ҺӨНӘРМӘНДӘР

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сажиҙә МУЛЛАҒОЛОВА
Сажиҙә МУЛЛАҒОЛОВА

Сажиҙә МУЛЛАҒОЛОВА, балаҫ һуғыу оҫтаһы, Өфө ҡалаһы Һупайлы биҫтәһенең 159-сы мәктәбе башланғыс синыф уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы: Бөгөнгө көндә яратып башҡарған шөғөлөм, кәсебем балаҫ һуғыуға мин яйлап килдем, тип әйтергә кәрәк. Мәләүез районы Ҡотлобулат ауылында тыуып үҫтем. Ҡартинәйемдең өйҙә балаҫтар һуғып ултырыуын, уның бәләкәй, ыҡсым ғына туҡыу станогын 5 йәштәр сағымдан уҡ иҫләйем. Уның оҫта ғына итеп, бер көйгә һалып алып ҡына төрлө биҙәкле матур-матур балаҫтар һуғыуын ҡарап, эй күҙем ҡыҙа торғайны. "Эх, мин дә шундай балаҫтар һуға алһам ине", - тип хыялланғаным иҫтә. Ошо хыялым мине ғүмер буйы оҙатып килде. Ләкин хыялым оҙаҡ йылдар бары тик хыял ғына булып ҡала килде, донъяуи мәсьәләләр менән ғүмер үтә торҙо. Өфө ҡалаһына килеп эшләй башлағас, бер танышыма балаҫ һуғырға өйрәнергә теләүем, станок эҙләүемде һөйләнем. Ул миңә интернеттан ошондай станоктар эшләп һатҡан оҫталарҙың сайтын табып бирҙе. Беренсе өҫтәл станогымды шул сайт аша яҙҙыртып алдым. Был 2012 йыл ине, ошо ваҡыттан алып ныҡлап ҡыҙыҡһынып, яйлап өйрәнеп, әлеге мәлдә балаҫ һуғыу яратҡан шөғөлөмә, кәсебемә әйләнде...

Өфөлә беренсе булып мин ҡалала үткәрелгән төрлө саралар ваҡытында үҙемдең аҫалы балаҫтарымды алып сыҡтым. Теләге булғандарға оҫталыҡ дәрестәре бирҙем, хәҙер балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре генә түгел, ә марафондар ҙа үткәрәм. Бөгөнгө көнгә 3 марафон үткәрҙем, хәҙер Башҡортостандың төрлө төбәгендә минең уҡыусыларым бик күп.

Ошо йылдар эсендә төрлө биҙәкле һәм төрлө ҙурлыҡтағы әллә күпме балаҫ, шулай уҡ әллә күпме шәл, таҫтамал, палантин, шарфтар һуҡтым. Һәр бер һуҡҡан балаҫым минең өсөн ҡәҙерле.

Минең Өфөлә туҡыусылар мәктәбе (школа ткачества) асырға тигән теләгем бар. Унда теләге булған һәр кем шөғөлләнә алыр, шулай уҡ ул балаҫ һуғыу менән ҡыҙыҡһынған, балаҫ һуғыусыларҙың йыйылып һөйләшер, тәжрибә уртаҡлашыр урыны, халҡыбыҙҙың матур кәсебен үҫтереү үҙәге булыр ине. Өфөнөң "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исемен алыуы минең кеүек күп оҫталарҙың ошондай ниәт-хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип өмөтләнәм.

Мәҙинә ҠАЛДАМАНОВА
Мәҙинә ҠАЛДАМАНОВА

Мәҙинә ҠАЛДАМАНОВА, кәрзиндәр үреү оҫтаһы: Үҙем яратып башҡарған, теләге булған һәр кем менән оҫталыҡ серҙәрен дә бүлешкән шөғөлөм, һөнәрем - яһалма ротангтан гөл, сәскә һауыттары, кашпо, кәрзин үреү. Ротангтан әйберҙәр эшләүҙе мин бары тик ҡул эше генә тип әйтмәҫ инем, ул, мәҫәлән, талдан кәрзин үреү кеүек үк, сыҙамлыҡ, ҡул көсө, ваҡыт һәм ныҡышмаллыҡ талап иткән һөнәр. Ул шулай уҡ иғтибарлы булыуҙы талап итә. Тәбиғи ротангты Каламус пальмаһы лианаларынан алалар. Уны икенсе төрлө "Ротанг пальмаһы" тип тә атайҙар. Ләкин тәбиғи ротанг бик ҡиммәтле, шуға күрә уны яһалма материал менән алыштыралар. Ул ағастың тышҡы ҡиәфәтенә һәм структураһына тура килтереү (имитациялау) өсөн төрлө синтетик һәм полимер сүстәр ярҙамында эшләнә. Яһалма ротанг һаулыҡ өсөн зарарлы түгел, шуға күрә унан эшләнгән әйберҙәр күптәрҙең өйҙәрендә урын ала. Мин эшләгән сәскә һауыттары, кашпо, кәрзиндәр, шыршы ултыртыу өсөн һауыттар күптәрҙең өйөн, ихатаһын биҙәп тора.

Ротангтан әйберҙәр үреү серен интернет селтәрендәге күп һанлы оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап үҙләштерҙем. Тәү ҡарашҡа ауыр тойолһа ла, эштең бөтә рәтен-сиратын өйрәнеп алһаң, бөтә нескәлектәренә төшөнһәң, эш бик ырамлы бара. Мин, мәҫәлән, уртаса бер кәрзинде бер сәғәттә үрәм. Бары тик ваҡыт һәм илһам ғына кәрәк. Яҡын киләсәктә ротангтан мебель йыһаздары үреп ҡарарға уйым бар. Үҙе еңел, үҙе ныҡ ротангтан мебель өйҙә лә, урамда ла киң ҡулланыла. Уны оҙайлы ваҡыт үҙ формаһын юғалтмайынса ҡулланырға була. Һәм ротангтан мебель һәр ваҡытта ла модалы булып ҡала. Хәҙер был һөнәргә башҡаларҙы ла өйрәтәм. Бындай оҫталыҡ дәрестәре ҙур һорау менән файҙалана, шуға күрә дәрес тураһындағы иғлан биреү менән күптәр шылтыратып яҙылып та ҡуя. Үҙем белгән шөғөлдө башҡаларға өйрәтә алыуыма шатланам, сөнки ни тиклем күберәк кеше үҙе тирәләй матурлыҡ тыуҙырһа, шул тиклем донъя ла йәмләнә.

Айгөл ҠУЖАХМӘТОВА
Айгөл ҠУЖАХМӘТОВА

Айгөл ҠУЖАХМӘТОВА, биҙәүестәр яһау оҫтаһы: Мин фриволите ысулы менән төрлө биҙәүстәр эшләйем. Бала саҡтан ҡул эштәрен яраттым. Энә һәм ырғаҡ менән төрлө әйберҙәр бәйләй, сигә инем. Декрет ялында тәүге тапҡыр фриволите ысулы тураһында ишеттем һәм улым тыуғас, интернет аша оҫталыҡ дәрестәре ҡарап, был һөнәргә ылығып киттем. Фриволите - әллә ни киң таралмаған ҡул эше. Миңә иң оҡшағаны - унда ниндәйҙер ҡәтғи ҡағиҙәләр, сикләүҙәр юҡ, биҙәүестәрҙе мин үҙем нисек күҙ алдына килтерәм, шулай эшләй алам. Иреклелек, нескәлек хас уға. Ниндәйҙер кимәлдә фриволите макрамеға яҡын, ләкин ул нәфисерәк һәм эше лә мәшәҡәтлерәк. Ярым түңәрәк, түңәрәк, дуғалар бер-береһе менән киҫешеп, бәйләнеп, матур һәм нәзәҡәтле әйберҙәр барлыҡҡа килә. Әҙер әйберҙәрҙе биҙәүес итеп тағырға, шулай уҡ кейемде, мебелде матур итеп биҙәү өсөн ҡулланырға була. Тәү ҡарашҡа үтә лә нәфис күренгән әйберҙәр үҙ формаһын тота, емерелмәй, һынмай.

Һәр ҡул эшенең үҙенең айырым эш ҡоралдары булған кеүек, фриволите өсөн дә махсус ҡорамалдар бар. Уларҙың иң мөһиме "челнок" тип атала, ул ике оҙонса формалы пластинанан тора. Улар араһындағы ҡоролмаға ептәр урала, ә пластиналар иһә эш ваҡытында епкә ысҡынып китергә бирмәй. Шулай уҡ был төр ҡул эшендә махсус ырғаҡ һәм энәләр ҡулланыла.

Фриволите өсөн лавсан, мамыҡ, полиэстер, кроше, ирис һәм башҡа ептәр ҡулланыла. Иң мөһиме улар сифатлы булырға, тағы ла ҡулда тегеләй-былай шыуып йөрөмәҫкә тейеш. Был ҡул эшенә яңы тотонғандарға иң ҡулай материал - "Ирис" мамығы, ҡатмарлы биҙәктәр булдырыу өсөн ҡатыраҡ һәм ялтырап торған ептәр - лавсан, полиэстер кәрәк буласаҡ. Уларҙан формаларын яҡшы тотҡан әйберҙәр эшләргә була. Фриволите ысулын ныҡлап үҙләштергәндә уникаль әйберҙәр үрергә мөмкин. Эш техникаһын аңлап алыуы ныҡ ҡатмарлы түгел, бары тик теләк, тырышлыҡ һәм үҙ-үҙеңә ышаныс кәрәк. Нәфис әйберҙәр эшләү ҡабаланыуҙы яратмай, ентекле, иғтибарлы булыу мөһим. Был еңел булмаған ҡул эше, ләкин оҫтарып алып матур-матур әйберҙәр тыуа башлаһа, үҙеңдең хеҙмәт емешеңде күреү ҙур ҡыуаныс килтерә. Матурлыҡҡа ынтылайыҡ, ҡул эштәре менән булайыҡ, төрлө кәсептәргә "йәшәргә" мөмкинлек бирәйек.

73 views·2 shares