ЙӘМӘҒӘТ ОЙОШМАЛАРЫ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ
Бөгөн тормошобоҙҙа күп социаль мәсьәләләр йәмәғәт ойошмалары тарафынан тормошҡа ашырыла түгелме?
Руслан ЗАРИПОВ, Башҡортостан Республикаһының "Мин илһөйәр" гражданлыҡ-илһөйәрлек тәрбиәләү төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Бөгөнгө көндә хәл ителәһе мәсьәләләр бик күп йәмғиәттә. Улар тормоштоң төрлө тармағына барып тоташа һәм бөтә йәмғиәт менән бергәләп йырып сығыуҙы талап итә. Шуға күрә, ниндәй генә өлкәне алма, ул спорт булһынмы, илһөйәрлек темаһымы йәки бүтәндәреме - беҙҙең кеүек йәмәғәт ойошмалары, ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм башҡалар берҙәм эшләгәндә генә ниндәйҙер ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Ғөмүмән алғанда, һәр кем хәленән килгәнсә ғаиләләге, республикалағы, илдәге һәм тотош йәмғиәттәге тотороҡло үҫеш, алға китеш өсөн ярҙам итергә бурыслы. Был йәһәттән мин республикала эшләп килгән төрлө йәмәғәт ойошмаларының әүҙем эшмәкәрлеген билдәләп үтер инем. Ундағы энтузиастарҙың тырышлығы, бер хәлгә лә битараф булмауҙары әллә күпме эштәр башҡарырға булышлыҡ итә. Яҡшы күңелле, изге уйлы кеше булыу өсөн көслөлөк кәрәк. Һәм йәмәғәт ойошмаларында нәҡ ошондай кешеләр тупланып, иңдәренә ҙур һәм ауыр йөк артылдырып алға барыуҙарын дауам итеп кенә ҡалмайҙар, ә рухи көстәре менән дә бүлешәләр.
Бөгөнгө көндә бигерәк тә илһөйәрлек темаһы йәмғиәттә ҙур урын алып тора. Шуға күрә ошо өлкәлә эшләүсе йәмәғәт ойошмаларының, айырым кешеләрҙең хеҙмәтен баһалап үтергә кәрәк. Улар йәштәрҙе, балаларҙы илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай һәм илебеҙҙең яҡшы киләсәге өсөн хәҙерҙән үк ныҡлы нигеҙ булдыра. Беҙҙең ойошманың да эшмәкәрлеге нәҡ гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләүгә ҡоролған. Беҙ ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм балаларҙы бергә туплауҙы, тормошта килеп тыуған төрлө социаль мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеүҙе күҙ уңында тотоп эшләйбеҙ. Шулай уҡ тамырҙарыбыҙҙы, шәжәрәләрҙе, тыуған яҡты, туған телебеҙҙе һәм ғаилә мираҫтарын өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Үҙ тарихын өйрәнгән, мәҙәниәтен белгән, тыуып үҫкән ерен һәм илен яратҡан, рухи байлыҡ тураһында онотмаған балалар тәрбиәләү тәүбурысыбыҙ булып тора.
Гөлшат ИБРАҺИМОВА, "Әсә йөрәге" әсәйҙәр советы" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Тормошта ниндәй генә хәлдәр килеп тыуып торһа ла, йәмғиәттә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән ил Хөкүмәте лә, төрлө йәмәғәт ойошмалары ла әүҙем эшләй һәм уңыштарға өлгәшә. Һәм әйтергә кәрәк, республикалағы дәүләт органдары йәмәғәт ойошмалары менән бергә төрлө проекттар өҫтөндә эшләй, сөнки берҙәм булғанда ғына теге йәки был мәсьәләне йырып сығырға, эште алға ебәрергә мөмкин.
Беҙҙең ойошма өс меңдән ашыу ғаиләне берләштерә. Эшмәкәрлегебеҙ ғәрип балаларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль яҡлау күрһәтеүгә ҡайтып ҡала. Беҙ төрлө конкурстар, байрамдар ойошторабыҙ, ата-әсәйҙәргә һөнәри белемен камиллаштырырға булышлыҡ итәбеҙ, психотерапевтар ярҙамы күрһәтәбеҙ, шулай уҡ реабилитация һәм абилитация (тормошҡа яраҡлаштырыу) үтеүҙә килеп тыуған һорауҙарҙы сисеүгә бәйле консультациялар үткәрәбеҙ.
Был һан артында ҡоро статистика түгел, ә әллә күпме ғаиләнең көндәлек борсолоуҙары, иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәшәҡәттәре һәм хәл итәһе мәсьәләләре тора. Әлбиттә, бөгөнгө көндә Хөкүмәт тарафынан ярҙам күрһәтелә: төрлө реабилитация үҙәктәре эшләй, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә яртылаш түләү һәм башҡа төр ташламалар ҡаралған һәм башҡалар. Ләкин беҙҙең һәм башҡа ошондай йәмәғәт ойошмаларың эшмәкәрлеге лә мөһим роль уйнай, сөнки улар кешеләргә ышаныс бирә, рухи көс өҫтәй, йәмғиәткә берләшергә булышлыҡ итә. Ҡайһы саҡта йылы һүҙ ҙә ауыр хәлдә ҡалған кеше өсөн ҙур ярҙам. Йәмәғәт ойошмалары нәҡ ошондай рухи терәк булыу менән бер рәттән, хоҡуҡи, социаль ярҙам күрһәтеүсе лә һәм республикала эшләп килгән барлыҡ ошондай ойошмалар ҙа үҙ эшен юғары кимәлдә башҡара.
Тамара МАЛБАЕВА, Көйөргәҙе районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Алдыбыҙға ниндәй мәсьәләләр, бурыстар ҡуйылһа ла, үҙебеҙ ниндәйерәк эш башҡарырға уйлаһаҡ та, күберәген нәҡ йәмәғәт ойошмалары ошо эштәрҙе башлап ебәрә. Йәмәғәт ойошмалары республикала берҙәм, әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләй. Мәҫәлән, күптән түгел беҙҙең районда Әсәйҙәр комитеты төҙөлдө. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ата-әсәләре, ғаиләләре менән тығыҙ бәйләнеш тота һәм уларға ниндәй ярҙам кәрәклеген белеп, тиҙ арала хәл итергә тырыша. Шулай уҡ бөгөн яраланып ҡайтҡан егеттәребеҙ ҙә бар, уларға ла төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү өҫтөндә эшләйҙәр. Беҙҙең халыҡта баҫалҡылыҡ көслө һәм яраланып ҡайтҡан егеттәребеҙҙең ҡайһы берҙәре үҙҙәренә тейеш ярҙамды ла алырға, ғөмүмән, ниндәйҙер ярҙам һорарға ла ҡыймайҙар. Ошондай саҡта Әсәләр комитеты бөтә тейешле ярҙамдың күрһәтелеүенә булышлыҡ итә. Беҙҙең райондан киткән һәр бер егеткә айырым посылкалар әҙерләнә. Был акцияны "Әсәйемдең йылы ҡулдары" тип атаныҡ һәм хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр райондашыбыҙға беҙҙең барыбыҙҙың да йөрәктән сыҡҡан изге теләктәребеҙ тыуған йорт йылыһы булып барып етеп, аҙ ғына булһа ла ауырлыҡтарҙы онотоп торорға ярҙам итәлер, тип ышанабыҙ.
Ауыл советтары, район хакимиәттәренең эше - бер, ә тотош халыҡтың, йәмәғәт ойошмаларының берҙәм күтәрелеп, ошондай эшмәкәрлек алып барыуы - икенсе хәл. Элек-электән ниндәйҙер мөһим эште башлар алдынан ололар йыйылып, кәңәш ҡорғандар. Бөгөнгө көндә лә күп эштең башында ололар, йәмәғәт ойошмалары тора. Бигерәк тә "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының әүҙемлеген танымай булмай. Улар онотолоп барған йолаларыбыҙҙы, кәсептәребеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеү менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, бөгөнгө ауырлыҡтар мәлендә берләшеүгә, еңеп сығыуға өндәй, гуманитар ярҙам ойоштороу буйынса ҙур эштәр атҡара.
Шулай уҡ туған тел мәсьәләһе лә бит иң тәүҙә нәҡ йәмәғәт ойошмалары тарафынан әүҙем күтәрелеп сыға. Улар балалар баҡсаһына, мәктәптәргә барып, ошо юҫыҡта төрлө саралар үткәрә, акциялар ойоштора. Йәмәғәт ойошмаларының фекеренә халыҡ та ҡолаҡ һала - шуныһы хуп. Ғөмүмән, айырым кешенең генә ниндәйҙер мәсьәләне күтәреп сығыуына ҡарағанда, йәмәғәт ойошмаһының ошо эшкә тотоноуы күпкә файҙалыраҡ һәм отошлораҡ. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына "Күмәкләгән - яу ҡайтарған", тимәгән бит. Шуға күрә, йәмәғәт ойошмалары беҙҙең йәшәйешебеҙҙе яҡшыртыусы, ыңғай яҡҡа алып барыусы бер күренеш, тип уйлайым.
Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
