Һуғыш тарихы һеҙҙең ғаиләлә лә ҡабатланамы?
Илдус РӘХМӘТУЛЛИН, Өфө ҡалаһы Сипайлово биҫтәһе мәктәбе уҡытыусыһы: Тарих ҡабатланмай, тиҙәр... Нисек ҡабатлана әле ул! 1941 йылдың 22 июнендә фашистик Германияға ҡаршы илебеҙ азатлығы өсөн ҡупҡан оло яу - Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 85 йыл тулған көндәрҙә лә ана шул фашизм ҡалдыҡтары - украин нацистарына ҡаршы дүрт йыл инде хәҙер 1941-1945 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатай-ҡартатайҙарҙың ейәндәре көрәшә бөгөн Махсус хәрби операцияла. Ана шул егеттәрҙе баш ҡалабыҙ Өфөләге Рәсәй Геройы, Донбасс ерен азат иткәндә ҡаһармандарса һәләк булған генерал Шайморатов һәйкәле янында - Совет майҙанында яуға оҙатҡан бер тантаналы сарала эргәмдә улы менән хушлашырға килгән аҡ яулыҡлы апайҙың, күҙ йәштәрен тыя алмайынса, әрнеп әйткән һүҙҙәре иҫемдә ҡалған: "Бынан 85 йыл элек әсәйем Әлкә станцияһында атайымды - улымдың ҡартатаһын яуға оҙатҡан. Бөгөн ғаилә тарихыбыҙ ҡабатланыр, әсәйем кисергән яҙмыштың ошондай уҡ әсе өлөшө минең иңемә лә төшөр, тип кем уйлаған... "- тип һыҡраныуы әле булһа күҙ алдынан китмәй... Ул саҡта мин әсә хәсрәтен йыуатырлыҡ һүҙ таба алманым, фәҡәт улдарыбыҙ, ағай-энеләребеҙҙең еңеү менән тиҙерәк иҫән ҡайтыуҙарын ғына теләнем.
Эйе, ил терәге булған, ирмен, тигән ир-егет яуҙан ҡасып, ситкә сығып китмәй, өйҙә боҫоп та ултыра алмай. РФ Президенты Владимир Путиндың Башҡортостанға бер килгәнендә әйткәне гел тел осонда: "Башҡорттар һәр даим, Рәсәй империяһы замандарында уҡ, ҡыйыу һәм дәһшәтле яугирҙар булған. Бөйөк Ватан һуғышында ла улар Ватаныбыҙ азатлығын лайыҡлы яҡланылар, бөгөн дә уның тыныслығын ышаныслы һаҡлайҙар". Һәм, ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары Минлеғәли Шайморатов, Таһир Күсимов, Даян Мурзин, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Мөғин Нагаев, Сергей Зорин, Алексей Сухоруков исемдәре менән аталған хәрби батальондар составында бөгөн ошо геройҙарҙың ейәндәре нацизмға ҡаршы көрәшә. Был, бер яҡтан, тәрән символик мәғәнәгә эйә булһа, икенсе яҡтан, илһөйәр быуындар күсәгилешлеген, ил яҙмышының ышаныслы ҡулдарҙа булыуын күрһәтә. Киң билдәле "Офицеры" фильмындағы йырҙа йырланғанса, Рәсәйҙә яуҙа баш һалған үҙенең батыр улдары иҫтәлеген йөрәк түрендә һаҡламаған, улар ҡайғыһын күтәрмәгән ғаилә юҡтыр. Һуғыш һағышы ҡағылмаған, төн йоҡоларын йоҡламай, улдары, ирҙәре өсөн ғибәҙәттә ултырмаған әсәләр, кәләштәр юҡтыр ул. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Еңеү менән ҡайтҡан, ҡайта алмай, сит тупраҡта ятып ҡалған батырҙарыбыҙҙың таушала төшкән фотоһүрәттәре һәр ғаилә түрендә рамлап эленгән һәм ҡәҙерле реликвия итеп һаҡлана. Алыҫ йылдарҙан беҙҙе яҡын итеп, туғандарса йылылыҡ менән ҡарай улар аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәрҙән; ейәндәре - бөгөнгө МХО яугирҙарын дошманға бирешмәҫкә өндәй, 1945 йылғы кеүек, Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәләр төҫлө улар. Шулай ғына була күрһен! Илебеҙгә тиҙерәк именлек килеп, улдарыбыҙға ата-бабалары кеүек, яуҙан Еңеү менән ҡайтырға насип булһын!
Мәрзиә МАЛИКОВА, Благовар районы, Мирный ҡасабаһы: Мин Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы киленемен. Миңә унда йәшәргә тура килмәһә лә, шул ауылда ғүмер итеп, балалар үҫтереп, тормоштоң әсеһе-сөсөһөн бергә татып донъя ҡуйған ҡайным менән ҡәйнәмдең яҡты иҫтәлектәрен күңелем түрендә һаҡлайым. Еңеү көнө айҡанлы һәм һеҙҙең рубрика һорауына яуап итеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, иҫән-һау тыуған ауылына әйләнеп ҡайтыу бәхетенә өлгәшкән ҡайным Зәки Әбүталип улы Маликов тураһында иҫкә алып киткем килә. Ул 1942 йылдың декабрендә, 17 йәше тулыр-тулмаҫтан һуғышҡа алына һәм Белоруссия фронтында тәүҙә - артиллерист, аҙаҡ элемтәсе булып хеҙмәт итә. Гомель, Брест, Бобруйск, артабан Ҡыҙыл Армияның әүҙем һөжүм маршрутындағы Варшава, Прага ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Висла йылғаһын кисеп сығып, Лодзь ҡалаһы өсөн барған тиңһеҙ һуғышта батырлыҡ күрһәтә һәм шунда ҡаты яралана. Өс ай буйы госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип, тыуған яғына ҡайтарыла. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары юғары баһаланып, СССР Оборона министрлығы тарафынан 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм Европа ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн миҙалдар менән наградлана. Тыныс хеҙмәттә лә Зәки Әбүталип улы һуғышта алған тәжрибәһе һәм һөнәрмәнлегенә таянып, эште еренә еткереп, намыҫлы башҡарыуы менән ауылдаштарының лайыҡлы ихтирамын яулай.
Өфөлә йәшәүсе ҡыҙым Сәриә ҡартатаһының портретын ҙурайтып эшләтеп алды һәм, уны ғорур күтәреп, "Үлемһеҙ полк" парадында ҡатнашабыҙ. Мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, был акция быйыл да үткәрелә. Мин, ошо ил һаҡлаусы батыр яугирҙарыбыҙ иҫтәлегенә тулҡынландырғыс парадта Махсус хәрби операция яуында баштарын һалған уландар һәм ейәндәрҙең яҡындары ла ҡатнашырға тейеш, тип иҫәпләйем. Был бик дөрөҫ ҡарар булыр ине, сөнки Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарҙың бөгөнгө быуын вариҫтары ла ил азатлығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн яуҙа көрәшәләр. Мәҫәлән, ҡайным Зәки Әбүталип улының ике ейәне - Нуриман менән Ирек Маликовтар ҡартаталары өлгөһөндә Махсус хәрби операция яуына ил һаҡларға киткәйнеләр. Бөтөн ауыл халҡы ейәндәрҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп ҡалғайны. Баш ҡалабыҙ Өфөлә шулай уҡ буласаҡ яугирҙарыбыҙҙы тантаналы парад менән оҙаттылар. Ҡайтырбыҙ, көтөгөҙ, тип киткәйнеләр ҙә бит... Үкенескә, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ике ейәне лә Украина конфликтында батырҙарса һәләк булды.
Ә бит илебеҙҙә генә түгел, шул уҡ Ишбирҙе ауылында ғына ла һуғыш тарихы ғаилә быуынында ҡабатланған бындай хәлдәр байтаҡ булып сыҡты, үкенескә. Мәҫәлән, шул уҡ Иректең әсәһе яғынан ҡартатаһы Ибраһим олатай Аҡсыуашов та Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ватан һуғышы яугирҙары Илбулов Төхвәт олатайҙың ейәне Илнар, Миңлебай Дәүләтбирҙиндың ейәне Ғаяз, Сәғәҙәт Юнысовтың ейәне Әхсән... Һәм, бәлки, мин белеп бөтмәгән башҡалар ҙа күптер. Бындай ғаиләләр яҙмышы онотолорға тейеш түгел. Кем белә, уларҙың тағы ла төпкөлөрәк тамырҙары 1812 йылғы Ватан һуғышы тарихына ла барып тоташалыр. Илгә батыр яугирҙар тәрбиәләп үҫтергән ғаиләләр тарихын өйрәнәйек, уларҙың абруйҙарын һаҡлайыҡ, данлайыҡ, сөнки ғаилә даны - ил абруйы, ватаныбыҙ ныҡлығы бит ул.
Әхмәт МОНАСИПОВ, хеҙмәт ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы: Һуғыш тарихы ул - мәңге онотолмай торған фажиғә. Бындай афәттәр илебеҙ яҙмышында бик күп булған. Уларҙы беҙ мәктәп йылдарынан алып Ватан тарихы дәрестәренән дә, кинофильмдарҙан да беләбеҙ. Ә инде халҡыбыҙ яҙмышына тиҫтәләгән миллионлап ҡорбандар килтергән иң ҙур, хәсрәтле һәм аяуһыҙ һуғыш - 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан яуы яралары һаман булһа уңалмай әле. Илде яуыз гитлерсылар баҫҡынсылығынан йолоп ҡалыу өсөн үҙ теләктәре менән янып-ярһып ут эсенә ташланған арыҫландай ир-егеттәребеҙҙең күбеһе, айырыуса һуғыштың тәүге ауыр мәлдәренә эләккәндәре, Еңеү көнөн күрә алмай һәләк булған. Ә инде яраланып йәки фашисты өңөндә дөмөктөрөп ҡайтҡандарын тағы бер фронт - ярым емерек илде аяҡҡа баҫтырыу бурысы көткән. Тап һуғыштың ана шул тере шаһиттары һөйләүенән дә күпте белеп ҡалдыҡ беҙ - атайҙары, ағайҙары, ҡартатайҙарының балалары һәм ейәндәре. Мин дә шул ваҡыттағы йәш быуын иҫәбендә атайым һөйләгәндәрҙе ауыҙ асып тыңлай торғайным. Тик был йәһәттән атайым әллә ни һөйләргә яратманы: күңеле тула йә ҡан баҫымы күтәрелеп китер ине... Яраларынан һыҙлана барып, 72 йәшендә вафат булды. Хәҙер мин уның йәшен уҙып киткән ветеранмын - хеҙмәт ветераны. Ә Ватан һуғышында ҡатнашҡан яу ветерандары ҡалманы ла инде арабыҙҙа.
Украина хәрби конфликты беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне: кесе ҡыҙымдың кейәүе был һуғыштан яраланып, һул ҡулын юғалтып ҡайтты. Ярай әле, башы иҫән-һау, үҙ аяҡтарында ҡайтып килде, тип ҡыуандыҡ ҡына инде... Ғаиләләрендә өс бала үҫә, улар атайһыҙ - уң ҡанатһыҙ, арҡа терәкһеҙ ҡалыр ине бит. Ә ундай балалар бөгөн бик күп илдә. Дөрөҫ, хөкүмәт уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫ, ләкин атай - атай инде ул.
Ил күләмендә һуғыш тарихы ҡартатаһы, атаһы һәм ейәне яҙмыштарында ҡабатланыусы ғаиләләр бик күп икән ул. Улар хаҡында гәзиттәрҙә, интернет сайттарында йыш яҙыла, телевидение тапшырыуҙарында күрһәтелә. Мин ике ейәнем менән шул хаҡта уҡырға яратабыҙ, сөнки улар икеһе лә хәрби хеҙмәткәр булырға хыяллана. Яңыраҡ ҡына беҙ шундай бер тарихҡа юлыҡтыҡ. 1945 йылдың 30 апрелендә фронтташтары Михаил Егоров һәм Алексей Берест менән Рейхстаг башына Еңеү байрағын элгән Мелитон Кантария хаҡында ине ул. Иптәштәре ярҙамында Кантария Рейхстаг көмбәҙенең башына уҡ менеп етә һәм үҙенең һалдат ҡайышы менән байраҡты нығытып, ҡаҙап төшөү бәхетенә эйә була. 8 майҙа Кантария менән Егоровҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бөгөн шул асыҡлана: ҡартатаһына тамсы һыу кеүек оҡшаған Георгий Кантария 2023 йылдан бирле украин боевиктарына ҡаршы көрәшә. Һөнәре буйынса һанлы программа менән идара ителеүсе станок операторы булараҡ, һәйбәт эш хаҡы алып эшләүенә ҡарамаҫтан, бөтәһен дә ташлап, егет үҙ теләге менән МХО-ға яҙыла. Хәбәрсенең һораулы ҡарашына кесе Кантария, ҡартатаһының данлы фамилияһы ил яҙмышынан ситтә тороп ҡалырға ҡушманы, тип яуаплай. Бында уны ҡайҙа яуаплы һәм хәүефле - шунда ебәрәләр: тәүҙә - штурмлаусылар бригадаһында, шунан артиллерия дивизионында, аҙаҡ яралыларҙы эвакуациялау медицина взводында хеҙмәт итә. Унан ут расчетына телефонист итеп тәғәйенләнә. Һәм бөтөн был еңелдән булмаған хәрби бурыстарҙы ла һалҡын аҡыл, аныҡ иҫәп һәм ҡыйыулыҡ менән башҡара Герой Кантария ейәне. Өҫтәүенә, халыҡ яратып "Еңеү маршалы" тип атаған мәшһүр полководец Жуковтың аҙашы булыуы ла символик мәғәнәгә эйә. Тимәк, Мелитон Кантария, Георгий Жуков һәм башҡа миллионлаған данлы яугирҙар быуынының ҡаһарманлыҡ сифаттары уларҙың ейәндәренә, һалдаттарына күсә килеп, лайыҡлы дауам итә.
Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
