Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе..., image #1

Искәндәр САЛАУАТОВ, нефтсе: Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Ысынлап та, бөтә донъя тап гүзәл зат тирәһендә әйләнә. Шуға күрә улар иң яҡшы сифаттарға ғына эйә булырға тейеш, тип уйлайым. Сөнки ҡатын-ҡыҙ ниндәй булһа, донъябыҙ ҙа, өйөбөҙ ҙә, ғаиләбеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа, беҙ, ир-егеттәр ҙә, шундай була. Тәртипле ҡыҙҙар янында егеттәр ҙә үҙен ипле тота. Әҙәплеләр янында бер кем дә тәмәке тоҡандырмай, һүгенмәй.

Мин зауыҡ менән кейенә белгән гүзәл заттарға иғтибар итәм. Бот-саты ябыҡ, килешле кейем кейгән ҡыҙҙар оҡшай. Кейем кеше тураһында күп нәмә һөйләй. Бынан тыш, тәмле итеп бешерә белергә тейеш минең икенсе яртым. Ир-егеттең йөрәгенә юл ашҡаҙан аша үтә бит. Бешеренеп-төшөрөнөп көтөп торған ҡатыны булғанда ир кеше эштән һуң һәр ваҡыт өйөнә ашҡынып торасаҡ. Туҡ булһа, алкоголь дә эскеһе килеп тормаясаҡ. Тулы ашҡаҙанға алкоголь бармай бит ул.

Көнсөл булмаһын. Көнләшеү ул ҡатын-ҡыҙҙы ныҡ йәмһеҙләй, сөнки был хис кешене эстән ашай, сәләмәтлеген ҡаҡшата. Һаулыҡ китһә, тышҡы матурлыҡ та юҡҡа сыға. Ҡатын-ҡыҙ - йәшәйеш ҡото, иң беренсе үҙендәге ҡотто, үҙенең матурлығын, һаулығын һаҡлаһа, эргә-тирәһендәгеләргә ошо ҡот-нур тараласаҡ. Ғаиләһенә, балаларына, иренә. Был минең өсөн төп һәм мөһим сифат.

Ҡатын-ҡыҙ көнләшһә, тимәк, үҙен яратмай, ир-егет көнләшһә, тимәк, үҙен ныҡ ярата, тигән аҡыл бар бит. Кеше үҙен яратһа, һәр саҡ камиллыҡ һәм үҫеш юлында була. Миңә шундайҙар оҡшай.

Сынтимер АҠСУЛПАНОВ, инженер: Ҡатын-ҡыҙ әҙәпле булырға тейеш. Иң матур, иң кәрәкле, иң һиммәтле, иң ҡиммәтле сифат ул гүзәл зат өсөн әҙәплелек. Был ҡылыҡҡа эйә булыуы уның үҙен генә түгел, ирен дә, ғаиләһен, туғандарын да бәхетле итә.

Тәүге ҡатыным алабарман булды. Яманлап иҫкә алғым килмәй, әлбиттә. Һорауға яуап тулы булһын өсөн генә хәтергә алам. Алдын-артын уйламай торғайны. "Беҙҙең нәҫел бирле булды", - тип, бөтә яңылышыуҙарын, хаталарын шулай тип аҡланы. Әйтер һүҙен дә, эшләр эшен дә уйламай торғайны. Дөрөҫөрәге, тәүҙә эшләне, аҙаҡ уйланы. Мин әйтә алмағанды ул алдан әйтер ине. Йәш саҡта мин уның был сифатын ҡыйыулыҡ, тип уйланым. Тап ошо янып, күҙенән осҡон сәсеп тороуына ғашиҡ булдым да шикелле ул. Йәшәй башлағас ҡына уның бер ниндәй тәрбиә күрмәгәнен, әҙәпһеҙ икәнлеген белдем. Күп тапҡырҙар үҙен генә түгел, мине лә, балаларҙы ла уңайһыҙ хәлгә ҡалдырҙы.

Икенсе ҡатыным үҙенең иплелеге, ихтирамлы һәм күндәм булыуы менән йәлеп итте. Күндәм, тигәнем уның йомшаҡ, йыуашлығы тураһында ғына түгел. Ә сабыр аҡылы, риза була белеүе, аңлауы һәм кешене, ваҡиғаны нисек бар, шулай ҡабул итеүе хаҡында булыр. Әҙәплелек - ул кешенең күңел көҙгөһө. Әҙәплелек ул хеҙмәттәштәр, туғандар менән күркәм аралашыу, кеше араһында үҙ-үҙеңде тота белеү генә түгел бит ул. Уның мәғәнәһе тәрәнерәк. Әҙәплелек - ул кешенең күңел хазинаһы. Тап ошо сифат ҡатын-ҡыҙҙы матур итә.

Яңыраҡ автобусҡа бик матур ханым килеп инде. Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле был ханымдың гүзәллегенә минән башҡалар ҙа иғтибар итте. Тик оҙаҡ һоҡланып барып булманы был матурлыҡҡа. Кемдер аяғына яңылыш баҫып, ҡатлы-ҡатлы һүгенеп ебәргәйне, бар хозурлығы күҙ алдында юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.

Әҙәпле ҡатын бер ҡасан да кешене, шулай уҡ ирен, балаларын башҡалар эргәһендә рәнйетмәй, кәмһетмәй, үҙе лә үпкәләмәй, маҡтанмай. Төрлө шарттарҙа ла үҙен дөрөҫ, тыныс, итәғәтле итеп тота белә.

Бына минең ҡатыным тап шундай. Ике балалы ирҙән ҡурҡып торманы. Ҡыҙҙарыма яҡшы әсәй, миңә хәстәрлекле ҡатын була белде. Тормошомда осрағаны өсөн уға һәм күркәм тәрбиә биргән ата-әсәһенә, ҡайным менән ҡәйнәмә ҙур рәхмәтлемен. Бергә йәшәүебеҙгә сирек быуат булды инде хәҙер. Биш йыл да һымаҡ тойолманы ошо егерме биш йыл. Бар ир-егеткә үҙемдең икенсе яртым һымаҡ ҡатын теләйем!

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ, журналист: Бала саҡта ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда таҙараҡ йөрөү сифаттары менән хайран итәлер, тим. Һәр хәлдә, шулай иҫтә ҡалған. Маңҡа малай түгел бит инде ул, ҡыҙ остоғо! Үҫмер саҡта, бар донъяны онотоп, ғашиҡ булып, тәүге мөхәббәт хистәрен татығанда сибәрлек беренсе урынға сыҡҡандыр. Ҡыҙҙарҙың ана шул тышҡы, күҙгә күренгән сифаттары, ыҫпайлығы һуҡырайта, башты юғалтып, йөрәгебеҙҙе тәҡдим итәбеҙ. Бушҡамы ни, матурлыҡ туйҙа кәрәк, тиҙәр.

Ғаилә ҡороп бергә йәшәй башлағас иһә, тормош юлдашыңдың бығаса күрмәгән, һиҙмәгән сифаттарын аса башлайһың. Оҡшағаны - ҡыуандыра, һағайтҡанына сабыр булаһың инде.

Олоғая килә генә аңланым: ҡатын-ҡыҙҙы иргә тоғро иткән бөтәһе өсөн дә уртаҡ сифат - ирҙәрҙе йәлләй, ҡурсалай белеүҙәре. Һин, ир кеше, бәлки, мохтаж да түгелһеңдер ундай иғтибарға, ә ул һине барыбер ҡурсалай - бергә уйнап үҫкән күрше ҡыҙы булып, ғашиҡ иттергән сибәр булып, тормош иптәшең, балаларыңдың әсәһе булып...

Ринат ЗӘКИЕВ, отставкалағы полиция подполковнигы: Дөйөм алғанда гүзәл заттарҙа тыныс холоҡ, кешене тыңлай белеү, көр күңеллелек, эскерһеҙлек кеүек сифаттар оҡшай. Илгәҙәк, асыҡ күңелле, шул уҡ ваҡытта тотанаҡлы, ипле ҡатын-ҡыҙҙар менән һоҡланам. Һәм бөтә был сифаттар минең ҡатынымда сағыла, тип ауыҙ тултырып әйтә алам.

Кәләшем Алһыу менән бик иртә өйләнештек. Миңә 20, уға 18 йәш ине. Әрме сафынан ҡайтып, ауыл һайын туғандар менән күрешеп йөрөгәндә тап иттем мин уны. Урам баҡсаһында йырлай-йырлай сәскәләргә һыу ҡойған ҡыҙ күңелемде әсир итте. Хатта урам уртаһында ҡып туҡтап, уға ҡарап торғанымды ла һиҙмәгәнмен. Бер аҙ аң кергәс, тимерҙе ҡыҙыуында һуҡтым - шунда уҡ барып таныштым. Ул ваҡытта Алһыу 11 синыфта уҡый ине, тыуған ауылына ялға ҡайтҡайны. Уның матурлығы, яғымлы ғына итеп һөйләшеүе башымдағы уйҙарҙы бөтөнләй сырмалтты. "Был ҡыҙ минең кәләшем булырға тейеш", тинем дә ял һайын уның ауылына килә башланым. Яйлап ата-әсәһе, ҡустылары менән дә танышып, уртаҡ тел таптым, бесәнгә лә йөрөштөм, бәрәңге лә алыштым. Ғөмүмән, үҙемде бар яҡлап тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттем инде.

Буласаҡ ҡәйнәмдең дә ихлас, эскерһеҙ кеше икәнен күрә йөрөнөм. Ҡулынан килмәгән эш юҡ. Үҙе генә эшләмәй, ҡыҙына ла эштең бөтә нескәлектәрен төшөндөрә йөрөй. Нисек итһәм иттем, ләкин Алһыу мәктәпте тамамлап, университетҡа уҡырға ингәс тә өйләнештек. Хәҙер 26 йыл бергә йәшәйбеҙ, ике улыбыҙ, ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Ғаилә ҡороп бергә йәшәй башлағас, ҡатынымдың тағы ла бик матур сифаттары асылды. Ул ҡунаҡсыл, йомарт, ышаныслы, ихлас. Фатирыбыҙ бәләкәй генә булғанда ла өйҙән кеше өҙөлмәне, Алһыу бер ҡасан да йөҙ боҙоп ултырманы, туғандарҙы һинекенә-минекенә бүлмәне, һәр саҡ алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алып оҙатып ҡалды. Хәҙер ҙур йортобоҙ ҡапҡаһы ла ябылмай, туған һәм дуҫтарға балаларҙың класташтары өҫтәлде, уларҙың ата-әсәләре менән дә яҡшы аралашып, бергә-бергә йәшәйбеҙ.

Өйләнешеп, 10 йыл йәшәгәндән һуң да балабыҙ булманы. Был ауыр һынауҙы ла Алһыу лайыҡлы күтәрҙе, миңә лә йыуатыу һүҙҙәре таба белде. Әгәр ҙә шул йылдар эсендә уның оло йөрәклеге, тыныслығы, түҙемлеге булмаһа, бәлки, ғаиләбеҙ тарҡалыр ҙа ине. Әлеге көндәге тулы бәхетебеҙ тик кәләшемдең рухи көсө, характерындағы ныҡлы үҙәктең булыуына бәйле. Шул йылдар эсендәге үҙемдең мыжыҡлығым, бөтә ғәйепте уға япһарырға тырышыуым, үҙемде йәлләтеп йәшәүем өсөн әле булһа оят.

Оҙаҡ йылдарҙан һуң бер-бер артлы тыуған балаларҙы тәрбиәләүҙә лә ҡатынымдың тәрән аҡыллылығы өҫкә сыҡты. Көтөп алынған балалар булһа ла, үҙендә уларҙы башҡа менеп ултыртмаҫлыҡ ихтыяр көсө таба, артыҡ иркәләтеүҙән тыйыла, мине лә тыя. Хеҙмәткә өйрәтеүҙе өҫтөнлөклө урынға ҡуя. Балалар тәрбиәләгәндә сабыр, ниндәй хәлдәр килеп тыуһа ла һалҡын ҡанлы, зирәк уйлы булып ҡала белеүе мине һоҡландыра. Шул уҡ ваҡытта ул балаларҙы өҙөлөп ярата, кәрәк була ҡалһа, улар өсөн ҡалҡан булып тора.

Атаһы менән әсәһенә, ҡайны менән ҡәйнәһенә ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы ҡыҙ һәм килен, уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй - был барыһы ла ҡатыным Алһыу тураһында.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ, яҙыусы: Был һорауға оҙон-оҙаҡ итеп яуап та эҙләп тормайынса, Абдулхаҡ Игебаевтың "Ҡатындар" тигән киң билдәле шиғырын килтереп тә ҡотолорға булыр ине:

Эй ҡатындар, сибәр ҡатындар,

Күңелдәргә бик тә яҡындар.

Әйтерһең дә инде уларҙа

Әллә ниндәй сихри ялҡын бар!

Эй ҡатындар, эшсән ҡатындар,

Шундай матур, бары ла алтындар,

Әммә оҙағыраҡ йәшәһен

Ир ҡәҙерен белгән ҡатындар!

Минеңсә, иң матур ҡатын-ҡыҙ һин яратҡанылыр. Әгәр ҙә ул һиңә оҡшай икән, тышҡы матурлығына, сифат-мифатына ҡарап тормайһың инде ул. Киреһенсә, был осраҡта хатта донъялағы иң йәмһеҙ, иң холоҡһоҙ ҡатын-ҡыҙ ҙа һиңә иң матуры, иң-иңе булып күренәлер, тием. "Матур матур түгел, яратҡан матур", тиҙәр бындай осраҡта. Терпе лә балаһына "Йомшағым!" тип өндәшә, ти.

"Матурлыҡ туйҙа, матур холоҡ көн дә кәрәк", тип тә әйтәләр. Икенсенән, ир-ат тәбиғәте буйынса һунарсы һәм уға ҡатын-ҡыҙҙың ҡырыҫ һәм серле булғаны күберәк оҡшайҙыр, тип уйланыла. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ тәүге осрашыуҙа уҡ ир-ат алдында барлыҡ серҙәре, башҡа яҡтары, холоҡ үҙенсәлектәре менән асылһа, ундай нескә зат янында ир-ат оҙаҡ тотҡарланмайҙыр ул. Был йәһәттән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ серле булған ғаиләләр тотороҡло, оҙон ғүмерле булалыр. Әммә бында ябайлыҡ, эскерһеҙлек сифаттарын берҡатлылыҡ менән бутарға тейеш түгелбеҙҙер. Киреһенсә булған осраҡта, һунарсы зауығын сарыф итер обьект эҙләп ир ситкә китәлер. Ир кеше, үҙе лә аңламайынса, ҡатынының серҙәрен асыр өсөн ғүмер буйына уның барлыҡ көйһөҙлөктәренә түҙеп йәшәй бирә: бына-бына ул сер беленер ҙә, күк ҡабағы асылып китер кеүек! Ә ҡатынының ундай серҙәре бөтөнләй ҡалмай, булмай тиерлек, бары тик ул серле булып ҡылана, ғаилә сәхнәһендә серле ҡатын ролен башҡара ғына.

Тағы ла бер ҡыҙыҡлы күҙәтеүем: ҡыҙға егет кеше нисек кенә оҡшамаһын, ул үҙе башлап тойғоларын белдерергә ҡыймай. Белдерә икән, егет кеше уның был аҙымын дөрөҫ итеп баһаламаясаҡ. Пушкиндың Татьянаһы ла үҙе башлап Онегинға хат яҙа һәм тойғолары яуапһыҙ ҡала. Әлбиттә, Онегинда тойғолар бик һуңлап уяна, был саҡта инде ҡыҙ унан баш тарта.

Минеңсә, әгәр ҙә ҡыҙға егет оҡшай һәм ул һөйгәненә тойғоларын белдерергә теләй икән, әлеге лә баяғы серлелеге, илаһилығы ярҙамында барыбер ҙә егеткә ишаралар, кинәйәләр ярҙамында битараф булмауын белдерергә тейештер. Был йәһәттән мәрхүм Әмир Ишемғоловтың бер фекерен иҫкә төшөрөү бик урынлы булыр: "Сәскәләр бөжәктәр, бал ҡорттары ярҙамында һеркәләнә. Бал ҡорттары фәҡәт үҙенә килеп ҡунһын өсөн дә сәскәләр матурлығы, нәфислеге менән уларҙы үҙҙәренә арбай. Сәскәләр шуның өсөн дә матур, күҙ яуын алырлыҡ була..."

Бәс, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа шуның өсөн матур, күҙ яуын алырлыҡ бит!

Марат ӘХМӘТШИН, алып барыусы, блогер: Мин "тәү күреүҙән ғашиҡ булыуҙың" барлығына ышанам, сөнки үҙем менән ошо уҡ хәл булды. Буласаҡ кәләшемде беренсе күргәндә үк уға ғашиҡ булдым, һылыу ҡыҙ бөтә күңелемде, йөрәгемде ялмап алды. Иң беренсе уның тәбиғи матурлығы күҙемә ташланды, косметиканы бик самалы ғына итеп ҡулланған ҡыҙ һоҡландырмай ҡалманы. Минең өсөн тәбиғилек - мөһим фактор, сөнки иртән - бер, көндөҙ бөтөнләй икенсе йөҙлө ҡатынды күреп йәшәү минең холҡома тап килмәй. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡайһы бер гүзәл заттар иҫ китмәле итеп битен буяй, унан ҡалһа, оҙооон итеп керпек үҫтертә, ирендәрҙе бүлтәйтә, тәненең ҡайһы урынындыр ҡырҡтыра, икенсе урынына ҡуйҙыра - иҫең китер. Ундай ҡатын-ҡыҙҙар көндөҙ бер сүрәттә йөрөһә, битен йыуғас, бөтөнләй икенсе ҡиәфәткә инә. Йәмһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар булмай, тик ни өсөн был алама трендты күтәрмәләйҙәрҙер - аңламайым.

Кәләшемдең ярҙамсыллығы һәм нәзәкәтлеге лә күңелемә яҡын сифаттар. Ғаилә ҡорған ирҙең тәүге ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, уны күтәрмәләп тороусы ҡатыны булырға тейеш. Ниндәй хәлдә лә өйҙә аңлаусы, зирәк, аҡыллы ҡатын көтөүен тойоп йәшәү мине көслөрәк итә, илһамландыра, ниәттәремде тормошҡа ашырыуға дәрт-дарман өҫтәй. Әгәр ҙә уға ҡайһы бер фекерем, эшем оҡшап етмәһә, ул күңелде китеп тура бәреп әйтмәй, ә ипле генә итеп үҙенең фекерен еткерә: "Һин дөрөҫ уйламайһың, был эш бер ҡасан да барып сыҡмаясаҡ, бушҡа ваҡыт әрәм итмә", тимәй ул, ә "Бәлки, был осраҡта ошолай эшләп ҡарау дөрөҫөрәк булыр", йәки "Әйҙә, ҡабаланмайыҡ һәм тағы ла бер тапҡыр уйлайыҡ", тип күп осраҡта мине яңылышыуҙан һаҡлап ҡала. Ир заты бит ул үҙһүҙлерәк, үҙен һәр саҡ хаҡлы, тип уйлай, ҡыҙыу ҡанлы була. Бына ошондай ваҡыттарҙа аҡыллы ҡатын иренең яйын табып, хәлде көйләп ебәрә.

"Ир-аттың йөрәгенә юл уның ашҡаҙаны аша ята", тиеүҙәре бер ҙә шаштырыу түгел. Минең кәләшем тәмле итеп аш-һыу әҙерләй, ә уның борщы иһә бөтөнләй телде йоторлоҡ. Эштән ҡайтып ингәндә кухнянан тәмле еҫтәр сығып торһа, һине һағынып көтөп алған ҡатының һәм балаң булыуы бәхеттең үҙелер.

Тирә-яҡтағыларға ҡарата хәстәрлек һәм изгелек күрһәтә белеүе, һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙҙың иң күркәм сифаттарының береһе. Ир-егеттәр үҙе тирәләй йылылыҡ, хәстәрлекле мөхит булдырған ҡатын-ҡыҙға тартыла һәм баһалай. Оптимистик рухлы, үҙ-үҙен ихтирам иткән, юмор яратҡан һәм шаяртыуҙарҙы урынлы ғына итеп ҡуллана белгән гүзәл заттар ҙа һис ҡасан бер үҙҙәре булмаясаҡ. Беҙ, ир-ат, һәр ваҡыт беҙгә шикләнеп ҡараған ҡатын-ҡыҙҙан ҡасабыҙ, сөнки ышаныслы мөнәсәбәт төҙөй алыу һәләте - уңышлы ғаилә ҡороуҙың бер бағанаһы ул.

41 views·1 share