"Башҡортостан, алға!"
"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?
Зәкирйән ӘМИНЕВ, этнография фәндәре кандидаты: Һөнәрем буйынса ла, ғүмер-ғүмергә халҡымдың уникаль тарихы, әсә телебеҙ өсөн янып-көйөүсе кеше булараҡ та милләтебеҙ рухиәте, уның үҫеше һәм яңырыу мәсьәләләре минең өсөн төп иғтибар үҙәгендә тора һәм республикабыҙҙа ошо йүнәлештәге һәр яңылыҡ, һәр сара күҙ алдымдан үтә. Әле яңыраҡ ҡына, ошо йәйҙең уртаһында, тыуған төйәгем - Баймаҡ районы Иҙелбайҙа (Кәкре ауыл) "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамын үткәреп, күптән сит илдәрҙә йәшәп ятҡан икенсе, өсөнсө быуын тамырҙаштарыбыҙҙы бергә туплап, ҡайтанан танышып-туғанлашып, милли хәтерҙе яңыртып, бәйләнештәрҙе нығытып алдыҡ. Милли хәтер ныҡлығы ситтә йәшәүселәрҙән алда, үҙ еребеҙҙә көн итеп, хәтер ептәре сыуалған урта һәм йәш быуындар өсөн дә бик кәрәк. Беҙгә был йәһәттән республикабыҙҙа ғәмәлдә булған, төҙөлә, тергеҙелә башлаған бик күп тарихи-этнографик һәйкәлдәр, комплекстар, мәҙәни-йәмәғәтселек үҙәктәре рухиәтебеҙ мираҫын күҙ ҡараһылай һаҡларға, йәш быуынды ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләргә ярҙам итә.
Мәҫәлән, һуңғы йылдар эсендә генә лә рухи хазинабыҙ ҡомартҡылары "Урал батыр", "Аҡбуҙат" эпостары менән бәйле кешелек цивилизацияһы бишеге булған Шүлгәнташ мәмерйәһенең тарихи-мәҙәни музей комплексы төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылғайны, бөгөн тағы бер тарихи объект - Евразия күсмә цивилизациялар музейы ҡалҡып сығыуға шаһит булдыҡ. Унан да алдараҡ милли батырыбыҙҙың тыуған көнөндә Салауат районы элекке Тәкәй ауылы урынында "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплексын ҡабул итеп алғайныҡ. Ә бына асыҡ һауа аҫтындағы "Торатау" геопарк музейы күптән инде туристарҙың яратҡан урынына әйләнде. Дөрөҫ, был объекттар төҙөлөшөнә бөгөнгө заман күҙлегенән сығып, уларҙың ниндәйҙер кимәлдә килем сығанағы булараҡ ҡаралыуын күрмәү ҙә мөмкин түгелдер, ләкин был тарихи-мәҙәни комплекстарҙың иң беренсел әһәмиәтен - үҙенсәлекле, донъяла берҙән-бер булған, үҫемлектәре "Ҡыҙыл китап"ҡа ингән, бай этнографияһы һәм археология табыштары менән хайран итеүсе боронғо тәбиғәт һәйкәлдәрен ҡурсылау, киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу, юғала барған өлөштәрен тәбиғи көйөнсә тергеҙеү бурысын һис тә кәметмәй, киреһенсә, уға иғтибарҙы икеләтә күберәк туплай. Рухиәтебеҙ һәйкәлдәре фән һәм алдынғы технологиялар ҡаҙаныштарын файҙаланыуҙан ота ғына, сөнки уларҙың әле асылып етмәгән серҙәре, төпкөлдә ятҡан ҡатламдары бар. Фән ҡаҙаныштары беҙгә шуларҙы төшөнөргә булышлыҡ итәсәк. Был объекттарға бөгөн айырыуса мәктәп уҡыусыларының күпләп походтарға, экскурсияларға килеүҙәрен күреп, күңел ҡыуана. Класс етәкселәре, тарих, туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары үҙ предметтарынан темаларҙы йәйге каникулдарҙа ошонда - Шүлгәнташ мәмерйәһенең музей комплексында йә булмаһа, Турахан кәшәнәһе янында асыҡ һауала ирекле дәрес итеп үткәрергә лә мөмкин бит! Был осраҡта тема балаларҙың хәтерендә мәңгелеккә ҡаласаҡ.
Андрей НАЗАРОВ, БР Хөкүмәте Премьер-министры: Башҡортостан һуңғы биш йылда күҙгә күренерлек уңыштарға өлгәште. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса республика инвестицион климат торошоноң милли рейтингында 3-сө урын биләне. Һуңғы дүрт йылда Башҡортостан сәнәғәт үҫешендә юғары темптарҙы һаҡлап килә һәм быйыл алдынғы өс төбәк иҫәбендә беренсе урынды яуланы. Ғөмүмән, республикабыҙ ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшә икән, бында беҙ, әлбиттә, РФ Президенты Владимир Путин башланғысындағы милли проекттарға һәм уларҙы бойомға ашырыуға рәхмәтлебеҙ. 2018 йылда ҡабул ителеп, Рәсәй төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, 2019 йылдан бирле ғәмәлгә ашырылыусы 14 милли проект быйыл тамамланасаҡ. Февралдә үк әле Владимир Путин, 2030 йылға тиклем илдә тағы ла бер нисә яңы проект эш башлаясаҡ, тигәйне һәм улар киләһе йылдан старт аласаҡ. Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, тәүҙә - пандемия, аҙаҡ Махсус хәрби операция арҡаһында милли проекттарҙы финанслау кәметелде, тигән фекер төптө дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостанда ошо маҡсаттар өсөн аҡса бүлеү, киреһенсә, 1,5 тапҡырға арттырылды, ә федераль тәьминәт 1,9 тапҡырға күберәк йүнәлтелде. Йәғни беҙ 2019-ҙан 2023 йылға тиклемге 5 йыл эсендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республикала 172 млрд, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 116,7 млрд һум аҡса тотонғанбыҙ. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм поликлиникалар төҙөнөк, юлдар һалынды һәм йүнәтелде, кешеләр авария хәлендәге йорттарҙан күсерелде һ.б.
Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Өфөлә һәм Әбйәлил районында 400-әр урынлыҡ ике балалар баҡсаһы, ябыҡ футбол майҙаны һәм баш ҡалабыҙҙа ишеү слаломы өсөн ҡоролма комплексы төҙөргә насип булды. "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә 2019 йылдан алып барлығы 15 мең урынлыҡ 29 мәктәп төҙөлдө, шуларҙың туғыҙы ҡарамағында балалар баҡсаһы урынлашҡан. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты ярҙамында Өфөнөң Затон микрорайонында Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге асылыуы, ғөмүмән, төбәк кимәлендә генә түгел, федераль кимәлдә лә мөһим ваҡиға булды. Ундағы заманса ҡорамалдар, юғары квалификациялы табиптар, уңайлы эш һәм ял шарттары бик күп балалар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн өмөт усағы ҡабыҙасаҡ. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡта, Ҡырмыҫҡалыла, Дүртөйлөлә, Мәсәғүттә һәм Туймазыла балалар өсөн поликлиникалар төҙөп тапшырылды. Оло Ыҡтамаҡ ауылында иһә дауахана эшләй башланы. Былар, әлбиттә, барлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙҙың аҙ ғына өлөшө булһа ла, һуңғы йылдарҙа ошо йүнәлештәге эштәребеҙҙең ҡоласын бик асыҡ күрһәтеп тора. Быйыл ғәмәлгә ашырыласаҡ ниәттәр иҫәбендә өс "Кванториум" балалар технопаркы, бер нисә мәктәпте сафҡа индереү, Кушнаренкола поликлиника асыу, Республика "Именлек" геронтология үҙәге корпусын һәм вуз-ара студенттар кампусының икенсе сираттарын төҙөп тапшырыу ҡарала. Киләһе йылдан илебеҙ милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙың яңы, өсөнсө этабына аяҡ баҫа. Улар араһында "Ғаилә", "Рәсәй йәштәре", "Оҙайлы әүҙем тормош" проекттары бар. Беҙ башланған эштәребеҙҙе дауам итеп, республикабыҙ үҫешен артабан да тәьмин итәсәбеҙ һәм йәштәребеҙҙең ошонда эшләп, матур, татыу ғаиләләр ҡороп йәшәгеләре килеп торһон өсөн тырышасаҡбыҙ.
Ленара ИВАНОВА, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры: Беҙҙең ведомство исеме үҙгәртелеп, тәүге урынға "ғаилә" һүҙенең өҫтәлеүе бер ҙә осраҡлы булманы, әлбиттә. Ғаилә һәм бала мәсьәләләре бөгөн дәүләт сәйәсәте кимәлендә иң беренсе сираттағы ҡиммәттәрҙең береһенә әйләнде. Бер кемгә лә сер түгел: илдә тыуым кимәлен арттырырға кәрәк, ә бының өсөн иһә ғаиләләр ишәйергә тейеш. Ә инде ғаиләләр үҙҙәре күпме теләй, шул хәтлем бала үҫтерһендәр өсөн, билдәле, тейешле шарттар һәм социаль яҡлау саралары кәрәк. Бынан тыш, беҙгә ғаиләләрҙең ныҡлығы, татыулығы өсөн дә күп көс һалырға тура килә. Айырыуса йәш ғаиләләр ҡурсалауға мохтаж, тип әйтер инем.
Бөгөн Башҡортостанда 166 мең самаһы йәш ғаилә иҫәпләнә, шуларҙың 79 меңендә балалар тәрбиәләнә. Мәғлүм булыуынса, республикала "Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында" закон ғәмәлдә. Әгәр беҙҙә 309 меңдән ашыу балалы ғаилә һәр төрлө социаль ярҙам саралары менән файҙаланһа, шуларҙың 27 меңе - йәш ғаиләләр. Ғөмүмән, балалы ғаиләләрҙең тормош хәле РФ Президенты Владимир Путиндың айырым иғтибар үҙәгендә. "Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында" Президент Указына ярашлы, Башҡортостан кимәлендә лә, балалар һанына һәм ғаиләнең матди хәленә ҡарамаҫтан, бала тыуған һәр бер ғаилә дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Был ярҙам бөгөн төрлө форматта бойомға ашырыла: 1) түләүҙәр, пособие һәм компенсациялар; 2) торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программалары (льготалы ипотека һәм торлаҡ өсөн түләүҙәр); 3) башҡа төр социаль ярҙам (социаль контракт, уҡытыу һәм квалификация күтәреү, төбәк ярҙамы).
Ғаилә йылы тип нарыҡланып, быйылғы йыл Рәсәйҙә өс йәки унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләләрҙең күп балалы ғаилә статусын указ нигеҙендә нығытыуҙан башланды. Бындай ғаиләләр Башҡортостанда 59 меңдән ашыу һәм уларҙың бөтәһе лә федераль һәм төбәк льготалары менән файҙалана. Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә 30 процент ташлама, 6 йәшкә тиклемге балаға бушлай дарыуҙар, мәктәптә уҡыған балаларға бушлай иртәнге һәм төшкө аш, бушлай мәктәп формаһы һәм спорт кейеме, йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғы һәм башҡа күп кенә ташламалар ҡарала, ер участкаһы бирелә. Башҡортостанда, мәҫәлән, күп балалы ғаиләләр мәҙәни учреждениеларға бушлай йөрөй ала.
Ә бына 1 июлдән республикала күп балалы ата-әсә урта һөнәри белем биреү программаһы буйынса колледжда түләп уҡыусы балалары өсөн йыллыҡ түләү хаҡының яртыһын кире ҡайтарып алыу мөмкинлегенә эйә булды. Бындай уҡыу йорттарының Башҡортостанда бөтәһе йөҙҙән ашыу булыуын иҫәпкә алһаҡ, был республика ҡаҙнаһы өсөн байтаҡҡа барып баҫҡан хәлдә лә балалы ғаиләләр мәнфәғәте дәүләт өсөн беренсе урында тороуын күрәбеҙ. Балаһын колледжға уҡырға биргән ата-әсә тағы ла шуныһын да хәтеренә киртеп ҡуйһын: бындай ташламаға күп балалы ғаиләнең ниндәй матди хәлдә һәм етешлектә йәшәүе шарт булып та тормай. Компенсация көндөҙгө бүлектә уҡыусы 23 йәшкә тиклемге студентҡа бирелә, уның күләме йылына 30 меңдән дә артмаҫҡа тейеш. Был турала "Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында" республика законына былтыр БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тарафынан төҙәтеү индерелгәйне һәм мин уны йомарт демографик сара булараҡ баһалайым.
Республикала балалы ғаиләләр өсөн эшләнгән тағы ла бер ата-әсәләрсә йомартлыҡ билдәһе - ул Башҡортостандағы 25 меңләп баланың бушлай сифатлы һөт һәм һөт ризыҡтары менән тәьмин ителеүе. Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Сибай, һәм Үрге Ҡыйғылағы "Һөт кухняһы" балаларҙан тыш, йөклө ҡатындарҙы, бала имеҙгән әсәләрҙе, шулай уҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен дә тәьмин итә. "Беҙ был эште башлағанда, "Һөт кухняһы " Өфөлә генә булып, 3 мең кешене генә хеҙмәтләндерә ине. Бөгөн был сифатлы һөт ризыҡтары менән күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге ике тиҫтәнән ашыу мең бала тәьмин ителә. Шуныһы мөһим: һөт кухняһы мәктәп туҡланыуы рационына ла индерелде",- тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ-ара 32-се "АгроКомплекс" күргәҙмәһен асҡанда. Эйе, балалы ғаиләләргә ярҙам - Башҡортостанда социаль сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлешенә әүерелде. Мин хатта "Беҙ ғаилә ҡиммәттәрен күтәрмәләүҙә илдә беренселәрҙәнбеҙ", тип әйтер инем.
Илгиз КИНЙӘБУЛАТОВ, аспирант, кесе ғилми хеҙмәткәр: Ошо көндәрҙә "Технопром - 2024" ХI Халыҡ-ара технологик үҫеш форумы сиктәрендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары үҙҙәренең ҡайһы бер алдынғы фәнни ҡаҙаныштары өлгөләрен күрһәтте. Ошо өлгөләргә ҡарап та һуңғы йылдарҙа фән, мәғариф, башҡа өлкәләрҙә өлгәшелгән ҡаҙаныштар тураһында фекер йөрөтөп була торғандыр. Мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университетының "Киләсәк моторҙары" алдынғы инженер мәктәбенең йәш ғалимдары бөгөнгө көн ҙур һорау менән файҙаланыусы пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн магнит үткәргесле контактһыҙ электр двигателе уйлап сығарған. Был осоу аппараттары өсөн тулыһынса яңынан ижад ителгән тәүге Рәсәй двигателе. Ул осош һынауҙарын уңышлы үтеп, донъя өлгөләре алдында үҙенең ышаныслылығын раҫланы.
Ә бына Башҡорт дәүләт медицина университеты биомедицина продукттары һәм инновацион импланттар, аҙыҡ-түлек өҫтәмәләре һәм БАД-тарҙың яңы өлгөләре менән таныштыра. Өфө дәүләт нефть техник унверситеты командаһы нефть һәм газ химияһы буйынса инновацион эшләнмәләре өлгөләрен күрһәтте. Һәм, ғөмүмән, ӨДНТУ эре федераль үҫеш программаларында йыш ҡатнаша һәм был индустриаль хеҙмәттәштәр өсөн юғары технологиялы проекттарҙы бойомға ашырырға мөмкинлек бирә. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге күргәҙмәгә катализаторҙар һәм яңы быуын каучук өлгөләре менән килгән. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының да етди һәм мөһим проекттары бар, улар биотехнология, нанотехнология, генетика, йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.
Әйткәндәй, Евразия фән һәм белем биреү үҙәге Омск, Иркутск өлкәләренең идарасы компаниялары менән өс килешеү төҙөнө. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, "Беҙҙең Евразия ғилми-белем биреү үҙәге биш йылға яҡын эшләй инде һәм ул республикала мөһим стратегик фәнни йүнәлештәрҙе билдәләүсе локомотив рәүешендә сығыш яһай". Һәм, ысынлап та, кампустың тәүге сиратын асыуҙа ҡатнашҡан Рәсәй Президенты Владимир Путин да Евразия үҙәгенең уҡыу-белем эстәү үҙәге булып тороуҙан тыш, уның фәнни-мәғрифәтселек бурыстарын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Кампуста даими ғилми эҙләнеүҙәр, фәнни ижад мөхите тыуҙырылырға тейеш, тине ул.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.
