ЯУГИРҘАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ…
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискылар һәм һәйкәлдәрҙе яңыртырға, тәртипкә килтерергә ҡушты. Ошо йүнәлештә һеҙҙә нимәләр эшләнә?
Руслан АБДУЛЛИН, Баймаҡ районы Йылым ауылының ир-егеттәр ҡоро етәксеһе, эшҡыуар: Беҙҙең ауыл "Айыҡ ауыл-2019" республика конкурсында ҡатнашып, районда - беренсе, ә Башҡортостанда икенсе урын яулап, аҡсалата приздарға лайыҡ булғайны. Билдәле булыуынса, был аҡсалар ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә тотонола. Беҙ ҙә шулай эшләнек. Иң тәүҙә 250 меңлек республика призына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелискты яңыртырға ҡарар иттек, сөнки 1984 йылдарҙа уҡ тимерҙән эшләп ҡуйылған һәйкәл бик иҫкергәйне. Баймаҡҡа барып, ҡара йәшмәнән яңы мемориаль комплекс проектын эшләттек, унан һуң район үҙәгенән оҫталар килеп, был эште үҙҙәре аҙағынаса матур итеп башҡарып ҡуйҙылар. Был һәйкәлдең һул яҡ стелаһына - һуғышта ятып ҡалған яугир ауылдаштарыбыҙҙың, ә икенсе яғына иҫән ҡайтып, ошо ауылда эшләгән, йәшәгән һәм вафат булған ветерандарҙың исемлеге яҙылды. Ауылдаштар был мемориаль комплекстың тирә-яғын таҙартып, йәшелләндереп, күҙ өҙмәй ҡарап торалар. Былтыр Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантана саралары ошо обелиск янында үткәрелде. Ауылыбыҙға йәм биреп, әллә ҡайҙан күренеп тора яугирҙарыбыҙға һәйкәл. Быйыл 9 майҙа ауылдаштар менән тағы ла ошонда йыйылырбыҙ. Әле тантаналы сараларға, "Үлемһеҙ полк" акцияһына әҙерләнәбеҙ. Балалар ауылыбыҙ ғорурлығына әйләнгән был мөһабәт мемориал янында шиғырҙар һөйләр, йыр-моң яңғырап торор. Стелаға яҙылған исемлектәге яугирҙарҙың туғандары, яҡындары улар хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашыр.
Таһир ЮНЫСОВ, Хәйбулла районы Оло Әбеш ауыл хакимиәте башлығы: Үҙегеҙгә мәғлүм, Бөйөк Ватан һуғышының тере шаһиттары - унда ҡатнашып иҫән ҡайтҡандар һаны бөтә ил һәм республикабыҙ буйынса көндән-көн кәмей. Хәйбулла районында, мәҫәлән, улар ни бары өсәү генә, ә беҙҙең Оло Әбештә, үкенескә, берәү ҙә ҡалманы. Тыл ветерандарының да бишәүһе генә иҫән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һуғыш яландарында баш һалған һәм еңеү менән тыуған ауылдарына әйләнеп ҡайтҡан ветерандарыбыҙ исемдәрен мәңгеләштереү буйынса әүҙем эшләйбеҙ һәм улар хаҡында иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, сөнки был киләсәк быуын - беҙҙең балалар һәм ейәндәр өсөн кәрәк: үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ, ти бит халыҡ аҡылы ла.
Беҙҙең Оло Әбештә электән колхоз төҙөткән ҙур, матур обелиск бар. Беҙ уны даими ҡарап, йүнәтеп торабыҙ. Бынан өс йыл элек "Аныҡ эштәр" махсус программаһы сиктәрендә беҙ уны яңыртып, ремонтлап, тирә-яғын матур тимер рәшәткәләр менән кәртәләп алдыҡ, ултырып ял итеү өсөн эскәмйә ҡуйып, эргә-тирәһен йәшелләндергәйнек, обелиск тағы ла күркәмләнеп, мөһабәтләнеп киткәндәй булды, заманса төҫ алды. Йыл һайын тирә-яғын йыйыштырып, буяп, сәскәләр ултыртып, ҡарап ҡына торабыҙ. Был обелискының йөҙөнә һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған ауылдаштарыбыҙ, шулай уҡ иҫән ҡайтып, ауылыбыҙҙа эшләп, ғүмер кисереп вафат булған ветерандар исемлеге яҙылған. Беҙҙең ауыл хакимиәте биләмәһендә бөтәһе 5 ауыл булып, әйтеүемсә, ошоға тиклем Оло Әбештә генә бындай обелиск бар ине. Шуға күрә беҙ йыл һайын бер ауылда ошондай һәйкәлдәр ҡуйып сығырға ҡарар иткәйнек. Былтыр иһә бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына уларҙы хатта ике ауылда - Ҙур Арыҫланғол менән Бәләкәй Арыҫланғолда эшләп ҡуйҙыҡ. Унан алдараҡ Һаҡмар-Наҙарғол менән Үрнәктә лә ике обелиск асҡайныҡ инде. Шулай итеп, хәҙер биш ауылда ла һуғыш ветерандары иҫтәлегенә һәйкәлдәр бар. Заманында Оло Әбеш ауыл Советы 9 ауылды берләштереп торған, ләкин ваҡыт уҙа килә шуларҙың дүртәүһе юҡҡа сығып, нигеҙҙәре генә тороп ҡалған. Уйлап ҡараһаң, бөткән ауылдарҙа ла бит ҡасандыр кешеләр йәшәгән, ил ҡеүәтен арттырыуға өлөш индереп, ең һыҙғанып эшләгән, афәт ҡупҡас, ир-егеттәр һыпырылып Тыуған ил азатлығын яҡларға яуға киткән, шунда ғәзиз баштарын һалған, иҫән ҡалғандары әйләнеп ҡайтыу менән емерек хужалыҡтарҙы күтәрергә, тыныс тормош төҙөргә тотонған... Уларҙың бөтәһенең дә исем-шәрифтәре Оло Әбештәге ҙур обелиск диуарында бар. Шулай ҙа беҙ ана шул бөтөүгә дусар булған ауылдар урындарында ла ошонда тыуған яугир һәм ветерандар исемдәре яҙылған стелалар асыуҙы кәрәк тип таптыҡ. Былтыр, бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡараған Яңауыл (Ҡара көсөк) тигән ауылда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин иҫтәлеген дә мәңгеләштереү маҡсатында һәйкәл астыҡ. Унда Герой яҡташыбыҙҙын фотоһүрәте, ғүмер йылдары, башҡа мәғлүмәттәр яҙылды. Дөрөҫ, был ауыл да юҡ инде хәҙер, ләкин ҡаһарман яҡташыбыҙ һәм уның тыуған нигеҙе хаҡында бөтәһе лә белергә тейеш, тип уйлайым. Ауыл зыяратында ерләнгән ветерандар ҡәберлектәре лә ҡараулы, тәртипкә килтерелеп тора, фотоларын ҡуйып, исем, ғүмер даталарын яҙып сыҡтыҡ. Оло Әбештәге обелиск янынан кеше өҙөлмәй: уҡыусы балалар ҡатнашлығында һәр төрлө саралар үткәрелә, никах тантанаһы мәлендә йәштәр килеп ошонда сәскәләр һала. Ауылдаштарыма, бигерәк тә балалар һәм йәштәргә фатиха биреп, көн-төн изге теләктә торған тыныслыҡ һаҡсыһы - яугир һымаҡ тойола миңә был һәйкәлдәр...
Иҙрис БАТЫРШИН, Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауыл хакимиәте башлығы: 9 май - үҙенсәлекле байрам: тантаналы ла, ҡайғы-хәсрәтле лә ул көн. Йырҙа йырланғанса, был күҙ йәштәренә сыланған байрам. Бөйөк Еңеү атай-олатайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең, миллиондарса һуғыш ҡорбандарының ғүмере, тиңһеҙ ҡаһарманлығы менән яуланды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм уларға еңеүҙе яҡынлатырға ярҙам иткән тыл эшсәндәренең исемдәре тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән уйылды. Уларҙың исем-шәрифтәре үҙҙәре тыуып-үҫкән ауыл һәм ҡала обелискыларында ла балҡып тора - уны уҡып, бөгөнгө һәм киләсәк быуындар кемгә бурыслы икәнен белһендәр өсөн. Былтыр, мәҫәлән, Әлмөхәмәт ауыл хакимиәтенең Булат ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына һәйкәл яңыртылды һәм ундағы исемлеккә тыл ветерандары ла өҫтәп индерелде. Был бик ғәҙел ҡарар булды, сөнки фронт ышаныслы тыл менән дә көслө ине. Ошо уҡ ауылда өс һуғышта ҡатнашҡан Хәйбулла Аллабирҙе улы Байрамғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Әлмөхәмәт ауыл хакимиәте үҙәге - Целинный ауылында яугирҙарға обелиск яңыртылды, уға капиталь ремонт үткәрелде, тирә-яғына былтыр шыршылар ултыртып сыҡтыҡ. Үрге Әбдрәш менән Әлмөхәмәт ауылдарында ла һәйкәлдәр халыҡтың иғтибар үҙәгендә: былтыр бындағы ике обелиск та йүнәтелде, тирә-яғы сүп-сарҙан таҙартылды, сәскәләр ултыртылды.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды
