Ғүмеребеҙҙең һәр йылы, ул нисек кенә килмәһен, ҡәҙерле. Быйылғы йыл, әлбиттә, Ер йөҙөн дер һелкетте, ә шулай ҙа тормош дауам итә: һабаҡ-ғибрәттәр менән бергә шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа булғандыр бит?
Гөлфиә МӨХӘМӘТДИНОВА, блогер, Белорет ҡалаһы: Быйылғы йылдың һуңғы айында миңә 39 йәш тулды - ҡотлағыҙ! Йәшем менән ҡәнәғәтмен. Быйыл бигерәк тә үҙем өсөн күп асыштар булды. Саңғыға баҫтым, ярыштарҙа ҡатнаштым, ГТО нормаларын тапшырып, алтын билдә яуланым, тауҙар гиҙҙем һәм, блогер булараҡ, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу, сәләмәтлек, матурлыҡ мәсьәләләре буйынса онлайн марафондар үткәрҙем. Коронавирус сиренән карантин, үҙҡурсаланыу иғлан ителгән саҡта ла буш ятманым: ҡалабыҙҙың Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһы үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнаштым. Бына күптән түгел мине унда саҡыртып алдылар һәм Маҡтау ҡағыҙы тапшырып ҡайтарҙылар. Минең өсөн был да ҙур шатлыҡ, шуға һеҙҙең менән дә уртаҡлашам. Шатлыҡ, тигәс, йәмле йәй көндәре иҫкә төшөп китте. Кемдәрҙер, әлбиттә, өйҙә бикләнеп ултырҙы, ләкин был минең холҡома тап килеп бөтмәй, йәйҙәрен мин тәбиғәт ҡосағында, тауҙарҙа! Шул мәлдәрҙә тағы бер үрҙе яуланыҡ - Ҡыраҡа тауҙарына менеп төштөк. Эйе, сәфәрҙәштәрем менән тау башына ҡыр кәзәләре кеүек менеп киттек. Ундағы хозурлыҡ! Һөйләп тә, көйләп тә аңлатырлыҡ түгел - үҙеңә барып күрергә кәрәк, шунда ғына аңларға мөмкин тауҙарҙа тыуған шатлыҡты. Тау башынан төшкәс тә әле тыуған төйәгемдең гүзәллектәренә һоҡланып, Шығайға тиклем 15 км атлағаныбыҙҙы ла һиҙмәгәнбеҙ. Ошо уҡ йәй Белорет ҡалаһына терәлеп тигәндәй күккә ашҡан Еләкташ (Малиновка) тауына ла артылыу бәхетенә ирештем. Ғүмер аҡҡан һыу кеүек үтә лә китә. 20 йыл хыялланып йөрөй торғас, ниһайәт, әлеге Еләкташҡа ла күтәрелеп, донъяға таң ҡалдым. Тағы бер шатлығым, тағы бер еңеүем ине был. Эйе, ғүмер үтә лә китә. Бушҡа үтмәһен ул, әй кешеләр, тауҙарға менегеҙ, төйәгебеҙ матурлығына һоҡланып йәшәгеҙ!
Азамат ХӘМИҘУЛЛИН, менеджер, Өфө ҡалаһы: Беҙ яңы йылдарға яҡты өмөттәр бағлап, унан матур мөғжизәләр генә көтөп, тулҡынланып ҡаршылайбыҙ. Һәр береһен, йыл һайын, сөнки уларҙың һәр береһе - ғүмеребеҙҙең яңы бите. Ошоға тиклем бер йыл эсендә өмөттәребеҙ, теләк-ниәттәребеҙ аҡланып бөтмәһә лә (ә ул мөмкин дә түгел!), барыбер ҡәнәғәт һәм сираттағы йылыбыҙға рәхмәтле булып ҡала инек, сөнки проблемаларыбыҙ күп һәм төрлө булған сүрәттә лә, донъябыҙ тыныс, күңелдәр көр һәм иң мөһиме - иҫән-һауҙар, сәләмәт инек. Быйылғы сысҡан йылы, үҙегеҙ әйтмешләй, бөтөн донъяны дер һелкетте: ҡарасы, бәләкәй генә мәхлүк шундай тауҙай бәлә килтерер тип башҡа ла инеп сыҡмай ине бит! Уйынсылап булһа ла, сысҡандан хатта фил дә ҡурҡа, тип, дөрөҫ әйтәләр икән шул.
Коронавирус хаҡында бик күп яҙыла, туҡтауһыҙ шул хаҡта һөйләйбеҙ, ә уның, күрәһегеҙме, сигенергә һис бер уйы юҡ. Ә ниңә уға шундай ҙур иғтибар биреп, телебеҙҙән дә төшөрмәйбеҙ әле? Һаҡлыҡ саралары күрәйек, ләкин гел генә шул хаҡта ла тылҡымайыҡ, яҡшы, изге, сәләмәт хәбәрҙәр һөйләүгә күсәйек. Бер ҡайҙа ла бара алмаҫ ул мөртәт тажзәхмәт, сәнселер бер килеп. Ә беҙ бер-беребеҙ хаҡында һөйләшәйек, хәлдәребеҙҙе белешәйек - үҙ-үҙебеҙгә бикләнмәйек: тормош, бер нигә ҡарамаҫтан, дауам итә бит! Өләсәйем әйтмешләй, яҡшыны һөйләгән һайын яҡшырыр хәлдәребеҙ, иншалла.
Бына әле үҙемдең, ғаиләбеҙҙең шатлығы менән уртаҡлашмаҡсымын. Бер ҙә коронавирустан ҡурҡып торманыҡ, шөкөр, фатирлы булдыҡ! Дәүләт программаһы буйынса түбән ставка менән ипотека ярҙамында һатып алдыҡ. Һәм шуныһы ҡыуаныслы булды: минең менән бергә тағы ла 20-нән ашыу ғаилә тап ошо программа буйынса фатирлы булды. Шуныһы мөһим: был программа киләһе йылдың йәйенә тиклем оҙайтылды, шуға күрә фатир мәсьәләһен хәл итеп ҡала алаһығыҙ. Был өлкәлә мин хәҙер белгес тиһәң дә була, күп сабырға, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килде, ләкин һис үкенмәйем: яңы йорттан заманса фатир алыуға өлгәштек. Дөрөҫ, тәүге иғәнәне 15 процент итеп түләттеләр, ә аҙаҡ ставка кәметелә. Банктарҙа ул 5,85-тән алып 6,5 процентҡа тиклем тәшкил итә. Әгәр йәш ғаиләлә балалар булһа, бая әйткән тәүге иғәнә өсөн Әсәлек капиталын түләргә була, ә инде икенсе һәм унан һуңғы балаларығыҙ 2018 йылдан һуң тыуған булһа, Һаҡлыҡ банкы 4,7 процент ставка тәғәйенләй. Ҡул ҡаушырып, сиргә һылтаулап, көтөп ултырһаң, бер кем дә һиңә килтереп бирмәйәсәк, шуға беҙ ҙә үҙебеҙгә йүгермәләргә, әлеге сысҡандың, исмаһам, бер йүнле сифатын: йылғырлығын өлгө итеп, уны файҙаланып ҡалырға тырыштыҡ. Киләһе йыл, ниһайәт, тормошобоҙға именлек килер, тип өмөт итәйек.
Сажидә ТЕЛӘҮЕМБӘТОВА, дарыухана хеҙмәткәре: Дөрөҫ әйтәһегеҙ, сир тип донъябыҙ, шөкөр, туҡтап ҡалманы: кешеләр шатланыу, ҡыуаныу тигән йәшәткес шифаны онотманы. Бер нәмәгә ҡарамай, йәштәр ғашиҡ булыша, яратыу хистәренән иләҫләнә, өйләнешә, сабыйҙар тыуа тора, юбилей тантаналары билдәләнә, егеттәр хеҙмәт итеү осорон тултырып, тыуған йорттарына әйләнеп ҡайта... Хәйер, был донъяның шатлыҡ-һөйөнөстәрен дә, көйөнөстәрен дә һанап бөтөрөп буламы ни инде!
Мин дә шулай бынан 20 йыл элек тәүге мөхәббәтемә, яҡшы тормошҡа ҙур өмөттәр бағлап, кейәүгә сыҡҡайным. Тәүҙә бөтәһе лә һәйбәт булды. Ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Иремдең ата-әсәһе , туғандары мине яратып, яҡын күрҙеләр, бер яман һүҙҙәрен ишетмәнем. Тик ирем генә ниңәлер мине тиң күрмәне, ғүмер буйы кәмһетте. Хатта ҡунаҡ мәжлестәренә бергә барғанда ла яныма ултырмай ине. Үҙенсә шаяртҡан булып, кеше алдында йөҙөмдө йыртыр ине. Аҙаҡҡа табан хатта ҡул күтәрә башланы. Тешемде ҡыҫтым, балалар хаҡына түҙҙем, сөнки миңә мөнәсәбәте ниндәй генә булмаһын, ирем ҡыҙҙарыбыҙҙы йәнен бирерҙәй булып яратты, уларға һәйбәт атай булды. Балалар үҫеп, уҡып бөтөп, кейәүгә сығып, ситтә төпләнделәр, мин аталары менән, ләкин япа-яңғыҙ тор ҙа ҡал. Эскән килеш тә, айыҡ ваҡыттарында ла мине мыҫҡыллауҙары, йәберләүҙәре тағы ла ҡурҡынысыраҡ, яһилыраҡ төҫ ала башланы, ҡасып сығып ҡотолоп ҡалыуҙар йышайҙы. Инде лә түҙемлегем бөткәс, шундай бер боланан һуң әйберҙәремде төйнәнем дә сығып киттем. Ауылдағы атайымдарҙан ҡалған өйҙө һатып, ары-бире туплап барған аҡсамды ҡушып (ҡыҙҙарым ярҙамы ла булды, рәхмәт уларға, мине аңланылар) ипотекаға бәләкәй генә булһа ла бер бүлмә һатып алдым. Эшемдән алыҫ булыуына ла ҡарап торманым хатта.
Эй рәхәтен белһәгеҙ ине, нисәмә йылдар буйына тәүгә бер иҫһеҙ булып йоҡлағанмын, әйтерһең дә, тау-тау йөк бушатҡанмын. Күңелем тыныс: бер кем, бер ниндәй ҡурҡыныс янамай, хатта бынауы коронавирус хаҡында ла хафаланыуҙарым кәмегәндәй булды, сөнки ирем әллә ҡайҙарҙа, әллә кемдәр менән йөрөп ҡайта ине: ниндәй генә сир эләктермәҫһең! Иртә һайын торам да миңә йән тыныслығы биргәне өсөн Хоҙай Тәғәләгә рәхмәттәремде уҡыйым. Бер ни кәрәк түгел! Ошо көндә иҙәндә йоҡлап йөрөйөм, ләкин ризамын: донъя малы яйлап йыйылыр ул, һаулыҡ кәрәк. Кемдәргәлер минең был яуабым көлкө йә меҫкен булып тойолор, йәнәһе, ирҙән ҡасҡан да бәхетен тапҡан, имеш, тип. Шулай тип әйтеүселәр әле лә булманы түгел. Әллә нимә тиһендәр, минең өсөн әлегә иң ҙур бәхет - үҙеңде ихтирам итеү, үҙең булып йәшәү, көн дә иртән яҡшы кәйеф менән эшкә барыу, ҡурҡыуыңды, икеләнеүҙәреңде еңеп, һине кешегә лә һанамаған, туҡмаған әҙәмгә баш эйеүҙән, уны аҫрауҙан, уға хеҙмәт итеүҙән үҙеңде азат ҡылыу. Минең фекерем менән ризалашмаусылар бар икән, "Киске Өфө" биттәре аша уларҙы тыңларға һәм бәхетемде яҡларға әҙермен.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
