АУЫЛ СПОРТЫ

Физик культура һәм спорт тураһында һөйләгәндә йыш ҡына ауыл спортын айырып әйтәләр. Был йүнәлештә проблема барлығын аңлатамы ул? Һеҙҙең тарафта ауыл спорты нисек үҫешә?

АУЫЛ СПОРТЫ, image #1

Фәнүр ҒӘЙНЕТДИНОВ, Мәләүез районы Ергән ауылы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры: Егерме йыл ауыл ерендә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе етәксеһе дилбегәһен тартҡан дәүерҙә төрлө саҡ булды. Әммә шуныһын ышаныслы әйтә алам: беҙҙең районда һәр ваҡыт ауыл спортына ҙур иғтибар бүленде. Быға физик культураны һәм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө кимәлдәге программалар ҙа булышлыҡ итеүен билдәләп китергә кәрәк. Һөҙөмтәлә тораҡ пункттарҙың үҙенә хас спорт төрө үҫеште, йәғни бер төбәктә милли көрәш, икенсеһендә самбо, өсөнсөһөндә волейбол командаһы көслө. Һәр тораҡ пункттың үҙенең билдәле спортсылары барлыҡҡа килде. Ауыл спортсыларының физик потенциалын, шулай уҡ спорт күрһәткестәре юғары булыуын иҫәпкә алып, 2004 йылда Ергәндә Физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 2014 йылда бассейн асылды. Был заманса спорт ҡоролмаларының икеһе лә балалар һәм үҫмерҙәрҙе генә түгел, ә төрлө йәштәге ауыл халҡын әүҙем спорт менән шөғөлләнергә йәлеп итеүгә булышлыҡ итте.

Бөгөн беҙҙең Ергән спорт мәктәбенең 12 филиалы ауылдарҙа уңышлы эшләй. Ауыл йәштәре күпләп милли көрәш, шулай уҡ самбо менән шөғөлләнә, гер күтәреү, волейбол спорты ла үҫешкән. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған тренер-уҡытыусыларыбыҙ бар. Ғөмүмән, ауыл спортсылары райондың дөйөм спорт уңыштарына һиҙелерлек өлөш индерә. Шуға ла Мәләүез республикала хаҡлы рәүештә спортсы төбәк иҫәпләнә. Атап әйткәндә, беҙҙә спорттың ҡырҡтан ашыу төрө үҫешә, мәләүездәр араһында халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, һәм республика ярыштары еңеүселәре, исемдәре билдәле спортсыларыбыҙ бар. Мәҫәлән, Ергән ауылы егете Альберт Рәхмәтуллин билбау көрәше буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы булды. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры исемен яуланы.

Ауыл балаларын физик культураға һәм спортҡа йәлеп итеү өсөн, тәү сиратта, шарттар кәрәк. Был йәһәттән беҙгә төрлө кимәлдә ҙур иғтибар бүленә. Спорт ҡоролмалары үҙгәртеп ҡорола һәм төҙөлә, матди-техник база нығына. Былтыр Республика көнө алдынан Восточный ауылы мәктәбендә "Башҡортостан мәктәптәренә - спорт көрәше" проекты сиктәрендә көрәш залы асылды. Бындай көрәш залы районда әлегә беренсе. Киләсәктә лә был тәңгәлдә ауыл мәктәптәренең спорт залдары төҙөкләндерелер, тип уйлайым. Был спорт программаһының төп маҡсаты, билдәле инде, ауыл уҡыусылары өсөн өҫтәмә физкультура дәресен индереү, уларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү.

Ауыл спортын үҫтереүгә иғтибар ҙур булғас, спортсыларыбыҙ ҙа төрлө кимәлдәге ярыштарҙа һынатмай. Улар республика, Рәсәй йыйылма командаларында уңышлы сығыш яһайҙар. Был йәһәттән Смаҡ, Шәрип ауылдарынан Батыр, Рамаҙан Юлмөхәмәтовтарҙы, Динислам Кәшәфетдиновты миҫалға килтерергә мөмкин. Ергән ауылы ҡыҙҙары волейбол буйынса былтыр Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусылары спартакиадаһында беренсе урын алды.

Әгәр ауылдың спорт инфраструктураһы яҡшы булһа, шулай уҡ спорт саралары сифатлы һәм мауыҡтырғыс ойошторолһа, физик культура һәм спортҡа ылығыусылар, ҡыҙыҡһыныусылар бермә-бер артасаҡ. Быны тораҡ пункттарҙа үткәрелгән саралар иҫбат итте инде. Нимә генә тимәһендәр, компьютер һәм телефондар барыбер техник яҡтан заманса йыһазландырылған спорт залдарына конкурент түгел. Шөғөлө булмаған балалар ғына гаджеттарҙа ултыра бит ул. Шуға ла нисек тә булһа йәш быуынды физик культура һәм спортҡа йәлеп итеү кәрәк. Айырыуса бөгөн. Спорт һәр кемгә үҫеү, сынығыу, үҙеңдең нимәгә һәләтле икәнеңде иҫбатлау, раҫлау мөмкинлеген генә бирмәй. Ул шулай уҡ тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлек эсеү, наркотик ҡулланыу кеүек зарарлы ғәҙәттәрҙән дә аралай. Илһөйәрлек тәрбиәләй, рухын нығыта. Был сифаттар бөгөн бигерәк тә кәрәк.

Филүс ҠАЗЫХАНОВ, Ҡыйғы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе: Ауылдарҙа балаларҙы, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу мәсьәләһе һәр ваҡытта ла актуаль булды һәм шулай булырға тейеш тә, тип уйлайым. Ә быға фәҡәт тораҡ пункттарҙа күп функциялы спорт залдары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөп, өҫтәмә белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытып, үҙ эшен белгән һәм яратҡан тренерҙар, физик культура уҡытыусыларын йәлеп итеп кенә өлгәшеп була. Беҙҙең районда иһә, һәр тораҡ пунктта күмәк спорт саралары йыл әйләнәһенә тиерлек туҡталмай. Ҡышын ауыл балалары хоккей уйнай. Тораҡ пункттарҙа биш хоккей ҡумтаһы төҙөкләндерелгән. Тәбиғи катоктарҙың һаны унға яҡын. Йыл һайын биләмәләр араһында турнирҙар үтә. Футбол яратыусылар өсөн дә ярыштар үткәрелә. Саңғы юлы ла буш тормай, һәр төрлө эстафеталар, төрлө кимәлдәге ярыштар ойошторолоп тора. Февралгә ауыл спортсылары араһында шорт-трек планлаштырылған. Ғөмүмән, республиканың традицион ауыл спорт уйындарында һәр бер спортсыбыҙ үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Рәсәй кимәлендә сығыш яһаған спортсыларыбыҙ бар. Карате, баскетбол, көрәш менән дан тотабыҙ, бынан тыш спорттың халыҡ төрҙәре лә үҫешкән беҙҙә.

Быларҙың барыһына ла, әлбиттә, ауыл мәктәптәрен квалификациялы физик культура уҡытыусылары, тренерҙар менән тәьмин итеп, матди-техник базаны, инфраструктураны яҡшыртып, шулай уҡ ауыл халҡын әүҙем спортҡа йәлеп итеп кенә өлгәшәбеҙ. Былтыр Арыҫлан ауылында "Башҡортостан мәктәптәренә - спорт көрәше" проектына ярашлы, бөтә уңайлы шарттары булған көрәш залы асылды. Ләүзә ауылында резина япмалы баскетбол, футбол стадионы булған яңы мәктәп һалдылар. Был заманса майҙансыҡ ауыл балалары араһында спортты үҫтерергә, уларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, ауыл ерендә спорт һәм физик культура проблемаһын хәл итеү өсөн власть органдарының, шулай уҡ халыҡтың да теләге бик мөһим. Финанслау булып та, стадиондар, спорт майҙансыҡтары төҙөлөп тә сәләмәт тормош пропагандаланмаһа, юғары квалификациялы белгестәр йәлеп ителмәһә, ауылда ярыштар уҙғарылмаһа, спортҡа ылыҡҡан кеше булмаясаҡ. Әлегә беҙҙең районда 3 йәштән 79 йәшкә тиклем спорт менән даими шөғөлләнеүселәр дөйөм халыҡтың 49,10 процентын тәшкил итә. 2024 йылға был һан 55 процентҡа тиклем артырға тейеш. Бынан тыш, балалар-үҫмерҙәр спортын ойошторған хеҙмәткәрҙәрҙең һәм тренерҙарҙың социаль статусын күтәреү ҙә кәрәктер, тип уйлайым.

Ауыл һәм ҡала балаларының буш ваҡытын, ялын ойоштороу йәһәтенән айырма булырға тейеш түгел. Оло йортҡа ни кәрәкһә, кесеһенә лә шул кәрәк тигән кеүек, ҡараш бер булыуы мөһим. Ауыл спортын үҫтереү йәһәтенән төрлө программаларҙы бойомға ашырыу сиктәрендә был айырымлыҡ йылдан-йыл юғала бара, шуныһы ҡыуаныслы. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн спортты отошло ҡулланырға мөмкин, сөнки улар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүен тәүҙә үҙ мәктәбенә, аҙаҡ районына, республикаһына һәм иленә арнай, ошо тырышлығы, ныҡышмаллығы менән ватансыллығын, рух ныҡлығын күрһәтә. Рухлыларҙың, илһөйәрҙәрҙең ихтыярын иһә тиҙ генә һындырып булмай.

Илмира СӘҒИТОВА, Әбйәлил районы хакимиәтенең социаль үҫеш мәсьәләләре буйынса бүлеге баш белгесе: Беҙҙең райондағы барлыҡ 15 ауыл биләмәһендә лә спорт һәм физик культураны үҫтереү йәһәтенән эшмәкәрлек киң йәйелдерелгән. Төбәктә бәйге, уҡ атыу, көрәш кеүек спорттың милли төрҙәре лә, футбол, волейбол һәм башҡалар ҙа ныҡлы үҫешкән. Ауыл биләмәләре араһында үткәрелгән ярыштар йылдан-йыл күмәк спорт сараларында ҡатнашырға теләүселәрҙе арттырыуы ҡыуаныслы. Быға тиклем ойошмалар, ир-егеттәр командалары ғына төрлө спорт сараларында осрашһа, уҙған йыл ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла спартакиада ойоштора башланыҡ. Был ярыш гүзәл заттарға шул тиклем оҡшаны, һөҙөмтәлә йыл һайын үткәрергә тигән теләк менән таралыштылар. Шулай уҡ күптән түгел беренсе тапҡыр 45 йәштән өлкәндәр өсөн спорт байрамы уҙғарҙыҡ. Улар араһында беренсегә дротик тотоп, үҙен мәргәнлектә һынағандар, тәүгә өҫтәл теннисында уйнап ҡарағандар бар ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дуҫлыҡ, берҙәмлек мөхитендә үтһә лә, барыһының да еңеүгә ихтыяры шул тиклем көслө булды. Бик йылы тәьҫорат алып таралды улар.

Күп кеше ҡатнашҡан саралар ойоштороу өсөн матди-техник база бар. Мәктәптәрҙең спорт залдары ишеге һәр ваҡыт асыҡ. 3-тән 79 йәшкә тиклемгеләр араһында физик культура менән шөғөлләнеүселәр һаны райондың дөйөм халыҡ һанының 51,81 процентын тәшкил итә. 2019 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткестә үҫеш күҙәтелә. Һуңғы йылдарҙа айырыуса өлкән йәштәгеләр Скандинавия таяҡтары менән йөрөргә әүәҫләнеп алдылар. Был спорт төрө бигерәк тә Асҡар ауылында популярлыҡ менән файҙалана.

Йыл әйләнәһенә спорт ярыштары, төрлө эстафеталар үткәрелеүе ауыл халҡының зарарлы ғәҙәттәрен иҫкәртеүҙә лә ҙур роль уйнаны, тип әйтергә мөмкин. Төбәктә эскелек кәмеүе, ауылдарҙың "Айыҡ ауыл" республика конкурсында әүҙем ҡатнашыуы ла шуны иҫбатлай. Таштимер ауылында ошо конкурс сиктәрендә быйма кейеп хоккей, йәйәнән, пневматик винтовканан атыу, биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, тау саңғыһы, биатлон, велоспорт буйынса СССР-ҙың спорт мастер, Маҙһар Алсынбаев иҫтәлегенә саңғы ярышы буйынса ғаилә эстафеталары үтте. Шулай уҡ хоккей буйынса республика төбәк ярышына әҙерләнәбеҙ, биш райондан спортсылар көтәбеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең ауылдарҙа хоккей менән мауығыусылар күп. Әле районда 12 хоккей ҡумтаһы эшләй, бынан тыш, балалар һәм үҫмерҙәр район үҙәге биҫтәләрендә, йылғаларҙағы боҙ өҫтөндә лә уйнай.

Беҙҙең маҡсат - физик культура менән шөғөлләнеүгә һәм ярыштарҙа ҡатнашыуға күберәк кеше йәлеп итеү. Физкультураның күп кенә ауырыуҙарҙы иҫкәртеүен, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә лә ҙур роль уйнауын оноторға ярамай. Ата-әсәләр ҙә үҙенә тәмәке, спиртлы эсемлек урынына балаларына спорт инвентары һатып ала башлауы ла ҡыуаныслы.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

30 views·1 share