Атайсалға - изге ғәмәлдәр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан 2023 йыл төбәктә "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылы тип иғлан ителде. Ә һеҙ үҙ ауылығыҙға, районығыҙға ниндәй ярҙам күрһәттегеҙ, күрһәтергә хыялланаһығыҙ?

Атайсалға - изге ғәмәлдәр, image #1

Урал КИЛСЕНБАЕВ, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары: Элек-электән беҙҙең төбәктә бер-береңә ярҙам итеү, кәрәк саҡта ныҡлы терәк булыу ғәҙәти күренеш, изге йола. Башҡорттарҙа шулай уҡ электән йорт күтәреү, мал һуйыу, бесән әҙерләү һәм башҡа ошондай оло эштәр бергәләп - өмә тигән йола аша атҡарылған. Шулай уҡ бер-береңә ҡарата ғына түгел, ә тыуып үҫкән ереңә лә ярҙам күрһәтеү, меценатлыҡ һәр ваҡыт булған һәм әле лә бар. Ошондай ярҙам күрһәтергә теләгән, илһөйәр булған, үҙенең тыуған ерен яратҡан кешеләрҙе берләштереү маҡсатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән "Атайсал" проекты булдырылды. Ваҡыт был проекттың бик кәрәкле, файҙалы икәнен асыҡ күрһәтте. Проект старт алғандан башлап әллә күпме кеше үҙенең тыуған яғына төрлө кимәлдәге ярҙам күрһәтте һәм әлеге көндә лә был эш туҡтамай, киреһенсә, әүҙемләшә генә бара. Кемдер үҙе генә ниндәйҙер эште атҡарып сыға, шулай уҡ берләшеп ярҙам күрһәтеүселәр ҙә етерлек.

"Атайсал" проектының төп асылы - кешенең үҙ тыуған еренә ҡарата һөйөүен, ихтирамын күрһәтеү ул. Ә проекттың төп бурысы - төрлө тарафтарҙа йәшәгән кешеләрҙе тыуған төбәге, ауылы, районы тирәләй туплау. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, уның туғандары, тыуған ере менән бәйләнеше һәр саҡ була һәм ошондай проекттар уларҙы бер-береһенә тағы ла нығыраҡ ылыҡтырыуға ярҙам итә лә инде.

Ошо проект сиктәрендә, мәҫәлән, ауылдаштарым менән бергәләп ауыл зыяратында ҡоролмалар һаҡлау өсөн махсус хужалыҡ бинаһы төҙөп ҡуйҙыҡ һәм шишмәне тәртипкә килтерҙек, төҙөкләндерҙек. Шулай итеп, теләге булғандар бергәләшеп кәрәкле материал һатып алып, ҡул көсө түгеп, ваҡытын бүлеп, төҙөлөштә, төҙөкләндереүҙә ҡатнашты. Был эшкә үҙ өлөштәрен индереү өсөн ауылында оҙаҡ йылдар булмағандарҙың ҡайтып төшөүен күреү бик ҡыуаныслы күренеш булды. Бер-беребеҙ менән осрашып, матур итеп аралашып, бала саҡ һәм йәшлек хәтирәләрен иҫкә төшөрөп, берҙәм һәм күңелле кәйефтә атҡарып сыҡтыҡ был ниәттәрҙе. "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылы тип аталған 2023 йылда бындай эштәр тағы ла күберәк булыр, төрлө проекттар тормошҡа ашырылыр, һәр беребеҙҙең тыуып үҫкән ере менән бәйләнеше тағы ла нығыр, тип ышанам.

Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы: Атайсал" проекты тыуған ауылы, районы йә ҡалаһы үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәрҙе берләштерә. "Тыуған яғығыҙҙа мәсет төҙөү, балалар майҙансығы булдырыу, һуғыш ветерандары иҫтәлегенә стела ҡуйыу, ташландыҡ шишмәне тәртипкә килтереү һәм башҡа идеялар менән янаһың икән, махсус порталда теркәл һәм үҙең кеүек әүҙем яҡташтарың араһынан фекерҙәштәр тап!" тигән саҡырыуҙы ҡабул итеп, мин үҙем дә "Атайсал"ға ҡушылдым. Былтыр, Хәйбулла районындағы тыуған ауылым Таштуғайҙа ҡоҙоҡто таҙартып, махсус ҡоролма ҡуйырға ниәтләгәнемде ауылдаштарыма, туғандарыма әйттем. Таштуғайҙар тәҡдимемде дәррәү күтәреп алды. Өмә үткәреп, эште атҡарып та ҡуйҙылар. Хәҙер был ҡоҙоҡ тирә-яҡтан килгән юлаусыларҙы ла әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Унан халыҡ өҙөлмәй. Ошо матурлыҡҡа үҙ өлөшөмдө индереүемә ҡыуанып бөтә алмайым.

Гөлфирә АБДУЛЛИНА, Өфө дәүләт фән һәм техника университеты Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор, филология фәндәре докторы: Атайсал, йәнтөйәгебеҙ һәр кемдең күңелендә йәшәйҙер ул. Шөкөр, Ишембай районындағы тыуған ауылым Маҡарҙа һағынып ҡайтырлыҡ атай йорто бар, ейәндәр йәйге каникулын яратҡан өләсәләре янында үткәрә, ял көндәрендә лә ҡайтып, хужалыҡ эштәрендә булышып, саф һауа һулап килергә тырышабыҙ. Йәнтөйәгемдең, яҡташтарымдың көнитмеше тотош күҙ алдында... Ниндәйҙер төҙөкләндереү эштәренә тотонмаһам да, ҡулымдан килгән ярҙамымды күрһәтәм йәнтөйәгемә. Үткән йылда тыуған мәктәбемә һәм ауыл китапханаһына 14 дана башҡорт баҫмаһы яҙҙырғайным, быйыл да ошо традицияны дауам итергә булдыҡ: аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә 5 дана "Аҡбуҙат" журналы һәм 5 дана "Йәншишмә" гәзитенә яҙылып бүләк иттем. Рухи байлыҡ матди байлыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк: бәләкәстәр кинәнеп башҡортса баҫмалар уҡыр, тип уйланым. Ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ бихисап, улар тағы ла ниндәйҙер изге эштәр, ғәмәлдәр ҡылырға саҡырыу ташлай икән, беҙ берҙәм ҡушылырға әҙер торабыҙ. "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылында бындай саҡырыуҙар күп булыр, тип өмөт итәм.

Рәмзиә КӘРИМОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәре: Башҡортостан Башлығының 2023 йылды "Атайсалға - изге ғәмәлдәр" йылы тип иғлан итеүен бик хуп саҡырыу тип ҡабул иттем. Кеше тарихи тамырҙарын онотмаҫҡа, тыуған төйәге менән бәйләнеште өҙмәҫкә тейеш, сөнки тамыры булмаған ағас тиҙ ҡорой икәнен беләбеҙ бит инде. Бөгөн беҙ тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып, матур итеп йәшәп ятабыҙ, аяғыбыҙҙа ныҡ баҫып торабыҙ икән, бында, һис һүҙһеҙ, тыуған еребеҙ өлөшө бар икәнен дә беләбеҙ. Атайсал - ул изге урын, уға хәлдән килгәнсә ярҙам итеү һәр беребеҙҙең бурысы.

Мәҫәлән, минең күңелдә лә үҙем белем алған Әбйәлил районы Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыларына премия булдырыу хыялы йәшәй ине. Яңы 2023 йыл алдынан ошо теләгемде тормошҡа ашырып ҡуйҙым. Күптән түгел генә китап уҡырға яратҡан, яҙышҡан, уҡыуҙа һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан өс уҡыусыға үҙемдең премиямды тапшырҙым. Уны йыл һайын бирермен, тип ниәтләйем. Аҡса бер ваҡытта ла етмәй, бюджет хеҙмәткәрҙәренә генә түгел, хатта миллионер менән миллиардерҙарға ла, ә бала күңелен күреү, дәртләндереү иһә матди байлыҡтан күпкә юғарыраҡ. Ошондай эштәр - беҙҙең киләсәккә һалған инвестиция.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.

125 views·1 share