Дәүләт тарафынан күрһәтелгән һәр төрлө льготалар һәм социаль ярҙам саралары тураһында беләһегеҙме һәм уларҙың һеҙгә тейеше менән файҙаланаһығыҙмы?
Константин ТОЛКАЧЕВ, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: Иң тәүҙә был һорауға аңлатма биреп китеү кәрәктер. Рәсәйҙә 380 төрлө льгота ғәмәлдә, тип белдерелде күптән түгел Рәсәй Хөкүмәтендә. Шуның менән 40 млн рәсәйле файҙалана. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тағы ла шунсама кеше үҙҙәренә тейешле льготаларҙы юллап мөрәжәғәт итмәгән. Башҡортостанда ла шундай уҡ хәл: республика халҡының өстән бер өлөшө дәүләт тарафынан күрһәтелгән һәр төрлө ташламалар менән файҙаланмай. Улар нигеҙҙә инвалидтар, күп балалы ғаиләләр һәм льготаға хаҡы булған башҡа категория кешеләр. Шулай килеп сыға: беҙ закондар ҡабул итәбеҙ, ғәмәлдә иһә улар эшләмәй, халыҡтың тормош хәле лә еңеләймәй. Бындай хәлдең сәбәптәре төрлө, ләкин күпселек осраҡта был үҙҙәренең хоҡуҡтары һәм льготаларҙы алыу тәртибе хаҡында халыҡтың хәбәрҙар булмауы. Беҙгә закондар ҡабул итеү генә аҙ, кешеләргә уның файҙаһы тейһен өсөн һайлаусылар менән осрашыуҙарҙа, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары аша федераль һәм республика льготалары хаҡында халыҡҡа аңлатырға, хәбәр итергә лә кәрәк. Был күп йәһәттән урындағы депутаттарҙың нисек эшләүенә лә бәйле. Дөрөҫ, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда Башҡортостанда был йәһәттән хәл яҡшыраҡ, ләкин барыбер льготаларҙың байтаҡ өлөшө талап ителмәй ҡала бирә. Льготаларға ҡағылышлы яңы закондар тураһында халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыу мәсьәләһе яҙғы сессияла парламентарийҙарҙың төп бурысы буласаҡ. Закондар улар артабан файҙаланылмай ятһын өсөн ҡабул ителмәй.
Ғәлиә ФӘЙЗУЛЛИНА, пенсионер: Үкенескә, тейеше менән дә файҙаланып булмай был льготаларҙың, теге йәки был сәбәп табылып ҡына тора. Йәшем буйынса мәле килеп еткәс, йәшәгән ерем буйынса район Пенсия фондының район бүлексәһенә пенсия юлларға килдем. Документтарҙы йәш кенә ҡыҙыҡай ҡабул итте. Яңы ғына эшләй башлағаны күренеп тора ине: минең күпселек һорауҙарыма икеләнеп, ҡыҙарып-бүртенеп йүнле яуап та бирә алманы. Яуаптарының да күбеһен интернеттан ҡарап әйтте. Начальник урынында юҡ ине, бер айлыҡ курсҡа уҡырға киткән, тинеләр. Үҙенең урынына бына ошо хеҙмәткәрен ебәрһәсе уҡырға, тип уйланым аҙаҡ. Эйе, аҙаҡ иҫкә төштө ошо уй, сөнки әллә белмәүе, әллә онотоуы сәбәпле, минең документтарҙы барлап еткермәгән, ҡыҙыҡһынмаған, үҙем дә алып барырға онотҡанмын. Почта хеҙмәткәре булараҡ, бик күптән, 1991 йылда Элемтә министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгәйнем һәм шуның нигеҙендә миңә "Хеҙмәт ветераны" исемен алырға мөмкин булыуын аҙаҡ ҡына белдем, ләкин һуң ине инде. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләүемә ҡарамаҫтан, байтаҡ льготаларға мөмкинлек биреүсе "Хеҙмәт ветераны" исеменән ҡолаҡ ҡаҡтым. Сәбәбен шулай аңлаттылар: мин пенсияға 2017 йыл сыҡтым, ә 2016 йылдың 1 июлендә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан "Хеҙмәт ветераны" исеме биреүгә нигеҙ була алған Министрлыҡтарҙың исемлеге раҫлана, ләкин Элемтә министрлығы был ваҡытҡа Министрлыҡ булыуҙан туҡтап, "Рәсәй почтаһы" акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә. Ә предприятие һәм компаниялар грамотаһы "Хеҙмәт ветераны" исеме биреүгә нигеҙ була алмай, тинеләр. Бер юрист, апай, һеҙгә был звание бирелергә тейеш, тағы барығыҙ, юллағыҙ, тигәйне лә, ҡырталашып йөрөмәнем. Ундағы "сират күпере"н үтергә кәрәк, унан ниндәйҙер өҫтәмә документтар талап итә башларҙар. Етмәһә, эш башлағанда, ауылдағы бәләкәй генә күрше утарға почта ташыған ярты йылым дөйөм стаж иҫәбенә индерелмәй ҡалған. Шуны юллағанда, ветеран исемен биреүҙәрен дә һорап ҡарармын, тейем әле, килеп сыҡһа...
Нәсимә ЙӘҒӘФӘРОВА, күп балалы әсә: Күп балалы ғаиләләр өсөн тәғәйен пособие һәм башҡа аҡсалата түләүҙәрҙе алып торабыҙ, дәүләтебеҙгә рәхмәтлебеҙ. 15 ғинуарҙа ил Президенты В.Путиндың Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамәһенең дә үҙәгендә ғаилә мәсьәләләре торҙо. Был, ниһайәт, киләсәктә балалар тәрбиәләү бурысына өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Пособиеларҙан тыш та дәүләт тарафынан бик күп социаль ярҙам саралары ҡаралған. Үкенескә, шуларҙың ҡайһылары муниципаль власть ҡарамағында булмаған бәғзе бер ойошмалар, ведомстволар тарафынан бигүк иҫәпкә алынып бармай. Мәҫәлән, күп балалы әсә булараҡ, минең ике аҙналыҡ өҫтәмә отпуск алырға хоҡуғым бар, ләкин мин бындай ташлама менән файҙаланғаным юҡ. Әгәр дәүләт предприятиеһында эшләһәм, проблема булмаҫ ине, ә бына коммерция ойошмаһында бындай мәсьәләгә ҡырын ҡарайҙар һәм хуплап бармайҙар. Шуға ла ул ике аҙна хатта түләүһеҙ булһа ла, мин был турала һүҙ башларға батырсылыҡ итмәйем. Ә инде түләүле өҫтәмә бер көн ялға, шулай булғас, өмөт тә итергә түгел, тип уйлайым. Әлбиттә, етәксебеҙ улай уҡ аңламай торған ҡырыҫ кеше лә түгел, тик барыбер уңайһыҙ, юғиһә бит, минең эште кемдер башҡарырға тейеш була. Кешегә ауырлыҡ һалғым килмәй. Балаларҙың атаһы заводта эшләй, икебеҙҙең дә эш графигы көсөргәнешле. Шуға, уларға күберәк ваҡытыбыҙҙы биреп тә булмай китә, ярай әле балаларҙы әсәйем ҡараша. Әле яңыраҡ ҡына интернеттан уҡып белдем: күп балалы ғаиләләрҙә балаларҙы музейға, театрға, бассейнға йә спорткомплексҡа йөрөтөү хаҡы өсөн компенсация тейеш икән, шуны ла белмәгәнбеҙ. Был хаҡта ошоға тиклем бер ниндәй мәғлүмәт юҡ ине бит. Шулай уҡ байрамда балаларға бүләк-күстәнәстәр тейешлеген дә яңы ғына, ғаилә мәнфәғәттәренә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡуҙғатыла башлағас ҡына белдек. Бәлки, был хаҡта белгән булһаҡ та уны юллап, артынан йөрөп булмаҫ ине. Башҡа төрлө ташламалар өсөн дә әллә күпме документ юллап йүгерергә тура килде, ҡағыҙ волокитаһы, үҙеңдең "дөйә түгеллегеңде" иҫбатлау, ҡырын ҡараштар шул тиклем ялҡытҡан...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
