар тәрбиәләүҙә атай абруйын арттырыуға булышлыҡ итерме?, image #1

Гөлшат ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА, Баймаҡ районы Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы: Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тарафынан булдырылған "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһы бик ваҡытлы һәм бик кәрәкле сара тип уйлайым. Йәмғиәтебеҙҙең бөтә вәкилдәре лә дәүләт тарафынан төрлө яҡлап ҡурсалана, дәртләндерелә. Айырыуса әсәйҙәр беҙҙә иғтибарға лайыҡ, улар борон-борондан изгеләштерелгән образ дәрәжәһенә күтәрелеп, икеләтә хөрмәт һәм һөйөү хистәре менән солғап алынған. Дәүләт тарафынан да әсәйҙәр һәр саҡ почетта һәм уның балалар тәрбиәләп үҫтереүгә һалған фиҙаҡәрлеге матди һәм мораль дәртләндереү саралары менән билдәләнә, орден, миҙалдар менән наградлана. Был тәбиғи һәм шулай булырға тейеш тә. Тик, икеһе лә бер үк изге маҡсат - балалары хаҡына йәшәп, уларҙы ысын кешеләр итеп тәрбиәләү бурысын башҡарһалар ҙа, атайҙар ошоға тиклем, нисектер, иғтибарҙан ситтә ҡалып киләләр кеүек. Әлбиттә, уларға ла ихтирам һәм һөйөү хистәре әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур һәм изге, тик был башлыса ғаилә кимәлендә сағылыш таба. Был турала йыш ҡына халыҡ араһында ла һүҙ сығып тора, ләкин эш шунан ары киткәне юҡ ине әле.

Интернет селтәрҙәрендә "атай" һүҙенең аңлатмаһына күҙ һалһаҡ:" Атай - изге, ихтирамға лайыҡ кеше, ул - һине бар итеүсе, белем-тәрбиә биреүсе. Башҡорт халҡында атай кеше айырыуса мөһим роль уйнай, сөнки ғаиләлә элек-электән ир кеше баш булған, уның әйткән һүҙе - хаҡ, башҡарған эше маҡтауға лайыҡ һаналған. Атай абруйы төшөнсәһе бөгөн дә һаҡланған. Атай - ғаилә башлығы булараҡ, яҡындарын яҡлаусы һәм һаҡлаусы, ҡурсалаусы ла. Аталы бала - арҡалы, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Атай тәрбиәһе алып үҫкән бала, ысынлап та, үҙен терәк-таяныслы, ышаныслы тота. Тулы ғаиләлә тәрбиәләнгән баланың бәхете лә тулы була, тип иҫәпләнгән. Атай кеше балаларының тыныс һәм матур тормошон тәьмин итергә, бәхетле бала саҡ бүләк итергә бурыслы. Улар атай өлгөһөндә тәрбиәләнә, атай - үрнәк, шуға күрә ул һәр ҡылған ҡылығы өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя", - тип әйтелә. Бына тап ошондай атайҙар лайыҡ та инде "Атай ҡаһарманлығы "наградаһына. Һәр ауылда, ҡалала башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ матур ғаилә башлыҡтары булған кеүек, Ишбирҙе ауыл биләмәһенең дүрт ауылында ла ундай атайҙар бихисап. Улар араһында күп бала тәрбиәләүселәр ҙә, уллыҡҡа алып, үҙенеке кеүек күреп балалар үҫтереүселәр ҙә бар. Өлгөлө, абруйлы атайҙарыбыҙ матур ғаилә башлыҡтары булыу менән бергә, ауылдаштары алдында абруй яулап, ауыл тормошо менән дә янып йәшәйҙәр, үҙ еребеҙҙең ысын илһөйәрҙәре лә улар. Бындай фиҙаҡәрлек, һис шикһеҙ, йәмәғәтселек кимәлендә танылыуға һәм ниндәйҙер дәртләндереү сараһына лайыҡ, тип иҫәпләйем.

Нәзир хәҙрәт САБИТОВ, Әбйәлил районы Таштимер мәсетенең имам-хатибы: Әсәйҙәребеҙҙең тормош юлдашы, терәге булған атайҙарыбыҙ был донъяла күләгә һымаҡ ҡына күренеп ҡалдылар. Бик иртә торорҙар ине лә ҡараңғы төн ҡайтырҙар ине. Көнө-төнө ғаиләһен ашатам һәм кейендерәм тип ялһыҙ эшләрҙәр ине. Ә беҙ, балалар, атай ҡайтып, ял итергә ятһа, арҡаһын семтеп-төртөп, бәләкәй йоҙроҡтар менән ышҡып, ахырҙа, икәүләп-өсәүләп арҡаһына менеп китеп, аяҡтарыбыҙ менән бил-яурынбашын тапап, тәнен яҙа инек. Ат итеп күмәкләп арҡаһына тейәлешә торғайныҡ…

Атай кеше балаға әсәй менән типә-тиң, иңгә-иң терәк булған иң ҡәҙерле, иң кәрәк кеше ул. Һәм дә атай - нәҫел башы, улы - уны дауам итеүсе, улар быуындар сылбырын дауам итәләр. Нәҫеле бар - нығыр, тигән боронғолар. Тимәк, атай кеше ысын мәғәнәһендә атай булып тәрбиә эшендә ҡатнашырға тейеш. Ул атай кешенең бала тормошонда туранан-тура ҡатнашыуын, балаларын яратыуын, иғтибарлы булыуын, сабыр ғына аңлатыуын, кәрәк ваҡытында шелтә биреүен, айырым уңыштары өсөн дәртләндереүҙе, килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеүҙе күҙ уңында тота. Бына шундай яуаплы эш ул - атай булыу.

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм: "Атайҙың балаға ҡалдырған иң ҙур мираҫы - яҡшы тәрбиә", - тине. Атаның мөхәббәте әсәнекенә ҡарағанда ла баланың изге йәнле булыуына нығыраҡ тәьҫир итә икән. Ир бала атаһына оҡшап үҫергә ынтыла, ҡыҙ бала атаһына оҡшаған егеткә кейәүгә сығырға тырыша. Ысынлап та, бер ниндәй байлыҡ та баланың холҡон кире ҡайтара алмайҙыр. Шуға күрә киләсәктә үҙегеҙ үҫтергән емештәрҙең иң татлыһын ашағығыҙ килһә, балаларығыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышығыҙ, тип әйтелә бит хәҙистә лә.

Әлбиттә, атай кеше донъяуи эштәр менән мәшғүл, ирҙәргә ғәиләне мәтди яҡтан тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән. Шуға ла баланы тәрбиәләгәндә күп мәшәҡәттәр әсәйҙәр иңенә төшә. Ләкин бала тәрбиәһендә атайҙар мөһим роль уйнарға тейеш. Ата наҙына малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа бер үк дәрәжәлә мохтаж. Атай мөхәббәтен татып үҫкән балалар бәхетле һәм үҙ маҡсатына ирешеүсән була, тиҙәр. Атай кеше баланың үҙ баһаһын формалаштырырға ла ярҙам итә. "Күпме мәктәптәр, институттар, университеттар булыуға ҡарамаҫтан, яҡшы атайҙан башҡа яҡшы тәрбиәле балалар ҙа була алмай", - тип яҙған яҙыусы Н.Карамзин. Әлбиттә, заманында илебеҙҙең тарихы, батырҙарыбыҙҙың ғәйрәтлеге, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың иплелеге беҙҙең тәрбиәлә ҙур роль уйнаны. Шул атайҙарыбыҙ образында булған халыҡ батырҙарына, һуғыш ҡаһармандарына, кешеләрҙе бандит-хулигандарҙан яҡлаған көслө кино геройҙарына оҡшарға тырыштыҡ. Шуның кеүек, бала күңелендә атай образы дәү һәм батыр, ҡурҡмаҫ һәм еңелмәҫ, теләһә ниндәй хәлдәрҙән дә сығыу юлын белгән ҡаһарман булып ҡала. Тап шунда күренә түгелме ни атай ҡаһарманлығы? Балаһы күңелендә шундай образ тыуҙырған атай, тимәк, ысынлап та, ҡаһарман исеменә лайыҡ. Шундай награда булдырып, ниһайәт, бик дөрөҫ эшләгәндәр, афарин! Күптән кәрәк ине, уға лайыҡ атайҙар күп бит беҙҙә.

Сания СӨЛӘЙМӘНОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Ғаиләлә, бала тәрбиәһендә атай абруйы хаҡында ошоға тиклем дә мәсьәлә ҡуҙғатыла килде; уйлай торғас, хатта календарҙа Атай көнө лә (24 июнь) пәйҙә булды, тик эш шунан ары китмәне. Ниһайәт, БР Йәмәғәтселек палатаһы атайҙар абруйын күтәреүсе махсус награда булдырырға ҡарар итте: "Атай ҡаһарманлығы" ("Отцовская доблесть") тип атала ул. Атайҙар хеҙмәтен баһалауға бер ниндәй иғтибар билдәһе булмауға ҡарағанда был һәйбәт саралыр ҙа, тик бына дәүләт наградаһы статусы уның мөһимлеген, абруйын тағы ла арттыра төшөр ине. Дәүләт наградаһы булған хәлдә күпмелер күләмдә аҡсалата премия йә ниндәйҙер ташлама ла ҡаралыуы ихтимал ине. Ҡоро ҡашыҡ ауыҙ йырта, тиҙәрме? Дөрөҫ, эш аҡсала ла түгел, ләкин ул награданың баһаһын, мәртәбәһен генә күтәрәсәк. Ә бит наградаға кандидатура һайлауға талаптар ярайһы ҡаты ғына. Был турала положениела әйтелеүенсә, теге йәки был атай кешене бүләкләүгә уны эшләгән хеҙмәт коллективы йә булмаһа йәшәгән урыны буйынса ауыл биләмәһе хакимиәте тәҡдим итә. Икенсенән, наградаға дәғүә итеүсегә ҡылыҡһырлама - уның шәхси сифаттарынан тыш, ғаилә хәлен, йәмәғәтселек әүҙемлеген бәйнә-бәйнә һүрәтләгән ентекле характеристика ла талап ителә. Йәнә лә әлегә был хаҡта "награда" тигән һүҙ генә ҡулланыла, ә ул ни рәүешле буласаҡ - миҙалмы, иҫтәлекле билдәме, әллә диплом йә маҡтау ҡағыҙымы - әлегә билдәһеҙ. Нисек кенә булмаһын, урындарҙан өлгөлө балалар тәрбиәләгән, эшендә - алдынғы, йәмәғәтселектә әүҙемлек күрһәткән, сәләмәт тормош рәүеше алып барған ҙур һәм татыу ғаилә башлығы - һәйбәт, хәстәрлекле атайҙар хаҡында махсус комиссия 15 майға тиклем килеп еткән тәҡдимдәрҙе ҡарап, иң лайыҡлы тип табылған кандидатуралар Йәмәғәтселек палатаһы советында раҫланғандан һуң наградалар Атай көнө - 24 июнь тапшырыласаҡ.

Был награда киләсәктә атай абруйын арттырыуға булышлыҡ итерме - әйтә алмайым. Бер яҡтан, атай абруйы ниндәйҙер айырыу билдәһенә эйә булыуға ҡараймы икән? Улай тиһәң, атайың Рәсәй Геройы булһа, мәҫәлән? Ә минеңсә, барыбер ҙә атай абруйы ғаилә мөхитендә, балалар менән көн дә бергә булып, аралашып, улар мәнфәғәте менән йәшәгән шарттарҙа тыуалыр, тип уйлайым. Ә награда - улар хеҙмәтенә баһа, дәртләндереү, улар исемен йәмәғәтселек кимәлендә танытыу сараһы. Кемдәргәлер быныһы ла, бәлки, мөһимдер.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

82 views·1 share