ҮҘ КӨНӨҢДӨ ҮҘЕҢ КҮРЕРГӘМЕ?

Бөгөн кемгәлер һалынмай, әҙергә бәҙерҙе көтмәй, үҙ көнөңдө үҙең күреү, үҙ йүнеңде үҙең йүнләү заманы килгәнен аңламағандарға ниндәй кәңәш һүҙе әйтерһегеҙ?

ҮҘ КӨНӨҢДӨ ҮҘЕҢ КҮРЕРГӘМЕ?, image #1

Гүзәл МОНАСИПОВА, Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Бөтөн ил генә түгел, донъя күләмендә ҡатмарлы осорҙа йәшәй башланыҡ. Бындай ваҡытта барсабыҙға ла тыныс һәм сабыр булыу кәрәк, тип ҡат-ҡат ҡабатлағы килә. Санкциялар тип хәүефләнмәйек, беҙ, ауыл халҡы, былай ҙа сит илдәрҙән килтерелгәнде һатып алырға әүәҫ түгел инек. Табындарыбыҙҙы үҙебеҙҙең милли ризыҡтарыбыҙ биҙәһен, милли эсемлектәребеҙҙән өҙөлмәйек. Сит илдең кока-колаһына ҡарағанда, үҙебеҙ яһаған буҙа менән ҡымыҙ йөҙ тапҡырға өҫтөн: шифалы, экологик таҙа һәм тәбиғи эсемлек. Юҡҡа ғына батырҙар эсемлеге тип йөрөтөлмәй бит улар.

Әле бына тап йәшелсә орлоҡтары, үҫентеләре әҙерләй торған ваҡыт. Помидор, борос, кәбеҫтә кеүек йәшелсә үҫентеләрен алдан уҡ шыттырып, тәрбиәләп, аҙаҡ түтәлдәргә күсереп ултыртыу иртә һәм мул уңыш бирә, сыҙам була. Уларҙың әллә күпме сорттарын үҫтереүсе оҫта баҡсасыларыбыҙ күп. Картуфты ла мул сәсәбеҙ, үҙебеҙгә лә, артығын һатырға ла етә. Быйыл да ошо матур һәм файҙалы шөғөлдәребеҙгә, ғәҙәтебеҙгә тоғро ҡалайыҡ, милләттәштәр! Алма, сейә, ҡарағат, ҡурай еләге, слива кеүек еләк-емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары ла беҙҙә күпләп үҫә, был тәбиғи витаминдарға ла иғтибар бирәйек. Ауылдарҙа төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн "Баҡсасы", "Сәскә үҫтереүселәр","Бүлмә гөлдәре үҫтереүселәр" түңәрәктәре эшен йәйелдерәйек, был шөғөлдәрҙе йәш быуынға аманат итеп тапшырайыҡ, уларҙы ла өйрәтәйек, өй яны баҡсалары үҫтереү буйынса бай тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашайыҡ.

Районыбыҙҙағы сауҙа нөктәләрендә бөтә төр аҙыҡ-түлек бар: теләгәнеңде һайлап, һатып ал ғына! Ризыҡ ҡытлығы янай тип ғауғалап, халыҡ араһында паника тыуҙырыусыларға, кеше башын бутаусыларға ышанмайыҡ. Илдәге хәлдәргә айыҡ аҡыл һәм һалҡын ҡан менән ҡарап, түҙемле, сабыр булайыҡ. Ауыр ваҡыттар үтер, тик сабырлыҡ кәрәк һәм үҙебеҙгә лә ҡул ҡаушырып ултырмай, файҙалы эштәр менән булыу фарыз. Әлеге әйткәнсә, күп итеп картуф, башҡа йәшелсә үҫтереү, мал-тауарыбыҙҙы бағыу киләһе көндәребеҙгә тыныс һәм ышаныслы ҡарарға ярҙам итер.

Айгөл МИҢЛЕБАЕВА, Күгәрсен районы Юлдыбай ауылы: Рәсәй - Украина мөнәсәбәттәре күңелгә тынғылыҡ бирмәһә лә, был хәлдәрҙең тиҙерәк имен-аман тамамланыуын теләй һәр кем; ерҙә ғәҙеллек, тыныслыҡ тантана итеүенә өмөт менән йәшәлә. Яҙ миҙгеле - үҙе өмөт билдәһе: тормошобоҙҙоң яңырыуына, еребеҙҙең зөмрәт йәшәреүенә, сәскән орлоҡтарыбыҙҙың шытымына, мул уңыш биреренә. Өмөт йәшәтә кешене. Яҙҙың йәмле көндәре менән, дуҫтарым! Һәр көн үҙе бүләк тейеп, ҡәҙерен белеп йәшәйек. Бер нигә ҡарамаҫтан, тормош барыбер матур. Ни эшләйбеҙ тиһәк тә ҡулдан килә, теләк кенә булһын.

Минең баҡса үҫтерергә яратыуымды, ихата, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрауымды күптәр белә. "Бәйләнештә"ге сәхифәләремдә был турала гел яҙып, төркөмдәштәрем менән хәл-әхүәл уртаҡлашып йәшәйбеҙ. Әле бына "Киске Өфө" мөрәжәғәт иткәс, гәзит уҡыусылар менән дә баҡса эштәренә әҙерлек хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп китмәксемен. Ҡатмарлы заманда көн итәбеҙ. Төрлөсә булып китә: аҙыҡ-түлек, йәшелсәгә хаҡтар арта, йәйгә табан ҡытлыҡ булып китеүе лә ихтимал. Шуға күрә һәр кем баҡса тотоп, мал, ҡош-ҡорт аҫрап, иң кәрәкле аҙыҡ-түлекте үҙ хужалығында етештерһә, хәлебеҙ ышаныслыраҡ та булыр, бишләтә хаҡ та сығып китмәҫ кеҫәбеҙҙән. Картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер, һуғанды ғына һәр кем бағып ҡарап үҫтерә ала бит, бигерәк тә ауыл ерендә. Юғиһә, хәҙер хатта картуф та сәсмәй, һыйыр ҙа көтмәй башланы ҡайһы берәүҙәр, тип яҙалар бит гәзиттәрҙә. Нисек инде, ауылда йәшәп, үҙ тамағыңды үҙең ҡайғыртмай, дәүләткә һалынып ятмаҡ кәрәк! Әлбиттә, тир түгергә кәрәк буласаҡ, ризыҡ үҙенән-үҙе табыныңа килеп ятмай. Баҡса үҫтерәм, уңыш алам, тиһәң, киләһенә әҙерлекте ошо уңышыңды йыйып алыу менән башлайһың да инде. Былтыр көҙ шулай, һәр ваҡыттағыса, улым менән баҫыу яғынан ҡара тупраҡ алып ҡайттыҡ. Яҙ етә башлау менән махсус әҙерләнгән һауыттарға помидор, борос, баклажан, кәбеҫтә, һәр төрлө сәскә сәсә башлайым. Уның өсөн әлеге лә баяғы көҙ үк орлоҡ хәстәрләп ҡуйыу кәрәк. Был яуаплы эш менән ҡайһы саҡ иртәнән кискә тиклем дә булышырға тура килгеләй. Шулай итмәйенсә, мул уңышҡа өмөт тә итеп булмай.Ни сәсһәң - шуны урырһың, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Былтыр көҙ, мәҫәлән, төрлө сортлы ҡабаҡ орлоҡтарын киптерергә һалып ҡуйғайным, ә борос орлоҡтарын тәүҙә һыуға һалып алам: төпкә төшөп батҡандары ғына орлоҡҡа эшкинә. Помидор орлоҡтары ла күп миндә, шулай ҙа быйыл уның иң тәмлеһен - малиновка тигәнен сәстем. 9 мартта уҡ. Ни өсөнмө? Сөнки был ай календарында иң уңышлы көн иҫәпләнә. Был иртә сорт июлдә үк ҡыҙарып бешер, тигән өмөттәмен. Баклажандың да, әсе боростоң да икешәр төрлөһөн ултырттым. Ә сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ миндә! Йәшелсә үҫентеләрем күп сыға, түтәлгә, парникка күсереп ултыртҡандан ҡалғанын кешегә таратам, һатып та ебәрәм: иш янына ҡуш, тигәндәй, сөнки ҡайһы бер орлоҡтарҙы һатып алырға ла тура килә, тик мин был эште алдан хәстәрләйем. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр май айы килеп еткәс кенә уянып, орлоҡ эҙләп йүгергеләй башлай. Йыл да картуф, йәшелсә-емештән мул уңыш алам, эшкәртеп бөтөп булмай. Күп итеп, тәмле йәшелсә салаттары эшләйем, тоҙлайым, ҡайһыларын тураҡлап, туңдырғыста һаҡлайым, ваҡтары менән мал-тыуарҙы һыйлайым. Ошо запас ҡыш буйына етә, балаларға, туғандарға күстәнәс итеп тә мул таратам.

Баҡса эшенән тыш, мал-тыуар аҫрайым, ҡош-ҡорт үрсетәм: ҡаҙ, өйрәк, күркә, тауыҡтарҙың әллә нисә тоҡомон ит өсөн үҫтерәм. Һатам да, үҙебеҙгә лә, балаларға ла, туғандарға ла күстәнәскә лә "осороп" бөтәм уларҙы. Заказдар буйынса бәлештәр, ҡомалаҡ икмәге һатып йыйған аҡсаға бер юлы 130 себеш сығарыусы инкубатор һатып алдым. Һуғымға йыл да йылҡы һуябыҙ, күп итеп ҡаҙы, тултырма эшләйем, билмән, манты туңдырам. Ҡыҫҡаһы, йыл әйләнәһенә ит-һөт, май-ҡаймаҡ, эремсек, ҡороттан өҙөлгән юҡ, Аллаға шөкөр. Ауыл ерендә иркенләп, шулайтып та йәшәмәгәс, ни йәме донъяның! Ҡайһы берәүҙәр кеүек зарланып, аҡса, эш юҡлыҡҡа һылтанып ултырһаң, берәү ҙә һиңә ризыҡ килтереп бирмәҫ. Үҙеңә сос булырға, таң һарыһынан тороп, һуң ятырға тура килһә лә, уның ҡарауы, донъяң етеш, ғаиләң туҡ, киләсәгең өмөтлө булыр.

Рәйес ӘҺЛИУЛЛИН, пенсионер: Ҡалала йәшәп, бөгөн тулыһынса магазин ризығына ҡарап ултырып булмай. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: хаҡтар үрле-ҡырлы "һикерә". Хөкүмәт ниндәйҙер ҡарарҙар сығарып, тәү кәрәк аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы көйләргә тырышыу менән әллә ни үҙгәреш һиҙелмәй, сөнки етештереүселәрҙең дә, аралашсыларҙың да үҙ туҡһаны туҡһан. Икенсе яҡтан, уларҙы ла әллә ни ғәйепләп булмайҙыр: улар ҙа бит етештереү сараларын, яғыулыҡ һәм минераль ашламаларҙы арзанға һатып ала алмайҙыр. Шуға күрә, кемделер туҡтауһыҙ әрләү, ғәйепләү, зарланыуҙарҙы бер яҡҡа ҡуйып, ең һыҙғанып үҙебеҙгә тотонорға кәрәк, тигән фекерҙәмен. Бигерәк тә ғаиләһе ҙур булған кешеләргә баҡса үҫтереү - заман талабы, тип әйтер инем хатта. Һуң, шулай булмайса: картуфтың картуфын килолап магазин йә баҙарҙан ташы әле! Магазиндыҡы, билдәле, насар, ваҡ йә яртыһы серек булып сыҡһа, ҡулдан алыу ҡиммәткә төшә. Бына шунан үҙеңә үҙең үҫтереп ашауҙан да яҡшыһы, отошлоһо юҡ икәнде аңлайһың.

Беҙ күптән баҡсалы, эшләп йөрөгән саҡтарҙан уҡ. Әле иһә ҡатыным менән икебеҙ ҙә "йәш" пенсионерҙар, ваҡыт күп, баҡсанан ҡайтҡан да юҡ. Бигерәк тә йәйге селләлә таш ҡалала ятыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым. Баҡсала һулыш та иркенерәк. Һауа ла таҙараҡ. Етмәһә, былтыр баҡса уртаһына яһалма бассейн да эшләп ҡуйҙыҡ. Ейәнсәрҙәр ҙә рәхәтләнә, үҙебеҙ ҙә сумып сығырға ҡаршы түгел. Теләһәң, мунсаға рәхим ит! Ә шулай ҙа баҡсаның иң мөһим, бөгөн бигерәк тә көнүҙәк өҫтөнлөгө - ғаиләңде етерлек кимәлдә картуф һәм йәшелсә-емеш менән тәьмин итеү. Ике йыл элек баҡса участкаһы янынан махсус кафтуф сәсеү өсөн генә 4-5 сутый ер һатып алғайным, әле шуға ҡыуанып бөтә алмайым. Тимәк, баҡсабыҙҙа башҡа төрлө йәшелсә-емеште лә күберәк ултыртырға мөмкин хәҙер. Үҙебеҙгә лә, балаларға ғына түгел, хатта һатырға ла артып ҡала. Орлоҡҡа ла һалып ҡуяһың, тик бына көнөн генә бирһен Хоҙай. Юғиһә, ҡоролоҡ йылы картуфҡа ла һыу һибеп үҫтерергә тура килгеләй. Әйтеүемсә, баҡса ерендә помидор менән кәбеҫтәнең төрлө сорттарын, бынан тыш, һуған, һарымһаҡ, кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡ, борос, ҡыяр - һәммәһен дә тултырып сәсергә һәм мул уңыш алырға була. Ә инде ер еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, алма, груша, сейә, слива кеүек емеш-еләкте эшкәртеп тә, туңдырып та, киптереп тә зыҡ ҡуба ҡатыным. Бына, исмаһам, ризыҡ! Шуларҙың бөтәһен дә һатып алып ҡара әле - бер ниндәй эш хаҡың да, пенсияң да етмәҫ, ә былай, үҙең үҫтерһәң - бушлай килә бөтәһе лә. Тик эшләргә кәрәк. Бер тигәс тә, хәрәкәт, физик хеҙмәт, ҡояш, һыу һәм һауа организмды сыныҡтыра, тәбиғи Д витаминына туйындыра һәм шулай итеп, иң шәп һаулыҡ сығанағы булып тора.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

34 views·1 share