РӘСӘЙҘӘН КИТӘЛӘР
Санкциялар менән бәйле Рәсәйҙә эшләүен туҡтатыусы сит ил компаниялары урындағы башланғыстарға юл асыр тип уйлайһығыҙмы?
Мөхәмәт ИМАНҒОЛОВ, хеҙмәт ветераны: Америка һәм Евроберләшмә санкцияһы менән бәйле беҙҙең илдә эшләүсе сит ил брендтары, сауҙа селтәрҙәре, дөйөм туҡланыу компаниялары Рәсәйҙән китергә ҡарар итте. IKEA компанияһы ай баштарында уҡ "сумаҙан өҫтөндә" ултыра ине инде. 3 мартта, ниһайәт, имеш-мимештәргә сик ҡуйып, компания эшмәкәрлеген туҡтатыуы һәм Рәсәй менән Беларусь филиалдарын артабан тауар менән тәьмин итмәйәсәге хаҡында белдерҙе. Бер аҙҙан Coca-Cola компанияһы ла уға эйәрҙе. Шулай итеп, рәсәйҙәрҙең, айырыуса үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең ҡапҡылау урынына әйләнгән Макдоналдс ресторандарына ла сират етте.
Ләкин мин шуға ышанам, берәү ҙә быларҙы фажиғә тип ҡабул итмәне итеүгә, шулай ҙа һәр йәмғиәттә лә ғауға һәм ығы-зығы тыуҙырыусы әҙәмдәр бар. Уларҙы мин ашап-эсеү, юҡ-барға аҡса туҙҙырыусы һәм ошо кимәлдән дә юғарыраҡ маҡсаты булмаған обыватель ҡатламы тип ҡабул итәм. Тап ана шундайҙар, иртәгә Макдоналдс ябыла тигәнде ишеткәс, һуңғы тапҡыр ашап ҡалайыҡ, тип, шунда йүгергән, имеш, тип көлөп һөйләүҙәрен ишетеп, хәсрәтләндем. Көлкө түгел был, уйлап ҡарағанда. 1990 йылдан алып беҙҙә эшләй башлаған был һаҫыҡ, көйгән май еҫе таратып ултырыусы тиҙ туҡланыу объекттары (ә улар бөтәһе илебеҙҙә 760-тан ашыу) 30 йыл буйына Рәсәй һауаһын ыҫлап, тотош бер быуын йәш-елкенсәктең тормош рәүешенә әйләнгән, тимәк. Ашыҡ-бошоҡ, ҡоро-һары һәм ҡат-ҡат бер үк майҙа ҡыҙҙырылған ошондағы "ризыҡ"ты ашап, күпме кеше организмын холестерин менән байыткан һәм ҡорһаҡтарына зыянлы май запасы туплаған!
Шәхсән мин үҙем, ейәндәрем бик ялынып һорағас, бер-ике тапҡыр алып барҙым да, ҡабат уларҙы унда аяҡ баҫыуҙан тыйҙым. Баҙарҙан ауыл ите һатып алам да, үҙҙәре менән бергәләшеп тәмле кәтлиттәр эшләйбеҙ һәм ике телем икмәк араһына салат, йәшел һуған, помидор, ҡыяр киҫәктәре ҡыҫтырып, уландарҙы өйҙә туҡланыуға әүрәтеп алдым. Былай тәмлерәк тә икән, ти улар. Кока-колаға ла иҫтәре китмәй, сөнки өҫтәлдән өйҙә әҙерләнгән компот, морс, емеш һуттары өҙөлмәй. Өләсәләре тәмле итеп буҙа эшләй, уға ла өйрәнде балалар, үҙҙәре һорап торалар. Йәйге каникулда ауылға барып, ҡымыҙ, ҡатыҡ, айран, төрлө үлән сәйҙәре эсәбеҙ. Балаларҙы бәләкәйҙән бына шулай туҡланыу мәҙәниәтенә өйрәткәндә, улар һау-сәләмәт булып үҫәсәк.
Халҡыбыҙ зирәк бит ул. Әле бына ошо сит ил компанияларының илебеҙҙән китеүе тураһында таҡмаҡтар ҙа сығарып яталар: "Марс, Сникерс, Баунти, булмай ти, кока-кола. Үҙебеҙҙең ҡымыҙ барҙа, унһыҙ ҙа йәшәп була"... Ысынлап та, китһендәр әйҙә, уның өсөн ҡайғырған юҡ, етәрлек аҡса һурып яттылар халыҡтан. 2020 йылда ғына ла Рәсәйҙә эшләгән Макдоналдс структураларының дөйөм килеме 100,4 млрд һум тәшкил иткән. Был пандемия башланыу сәбәпле унан алдағы йылдан 2,8 процентҡа кәмерәк тә әле, тип яҙа Интерфакс. Хәҙер ошо тиклем аҡсаны үҙҙәрендә "көрәп" ҡараһындар, булдыра алһалар. Үҙҙәренең яһалма аҙыҡ-түлектәре, тәмләткестәре, консерванттары, башҡа химия ҡушылған ризыҡтары менән өйҙә әҙерләп ашарға йыбанған үҙ халҡын туйындырһындар һәм һимертһендәр, әйҙә. Юҡҡа ғынамы ни, иң йыуан, һимеҙ кешеләр - Америкала. 2020 йылғы статистика буйынса һәр өсөнсө америкалы кәүҙә ауырлығынан яфалана: балалар араһында һимеҙҙәр - 32, ирҙәр - 33, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ундайҙар 35 процент кеше тәшкил итә. Ә бөтә сир - һимеҙлектән, Хоҙай һаҡлаһын! Китеүҙәре хәйерле.
Ришат ХӘЙНУРОВ, иҡтисадсы: Рәсәйҙән китеүсе сит ил компаниялары предприятиеларына ҡарата ил Президенты Владимир Путин тышҡы идара ысулы индереүҙе талап итте. "Рәсәйҙә ҡалып, Рәсәйҙә эшләүҙәрен дауам итеүсе сит ил инвесторҙарының хоҡуҡтары ышаныслы яҡланырға тейеш,- тине ул. - Етештереүҙе туҡтатып, ҡайтып китеүселәргә ҡарата иһә тәүәккәлерәк саралар күрелергә тейеш. Предприятиеларына тышҡы идара индереп, уларҙы, Хөкүмәт рәйесе тәҡдим иткәнсә, эшләргә теләгән кешеләргә бирергә кәрәк". Был, тимәк, ташлап ҡалдырылған сит ил предприятиеларына ваҡытлыса етәкселек тәғәйенләү. Шул уҡ ваҡытта был компанияларҙың сит илдәрҙәге хужаларына Рәсәйҙә эшләү мөмкинлектәрен тыйыу юҡ, сөнки беҙҙең ил үҙ партнерҙары менән хеҙмәттәшлек итеүгә һәр саҡ асыҡ. Әгәр теләһәләр, рәхим итә күрһендәр. Дөрөҫ, "Берҙәм Рәсәй" партияһы илдән киткән компаниялар предприятиеларын, әгәр улар үҙ эшмәкәрлектәрен дауам итеүҙән баш тартҡан хәлдә, суд аша дәүләт милкенә күсереү башланғысы менән сығыш яһап, уларҙың исемлектәре Хөкүмәт һәм Генпрокуратураға тапшырылғайны. Унда 60-лаған компания, шул иҫәптән ҡулланыусылар мәнфәғәтен һанламаҫтан, Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте туҡтатыуҙары хаҡында иғлан иткән Volkswagen, Apple, IKEA, Microsoft, IBM, Shell, McDonald's, Porshe, Toyota, H&M һәм башҡа компаниялар бар. Сит ил өлөшө 25 проценттан ашыу булған бизнес хужалары биш көн эсендә тышҡы идаранан баш тартып, йә эшен дауам итә, йә бизнесты һәм хеҙмәткәрҙәр һанын һаҡлап ҡалып, үҙ өлөштәрен һатырға тейеш була. Әлбиттә, сит ил инвесторҙарының күбеһенсә үҙ илдәрендәге йәмәғәтселек фекере баҫымында, хис-тойғо йоғонтоһонда ашығыбыраҡ ҡарарға килеү ихтималлыҡтарын да инҡар итеп булмай. Шуға күрә уларға бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Рәсәйҙә эшләү мөмкинлеге һәм иҫтәренә килергә ваҡыт биреү кәрәктер, тигән фекер белдереүселәр ҙә бар.
Шул уҡ ваҡытта ил Президентының был йүнәлештә тәүәккәлерәк тотоноу кәрәк, тигәнендә хаҡлыҡ бар. Уйлап ҡарағанда, Рәсәйҙә сит ил бизнесмендары баш еткеһеҙ күләмдә ҙур милеккә хужа булып торалар. Тап улар аша триллиондар ситкә ағыла. Һаҡлыҡ банкы, мәҫәлән. Уның ни бары 52 проценты ғына дәүләттеке, ә 4 проценты - физик шәхестәрҙеке иҫәпләнә, ҡалғаны - сит илдәрҙеке һәм шуның яртыһы Британияныҡы, имеш! АвтоВАЗ-дың 60 процент акцияһына Renault (Рено) хужа. Газпромдың 49 проценты "Америка депозиты" рәүешенә эйә булып, был уға 2020 йылда 320 млрд дивиденд килтергән. Ә һуңғы йылдарҙағыһы күпмелер? Триллиондан кәм булмаҫ, ти эксперттар. Бына шунан һуң да беҙҙе санкциялары менән ҡурҡытырға итәләр. Үҙҙәре ҡурҡһын әйҙә: лафа бөттө улар өсөн.
Салауат ҒӘЛИМОВ, Өфөләге "Сытый батыр" хәләл кафе селтәре хужаһы: Макдоналдс менән KFC ише дөйөм туҡланыу гиганттарының Рәсәй баҙарынан китеүе күптәребеҙҙең тормош рәүешен үҙгәртәсәк, әлбиттә. Машиналарынан төшмәй генә 5 минут эсендә "МакАвто"нан кофе менән ниндәйҙер фастфуд алып китеү күптәргә бик оҡшап төшкәйне. Еңел дә, тиҙ ҙә. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: технология һәм персоналды ойоштороуҙың бындай кимәле беҙҙә юҡ әле. Бындай эш режимын, автоматлаштырыу тәртибен булдырыу өсөн бик ныҡ эшләргә кәрәк. Ләкин был компанияларҙың беҙҙең баҙарҙан китеүенең ыңғай яҡтары мөһимерәк, минеңсә: беҙгә улар күләгәһенән сығырға, эшкә ныҡлап тотонорға мөмкинлек тыуҙы. Киткәне - китер, ә бит баҙар ҡаласаҡ. Үҙебеҙҙең эште яйға һалып, улар клиентураһының 50-60 процентын яулап алырға булыр, тип уйлайым. Беҙҙең дә бит башҡортса тиҙ туҡланыу төрҙәре байтаҡ төрлө: "Папа Гриль", "Сытый батыр", "Питерса шаурма" һәм башҡалар.
Американың тиҙ туҡланыу ризыҡтары сифат яғынан һорауҙар тыуҙыра бит барыбер: аҙналар буйы һаҡланып та боҙолмай торған бургерҙарының нимәнән эшләнеүе хаҡында уйланғанығыҙ бар инеме? Ә бына беҙҙең "Сытый батыр"ҙа ат итенән әҙерләнеүсе бургерҙар ни бары 6-8 сәғәт кенә һаҡлана ла аҙаҡ боҙола. Тимәк, улар тәбиғи ризыҡ, унда консерванттар, шикле өҫтәмәләр юҡ. Бөгөн беҙ эшкә атлығып торған йәш, амбициоз эшҡыуарҙар менән үҙебеҙҙең етештереү ҡеүәттәрен үҫтереп, сит илдәрҙең тиҙ туҡланыу компанияларын алыштыра алыр инек, тип уйлайым. Aibat Hallyar ("Әйбәт хәлләр") милли тиҙ туҡланыу селтәрен ойоштороусы һәм уның етәксеһе Марат Нәсхетдинов та шундай фекерҙә. Сит илдәр компанияларынан айырмалы, беҙҙең төп өҫтөнлөк - тәбиғи һәм экологик таҙа ризыҡ етештереүебеҙҙә, ти ул.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
