Кальян тартыу — тәмәке тартыумы?
Никотин менән мауығыусыларҙың ҡылығы хаттин ашты, хатта һуңғы ваҡытта ҡалаларҙа йәмәғәт урындарында, парктарҙа кальян тарта башлағайнылар. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тартмаған кешеләрҙең мәнфәғәтен, һаулығын һаҡлау маҡсатында бындай күренештәрҙе сикләү, йәғни транспорт туҡталыштарында, парктарҙа, асыҡ һауала үткәрелгән төрлө саралар мәлендә тәмәке тартыуҙы тыйған закон ҡабул итте. Был хәбәр һеҙҙе шатландырамы?
Рима ЙӘҒӘФӘРОВА, Ейәнсура районы: Кальян тартыуға ҡағылышлы яңы закондың ҡабул ителеүенә, һис шикһеҙ, бик күптәр ҡыуанғандыр. Азия илдәренән килгән был мәҙәниәт һуңғы йылдарҙа беҙҙә лә ныҡ таралды. Хатта уны хуплап, тәмәкегә ҡаршы ҡуйырға маташыусылар барлыҡҡа килде. Йәнәһе лә, сигаретҡа ҡарағанда уның зыяны, уныһынан да бигерәк, тартыусыларҙың йәмғиәткә зарары юҡ. Медицина хеҙмәткәре булараҡ, шуны әйтә алам: уларҙың икеһе лә организм өсөн берҙәй хәүефле. Күптәр кальян тартҡанда һыу никотинды үткәрмәй, тулыһынса фильтрлай, шуның менән сигаретҡа ҡарағанда ҡурҡынысы юҡ, тип уйлай һәм бик яңылыша. Уның төтөнөндә генә лә әллә күпме канцероген, тәмәкелә булмаған токсиндар бар. Мин уны хатта наркотикка тиңләр инем.
Йылытыу өсөн файҙаланылған күмерҙең ағыулы һөрөм бүлеп сығарыуы ла күптән билдәле. Тап шуныһы менән тартмаған кеше өсөн дә, йәғни уның янынан үтеп киткәндә лә хәүефле ул.
Тағы ла шул мәғлүм ки: кальян йоғошло сирҙәрҙең таралыуына ла булышлыҡ итә, сөнки уның төрөпкәһен түңәрәк буйлап, бер-береһенән алып тарталар. Был иһә туранан-тура бактерияларҙың, вирустарҙың ауыҙҙан-ауыҙға күсеүенә булышлыҡ итә. Быйылғы коронавирус инфекцияһы таралған ваҡытта айырыуса ҡурҡыныс ул. Хатта туберкулез, гепатит В кеүек дауалауға ауыр бирелгән сирҙәрҙе йоҡтороу осраҡтары ла бар. Киҙеү һәм микоплазмоз кеүек ауырыуҙарҙы әйтергә лә түгел.
Ҡайһы бер рекламаларҙа кальянды маҡтап, хатта файҙалы тип ебәргәндәрен ишеткәнегеҙ ҙә, күргәнегеҙ ҙә барҙыр. Ышанырға ярамай, уны тартыусылар тәмәжниктәр кеүек үк яман шешкә дусар. Сит ил мәҙәниәте беҙҙә дөрөҫ йүнәлеш алмауын да билдәләп үтеү зарур. Мәҫәлән, кальяндың тыуған яғында уны тартҡан ваҡытта сәй генә эсәләр. Ә беҙҙә йәштәребеҙ бер үк ваҡытта кальян да тартып, шул уҡ ваҡытта һыра ла һемерергә мөмкин. Был осраҡта организм икеләтә ағыулана.
Тынсыу бүлмәлә кальян тартыу тағы ла хәүефлерәк, уның төтөнө кеше организмына ҙур зыян килтерә. Уны беренсе тапҡыр тартҡас та беленә. Үпкә юлына ыҫмала ултыра, һөҙөмтәлә ҡанға кислород етмәй. Ошо халәтте йәштәр ял итеү тип иҫәпләй.
Шуға күрә, шәфҡәт туташы һәм ике бала тәрбиәләгән әсәй булараҡ та, үҙебеҙҙең депутаттар ҡабул иткән законды тулыһынса хуплайым. Әгәр ҙә ул үҙ көсөнә инһә, яҡын киләсәктә сәләмәтлектәренә зарланыусылар бер аҙға ғына булһа ла, кәмер, тип ышанам.
Алик БАЙНАЗАРОВ, Өфө ҡалаһы: Бик күп кафеларҙың, һыра барҙарының "кальянная"ларға әйләнеүе, ысынлап та, бөгөн илдә, шул уҡ ваҡытта беҙҙең республикала ла кальян тартыу мәҙәниәтенең ныҡ таралыуы хаҡында һөйләй. Был биналарҙа бөгөн төрлө йәштәгеләрҙе осратырға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йыш ҡунаҡ унда.
Бындай биналарға күберәк эсмәгән, йәғни алкоголле эсемлек ҡулланмаған, дөрөҫөрәге, үҙҙәренсә сәләмәт тормош алып барам, тип уйлаған кешеләрҙең йөрөүенә иғтибар иткәнем бар. Улар башлыса бындай урындарға ял итеү, аралашыу өсөн килә. Бер яҡтан ҡараһаң, музыка тыңлап, тыныс ҡына һөйләшеп ултырыу өсөн яҡшы урын. Икенсе яҡтан, оҙағыраҡ ултырһаң, ул бик ауыр тәьҫир итә. Хатта икенсе көнөнә лә "бахмур синдромы"н кисергәнем бар. Был нимә тураһында һөйләй? Беҙҙең ҡанда кальян никотинына ҡаршы торорлоҡ көс юҡ. Организмдың ҡаршылыҡ күрһәтерлек ҡеүәте булмағанға ла алкоголь, тәмәке кеүек зарарлы ғәҙәттәргә тиҙ бирешәбеҙ. Бәйләнгәнлек барлыҡҡа килә. Шуға күрә бер нисә тапҡыр тартып ҡараным да, ундай урындарға бармаҫҡа булдым.
Һуңғы ваҡытта йәмәғәт урындарында, мәҫәлән, кеше күпләп йөрөгән Ағиҙел яры буйында йәштәрҙең кальян тартып тороуы менән дә бер ҙә килешмәйем. Берҙән, бында балалар, йәш әсәйҙәр күп. Ә кальяндың төтөнө зарарлы булыуын бер кем дә инҡар итмәй. Икенсенән, тегендә-бында төтәгән кальяндар баш ҡалабыҙҙың матур майҙансыҡтарын йәмһеҙләй, тип уйлайым. Ҡоролтай депутаттары ҡабул иткән закон үҙ көсөнә инһә, был күңелһеҙ күренештәргә, һис шикһеҙ, сик ҡуйыласаҡ. Штраф ҙур түгел, әлбиттә. Туҡталышта, паркта тартҡан ваҡытта күрһәләр, 500 һум түләйәсәкһең. Тағы тотолһаң - 1000 һум аҡсаңды әҙерләргә. Нисек кенә булһа ла, боҙ урынынан ҡуҙғалды, тип өмөтләнергә урын бар.
Беҙҙә бит үҙебеҙҙең йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе инҡар итеп, сит мәҙәниәтте үҙләштерергә генә торалар. "Кальянная" урынына ҡымыҙ эсеү урыны йәки ҡымыҙхана асһаң, унда Башҡортостандың төрлө райондарында етештерелгән ҡымыҙҙы килтерһәң, яҡшы итеп рекламалаһаң, халыҡ барыбер яйлап йөрөргә ғәҙәтләнер ине ул. Ни тиһәң дә, был эсемлекте, уның файҙаһын беҙҙә, кальянға ҡарағанда, һәйбәтерәк беләләр бит. Үҙебеҙҙең милли эсемлегебеҙҙе һатыу йәһәтенән бик тә отошло булыр ине.
Ә кальян тураһында егерме йыл тирәһе элек беҙҙә бер кем дә ишеткәне лә булмағандыр әле. Халыҡ күпләп Мысырға, Төркиәгә йөрөй башлағас ҡына "мода"ға инде ул. Бынан бер нисә быуат элек уны солтандар ғына тартҡан. Тик улар ваҡланған ынйы, әфиүн һәм хуш еҫле үләндәр файҙаланған. Аҡсаһыҙҙар ғына, бөгөн беҙҙәге кеүек, тәмәке ҡушҡан. Ә беҙҙә нисек? Аңын-тоңон белмәйенсә, мода артынан ҡыуырға ғына тора шул халыҡ.
Айтуған ИБРАҺИМОВ, Өфө ҡалаһы: Кальян һәм тәмәке - бер төрлө. Организмға зарары буйынса ла, тәғәйенләнеше йәһәтенән дә икеһе лә бер тиң. Уның да, сигареттыҡы кеүек актив (үҙе тартҡан) һәм пассив (тартҡан кеше эргәһендә тороп зыян алған) тартыусылары була. Шулай булғас, тәмәке тартыуға ҡарата булған сикләүҙәр кальянға ла ҡағылырға тейеш, тип уйлайым.
Юғиһә, һуңғы осорҙа был ғәҙәтте үҙ итеүселәр шул тиклем үҙен иркен тота башланы. Улар ҡайҙа теләй, шунда йыйыла. Дим биҫтәһенә ингән урында, Ағиҙел ярында йыш ҡына күрергә мөмкин уларҙы. Машиналар менән киләләр ҙә, багажниктарын асып, музыка аҡыртып, быҫҡыталар ғына. Йәштәрҙең ваҡыт үткәреү сараһына әүерелде, тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Элекке кеүек тәбиғәткә сығып, йылға буйында балыҡ тотоп, йырҙар йырлап ял итеүгә етмәй инде.
Үҙем шәхсән араҡы, һыра эсеп, ғауғалап, һуғышып йөрөгәндәр менән сағыштырғанда, кальян тартыусыларға ҡарата лояль мөнәсәбәттәмен. Әммә ҡатын-ҡыҙҙарҙың төтөн һурыуына ҡырҡа ҡаршымын, сөнки уның репродуктив ағзаларға кире йоғонтоһо бик ҙур икәнен яҡшы беләм. Башҡортостанда тартмаған кешеләрҙең һаулығын һәм мәнфәғәтен һаҡлау маҡсатында ҡабул ителгән ҡануниәтте лә шул сәбәптән сығып хуплайым. Кеше күпләп йөрөгән, балалар, үҫмерҙәр күргән урында тартыу тыйылыуы бик ваҡытлы.
Федераль закондың төбәктәргә үҙенең өҫтәмәләрен индерергә мөмкинлек биреүе бик яҡшы. Шуға ярашлы, беҙҙең республикала туҡталыштарҙа, спорт ярыштары, мәҙәни саралар барған урында кальян тартыу күренештәре сикләнер, тип уйлайым.
Ләйсән СӘЛИХОВА яҙып алды.
