Мал аҫраған ауыл кешеләре өсөн иң яуаплы бесән әҙерләү мәле. Ул эштәр хәҙер нисегерәк атҡарыла икән?
Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ, пенсионер, Баймаҡ районы: Хәҙер халыҡ элекке, совет заманындағы кеүек, ыҙалап бесән эшләмәй, салғы онотолдо, тиерлек. Трактор, бесән сапҡыс техника менән саба ла, КУН-10 менән тейәп, ыңғайы бер ташып та бирәләр, аҡсаң ғына булһын. Элекке кеүек күкрәкләп кәбән ҡойоп, уны оҫта итеп тороп ослаусылар ҙа "Ҡыҙыл китап"ҡа инделәр. Элек колхоз бесәнде звеноларға бүленеп, ҡырҙа ҡыуыш ҡороп, ҡуна ятып эшләтә торғайны. Һәр звенола ат менән сапҡыс, ат тырмаһы булды, ә инде ҡул менән сабыусылар өсөн салғы сүкеүсе, тырма, һәнәк һаплаусы оҫталар ҙа тәғәйенләп ҡуйыла ине. Иртәнге салғы сүкегән тауыш һаман да ҡолаҡта сыңлай һымаҡ. Ул әллә ҡайҙарға яңғырап торор, ул тауышҡа ҡушылып, үтәбикә һайрап ебәрер ине... Таң беленә башлау менән өлкәндәр иртәнге һыуһын тип, салғыларын йөкмәп, бесән саба китәләр. Малайҙарға ла оҙаҡ иркәләнеп ятыу эләкмәй, уларҙы уятып, ат алып килергә ебәрәләр, сөнки һәр кемгә лә эш күп бесәндә. Кис усаҡ янында ултырыуҙар, ун көн һайын тәкә һуйып, ҡымыҙ эсеп һыйланыуҙар үҙе бер ғүмер, һағынып һөйләргә генә ҡалды. Колхозға ана шулайтып күмәкләп эшләп бөтмәйенсә, халыҡҡа үҙенә бесән эшләү тыйылды. Аҙаҡ инде кем нисек булдыра ала - шулай эшләп ала ине: күбеһе өмә яһап саптыра. 10-15 салғысы төшөп китә... Сабыныңды бер көндә һыпыра ла ҡуялар. Хәҙер туғай яңғыратып салғы сүкеүҙәр онотолдо. Сапҡаны яйлап сабалыр ҙа, тик барыбер хәҙер кеше ыҙаларға теләмәй - тамам техникаға һалынды: трактор саба, тырмата, өйә. Ҡайһы берәүҙәр рулонға преслап, өйөнә әҙер бесәнде ташый ҙа башланы инде.
Зәкиә БАЙҒОТЛИНА, йорт хужабикәһе: Тәүҙән үк шундай шартымды әйтеп китәйем: район менән ауылымды ла , ысын исемемде лә әйтмәй яҙыуығыҙҙы һорайым, сөнки беҙҙә "Киске Өфө" гәзитен яратып уҡыйҙар, шул иҫәптән, үҙем дә унан байтаҡ йылдар айырылғаным юҡ. Шуға күрә форсаты тыуғанда күңелемдә көйөк булып торған нәмәләрҙе әйтеп ҡалайым, тием. Ихтимал, ҡайһы берәүҙәр, айырыуса туған-тыумаса үҙҙәрен таный ҡалһа, үҙемә уңайһыҙ булыр, юғиһә. Яман-яҡшы булһалар ҙа, миңә бит улар менән йәшәргә.
Бөгөнгө көн бесән эшләү ауылда бик ҙур проблема булды ла китте. Техникаһы бар кешеләр хаҡында түгел, ә бына ярты-йорто, ярҙамсыһыҙ йәшәгән ҡатын-ҡыҙ, пенсионерҙар хәлен күҙҙә тотоп әйтеүем. Кеше ыңғайына мал көтөп йәшәге килә бит әле, бер баш һауын һыйырың да булмағас, аҡһыҙ ҙа нимә тип ауылда йәшәмәк кәрәк. Ғүмер буйы мал көсө менән донъя көттөк. Шөкөр, тамағыбыҙ һыйлы, табыныбыҙ тулы ризыҡ булды: һөтө, ҡатығы, ҡорото, ҡаймағы, майы, эремсеге - һанап та бөтөрлөк түгел инде ул аҡтан бар булған ризыҡ төрҙәрен. Ҡапылғара шыжлатып ҡына ҡоймаҡ ҡойорға ла бит һөт кәрәк, ә ауыл һөтө менән телеңде йоторлоҡ була бит ул. Йәй көндәре миндә ятһалар, балалар, ейән-ейәнсәрҙәрҙең тамағы һыйлы. Шулар өҫтөнә ҡайһы берәүҙәр, апай, бер банка ғына ҡаймаҡ һатып бирсе, балаларға ашатам, тип инәлеп килеп тора. Ундай меҫкендәрҙең аҡсаһын алырға ҡул тартмаһа ла, йәлләп биреп тә сығараһың инде. Үҙҙәре йәштәр, ирҙәре лә бар, тик бына, бесән эшләүе ҡыйын, алыҫ, эҫе тип, ҡырҡ һылтау табып, малдарын бөтөрөп, һалҡын өйҙә ятыуҙы хуп күрәләр беҙҙә кешеләр. Әлләсе, заманында бала саҡтан уҡ атай-әсәйгә эйәреп, ҡулға һәнәк, салғы тота башланыҡ, артабан үҙаллы донъя ҡорғас та ғүмер буйы ҡул көсө менән эшләп ала инек бесәнде. Беҙҙә урман яғы, колхоз булмағас, бесән эшләүсе техника ла юҡ ине ул саҡ. Шуға ҡарамаҫтан, берҙе генә түгел, үлән үҫкән йылдарҙа 5-6 кәбән ултырта инек әле. Бер кәбәндә кәмендә 25-30 күбә була. Әлеге көн яңғыҙ һыйырға бер кәбәнде лә еткерергә булыр ине, тик эшләргә теләмәйҙәр. Ялҡауҙар тип әйтәйемме, дәртһеҙҙәрме - донъя көтөргә барымдары юҡ ҡайһы берәүҙәрҙең. Ҡартымдың вафатынан һуң яңғыҙ тороп ҡалһам да, көн күргән һыйырымды тотонорға уйым юҡ әлегә. Хәл барса тырышырмын, тием, сөнки ситтә йәшәгән балалар, уларҙың балалары ҡайтып-китеп йөрөй, мин уларҙы танһыҡ ауыл ризыҡтары менән дә һыйлай алмаһам, оят бит! Шөкөр, улар йыл да 1-2 аҙналап булһа ла бесән эшләшеп, апаруҡ ярҙам итеп китәләр. Быйыл бынау коронавирус арҡаһында тотҡарланып торалар: бер ҡыҙым менән киленем дауаханала эшләйҙәр. Улар ҡайтҡансы эште бөтөрә торорға уйлап, апай, үҙемә эшләгәс тә һиңә сабып-йыйып бирәм, тигән һүҙенә ышанып, ауылдың бер кешеһенә аҡса тоттороп сығарҙым да хәҙер бына борсолоп ултырам. Беларусы менән күршеһенә саба барған да, тегеһе эсереп ташлаған. Исмаһам, аҡса ғына бирһәсе, юҡ, хәйләкәр нәмә: арзан араҡыға "һыйлаған", ҡәһәрең. Бынау эҫелә кешене үлтереп ҡуйыуҙан да ҡурҡмайҙар бит. Элек туғандар, күрше-ара өмәләшеп-бергәләшеп кенә ҡалҡыта ла ала инек бесәнде, хәҙер туғандарға ла әллә ни булды, ярҙам итеү түгел, хәл дә белмәйҙәр. Аптырайым, ни булды был донъяға?..
Фәрхизә ШАЙМОРАТОВА, йорт хужабикәһе, Яңауыл районы: Хәҙер элекке кеүек бесән әҙерләүҙәр бөттө шул. Эй һағынам бесән сапҡан саҡтарҙы! Атайым лесник булғас, иң яҡшы ерҙәрҙә ине сабынлығыбыҙ. Марал боландар өсөн дә бесән әҙерләй инек. Бесән сабырға әле лә яратам, тик салғымды сүкеп бирергә атайым ғына юҡ... Ә ул сүкеш-түш тауышы үҙенә генә хас бер моң тарата ине. Ҡыштыр-ҡыштыр бакуй йыйыуы, унан күбәләйһең. Иң күңеллеһе - кәбән ҡойоу. Күбәләрҙе тарттырып, бер урынға йыяһың. Атай кәбән һала. Апайым кәбән башында тора, уны ҡәләм кеүек итеп ослап ҡуйыр ине. Уның кәбәндәренә бер ҡасан да һыу үтмәне. Ә инде бесәндә эскән хуш еҫле ҡыр сәйенең тәме һаман да онотолмай: мәтрүшкә, ҡарағат, ҡурай еләге һалып ҡайната инек. Шуның өсөн дә арыуҙың ни икәнен дә белмәнек. Ә бит күп итеп әҙерләй инек беҙ бесәнде. 3 баш һыйыр, 3 башмаҡ, ат, утыҙлап ваҡ мал, быҙауҙар бар ине хужалығыбыҙҙа. Уларға ҡыш сыҡҡансы етерлек итеп эшләйбеҙ. Ул ваҡыттарҙа өмәләрҙә ярышып бесән сабып, кәбән һалып, бер-беренә ярҙам итеп, күңелле йәшәне халыҡ. Ә хәҙер техника саба, йыя, рулонға ҡыҫып, әҙерләп тә бирә. Унан бит хәҙер малды әҙ тотҡас, бесән дә күп кәрәкмәй. Беҙҙә хәҙер кеше заказ ғына бирә, рулоны менән килтереп тә ҡуялар. Ҡырға, баҫыуға сығып, һабан турғайының баш осонда ғына күктәргә аҫылынып тороп һайрауын тыңлау - үҙе бәхет бит ул. Үкенескә, хәҙер ауыл балаһы ла һабан турғайының ниндәй ҡош икәнен белмәй. Ә мин бәхетле, сөнки бала сағым иркен, хуш еҫле болондарҙа йәйҙең бөтөн хозурлығын күреп, ҡоштар йырын тыңлап үтте.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
