ҠАТЫН-ҠЫҘ!

"Минең тормошомдағы ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙ" тигәндә, һеҙ кемде күҙ уңында тотаһығыҙ? Ҡатын-ҡыҙ һеҙгә ниндәй сифаттары менән ҡәҙерле?

ҠАТЫН-ҠЫҘ!, image #1

Сәйфулла ӘМИРОВ, Көйөргәҙе районы: Ошондай йәки уға оҡшаш һорауҙы ишетһәм, бер көләмәс иҫкә төшә. Бер бәләкәй генә ҡыҙ атаһына әйтә ти: "Атай, ҙурайғас, мин һиңә оҡшап матур буласаҡмын". Атаһы аптырап: "Ҡыҙым, бәлки, әсәйеңә оҡшап матур булырһың?" - тиеүенә, ҡыҙы: "Юҡ, ул иртән йыуынғас битенә крем, ирененә помада һөртә, ҡашын, керпеген буяй, хушбуй һибә, ә һин йоҡонан уянып, битеңде йыуаһың һәм шунда уҡ матур булаһың", - тип яуаплай. Ысынлап та, тағы ла матурыраҡ булып күренер өсөн битенә-күҙенә ҡалын-ҡалын буяуҙар һөрткән, пластик операциялар яһатҡан ҡатын-ҡыҙға тәү күреүҙән үк ихтирамым бөтә. Ҡатын-ҡыҙҙы тәбиғәт былай ҙа бөтөн яҡтан камил итеп яралтҡан, шул матурлыҡ менән ғорурланырға, уны ҡулынан килгәнсә һаҡлар урынға әллә ни ҡыла ҡайһы бер гүзәл зат.

Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарағанда, әлбиттә, иң беренсе, ҡатын-ҡыҙҙың эске донъяһы минең иғтибарҙы йәлеп итә. Тирә-яҡта барған хәлдәргә ҡарашы, мөнәсәбәте лә мөһим роль уйнай, сөнки уның, тәү сиратта, минең фекерҙәш булыуы, уңыштарыма шатлана белеүе, уңышһыҙлыҡтарымды уртаҡлашыуы шарт. Дини ҡанундарҙы белгән, халҡымдың ғөрөф-ғәҙәттәрен тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы ихтирам итәм, әммә ҡайһы берҙәренең Ҡөрьәндең йөкмәткеһе менән танышмай, шәриғәт ҡағиҙәләрен белмәй тороп, ир-атҡа аҡыл өйрәтә башлауын өнәмәйем. Ҡунаҡта ултырғанда иренә һүҙ бирмәй, шарҡылдап көлөп ултырғандарға ла ихтирамым юҡ минең. Итәғәтлек төшөнсәһе, тәү сиратта, ҡатын-ҡыҙ енесенә бәйле. Ул ни тиклем тотанаҡлы, шул тиклем һөйкөмлө.

Бына шулай, ҡатын-ҡыҙҙың ҡайһы бер оҡшаған, хөрмәт итмәгән кире яҡтарын атағандан һуң, уларҙағы мин ихтирам иткән матур сифаттарҙы ла атап үтәйем. Уларҙың күркәм холҡон, әлбиттә, шағирҙар нисәмә быуат данлаған, ләкин данлауҙан туҡтамаған. Ысынында, һәр ир-егет үҙенсә баһалай инде үҙенең ҡатын-ҡыҙын. Минең ҡатын-ҡыҙға бағышланған иң яратҡан шиғырым - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан күренекле шағир Константин Симоновтың "Жди меня" шиғыры. Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт иткәндә һеңлем Нәсимә хат эсенә берәр шиғыр күсереп ебәрә ине. Мин уларҙы блокнотыма туплап барҙым. Улар араһында үрҙә атап үтелгән әҫәрҙең башҡортса тәржемәһе лә бар ине, әйтерһең дә, ул ике йылға тыуған йортонан ситтә ауыр һалдат бурысын үтәгән егеттең һөйгәненә яҙған һүҙҙәре ине. Шиғырҙы ҡырҡ биш йыл буйы һаҡлап йөрөттөм, уның йөкмәткеһе генә түгел, ә тәржемәһе лә һоҡландырҙы мине. Минеңсә, уның башҡортса варианты төп нөсхәһенән дә матурыраҡ, күркәмерәк. Бындай хәл тормошта бик һирәк күренештер. Баҡтиһәң, ул Рәми Ғариповтың тәржемәһе икән.

Үрҙә бирелгән һорауға һәр кем "Минең иң яратҡан ҡатын-ҡыҙым - әсәйем" тип яуап бирәсәк. Минең дә яуабым шулай. Әсәйемде ниндәй сифаттары өсөн хөрмәт итәмме? Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас баҫалҡылығы, тәҡүәлелеге, иплелеге, шул уҡ ваҡытта кәрәк ваҡытта үҙенең аҡыллы һүҙен әйтә белеүе менән ҡәҙерле ул. Унан башҡа бергә тормош көткән ҡатыным, ҡыҙым һәм уның өс ҡыҙы - Илгенә, Айһылыу, Әҙилә минең иң ҡәҙерлеләрем. Уларҙың да үҙҙәренә генә хас һәйбәт яҡтары ла, етешһеҙлектәре лә бар. Тик ул турала мин үҙем генә беләм. Төп тормош кредом - икәү белгәнде башҡалар белергә тейеш түгел.

Сәлим ҠУНАҠБАЕВ, Ейәнсура районы: Ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһын да Аллаһы Тәғәлә бик матур итеп яратҡан. Күренекле шағир Рафаэль Сафин ҡатыны, мәшһүр актриса Гөлли Мөбәрәковаға бағышлаған ошо шиғыр күптәргә таныштыр:

"Хоҙай, ахыры, һине шулай

Һоҡланһындар өсөн яратҡан.

Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп

Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан".

Ә мин ҡатын-ҡыҙ башҡалар һоҡланһын өсөн генә түгел, ә был донъяны матурлар өсөн дә яратылған, тип әйтер инем.

Идеаль кеше булмай, тиһәләр ҙә, мин үҙемдең өләсәйемде, әсәйемдең әсәһен, иң күркәм, иң камил кеше тип яраттым. 1909 йылғы ине ул. Туҡһан йәшкә тиклем йәшәне. Әле булһа күҙ алдында: ҡартайғансы күлдәкте аҡ ситсанан балитәкләп үҙе тегеп кейҙе. Ниндәй генә миҙгел булһа ла, еләнен дә өҫтөнән төшөрмәне. Башында ла һәр ваҡыт аҡ яулыҡ булды. Берәй эш эшләгәндә күлдәк тышынан йә халат, йә алдын-артын ябып торған алъяпҡыс кейә торғайны. Еләк-емеш йыйырға туғайға, урманға барғанда ла матур кейенеп йөрөнө. Әсәйем әйтеүенсә, ул ҡапыл, хәбәрһеҙ-ниһеҙ ире ҡайтып төшөр, тип көтөп, әҙерләнеп йәшәгән. Ҡара ҡағыҙы килһә лә, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та фронтҡа киткән олатайымды ғүмер буйы көткән. 33 йәштә генә ике бала менән тол ҡалһа ла, башҡаса тормошҡа сыҡмаған. Төҫкә бик матур ине ул. Ҡартайғансы һоратыусылар ҙа, димләүселәр ҙә булды. Ололарҙан ишетеүемсә, олатайҙан ҡара ҡағыҙ килеү менән матур кейенергә яратҡан өләсәйем аҡ, сағыу төҫлө күлдәктәрен, яулыҡтарын ҡара-һоро төҫкә алмаштырған. Сит-яттар күҙ һалмаһын тип, үҙен шулай ҡурсалаған. Һаҡланып ҡалған фотоларҙан күренеүенсә, 50-55 йәштәргә тиклем ҡара яулыҡ ябынып йөрөгән. Әсәйем әйтеүенсә, өләсәй булып, ҡулына тәүге ейәнен алғас ҡына ҡара кейемдәрен усаҡ тамағына ырғытып, аҡ күлдәк, аҡ яулыҡ ябына башлаған. Минең хәтерҙә лә ул аҡ күлдәкле, аҡ күңелле ағинәй булып ҡалған. Аҙ һүҙле, бик сабыр кеше ине. Бер ҡасан да уның тауыш күтәреп һөйләшкәнен ишетмәнем. Бала ғына булһаҡ та, һеҙ ир кеше бит, тип, беҙҙең алдан сығып, юл ҡыйманы. Аңлата торғанын яйлап ҡына аңлатты, эшләгәндә ипләп кенә ярҙам итте. Студент саҡта ауылға ялға ҡайтһаҡ, әсәй-атайҙан йәшереп кенә аҡса бирә лә, мин олоғайғас, атлай алмай башлағас, күтәреп йөрөтөрһөң, тигән була торғайны. Хәҙерге күҙлектән уйлайым да, өләсәйем ҡайһылай аҡыллы булған, тип ҡуям. Ул беҙҙе ҡулланыусы ғына итеп тәрбиәләмәҫ өсөн, дөрөҫөрәге, беҙҙе яуаплы булып үҫһен өсөн шулай тигән. Шөкөр, ғүмеренең аҙағынаса йүгереп йөрөнө. Береһенә лә ауырлыҡ һалманы, аҡылы ла теүәл булды.

Мин үҙем һуң өйләндем. Күңелем әсәйем, өләсәйем кеүек ҡыҙ-ҡатын затын оҙаҡ эҙләне. Хатта яҡындарым, өйләнмәҫ инде был, тип ваз кисеп бөттөләр. Эҙләгәнемде тапҡас ҡына уны өйөмә алып ҡайттым. Уны, балаларымдың әсәһен, ейәндәремдең өләсәһен бөгөн, өләсәйем һәм әсәйемдән ҡала, иң ҡәҙерле кешем, тип әйтә алам. Ул гүзәл затҡа тейешле бөтә күркәм сифаттарға эйә. Ышаныслы, тоғро, ипле, сабыр. Өләсәйем кеүек, үҙенең ғәҙел һәм дөрөҫ һүҙен генә әйтә. Бер ҡасан да береһенең дә йөҙөн йыртып, ауыр һүҙ әйтмәй. Ниндәй ҙә булһа ғәҙелһеҙлеккә, хаяһыҙлыҡҡа осраһа, Аллаһы Тәғәләгә һыйына, минән башҡа Хоҙай бар бит, ул күрә, ул кешене иртәме-һуңмы урынына ултырта, тип кенә ҡуя. Хас та өләсәйем инде.

Шуға күрә кәләш алырға йәки кейәүгә сығырға ваҡыт тип кенә өйләнергә йәки кейәүгә сығырға ярамай. Был донъяла Күктәр инселәгән үҙеңдең яртың бар, шуны тапҡансы ғаилә ҡорорға ашыҡма, тип кәңәш итәм мин яңғыҙ йөрөгәндәргә.

Камил ФӘТТӘХОВ, Мәләүез ҡалаһы: Ҡатын-ҡыҙҙы бөгөн иҡтисадтың ниндәй генә өлкәһендә осратмайһың! Уҡытыусы ла ул, тәрбиәсе лә, хоҡуҡ һаҡсыһы ла, инженер ҙа, водитель дә, сәйәсмән дә. Космосҡа ла оса, ҡулына ҡорал алып, Ватанын һаҡларға ла әҙер. Һөйөклө ҡатын да, хәстәрлекле әсә лә була белә. Әммә, минеңсә, ошо һуңғы ике статусы булғанда ғына улар ысын ҡатын-ҡыҙ исемен лайыҡлы йөрөтә ала! Сөнки Аллаһы Тәғәлә гүзәл затты, иң беренсе, ошо ике бурыс өсөн яралтҡан. Шул ваҡытта ғына уларҙың дәрәжәһе оло һәм абруйлы. Шундай Хәҙис-шәриф тә бар: "Балаһы булмаған сибәр ҡатынға ҡарағанда күп балалы ҡатын Аллаһ ҡаршыһында һөйкөмлөрәк".

Һуңғы ваҡытта ир-егеттең ғаилә ҡорорға ашыҡмауын йыш ҡына уларҙың йомшаҡлығына, аҡсаһы, фатиры, дәрәжәһе булмауына япһармаҡсылар. Был фекерҙе, әлбиттә, күберәк гүзәл заттарҙан ишетергә тура килә. Йәнәһе лә, өйләнерлек аҡсаһы, кәләшен алып ҡайтырға ҡыйығы юҡ. Минеңсә, киреһенсә, бөгөн ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сығып, ғаиләле булып йәшәргә теләмәй. "Үҙем өсөн генә бала табам да йәки таптым да..." тигәнгә хәҙер бер кем дә аптырамай. "Үҙҙәре өсөн генә" тип табалар ҙа, Әсәлек капиталынмы йәки яңғыҙ әсәләргә, аҙ килемле ғаиләләргә тигән башҡа түләүҙәрҙе алалар ҙа, өҫтәүенә ДНК-анализдар тапшырып, баланың атаһын алиментҡа бирәләр ҙә, бына тигән йәшәп тик яталар. Уларға, ысынлап та, ир кәрәкмәй хәҙер. "Үҙем - ир, үҙем -ҡатын" тип маҡтанғандарын ишетһәм, йәнем көйә. Салбарҙы систереп алдылар, кәпәсте һалдырҙылар, машина ла йөрөтәләр. Йорттағы ир-егет эштәрен башҡарырға хә-ҙер "муж на час, мастер на час" хеҙмәттәре бар.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, әлбиттә, мин гүзәл заттарға тел тейҙерергә теләмәйем. Бар ул милләтемдең бына тигән ҡатындары, бына тигән әсәләре, ҡыҙҙары! Бына бөгөн генә машинамда уртаса йәштәрҙәге ир менән ҡатынды Өфөгә ҡыҙҙарына алып килдем. Бына тигән ғаилә! Дүрт улға ғүмер биргәндәр, икәүһен уҡытып, өйләндергәндәр, икәүһе - студент, баш ҡалабыҙҙың абруйлы юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡыйҙар. Юл буйы балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен хәстәрләп барҙылар. Һоҡланыуымдың сиге булманы һәм үҙем ҡабатларға яратҡан ошо Хәҙис-шәриф тап уларға әйтелгән кеүек хис иттем: "Ирҙәр менән ҡатындар бер-береһенә мөхәббәт күҙе менән ҡараһа, уларға Аллаһы Тәғәлә үҙенең рәхмәт күҙе менән ҡарар. Әгәр ҙә ир ҡатынының ҡулынан тотһа, бармаҡ араларынан уның барлыҡ гонаһтары ҡойолор". Был күркәм холоҡло ҡатын менән йәшәгән ирҙең бер гонаһы ла юҡтыр кеүек тойолдо, сөнки ул юл буйы хәләл ефетенең ҡулын ысҡындырманы...

Минең дә иң матур сифаттарға эйә булған ҡатыным бар ине. Тәү күреүҙән тышҡы матурлығы ғына түгел, эске донъяһы менән дә әсир итте ул. Төҫөм дә, буйым да, юғары белемем дә юҡ, әммә артынан йөрөүселәр күп булһа ла, ул мине һайланы. Республика ҡалаларының береһендә мин төҙөлөш ойошмаһында водитель, ул дауаханала врач булып эшләне. Минең алда бер ғәйебе булмаһа ла, күңеле саф икәнен белһәм дә, көнләштем, нахаҡҡа рәнйеттем. Ул бер ҡасан да аҡланып, илап, үҙенең ғәйепле түгеллеген иҫбатламаны. Тик көндән-көн һулыны, кипте, алһыуланып торған йөҙө һарғайҙы, ҡояштай нурланып торған күҙҙәре һүнде...

Интернетта бер бәләкәй генә видеофильм йөрөнө. Бәлки, күптәрегеҙ күргәне лә булғандыр. Ул хас та минең тормошомдан алынған кеүек. Нисә ҡараһам да илайым. Унда бер ҡатын иренең һөйәркәһенә күсергә йыйынғанын белгәс, үҙенең шартын ҡуя: бер ай буйы иртәнге сәйгә балаһы алдында кухняға үҙен күтәреп алып сығыуын үтенә. Ваҡыт үтеү менән ир сығып китергә тигән уйынан ваз кисә, хәләл ефетенә яңынан һөйөү хистәре менән ҡарай башлай. Тик һуң була... Ҡаты ауырыуға дусар ҡатыны үлер алдынан үҙенең улына атаһы өлгөһөндә ысын ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы бына шулай күтәреп кенә йөрөтөүен күрһәтергә, аңлатырға теләгән генә булған...

Минең ҡатыным да бер нәмә тураһында ғына: бала алдында тауышланмаҫҡа, талашмаҫҡа, ә, киреһенсә, яһалма булһа ла яратыуымды белдереүемде, ҡәҙер-хөрмәт итеүемде ялбарҙы. Үҙе һатып алған сәскәләрҙе улыбыҙға мин алып ҡайтты тиер ине. Алдашыуының сәбәбен бик һуңлап аңланым: ете йыл яман сир менән яңғыҙы ғына көрәшкән ҡатыным улыбыҙға мине яҡшы ир һәм атай итеп күрһәтергә тырышҡан...

Башҡаса өйләнмәнем. Улымды яңғыҙым үҫтерҙем. Хәҙер олатаймын инде. Ейәнсәрем - ҡәҙерле ҡатынымдың күсермәһе. Баҫалҡы, иманлы, тәртипле, сибәр, һүҙендә тора белә. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Врач булырға хыяллана. Бөгөнгө көндә ошо ейәнсәремде иң ҡәҙерле, иң матур һәм иң һөйкөмлө кеше, Аллаһы Тәғәләнең бүләге тип ҡабул итәм. Барлыҡ гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым, ә ир-егеттәргә уларҙы һаҡлайыҡ, ҡурсыйыҡ, хәстәрләйек, яратайыҡ тип әйтергә теләйем!

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

68 views·3 shares