Фольклориада ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы, уның әһәмиәте ниҙә тип уйлайһығыҙ?

Фольклориада ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы, уның әһәмиәте ниҙә тип уйлайһығыҙ?, image #1

Мөнир ҠУНАФИН, яҙыусы, журналист, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, Баш-ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Фольклориада тураһында бер нисә фекер әйтмәксемен. Дөрөҫөрәге, үҙебеҙ тураһында ошо оло тамашанан һуң тыуған бер фекер. Һүҙ ҙә юҡ, башҡорт мәмләкәтен бар донъяға данлы, затлы итте был сара. Лайыҡлы күтәрә алдыҡ был йөктө. Ҡунаҡ ҡаршылау, ҡунаҡ күрһәтеү, ҡунаҡ оҙатыуҙан да оло, ауыр эш юҡ был донъяла, ти торғайны ололар. Үҙең нисек тә көн күрәһең ул, башҡалар алдында йөҙ ҡыҙармаһын.

Ҡунаҡтар, тигәндән, уларҙың өс кенә кәлимәһенә иғтибар йүнәлткем килә. Совет иле осоронда "социалистик" дуҫ булған, бөгөн инде икенсе лагерға күсеп, беҙҙе күрә алмаған поляктар һоҡланған беҙгә, бигерәк тә беҙҙең өҫтәлдәге һый-табынға: "Юлдарығыҙ насар, һикертә, ләкин өҫтәлегеҙ шәп, кикертә. Ит күп ашайһығыҙ, шәп - беҙҙә быныһына ҡытлыҡ, шәт",- тиҙәр икән улар. Ысынында улар беҙҙе бер хәйерсе тип уйлаған икән.

Америка вәкилдәре бөтөнләй аптыратты. Улар бында ҡурҡып ҡына килеүҙәрен, үҙҙәрендәге мәғлүмәт сығанаҡтары буйынса беҙҙә халыҡ, Төньяҡ Кореялағы кеүек, диктат, тыйыу-ҡыйырһытыу шарттарында йәшәй икән, бар кеше бер форма кейеп йөрөй, тип уйлаған. "Бөтөнләй башҡа ил, халыҡ һеҙҙә көләс һәм бәхетле. Ә бәхетте яһалма эшләп булмай" ,- ти улар.

Африка илдәре вәкиле беҙҙең бер хәбәрсегә былай тигән: "Һеҙ ниндәй бәхетле - һәр бүлмәлә крандан һыу аға. Эсергә лә мөмкин, хатта аяҡты йыуырға ла була. Ә беҙҙә эсергә һыу етмәй..." Һығымта шул: зарланып йәшәмәйек, бәхетле һәм тағы ла бер тапҡыр бәхетле булып өйрәнәйек.

Донъя кимәлендәге был сараның беҙгә, башҡорт халҡына, иҫ киткес тағы бер әһәмиәте шунда: боронғолоҡ һәм мираҫыбыҙ хазиналары йәһәтенән, рухи кимәлебеҙ яғынан да бай милләт икәнебеҙҙе күрһәтә алдыҡ. Ҡайһы бер ут күрше ҡәрҙәш халыҡтар беҙҙең аҫыл ҡиммәттәребеҙгә күҙҙәрен ялтыратып, оронорға ғына торғанда, "Урал батыр" булһынмы, ҡурайыбыҙмы, оҙон көйҙәребеҙ йә бейеүҙәребеҙме, милли аш-һыуыбыҙҙы, ҡул эштәребеҙҙе лә башҡа халыҡтарға, ҡитғаларға танытып, күрһәтеп, еҫкәтеп, ҡаптырып, милләтебеҙҙең дә, алтын мираҫыбыҙҙың да, башҡорт халҡы ижадының да ғүмерен оҙайттыҡ һәм барлыҡ ошо хазиналарыбыҙҙың да фәҡәт үҙебеҙҙеке, башҡорттоҡо икәнен ғәмәлдә раҫланыҡ!

Эльмира ТУКАНОВА, БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе: Фольклориаданың беҙҙә үткәрелеүе - Башҡортостандың туризм имиджын үҫтереү өсөн бик яҡшы сара булды. Әмәлгә ҡалғандай, халыҡ-ара был байрам сараһы туристик сезондың иң ҡыҙған мәленә тап килде. Фестиваль барған аҙна-ун көн эсендә беҙгә килеүсе турист төркөмдәрендә сит ҡалалар һәм төбәктәрҙән сәйәхәт итеүселәр бик күп булды. Улар Башҡортостаныбыҙҙың иҫтәлекле һәм тарихи урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары менән ихлас танышты. Республикабыҙ хаҡында хәҙер бер юлы донъяның миллионлаған кешеләренә билдәле булды һәм был, һис һүҙһеҙ, башҡорт ҡунаҡсыллығы индустрияһына иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы.

Фольклориада тап беҙҙең бай мәҙәни хазиналарыбыҙға, шулай уҡ һуңғы йылдарҙа туристарҙа үҫә барған ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыусы этнотуризм йүнәлешенә иғтибарҙы тупланы. Донъяның 37 иленән килгән ҡунаҡтар туристар сифатында ла беҙгә әйләнеп ҡайтасаҡ әле - уларҙың күбеһе ошондай теләк белдереп китте, сөнки Фольклориада сиктәрендә генә республиканың бөтөн мәҙәни һәм тәбиғәт байлыҡтары менән танышып сығыу мөмкин дә түгел ине. Былтыр йәйге өс айҙа Башҡортостанға килеүсе туристар һаны 2 млн кеше тәшкил итһә, республикабыҙҙа халыҡ-ара һәм Бөтөн Рәсәй кимәлендә үткәрелеүсе ошондай саралар һөҙөмтәһендә быйыл һәм киләһе туристик сезондарҙа сәфәр һөйөүселәр һаны 25-30 процентҡа артыуы күҙаллана, тип фаразлай белгестәр. Әйтеүебеҙсә, Фольклориада барған көндәрҙә генә Башҡортостанда 60 меңгә яҡын турист ял иткән.

Замир ЙӘНТҮРИН, Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы директоры: Бөтә донъя фольклориада ҡунаҡтарының беҙҙең Сибайға ла килеп китеүе оло ваҡиғаға әүерелде. Ә унан алда Фольклориаданың тантаналы асылыуында ҡатнашыу бәхете лә тейҙе сибайҙарға. Колледжыбыҙ уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, киң билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе ағзалары 4-6 июлдә республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы Башҡортостандан ғына түгел, ә тотош Рәсәй исеменән уңышлы сығыш яһап ҡайттылар. Бының мөһимлеге шунан ғибәрәт ине: 4 июлдә сибайҙарҙың "Урал батыр" эпосы менән сығыш яһауҙарының төп ниәте - эпосыбыҙҙы донъяға танытыу менән бер рәттән, рухи хазинабыҙ булараҡ, "Урал батыр"ыбыҙҙы ЮНЕСКО-ның бөтөн донъя матди булмаған мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә индереү маҡсаты ине. Беҙҙең өсөн Фольклориаданың әһәмиәте бына шунда ла сағылды. Был халыҡ-ара сара донъя халыҡтарының ауыҙ-тел хазиналарын күтәрмәләүе, уны артабан үҫтереүгә стимул биреүе менән дә ифрат ҡиммәтле, тип уйлайым. Ошо ҙур, мөһим сараны үткәрешеүҙә сибайҙарҙың да тос өлөш индереүе күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра. Сығыш яһауҙан тыш, беҙҙең делегация Өфөлә Фольклориаданың төп майҙанындағы тирмәлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәре: ҡашмау, һаҡал, селтәр, түшелдерек һәм башҡа шундай башҡорт кейеме элементтары менән бер рәттән, традицион милли орнаментлы кейеҙ өлгөләре, һуғылған буй балаҫтар, һуҡма шәлдәр кеүек боронғо көнкүреш кәрәк-яраҡтары күргәҙмәһе ойошторҙо.

8 июлдә иһә, әйтеп китеүемсә, сибайҙар Швейцария, АҠШ, Коста-Рика, Албания, Черногория, Ҡырғыҙстан һәм Венгрия делегацияларын ҡабул итте. Байрамға Урал аръяғы райондарынан меңдәрсә тамашасы килде, улар сит ил ҡунаҡтары менән йәнле аралашты, уларҙы ихлас башҡорт ҡунаҡсыллығы менән таң ҡалдырҙы. Был Сибай ҡалаһының донъя һәм ил күләмендәге сараларҙы юғары кимәлдә үткәрә алыу мөмкинлеген тағы бер тапҡыр раҫланы. Тимәк, ҡалабыҙ августа буласаҡ инвест-һабантуйҙа ла һынатмаҫ, тигән ышаныс нығынды.

Фольклориаданың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, әлбиттә. Шуларҙың тағы береһе - уны ойоштороуҙа ҡатнашҡан профессионалдар - сәнғәтебеҙ белгестәре һәм етәкселәрҙең оҫталыҡ туплау тәжрибәһе менән байытылыуы. Ошо йәһәттән Сибайҙағы Фольклориада байрамын үткәреүгә күп көс һәм бөтөн иждиһатын һалған режиссерҙар Вадим Ғилманов, Нәсимә Ғиззәтуллина, балетмейстер Азат Нәбиуллин, фольклорсы Рәмил Туйсиндың, шулай уҡ башҡа мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәре, фольклорсылар, культурологтар, этнографтарҙың тос хеҙмәттәрен билдәләп китеү кәрәктер. Ойоштороу эштәрендә юғары профессиональ ярҙамдары өсөн БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға, уның урынбаҫары Рәнис Алтынбаевҡа, Фольклориада дирекцияһы етәксеһе Артур Әлибәковҡа, Нәфисә Тулыбаеваға ла бөтөн сибайҙар исеменән рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Фольклориада ҡалабыҙҙың яҡшы исемен, данын донъяға таратыуға ярҙам итте, беҙ шуның менән ғорурланабыҙ. Был байрам беҙ йәшәгән ерҙең үҙенсәлектәрен, туристик һәм социаль-иҡтисади мөмкинлектәрен донъяға танытты.

Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА, режиссер, шағирә: Башҡортостанда үткән Фольклориада донъяуи күҙлектән ҡарағанда юғары кимәлдә ойошторолдо, тип әйтер инем. Бөгөнгө иҡтисади көрсөк һәм пандемия осоронда бындай сараны үткәреү юғары етәкселәр өсөн генә түгел, унда ҡатнашҡан меңәрләгән кеше - тамашасылар һәм сит ил ҡунаҡтары өсөн дә ҙур яуаплылыҡ, хатта батырлыҡ та ине ул. Уның тап беҙҙең республикабыҙ - Башҡортостанда үткәрелеүе ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ғәҙәттә бөтә нәмәнең ҡиммәте сағыштырыуҙар аша билдәләнә. Мәҫәлән, сит илдә йәшәгән сағымда минән йыш ҡына ниндәй илдән булыуымды һорашырҙар ине. Башҡортостандан, тип яуап бирһәм, аптырап һорай торғайнылар: шундай ил бармы ни, ҡайҙа ул, тип. Шуға күрә Бөтә донъя фольклориадаһының фәҡәт беҙҙең ерҙә үтеүенә мин бик шатмын. Хәҙер иһә Башҡортостан тигән ил, уның Ағиҙел йылғаһы буйында тау башында балҡып ултырған Өфө тигән баш ҡалаһы барлығын һәм унда ерле халыҡ - башҡорттар йәшәгәнлеген бынан ары күп илдәрҙә белерҙәр. Ошо йәһәттән Фольклориаданың Башҡортостанда үткәрелеүе айырым әһәмиәткә эйә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

18 views·1 share