Юл йөрөүселәр күбәйә бара, ләкин юл буйы сервисы, кафелар, ял итеп, йыуынып, хатта намаҙ уҡып алыу урындары тураһында хыялланырға ғына ҡала…

Юл йөрөүселәр күбәйә бара, ләкин юл буйы сервисы, кафелар, ял итеп, йыуынып, хатта намаҙ уҡып алыу урындары тураһында хыялланырға ғына ҡала…, image #1

Марат ӘЛИБАЕВ, Күмертау ҡалаһы: Күптән түгел Башҡортостанда юл буйы сервисы объекттарының дизайнын эшләүҙәре хаҡында уҡығайным. Уға ярашлы, киләсәктә республикала юл буйындағы объекттар берҙәм стилдә буласаҡ. Бөтәһе ете объект билдәләнгән. Бишәүһенең күп функциялы булыуы бигерәк тә яҡшы. Уларҙа заправка, кафе, магазин, ҡунаҡхана, автосервис һәм башҡалар урынлаштырылмаҡсы. Икәүһе баҙар, йәғни йәрминкә тибында булыуы ихтимал. Унда ял итеү өсөн уңайлы шарттар ҙа буласаҡ. Быларҙың барыһы ла - бик яҡшы башланғыс, тип уйлайым. Үҙебеҙҙең республика халҡына ла, туристарға ла оҡшаясаҡ, сөнки хәҙер күптәр ял итергә лә, ҡунаҡҡа ла, эшкә лә күбеһенсә үҙ машинаһында йөрөй. Ғөмүмән, Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда йылдан-йыл автомобилдәр паркы тулылана. Республикабыҙ аша башҡа төбәк автоһәүәҫкәрҙәре лә күп үтә. Һөнәрем юл менән бәйле булғанға күрә, был өлкәгә ҡағылышлы бөтә мәсьәлә лә борсой мине. Ситтән килгәндәрҙең, йәғни үткенселәрҙең Башҡортостанда юл буйы сервисы объекттары булмауына зарланғанын йыш ишеткәнем бар. Мин үҙем бер сыҡһам, автозаправканан башҡа бер ерҙә лә туҡтамай ҡайтып етә алам. Ә бына оҙон юлға сыҡҡандар, балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәгеләр йәки сәйәхәттә йөрөгәндәр өсөн ял объекттары булмауы - ҙур проблема.

Ҡайһы бер ер-һыу атамалары, тораҡ пункттар исемдәренең башҡортса яҙылған күрһәткестәрҙән тыш, милли республика икәнебеҙҙе белдергән бер нәмә лә юҡ. Беҙҙә һәр район ниндәй ҙә булһа ырыуға ҡарай. Һәр биләмәнең үҙенең ҡошо, ағасы, оранын яҙып ҡуйһаҡ, юлсыларҙа, сәйәхәтселәрҙә тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу, ихтирам тойғоһо уятыр инек.

Хәҙер кеше яйлап дингә яҡынлашты. Күптәр намаҙ уҡый. Шул диндарҙарға инеп, юл намаҙын уҡып сығыр өсөн ҙур булмаған ғибәҙәтханалар эшләһәң дә бик мәслихәт булыр ине. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, минең хыял ғына. Юл буйы сервисын үҫтереү, әлбиттә, бик еңел түгел, быны аңлайым. Ер участкаларын, документтарҙы рәсмиләштереү - былар барыһы ла ҡатмарлы. Әммә был бик кәрәкле ғәмәл, сөнки ул күрше республикалар, өлкәләр менән иҡтисади һәм сауҙа бәйләнешен нығытырға ла булышлыҡ итәсәк.

Динар ҠОТЛОЮЛОВ, Өфө ҡалаһы: Был мәсьәлә мине күптән борсой. Юл ғазабы - гүр ғазабы, тип, боронғолар белмәй әйтмәгәндер инде. Студент саҡта, бер башың да, бер сумкаң булған ваҡытта, быға артыҡ иғтибар ҙа итмәгәнмен. Баш ҡала менән тыуған район араһын үтеү бер ни тормай ине. Өйләнгәс, ауырлы ҡатының, аҙаҡ балаларың менән бергә юлға сығыу, ысын мәғәнәһендә, ғазапҡа әйләнде. Атай-әсәй Ейәнсурала йәшәй. Аҙна һайын уҡ булмаһа ла, мөмкинлек тыуған һайын ҡайтып, уларға ярҙам итергә тырышабыҙ. Юл йөрөргә яратам мин. Тик бәләкәй балалар менән йөрөү ҡыйын. Туҡтап, кейемен алмаштырып, яйлап имеҙеп, йыуындырып сығыу урындарының булмауы сәбәпле беҙҙең кеүек йәш ғаиләләргә ауырға тура килә. Ҡул йыуырға ла урын юҡ бит хатта, ә намаҙ уҡып сығыу, ял итеү тураһында бөтөнләй хыялланырға ғына ҡала. Эҫе көндәрҙә бигерәк тә ҡатмарлы. Бала бәләкәй булғас, кондиционер ҡабыҙып, тәҙрә асып булмай.

Яңыраҡ шулай ҡайтырға сыҡтыҡ. Эҫергәнеп, сабый илай башланы, бәләкәй баланың тиреһе йомшаҡ, тиҙ генә ҡыҙарып бара. Ярһый башланы. Берәй урынға туҡтап йыуындырырға кәрәк. Кафеларҙың береһендә туҡтап, шешәгә һыу тултырып алам тиһәм, йылы һыуы юҡ, һыуыҡ ҡына. Алдым инде. Юлда бер аҙ ҡояшҡа ҡуйып, йылытып, урамға алып сығып йыуындырҙыҡ. Ни хәл итәһең, башҡа әмәл юҡ. Ҡыҙым шунда уҡ тынысланды, аҙаҡ ҡайтып еткәнсе йоҡланы. Балалар менән башҡа юлға сыҡмаҫтай булып, ҡайтып индек инде. Бындай хәл Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез яҡтарына илткән маршрутта ғына түгел, тотош республика, ил буйынса шулай.

Һуңғы йылдарҙа эске туризм тураһында күп һөйләйҙәр. Әгәр ҙә юл буйы сервисын, исмаһам, уртаса кимәлгә сығармай тороп, төбәккә туристар йәлеп итеү тураһында ауыҙ асып һөйләргә лә түгел, минеңсә. Туризм - ул бизнес, иҡтисадтың бер тармағы. Бында ла, башҡа өлкәләрҙә һымаҡ, аҡса һалмай ғына уңыш көтөргә ярамай. Халыҡ ҡайҙа уңайлы шарттар бар - шунда бара, сөнки улар рәхәтләнеп ял итеү, донъя күреү өсөн юлға сыға. "Һуңғы герой" телетапшырыуындағы кеүек, ҡаршылыҡтарҙы үтергә түгел. Үҙебеҙ ҙә берәй төбәккә ял итергә, ҡунаҡҡа барып ҡайтһаҡ, иң беренсе әңгәмәсебеҙгә юл буйы уңайлыҡтары, хаҡтарҙың ҡулайлығы, хеҙмәтләндереүсе персоналдың иғтибарлылығы, яҡшы мөнәсәбәте хаҡында еткерәбеҙ бит. Юл буйы сервисын үҫтереү, билдәле инде, ҙур сығым, инвестиция ла талап итәлер. Әммә уңайлы шарттар, матур мөғәмәлә Башҡортостанға туристарҙы күпләп йәлеп итәсәк, шулайтып аҡса эшләргә, эш урындары ла булдырырға мөмкин. Минең кеүек юл йөрөргә яратҡан республика халҡына ла рәхәт булыр ине...

Эльвира ХӨСНУЛЛИНА, Көйөргәҙе районы: "Күп уҡыған ни белгән, күп йөрөгән шул белгән" тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Йәшерәк саҡта эш буйынса күп сәйәхәт итергә насип булды. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдар уртаһында бик күптәр кеүек алып-һатыу эше менән булып, байтаҡ ер-һыу күрергә тура килде. Мәскәү ҡалаһынан, Силәбе, Һарытау өлкәләренән арзаныраҡ хаҡҡа өҫ һәм аяҡ кейемдәре алып ҡайтып, уларға хаҡ өҫтәп, республиканың төрлө төбәктәренә алып барып һаттым. Аҙналар буйы юлда йөрөгән ваҡыттар ҙа булды. Өфөгә тиклем машина яллап, баш ҡаланан поезда елдерәбеҙ. Автомобилдә Башҡортостандың да арҡырыһын буйға гиҙҙек. Арып китеп, юлдаштарым менән туҡтап ял итеп, тамаҡ ялғап алабыҙ. Ул заманда әлеге кеүек еүеш йәки спиртлы салфеткалар юҡ. Ундай осраҡҡа йыуынырға айырым шешәлә һыу йөрөтәбеҙ. Былар барыбыҙ өсөн дә нормаль күренеш, бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмаған һымаҡ ҡабул ителә, бер кем дә был уңайһыҙлыҡтарға иғтибар ҙа итмәй. Тик һуңынан, сит илдәргә йөрөй башлағас ҡына беҙҙә юл сервисының "с" хәрефе лә булмағанын аңланым. Был йәһәттән башҡа ҡитғалар беҙҙән бик алда бара ине.

Төркиәлә, мәҫәлән, юл буйында ял итеп, йыуынып, тамаҡ ялғап ала торған урындар бик күп. Ундағы ихтирамлы мөнәсәбәт, таҙалыҡ, береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ сувенирҙар, илдең тарихы, иҫтәлекле урындары, тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында һөйләгән үҙҙәренә генә хас төрлө әйберҙәр, уңайлыҡтар әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Туҡтамаҫ ереңдән туҡтарһың. Туристар ҙа, минең кеүек тауар артынан барған алыпһатарҙар ҙа ошондай урындарҙың һәр береһендә тиерлек туҡтап, иҫтәлеккә ваҡ-төйәк ала, йыуына, әллә күпме аҡсаһын ҡалдырып китә торғайны.

Һуңғы йылдарҙа ауырыу сәбәпле байтаҡтан алып юл йөрөгәнем юҡ ине. Яңыраҡ баш ҡалабыҙ Өфө аша Ҡаҙанға юл төштө. Аптырап ҡалдым. Бынан егерме йыл элек нисек булһа, юл сервисы һаман шул көйө лә баһа! Автозаправкаларҙан тыш, туҡтап туалетҡа барыр урын юҡ. Туалет тигәндән, уның ҡайҙа урынлашҡанын беҙҙә төндә бер ниндәй яҡтылыҡ булмаһа ла табырға була... еҫе буйынса. Унда тын алып та булмай. Ишектәр бикләнмәй, ҡул йыуыу урыны юҡ.

Һуңғы йылдарҙа телевидениенан эске һәм тышҡы туризм тип яр һалалар. Бында ниндәй туризм һәм ял тураһында һүҙ алып барырға була. Туристарҙы йәлеп итеү өсөн, иң беренсе, юл буйы сервисын тейешле кимәлгә еткерергә кәрәк. Юл буйынса бер ял итеү урыны ла юҡ табаһа. Ярай әле бензин заправкалау урындары бар. Уларҙан башҡа эсергә һыу алыу өсөн бер ниндәй сауҙа нөктәһе лә юҡ бит, исмаһам.

Шулай уҡ юлда машинаң ҡыйралыу осрағында мөрәжәғәт итерҙәй электрон консультация кеүек нәмә кәрәктер, тип уйлайым. Юлда ҡул күтәреп торған кеше янында хәҙер бик һирәк кеше туҡтай. Техника менән "һөйләшә" белмәгәндәр, мәҫәлән, гүзәл заттар нимә эшләргә тейеш? Медицина ярҙамы ала торған пункттар ҙа булырға тейеш, минеңсә.

Ләйсән СӘЛИХОВА яҙып алды.

43 views·2 shares