Китап-гәзит һүҙенәме, әллә интернет мәғлүмәттәренә ышанаһығыҙмы?
Мәжит МӘХМҮТОВ, физика-математика фәндәре кандидаты: Китап - китап инде ул, юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит "ташҡа баҫылған" тип. Кешелек аҡылы булдырған һәм кешелек аҡылын туплаған мәңгелек ҡиммәттәрҙең береһе ул - китап, шулай булғас, уның һүҙенә нисек ышанмайһың! Фәнни хеҙмәттәр булһынмы, художестволы әҙәбиәт өлгөләреме - барыһы ла тормошобоҙ ағышын, ысынбарлыҡты сағылдыра. Икенсенән, китап китап булып нәшриәт "кухняһынан" (шулай әйтергә яраһа) өлгөрөп килеп сыҡҡансы кемдәр ҡулы аша ғына үтмәй! Ул мөхәррир, баш мөхәррир, корректор, ә инде махсус ниндәйҙер тармаҡ буйынса фәнни йә фәнни-популяр әҫәр икән - ғилми дәрәжәле ғалимдар, рецензенттар тарафынан уҡыла. Ҡыҫҡаһы, китап һүҙенә шуға күрә лә ышанабыҙ. Шуны уҡ матбуғат баҫмаларына ҡарата ла әйтергә булыр ине, ләкин һуңғы ваҡыт ҡайһы бер гәзит-журналдар, айырыуса үҙәк баҫмалар, йыш ҡына журналистика этикаһына хыянат итеп, юҡ-барҙы баҫып та сыҡҡылай. Унан һуң халыҡ телендә "һары" пресса, "бульвар гәзите" тип йөрөтөлгән баҫмалар рәтендәгеләр арҡаһында матбуғат һүҙенә халыҡ ышанысы кәмей төштө. Бында инде ҡайһы берәүҙәрҙең үҙе яҡшы белгән, ышаныс күрһәтеп алдырып уҡыған "үҙ" баҫмалары барлыҡҡа килде. Кеше хәҙер һайлап ҡына уҡый ваҡытлы матбуғатты. Ә уҡымағандары инде "тулайым" интернет донъяһына күсеп бөттө. Был да әллә ни насар түгел, ләкин унда ла һуңғы ваҡыт ялған, дөрөҫ булмаған (интернет телендә "фейковый" тип йөрөтөлә) мәғлүмәттәр күбәйҙе. Бына инде ундағы мәғлүмәттәрҙең барыһына ла ышаныуы ауыр. Хатта Википедияла ла хаталар китеүе ихтимал. Ә бит уға, рәсми белешмә сығанағы булараҡ, бик йыш мөрәжәғәт итергә тура килә. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы берәүҙәр, айырыуса интернетҡа "һалҡын ҡан" менән ҡараусылар (өлкәнерәк быуын вәкилдәре, мәҫәлән) уны күберәк тап ана шул белешмә сығанағы булараҡ ҡына файҙаланыуҙан ары китмәй ҙә. Шуға күрә ундағы мәғлүмәттәр һүҙ тейгеһеҙ дөрөҫ, объектив булырға тейеш. Әйткәндәй, ил Президенты В. Путин "Википедия"ны Ҙур Рәсәй энциклопедияһының электрон вариантына алыштырыу яғында булыуын белдерҙе. Совет заманындағы "Ҙур Совет Энциклопедияһы"ның тос һәм олпат томлыҡтарын хәтерләйһегеҙме - бына уларға, исмаһам, ышанырға була ине!
Интернеттың бәхәсһеҙ өҫтөнлөктәренең береһе тип мин уны уҡыу-уҡытыу эшендә файҙаланыуҙы әйтер инем. Ф.Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһының әле 1-се класында ғына уҡып йөрөгән ейәнсәрем Алһыу, мәҫәлән, уҡыуҙан ҡайтҡас та бик ихлас өйгә эштәренә тотона, сөнки уға интернетта ултырып мәсьәләләр, миҫалдар сисеүе бик мауыҡтырғыс шөғөл. Дистанцион программанан уға исеме менән мөрәжәғәт итеп, төрлө вариантта биремдәр ебәрелә һәм ул ошо заданиеларҙың хәл ителеш юлдарын эҙләй, таба, сисә - ҡыҫҡаһы, интернет киңлегендә "балыҡ кеүек йөҙә", хатта мине өйрәтеп, төҙәткеләп тә ала. Әле бына карантин ваҡытында дистанцион программа бик уңайлы. Ләкин бына өлкәнерәк балалар, үҫмерҙәр мәсьәлә сисеп кенә ултырмай шул, улар бер мәғлүмәт эҙләй башлай ҙа, икенсе мәғлүмәткә юлыға, унан башҡа темаларға күсеп китә йә уйын менән мауыға ла дәрес ҡайғыһы онотола. Ошо яҡлап, әлбиттә, үҫмерҙәр һәм балаларға контроль кәрәк, сөнки улар кәрәкмәгән йә хәҡиҡәткә тап килмәгән мәғлүмәттәр артынан ҡыуып, бик күп ваҡыттарын юғалта.
Фәнис ИСХАҠОВ, партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәй газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре, бокс буйынса спорт мастеры: Беҙҙең быуын халҡы баҫма мәғлүмәткә ышанып йәшәне, ләкин китап, айырыуса ваҡытлы матбуғат баҫмаларындағы хәҡиҡәт һәм ялғанды, күҙ буяуҙы ғына айырырлыҡ үҙеңдә мәғлүмәт тә, донъяға киңерәк ҡараш та, уҡымышлылыҡ та, сәйәси һиҙгерлек тә булырға тейештер, тейем. Бөгөн бигерәк тә, сөнки бөгөнгө матбуғат баҫмалары араһында ниндәй генә йүнәлеш тотҡандары, ниндәй генә ҡатлам мәнфәғәттәрен күҙәтеүселәр юҡ! Элегерәк матбуғат баҫмалары партия күрһәтмәләренә бәйле булһа, уның ҡарауы, хәҙер ҡайһы бер гәзит-журналдар бәйелһеҙлек "өлгөһө" лә күрһәтеп ҡуя һәм күрәләтә нахаҡ, ялған мәғлүмәттәр баҫып сығара. Шуға ла һәр бер баҫма һүҙенә ышанып барырға ла ярамай.
Ә бына китап һүҙенә, документаль әҫәрме ул, әҙәби баҫмамы - мин ышанам. Үҙебеҙҙең башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен генә алып ҡарағанда ла, уларҙың бит күпселеге халҡыбыҙ яҙмышын, уның рухи ынтылыштарын, республикабыҙ үҫешенең төрлө осорҙарын һәм унда ҡатнашлыҡ иткән айырым шәхестәрҙең, ябай кешеләрҙең тормош юлын, хеҙмәт ҡаһарманлыҡтарын - башҡарған эштәрен һүрәтләй. Тик улар әҫәр геройҙарының прототиптары булараҡ, икенсе төрлө исемдәр менән, ә ваҡиғалар, художестволы әҫәр алымдарына ярашлы, матурлап йә булмаһа уйлап сығарылған сюжеттар аша бирелһә лә, идея-тематика, төп йөкмәтке барыбер реаль ысынбарлыҡҡа нигеҙләнә һәм шуның менән ул уҡыусыны ышандыра ла.
Интернет мәғлүмәттәренә килгәндә, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, мин уның менән файҙаланмайым. Мине күберәк шуныһы борсой: йәш быуындың күҙ алдында ана шул интернет ҡолдарына әүерелеүен күреү. Әлбиттә, заманы шулай, интернетһыҙ хәҙер мөмкин дә түгел, мин уның мөһимлеген, ролен инҡар итмәйем, тик үҙ аҡылыңды юйыр дәрәжәлә уның һәр бер ымына буйһоноп, баштан-аяҡ виртуаль донъя "ауына" сырмалып йәшәү ҙә яҡшы түгел. Айыҡ фекерләү һәләтеңде юғалтмайынса, үҙ йөҙөңә, үҙ һүҙеңә тоғро булып ҡала белергә лә кәрәк, тип уйлайым.
Зөбәйҙә ҠӘЛӘМОВА, Учалы районы Сораман ауылы ағинәйе, мәғариф ветераны: Иң тәүҙә әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уятҡан уҡытыусыларым Шаһиязданова Рәйсә Мәүлитбай ҡыҙына, Бапанина Гәүһәр Әхмәт ҡыҙына, тел-әҙәбиәт уҡытыусыһы Иҫтамғолов Рәхим Әнәс улына рәхмәтемде белдергем килә. Элек байрам ваҡыттарында улар беҙгә ҡәләм, китап һәм дәфтәр бүләк итә торғайнылар. Ошо өс нәмәгә тотонһағыҙ, хур булмаҫһығыҙ, тиҙәр ине. Был изге һүҙҙәрҙең асылына мин аҙаҡ ҡына төшөндөм. Әйткәндәй, 14 февралдә Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә. Китап бүләк итеү йолаһы беҙҙең ғаиләлә күптән килә. Хәләл ефетемдең йыр яратҡанын белеп, мин уға баҙарҙан 1988 йылда "Йырҙар" тигән китап алып ҡайтҡанмын икән. Тора-бара китап бүләк итеү яҡшы ғәҙәткә әүерелде. Сөнки һәр китапта яңынан-яңы мәғлүмәттәр, белем донъяһы. Өҫтәүенә, йортобоҙҙан яҙыусылар өҙөлмәне. Кеме генә килмәһен, улар үҙҙәренең китаптарын бүләк итә торғайны. Бөгөнгө көндәрҙә бүләк-китаптар кәштә түрендә генә тора. Ваҡыты-ваҡыты менән уларҙы ҡулға алғанда күңелдәрҙә хәтирәләр яңыра. Ауылдашым Әхмәт Нуретдиновтың "Изге хәтер"ен уҡып сыҡҡас, бер яңылыҡҡа аһ иткәнем хәтеремдә. Баҡтиһәң, Пушкиндың "Капитан ҡыҙы" әҫәрендә телгә алынған телһеҙ башҡорт Зәйфутдин тыуған ауылым Иҫтамғолдан булған икән.
Беҙ китап һүҙенең көсөнә, хаҡлығына ғүмер буйы ышанып, уны ихтирам итеп, уға тоғро ҡалған быуын. Үкенескә, бөгөн йәштәр, үҫмерҙәр һәм хатта кескәйҙәр ҙә китап уҡыу тигәнде онотоп, башкөлләй интернетҡа ҡапланды. Мин үҙ ейән һәм ейәнсәрҙәремде бындай хәлдән нисек тә араларға тырышам һәм ҡунаҡҡа килгәндәрендә уларға ҡысҡырып китап уҡыуҙы ғәҙәт итеп алдым. Хәҙер балаларым үҙҙәре үк, әйҙә, китап уҡыйыҡ, тип алдан иҫкә төшөрөп тора башланы. Интернет тигәндән, мин үҙем уны ҡыҙыҡһыныу менән, ихлас ҡабул иттем, тик ныҡлап хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына шөғөлләнә башланым, сөнки заман үҙе шуны талап итте: ручка менән яҙғанды ҡабул итмәй башланылар. Статьяларҙы ла электрон почта аша ебәреүҙе үтенделәр. Шул сәбәпле, теләһәң-теләмәһәң дә, заман талабына яраҡлашырға тура килде. Оҙайлы ялға сыҡҡас, ауыл тарихын, шәжәрәләр яҙырмын тигән ниәтем бар ине. Хәләл ефетем тәүҙә иҫке генә бер компьютер алып ҡайтты. Текст баҫырлыҡ хәлгә еткәс, яңыһын һатып алып бирҙе. Интернет яңылыҡтары, һуңғы хәбәрҙәр менән танышып барыуҙы ла хуп күрәм, тик рәттән бөтөн мәғлүмәттәрҙе гиҙеп сығыу яғында түгелмен, ә кәрәклеләрен, мөһимдәрен генә ҡарайым. Әҙәм ышанмаҫтай хәбәрҙәргә бүленергә ваҡытым да, теләгем дә юҡ.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
