ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?
Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?
Менәүәрә БОХАРБАЕВА, педагог-ветеран, БР мәғариф отличнигы, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының Ағинәйҙәр клубы етәксеһе: Беҙҙең кеүек башҡорт милли баҫмаларынан айырылмағандар барҙа, әлбитттә, улар йәшәйәсәк әле. Элегерәк мәктәптә уҡытҡанда өйгә ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал килә ине. Бөгөн, үкенескә, уларҙың бөтәһенә лә яҙылыу мөмкин түгел, шулай ҙа ике телдә лә үҙебеҙҙең "Хәйбулла хәбәрҙәре"нән ("Хайбуллинский вестник") башлап, ҡайһы бер республика гәзиттәренә, әлбиттә, "Киске Өфө"гә лә, үҙәк баҫмаларҙан "АиФ" аҙналығына яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Ейәндәребеҙ өсөн, әлбиттә, "Аҡбуҙат" менән "Аманат" журналдары ҡилеп тора. Быларҙың бөтәһенең дә онлайн варианттары бар, ләкин мин интернеттан уҡыуға ҡарағанда, ҡағыҙ баҫмаларҙы өҫтөн күрәм.
Үҙебеҙ уҡып сыҡҡас, гәзиттәребеҙҙе йыйыштырып һалып торабыҙ, сөнки беләбеҙ: беҙҙән һуң уларҙы 18 йәшлек ейәнебеҙ Арыҫлан да уҡыясаҡ. Уның уҡырға әүәҫлеге мине һөйөндөрә, сөнки күп уҡыған - күпте белгән, тигәндәй, ил, республика тормошо, милләтебеҙ мәсьәләләре менән хәбәрҙар була, тарихи темаларға мәҡәләләр һәм очерктар уның тормошҡа ҡарашын киңәйтә, зиһенен үткерләй, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй. Юҡһа бит, бөгөнгө йәш быуын тарих мәсьәләләрендә бик һай йөҙә башланы түгелме? Тарих дәреслектәре хаҡында ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр юҡҡа түгел ине бит. Хатта ил Президенты Владимир Путин был мәсьәләгә әллә нисә тапҡыр әйләнеп ҡайтты һәм дәреслектәрҙе тормош хәҡиҡәтенә ярашлы, ватаныбыҙ тарихын боҙмай, тулы һәм уҡырға йәлеп итерлек кимәлдә яңынан яҙыу, йөкмәткеләрен камиллаштырыу бурысын ҡуйғайны.
Совет осоронда тәрбиәләнгән бөгөнгө өлкән быуын вәкилдәренең ваҡытлы матбуғат уҡыуға әүәҫлеге яҡшы ғәҙәттәрҙең береһе булараҡ, шул тиклем аңыбыҙға һеңгән, атай-әсәйҙәребеҙҙән күреп үҫкәнгә күрә лә, бөгөн, үҫешкән интернет заманында ла хатта беҙ гәзиттәрҙән айырыла алмайбыҙ. Уҡылған баҫмаларҙы кемдәрҙер ҡәҙерләп, төпләмә итеп йыя, ә иптәшем уларҙы 80 йәшлек ағаһына илтеп бирә, сөнки өлкән йәштәгеләр гәзит-журналды уғата яратып, ихласлап уҡый. Гәзитһеҙ өй - йәнһеҙ өй, тип иҫәпләйем мин. Гәзит килһә, өйгә йәм, күңелгә йылылыҡ өҫтәлә, көтөп алынған ҡәҙерле бер ҡунаҡ кеүек бит ул!
Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ, "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире: Бындай хәлдәр, ошондай хәүефләнеүҙәр тарихта ла булған ул. Бер заман кино төшөрөү һәм күрһәтеү бөтөн донъяла шул тиклем ныҡ тарала башлай, элеккесә әйткәндәй, синематографтар асыла, күпләп кинотеатрҙар төҙөлә, халыҡ киноға эркелеп йөрөй. Ошо ваҡытта бик күп зыялылар, кино булғас, тамашасылар театрҙарға йөрөмәй башлар, тип, театр яҙмышы өсөн ҡайғырған. XX быуаттың икенсе яртыһында донъяның бик күп илдәрендә телевидение йылдам үҫә, тәүҙә аҡлы-ҡаралы, һуңынан төҫлө телевизорҙарҙан бик ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар, кинофильмдар күрһәтелә. Кинофильм төшөрөүсе режиссерҙарҙың, киноактерҙарҙың нисек хәүефләнгәнен шул осор кешеләре онотмағандыр әле: кешеләр кинофильмдарҙы өйҙәрендә диванда ултырып ҡына ҡарай алғас, кинотеатрҙар ябылыр, тип ҡурҡалар. Әммә XXI быуатта ла миллионлаған кешеләр театрҙарға, концерт залдарына ихлас йөрөй, ә ҡайһы бер кинофильмдар прокатсыларға йөҙәр миллионлаған табыш килтерә.
Бына хәҙер гәзит-журналдарға ла сират етте. Сәбәбе аңлашыла: кешеләр компьютерҙар, төрлө гаджеттар, төрлө электрон сараларҙы киң ҡуллана, интернет селтәрҙәре модаға инде. Әммә интернеттың файҙаһынан башҡа зыяны ла етерлек: ул торғаны менән сүп ояһына әйләнә башланы, буш, мәғәнәһеҙ, алдаҡҡа - фейкҡа ҡоролған, ялтырауыҡ, еңел-елпе мәғлүмәттәр хаттин ашҡан, ә был уйлы, зыялы кешеләрҙе үҙенән-үҙе ялҡытасаҡ. Ошо мауығыуҙар тиҙҙән бүҫкәрер, киләсәктә барыбер баҫма китаптар, гәзит-журналдар кеше күңеленә яҡыныраҡ булыр, тип уйлайым.
Гәзит-журналдар бар замандарҙа ла донъя хәлдәрен, кеше һәм йәмғиәт тормошон етди сағылдырыуға ҡоролдо, хәҙер ҙә шулай. Журналистарҙың күбеһе аҡты ҡаранан яҡшы айырырға өйрәнгән, уҡыусыларыбыҙҙың ышанысын аҡларға тырыша. Проблемалар юҡ түгел, әммә уларҙы халҡыбыҙ менән бергәләп хәл итә алырбыҙ, тим. Бигерәк тә гәзит-журналдарға йәштәрҙең иғтибарын арттырырға, гәзит-журнал уҡыуҙы модаға индерергә кәрәк. Ошо йәһәттән бик килешле юлын тапҡан француздар: улар йәштәрҙе ҡайһы бер баҫмаларға бушлай яҙҙыралар! Берәй ҡасан беҙҙә лә балаларға, йәштәргә баҫмаларҙы бушлай яҙҙырып, әүрәтергә, ылыҡтырырға булыр, тип уйлайым. Ә финанс яғынан етешерәк йәшәй башлаһаҡ, китап һатып алыу, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу күнегелгән күренешкә әйләнер.
Фаил ФӘТХЕТДИНОВ, "Ҡыҙыл таң" гәзитенең баш мөхәррире: Башҡортостанда милли матбуғатыбыҙҙың үҫеше өсөн күп тиҫтә йылдар дауамында мөмкин булғандың барыһы ла эшләнде. Балалар, йәш үҫмерҙәр, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ололар өсөн күп төрлө баҫмалар сығарыла. Бына әле генә Өфөлә "Китап" байрамы үтте, күргәҙмәләрҙә, тирмәләрҙә ниндәй генә китап юҡ ине. Гәзит-журнал редакциялары ла үҙ баҫмаларын күрһәтте, уларға яҙылыуҙы ойошторҙо.
Китаптар баҫылып тора икән, гәзит-журналдарыбыҙ сығып тора икән, уларҙы уҡыусылар бер ҡасан да бөтмәйәсәк. Эйе, хәҙер заман ныҡ үҙгәрҙе, кешеләр үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте төрлө юлдар менән таба белә, ҡағыҙ баҫмаларҙан башҡа, төрлө электрон мәғлүмәт саралары бихисап, һуңғылары социаль модаға әүерелде. Әммә һәр бер мәғлүмәт сараһының үҙ мөмкинлектәре, үҙ маҡсаттары бар, улар үҙенсә йәшәй һәм үҫешә. Иҫ киткес технологиялар уйлап сығарылыуы, әллә ниндәй яңы мәғлүмәт системалары барлыҡҡа килеүе мөмкин. Тик иң ышаныслыһы, йәшәйешебеҙҙе иң дөрөҫ сағылдырғаны - киң матбуғат саралары. Шул уҡ ваҡытта интернет селтәрҙәрендә, гаджеттарҙа урынлаштырылған мәғлүмәттәрҙе бер кем дә тикшермәй, бер мөхәррир ҙә редакторламай - нимә теләһәләр, шуны яҙалар. Ә журналист үҙе яҙғаны өсөн редакция алдында ғына түгел, халыҡ алдында ла яуаплы. Журналистика - үҙе бер оло ижад өлкәһе. Журналист оҫталығы мөһим, уҡыусыларҙы яҙмаларың менән ҡыҙыҡһындыра алһаң, һине уҡыясаҡтар. Ғөмүмән, вузда уҡып сығып ҡына журналист була алмайһың, тормош тәжрибәһе, үҙеңде камиллаштыра алыу фарыз. Журналист булып тыуырға кәрәктер ул.
Тимер НИӘТШИН, шағир, прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре: Бөгөн уҡырға әүәҫ халыҡтың байтаҡ өлөшөн ваҡытлы матбуғат баҫмаларының киләсәге борсой, сөнки интернеттың киң ҡолас менән үҫеш алыуы теләһә ниндәй әҙәбиәткә, фәнни-популяр мәҡәләләргә, донъя селтәрендәге яңылыҡтарға юл асты һәм был хәл гәзит-журнал менән китаптарҙың ҡағыҙ варианттарын икенсе планға этәргәндәй булды. Шулай ҙа китап баҙары эшләүҙән, яңырыуҙан туҡтамай, ваҡытлы матбуғат баҫмалары ла элеккесә үҙенең тоғро уҡыусыларын рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итә, ил һәм донъя хәлдәре, тарихыбыҙ биттәре, йәмғиәтебеҙҙең данлы, арҙаҡлы шәхестәре менән таныштыра һәм быларҙың барыһын да туған телебеҙ арҡылы бойомға ашыра.
Мин был юҫыҡта үҙебеҙҙең башҡорт матбуғатын күҙҙә тотам һәм ошондай шарттарҙа ла әсә телебеҙҙә китаптар нәшер ителеп, гәзит-журналдар донъя күреп тороуы өсөн шатланам. Дөрөҫ, гәзит-журналға яҙылыусылар һаны әҙәйгән һайын, баҫмаларыбыҙ тираждары ла кәмей бара - шуныһы көйөнөс. Ҡағыҙ гәзиттәрҙе күберәк урта һәм өлкән быуын яҡын күрһә, йәштәр интернет аша мәғлүмәт ала. Бынан тыш, беҙҙең бит әле радио менән телевидение журналистары ла көнө-төнө тигәндәй рус һәм башҡорт телдәрендә беҙгә төбәп, хәбәрҙәр еткереп тора, был да һәйбәт. Тик ҡайһы саҡ темалар ваҡланып китә. Башҡортостан кимәлендә проблемалар етерлек. Үкенескә, шуларҙы күтәреп сығыусы юҡ, тип әйтерлек. Йыш ҡына, беҙҙә бөтәһе лә ал да гөл, тигән кеүек килеп сыға. YouTube каналдар сығыштарын тыңлай башлаһаң иһә, уларҙың икенсе сиккә килеп һуғылыуын күрергә була: ҡоро тәнҡиттән башҡаны күрмәү, ыңғайҙы һанламау шулай уҡ яҡшы түгел. Ҡыҫҡаһы, алтын урталыҡ юҡ. Икенсе яҡтан, бөгөн матбуғат баҫмаларының тәнҡит сығыштарын элекке, совет осорондағы кеүек иҫкә алып, саралар күреү тигән нәмә лә бөттө бит.
Шуға күрә бөгөнгө шарттарҙа гәзит-журналдарҙың бурысы - туған телебеҙҙе йәшәтеү. Ә бының өсөн иһә йәш быуындың - мәктәп уҡыусыларының да туған телебеҙҙәге яҙма матбуғат баҫмаларын уҡып үҫеүе фарыз. Мәктәптәр, китапханалар республикабыҙ баҫмаларын мөмкин тиклем күберәк яҙҙырып алдырырға тейеш, тип уйлайым. Бөгөнгө ҡиммәтселек заманында бөтә кешенең дә гәзит-журналдарға яҙылырға хәленән килмәй, ул ваҡытлы матбуғатты ана шул китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, ә уҡыусылар мәктәптәрҙә уҡып, республика хәлдәре һәм башҡа мәҡәләләр менән танышып барырға тейеш. Мин үҙем, мәҫәлән, әҙәби донъя вәкилдәренең береһе булараҡ, "Ағиҙел" журналын, "Көнгәк" район гәзитен өйгә алдырам, ә республика гәзиттәрен район китапханаһына барып уҡыйым. Ни тиһәң дә, беҙҙә пенсионерҙар мөмкинлеге шулайыраҡ бит. Гәзиттәр араһынан иң тәүҙә "Киске Өфө"нө эҙләп табам да, яйлап ултырып, тәмләп уҡып сығам. Бик өлгөрмәһәм, иртәгәһенә лә килеп уҡыйым.
"Ҡиске Өфө"гә өҫтөнлөк биреүҙең сәбәбе шул: был гәзиттә күберәк кеше һәм уның рухи донъяһы, йәшәйеш рәүеше хаҡында һүҙ алып барыла. Унан ары гәзитебеҙҙең "Тарихи хәҡиҡәт", "Тарихыңды таныт", "Хәтеркитап", "Заман башҡорто", "Йәшәйеш ҡағиҙәһе" "Көн ҡаҙағы", "Әйт, тиһәгеҙ..." рубрикалары иғтибарымды йәлеп итә. Ә бына ошо материалдарҙы бер тынала ғына уҡып сығырмын, тимә. Уларҙы яйлап ултырып, күңелгә һеңдереп уҡыу кәрәк. "Киске Өфө"нөң баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева ойоштороп ебәргән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеген дә ошо гәзиттән уҡып белергә була. Ағинәйҙәр ойошмалары бөгөн ысын мәғәнәһендә ауылдарыбыҙҙың мәҙәниәт һәм тәрбиә үҙәгенә әйләнде. Уларҙы этник тарихыбыҙ йолаларын, ғаилә ҡиммәттәрен, илһөйәрлек-телһөйәрлек мәктәбен тергеҙеүсе заманыбыҙ зыялылары, тип әйтеү ҙә һис арттырыу булмаҫ.
Нимә генә тиһәң дә, күп тапҡыр тылҡыуға ҡарағанда, гәзит йә журналды ҡулыңа тотоп, бер тапҡыр уҡып сығыу күпкә яҡшыраҡ булыр. Әсә телебеҙҙе рәсми даирәлә йәшәтеүсе ваҡытлы матбуғат баҫмаларын алдырайыҡ, уҡыйыҡ, күтәрмәләйек, замандаштар! Был беҙҙең дөйөм гражданлыҡ һәм илһөйәрлек-телһөйәрлек бурысыбы бит.
