ХЕҘМӘТ БАҺАҺЫ
Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?
Рөстәм ФӘХРЕТДИНОВ, Өфө фән һәм технологиялар университетының иҡтисад специальносы буйынса магистранты: Күптән түгел миңә Мәскәү дәүләт педагогия университетының Тарих һәм сәйәсәт институты директоры Владимир Шаповаловтың сығышын тыңларға тура килгәйне. "РФ Президенты Владимир Путин хеҙмәтте Рәсәйҙең төп ҡиммәттәренең береһе булараҡ баһаланы", - тигәне хәтеремә ныҡ уйылып ҡалды. Ысынлап та, илебеҙ хеҙмәт кешеһен ҙурлауҙың бай традицияларына эйә. Хеҙмәт һәм эш кешеһе һәр ваҡытта ла йәмғиәттең төп ҡиммәте булды. Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте, тигәндәй, ябай эш кешеһенең фиҙаҡәрлеген баһалай ҙа белделәр. Улар лайыҡлы эш хаҡы ла алды, бик күп ябай эшсе һәм колхозсылар Социалистик Хеҙмәт Геройы, шулай уҡ үҙ һөнәрҙәре буйынса "атҡаҙанған" исемдәргә лайыҡ булды. Ябай хеҙмәтсәндәр араһынан Юғары Совет депутаттары ла күп ине. Бөгөн, әлбиттә, Хеҙмәт Геройы тигән почетлы исем яңынан ҡайтарылды, эшсе һөнәрҙәре әҙерләп сығарыусы уҡыу йорттары ла үҫешә, заманына яраҡлаша бара. Иң мөһиме - сәнәғәт предприятиелары тергеҙелде һәм улар бөгөн импортты алмаштырыу өлкәһендә, шулай уҡ оборона заказдарын үтәү буйынса эшләй.
Былар, әлбиттә, ҡыуаныслы, сөнки бөгөн ситтән көтөп ултырырға, юғары хаҡҡа һатып алырға түгел, ә үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итергә форсат тыуҙы. Ә шулай ҙа хеҙмәт баҙарына күҙ һалһаҡ, башҡарылаһы эштәр бик күп әле. Мәҫәлән, һуңғы ике йылда хеҙмәт баҙарында эшһеҙлек кимәле кәмей барыуға ҡарамаҫтан, кадрҙар ҡытлығы килеп тыуҙы. "Коммерсант" үткәргән һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, иҡтисад өлкәһендәге бөтөн Рәсәй компанияларында ла кадрҙар ҡытлығы күҙәтелә һәм был бигерәк тә транспорт (водителдәр, склад эшселәре), төҙөлөш, IT компаниялар (программистар), финанс ойошмаларына, хеҙмәтләндереү (автосервис мастерҙары һәм эшселәре) өлкәләренә ҡағыла. Кадрҙарға ихтыяж арта, ә эш эҙләүселәр бәләкәй эш хаҡына бил бөгөргә теләмәй. Редакция һорауындағы "хеҙмәттең баһаһы" тигәндәй, ул хәҙер, ысынлап та, юғары хеҙмәт хаҡына бәйле. Эш биреүселәрҙең байтағы хәҙер үҙ компанияларының эш хаҡы системаһын ҡайтанан ҡарап сығырға мәжбүр.
Әйткәндәй, бөгөн Рәсәйҙә эш хаҡтарының тигеҙһеҙлек кимәле, үкенескә, ярайһы юғары булып ҡала. Был Росстаттың былтырғы йыл мәғлүмәттәренән дә яҡшы күренә. Уртаса эш хаҡы күрһәткестәре буйынса Рәсәй субъекттары араһындағы айырма - 4,4 тапҡыр тәшкил итһә, төрлө һөнәрҙәр араһындағы айырма урыны менән хатта 10 тапҡырҙан да артып китә. Ҡағиҙә булараҡ, айырыуса бюджет өлкәһендә эшләүселәр был йәһәттән "үгәйһетелә". Әлегә тиклем 15 меңгә эшләп йөрөүсе уҡытыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре (11 мең), урам һепереүселәр (15-20 мең), кесе медперсонал (15-22), йөк тейәү-бушатыусылар (20-30 мең) бар. Беҙҙе, бөтә төр хеҙмәт тә маҡтаулы һәм баһалы, тип өйрәтһәләр ҙә, әлеге түләү системаһы һаҡланып ҡалһа, киләһе йылдарҙа был эш урындарына килергә теләүселәр ҡалмауы ла ихтимал.
Айгөл ИШБИРҘИНА, йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих уҡытыусыһы: "Хеҙмәт кешене матурлай һәм камиллаштыра," тигән Виссарион Белинский. Бөгөнгө йәмғиәт шарттарынан сығып, мин был бөйөк аҡыл эйәһенең һүҙҙәренә шулай тип өҫтәргә батырсылыҡ итер инем: бөтөн төр хеҙмәт тә түгел һәм бөтөн кешене лә түгел. Эш ниҙә, тейерһегеҙ. Башлайыҡ улайһа, баштан. Бөгөн эш эҙләүсе үҙ юлында ниндәй ҡаршылыҡтар һәм һикәлтәләр аша үтә, беләһегеҙҙер. Айырыуса йәш белгестәр был йәһәттән арып, арманһыҙ булған осраҡтар байтаҡ, үҙемдән беләм. Эш биреүсегә, ғәҙәттә, 20-30 йәштән дә кәм булмаған һәм шул уҡ ваҡытта 3 йәки 5 йыл стажлы йәш белгестәр генә кәрәк. Был аңлашыла ла, сөнки ундай кадрҙы эшкә өйрәтеп, ваҡыт сарыф итеп тороу кәрәкмәй, тип уйлай ул. Уныңса, йәш кеше эшкә алынғас та үҙенең вазифаһын башҡарырға тотона, тик шул уҡ ваҡытта уның коллективта яңы кеше булыуын иҫтә тотоп, был белгескә уның вазифа бурысына инмәгән башҡа төрлө ваҡ-төйәк һәм ойоштороу, йомош-юлға йүгереү кеүек бурыстар ҙа йөкмәтелә башлай. Ә бындай "ваҡ-төйәк" өсөн, тәбиғи, уға бер тин дә өҫтәп түләнмәй.
Минең үҙемә бер осор ана шундай эшкә барып инеп, үҙ һүҙен генә һүҙ итеп, кадрҙар менән тупаҫ мөғәмәләгә өйрәнгән һәм уларҙың мәнфәғәттәрен һанға ла һуҡмаған бер етәксе ҡулы аҫтында эшләп алырға тура килгәйне, ҡыҙғанысҡа. Был етәксенең бар булмышы үҙенән юғарылағы түрәгә ярарға тырышыу ине. Сер итеп кенә әйтәйем, булмаһа, был коммерцияға ҡараған эш урыны түгел, ә нисек кенә ғәжәп булмаһын, дәүләт ойошмаһы ине. Нисек тә шәберәк күренеү һәм тиҙерәк рапорт биреү өсөн ул беҙҙе эш ваҡытынан һуң да, хатта ял һәм байрам көндәрендә лә эшләргә мәжбүр итә ине. Һәм беҙ ни бары 20, ә инде төнгө 10-11-гә тиклем эшләһәң, 30 мең хеҙмәт хаҡына ла риза булырға мәжбүр инек. Шулай итеп, уҡыған һөнәремә төрҙәш булыуына ҡарамаҫтан, миңә был эштән баш тартырға тура килде. Уның ҡарауы, мәктәпте бик яратып бөтмәһәм дә, уҡыта башлағас, миңә бында көндән-көн нығыраҡ оҡшай бара, сөнки уҡытыусылар коллективы һәм мәктәп мөхите бөтөнләй икенсе донъя, ижади башланғыстарға юл асылып ҡына тора.
Тимәк, эште ойоштороусы, бөгөнгө тел менән әйткәндә, менеджерҙарҙың да үҙ бурыстарын ни кимәлдә башҡарыуына бәйле теге йәки был төр хеҙмәттең баһаһы. Тик шулай ҙа, Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә педагогтарҙы "ҡағыҙ" мәшәҡәттәренән бушатыу тураһында һәм уҡытыусыларҙы лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү хаҡында күрһәтмә биреүгә ҡарамаҫтан, үҙгәрештәр әллә ни һиҙелмәй. В. Путин белдереүенсә, илдә уҡытыусыларҙың эш хаҡы ғәҙел булырға һәм аҙ түләнгән төбәктәрҙә эш хаҡы өҫтәлергә тейеш ине. Ғөмүмән, беҙҙә, "яҙылмаған" ҡағиҙә булараҡ, мәктәптәрҙә генә түгел, башҡа өлкәләрҙә лә йәштәргә эш хаҡы бик аҙ түләнә. Уның төрлө нигеҙләмәләре бар, мәҫәлән, тейешле эш стажың булмау. Тик бында, ниңәлер, йәш кешенең хеҙмәт өлөшө, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүенә "күҙ йомола". Ә бит күңелен биреп эш башлаған кеше лайыҡлы баһа - уны артабан дәртләндереүсе эш хаҡы көтә. Был, дөрөҫөн генә әйткәндә, хеҙмәткә иң ҙур баһа.
Ә һеҙ "Ни өсөн хеҙмәттең баһалары самалы булып китте әле?" тип һорайһығыҙ. Эш хаҡы ниндәй - хеҙмәттең баһаһы ла шундай, сөнки бөгөн кеше шундай йәшәү шарттарына дусар ителгән, бөгөн йәшәү көндән-көн ҡиммәтләнә бара. Элекке совет осорондағыса, ҡоро хеҙмәт энтузиазмы менән генә туҡ йәшәп булмай. Аҡсаң бар икән, һин кеше, юҡ икән, хәйерсе. Ҡайҙа яҡшы түләйҙәр, шунда эшкә баралар - оҡшаймы был, юҡмы кемгәлер. Бөгөнгө хәҡиҡәт шундай. Әгәр "юғары баһалы" эштә эшләйем, тиһәң, бының өсөн йә IT белгес булырға, йәки нефть һәм газ сәнәғәтендә эшләргә кәрәк, тик был һәр кем өсөн дә мөмкин түгел. Кеше күңеленә ятҡан, яратҡан эшен башҡарырға хоҡуҡлы һәм бының өсөн ул хеҙмәтенә лайыҡлы хаҡын алырға тейеш, шунда ғына хеҙмәттең баһаһы күтәрелер һәм, Белинский әйтмешләй, кеше эше менән матур, шат күңелле булыр, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшер.
Ғәлимйән УСМАНОВ, пенсионер, хеҙмәт ветераны: Республикабыҙҙағы металлургия йүнәлешле заводтарҙың береһендә 23 йыл фрезлаусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Фрезлаусы металл менән эш итә, әҙерләмәне махсус станокта йышып, һырлап, талап ителгән үлсәмдәрҙә деталдәр етештерә. Ябай эшсе булһа ла ул ниндәйҙер кимәлдә дөйөм белем нигеҙҙәренә эйә булырға тейеш, сөнки был һөнәр чертежды дөрөҫ "уҡый" белеүҙе талап итә, бының өсөн иһә геометрия, черчение нигеҙҙәрен, шулай уҡ металды эшкәртеү теорияһын белергә кәрәк. Тәүҙә өлкән иптәштәрем мине һөнәр серҙәренә өйрәтһә, аҙаҡ үҙемә лә йәш өйрәнсектәр менән эшләргә тура килде. Ошо остазлыҡ эшмәкәрлегем тураһында бер миҫал.
Шулай бер мәл миңә йәш кенә бер егетте алып килделәр һәм фрезлаусы һөнәренең "әлеп"тәрен төшөндөрөргә ҡуштылар. Ҡарайым, үҙен бик текә тота был үҫмер. Бер ниндәй эш тәжрибәһе булмаған был йәш-елкенсәк, иң беренсе, нисек шундай ҙур заводҡа килеп эләкте икән һуң, тип баш ватам. Ярай, бының кеүектәр минең ҡул аҫтында күп булдылар, бөтәһен дә өйрәтеп сығара торҙом. Күбеһе заводтан тура армия сафына китте һәм хеҙмәт итеп ҡайтҡас, яңынан ошонда килеп эштәрен дауам итә торҙолар. Улар һәр саҡ минең күҙ алдында булдылар, әле лә шулай ир ҡорона инеүҙәренә ҡарамаҫтан, килеп кәңәшләшәләр. Ә инде ҡайһылары ошо уҡ предприятиела төрҙәш һөнәр үҙләштереп, икенсе цехтарға күсһәләр ҙә мине онотмайҙар, килеп хәл-әхүәл белешәләр, рәхмәттәрен әйтеп китәләр - улар өсөн мин бик шатланам һәм киләсәктә лә һынатмаясаҡтарына ышанам, сөнки ҙур коллективтағы эшсе мөхите үҙе үк бына тигән тәрбиә мәктәбе ул. Әлеге йәш егет икенсерәк холоҡло булып сыҡты. Ҡыҫҡаһы, эшкә әллә ни барымы булманы. Беренсенән, эшкә бер нисә тапҡыр һуңлап килгәнендә яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алып, уны аралап ҡалырға һәм үҙе менән ныҡ ҡына "ирҙәрсә" һөйләшеп алырға тура килде. Атаһын күреп тә танышып-һөйләшеп алмайынса булманы. Районда ҙур ғына вазифала эшләп, ялға сыҡҡан һәм миңә ҡорҙаш тейешле кешенең иркә генә үҫкән балаһы икәнен белдем. Түләп, Магнитогорскиға уҡырға индергәндәр, ләкин уҡыуын ташлап ҡайтып килгән һәм ярты йыллап уҡымай ҙа, эшләмәй ҙә ятҡан, ә кистәрен оҙаҡҡа юғалып тороп, бер-ике рәт туҡмалып ҡайтҡас, насар компаниянан аралау өсөн ошо беҙҙең комбинатҡа урынлаштырғандар. Ни тиһәң дә, комбинаттың урындағы халыҡ араһында абруйы ҙур, уның бай хеҙмәт традициялары бар, бына тигән алдынғы, тырыш йәштәребеҙ күп.
Һәм был баланы миңә ышанып тапшырҙылар. Тимәк, уның киләсәге өсөн мин дә яуаплы булып сығам бит, тинем дә, тотондом быны тәрбиәләргә. Бәхеткә күрә, черчение яратҡан дәресе булып сыҡты бының. Шуның аша эш итергә булдым. Тәүҙә ябай ғына деталдәрҙән башланыҡ. Күрәм: һин дә мин "уҡый" башланы бит деталдәрҙең һыҙмалағы һүрәтләнешен. Аҙаҡ инде эш станокка күсте. Егетте тулыһынса автоматта эшләүсе , йәғни ЧПУ (һанлы программа идараһы менән) станоктар ныҡ йәлеп итте. Йәштәр, ни тиһәң дә, заманса юғары технологияларҙы тиҙ үк төшөнөп тә, отоп та ала - бына шуныһы ҡиммәт. Тик эшләргә теләк кенә булһын да, күңеленә ятҡан өлкә булһын. Үҙаллы эшләп сығарған тәүге детале өсөн нисек ҡыуанды ул! Тәүге эш хаҡын алыу ҙа уға ҙур ҡыуаныс булды, ата-әсәһен шатландырып, бүләктәр алып ҡыуандырыуы минең хеҙмәтемә лә ҙур баһа ине. Шулайтып яйлап эштәр алға барҙы. Егетем инде үҙаллы эшләй башлағас ҡына, уға армия сафына повестка килеп төштө, ә мин хаҡлы ялға киттем.
Кәрәк, тиһәләр, эшемде дауам итергә лә әҙермен, сөнки йәштәр менән эшләп, үҙеңде лә улар янында йәшерәк, ҡеүәтлерәк, дәртлерәк тояһың. Икенсенән, уларҙы производствоға етәкләп тигәндәй индереп ебәрергә, кәңәштәрең менән ярҙам итергә лә кеше кәрәк бит. Элекке совет осоронда уңыш ҡаҙанған хеҙмәт тәрбиәһе - наставниктар мәктәбе юҡҡа ғына булдырылмағайны шул. Иң мөһиме, йәштәребеҙҙе ҡыҙыҡһындыра белергә, иғтибарҙарын уларҙың күңеле тартҡан өлкәгә бороп ебәрергә кәрәк, ә былай улар һис тә эштән ҡурҡмай, ҡыҙыҡһыныу бар, ана шуны мәлендә тотоп алып, йүнәлеш биреү мөһим.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
