Яҙыусы бөгөн халыҡ трибуны була аламы?
Фәнил КҮЗБӘКОВ, шағир, филология фәндәре докторы, ғалим-тарихсы, профессор: Эйе, була ала! Был уның намыҫ эше, гражданлыҡ бурысы. Тап ана шул халыҡ трибуны булыу яҙыусымын тигән яҙыусының был донъяға саҡырылмыш бурысы ла. Әгәр ҙә һиңә тәбиғәт тарафынан һүҙ ҡеүәһе, әйләнә-тирәне, кешелек донъяһын образлы күрә алыу һәләте бирелгән икән, һин уны халҡыңа хеҙмәт итеү өсөн ҡулланырға тейешһең. Киң билдәле немец шағиры Генрих Гейне (1797-1856) былай ти: "Донъялағы шартлауҙар шағир йөрәге аша үтә..." Был тетрәүҙәрҙе күпселек һиҙмәүе лә мөмкин. Шуның өсөн шағир (әҙип) үҙ кисерештәрен, һыҙланыуҙарын, һиҙемләүҙәрен халҡына ҡанатлы һүҙ аша еткерә.
XVIII быуатта йәшәгән беҙҙең Ҡарас сәсән: "Мин - халҡымдың теле", - тиер булған. Йәғни, сәсән - туған халҡының өмөт-хыялдарын, теләк-ынтылыштарын, уның булмышын асып һалыусы. Рәми ағай быны тағы ла асыҡлай төшә: "Ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, Дөрөҫ һүҙең әгәр һуңлаһа!" Рәми ағайҙың 60-70-се йылдарҙа әйткәндәрен беҙ 90-сы йылдарҙа байраҡ итеп күтәрҙек. Уның төп маҡсаты ла бит: "Кешеләрҙең маңлай күҙе күреп тә, күңел күҙе күрмәй үткән бөтә нәмәне тәрәнәйтеүҙә, күрерлек итеүҙә, шуларҙы уларҙың үҙҙәренеке итеп ҡайтарып биреүҙә - бик күптәргә үҙҙәренең кешелеген ҡайтарып биреүҙә". Халыҡ шағирының түбәндәге шиғри юлдары күптәрҙең йөрәгендә уйылып яҙылғандыр:
Шағир - бер тамсыһы икән үҙ халҡының,
Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.
Шағир шаңдағы ул заманының,
Һәм көсө лә уның халҡында.
Әҙиптең бурысы, маҡсаты, ынтылышы тураһында ошо дәрәжәлә тапҡыр итеп әйтеүселәр бик һирәк. Тап был юлдар Рәми Ғариповтың асылын, тормош юлын аңларға ярҙам итә.
Ҡарас сәсәндең "Мин - халҡымдың теле" тигән ҡанатлы һүҙҙәрен эпиграф итеп алып, шиғыр яҙғайным:
СӘСӘНЛЕК
Мин - халҡымдың теле....
Ҡарас сәсән
Йәншишмәнән һыу уртлаған
Халҡымдың телемен мин.
Күктең көҙгөһөндәй диңгеҙ -
Илемдең йөҙөмөн мин!
Сәсән - милләттең намыҫы,
Рухи осош - балҡышы.
Йәшендәрҙе ҡайтарғысы -
Ил-йортонда яҙмышы.
Халҡы менән байрамда ла,
Бураҙна ярғанда ла,
Яуға күтәрелгәндә лә,
Уттарҙа янғанда ла.
Шулай булған.
Шулай булыр!
Сәсәнлек - ирлек бурыс.
Берсә ул яраға дауа,
Берсә яланғас ҡылыс.
Сәсәнлек - изге бурыс.
Рәшит ШӘКҮР, Башҡортостандың халыҡ шағиры: Халыҡ трибуны булыу-булмау шәхестең үҙенән, йәғни уның үҙ алдына ниндәй маҡсаттар ҡуйып йәшәүенән, ҡараш киңлегенән, эрудицияһынан тора. Халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы, уның уй-ынтылышын еткереүсе тигән саҡта, иң беренсе Шәйхзада Бабичты атарға тейешбеҙ. Ул - ысын мәғәнәһендә бөйөк халыҡ трибуны. Бабич үҙенең тормошон башҡорт халҡының азатлығы өсөн ижтиһад ҡылды, Башҡорт Республикаһын төҙөүгә бөтөн ғүмерен бағышланы. Шағирҙың ижадында был асыҡ сағыла, ә түбәндәге юлдарҙы күпселек яттан белә:
Башҡортостан - гөлбостан,
Сөмбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!
Беҙҙең дәүерҙәштәрҙән, әлбиттә, халыҡ трибуны тип Рауил Бикбаевтың исемен атар инем. Үҙенең таланты менән дә, шәхестең масштаблығы менән дә ул трибун ине. Республикаға, халҡыбыҙға ижады һәм эшмәкәрлеге менән хеҙмәт итте. Был йәһәттән ул күптәргә үрнәк булып тора. Киләсәктә лә ундай шәхестәребеҙ булыр. Һәр хәлдә, халыҡ трибуны булыу һәр кемдең үҙенә бәйләнгән.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА, яҙыусы: "Урал батыр" эпосындағы "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!" тигән саҡырыу меңәр йыллыҡтар аша килеп еткән икән, был һүҙ сәнғәтенең көсө тураһында һөйләй. Теге йәки был дәүерҙә сәсән, һүҙ маһиры, шағир халҡына кәрәкле һүҙҙе әйткән, уның ихтыяжын, теләген алға сығарған. Халыҡтың рухын сағылдырған был юлдар аманат булып быуаттар аша яңы быуындарға килеп еткән. Хатта бындай әҙәби ҡомартҡыларҙың авторҙарын да беҙ белмәйбеҙ, ләкин "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!", йә иһә "Бөркөттәрең ирек аулағанда, Тамырҙарың, Башҡорт, ҡоромаҫ" (Салауат Юлаев), "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" (Аҡмулла) тигән өндәшеү милләт идеяһы ла булып яңғырай, үҫештең ниндәй йүнәлештә барырға тейешлеген асыҡлай, авторҙарын халыҡ трибуны итеп күтәрә.
Беҙ ҙә шундай мәшһүр шағирҙар, халыҡ трибундары менән аралашып йәшәнек һәм йәшәйбеҙ. Бәғзеләре баҡый донъяға күсһә лә йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәре халҡы менән бергә. Рауил Бикбаевтың "Халҡыма хат " поэмаһы - шуның асыҡ өлгөһө.
Барыһы ла беҙҙең уяулыҡта,
Беҙҙең эштә, беҙҙең намыҫта.
Туған телем өсөн кәрәк икән -
Бар бәхетем, әйҙә, юҡ булһын...
Минең өсөн йәнә лә халыҡ трибунының асыҡ өлгөһө - ул шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр. Уның һәр яҙғаны халыҡ рухын нығыта. Алда аталған ике ҙур шағирҙың бергә ижад иткән шиғыры Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны булып яңғырай. Был һис тә осраҡлы түгел. Был - үҙ заманыңа, милләтеңә фиҙаҡәр хеҙмәт итеү. Был ижадсының мөҡәддәс бурысы.
Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ, филология фәндәре докторы, яҙыусы: Был бик етди һорау, әлбиттә. Эйе, ижадсы халыҡ трибуны булһа, ысын мәғәнәһендә халыҡ яҙыусыһына әйләнә. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙ тарихына күҙ һалһаҡ, әллә күпме әҙиптәребеҙ, шағирҙарыбыҙ, драматургтарыбыҙ халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, халыҡ өсөн хәсрәтләнеп, янып ижад иткән тап ошондай шәхестәр булып тора ла инде. Әҙәбиәт тарихында ла, бөгөнгө әҙәбитебеҙҙә лә байтаҡ миҫалдар килтерергә була. Совет осорона тиклемге әҙиптәрҙе алғанда, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев халыҡ трибуны булмағанмы ни? Ысын мәғәнәһендә шулай булған, башҡорт ерҙәре таланыуға ҡаты ҡаршы сығып, батшаларға, урындағы власть органдарына бик күп тапҡырҙар мөрәжәт иткән. Хронологик тәртиптә дауам итһәк, Шәйхзада Бабич - туп-тура мәғәнәлә халыҡ трибуны. Хатта бәләкәй генә "Көтәм" тигән шиғырында ла туған халҡы өсөн янып-көйөп, дәлилле фекер әйтеүе, хис-тойғоларға бирелеүе бының сағыу бер миҫалы булып тора. Поэмаларында, "Башҡорт халҡына көйлө хитаб"ында Бабич шундай шәхес булып сығыш яһай ҙа инде. Артабан иҫәпләй китһәк, Рәми ағай Ғариповтың халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, туған тел өсөн янып-көйөп яҙылған шиғырҙары уның ысын мәғәнәһендә трибун ижадсы булыуын иҫбатлай.
80-се йылдарҙың икенсе яртыһынан илдә болғаныш, үҙгәртеп ҡороуҙар башланып киткәс, халҡыбыҙҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, тәбиғәтте, телде һаҡлау һ.б. башҡа мәсьәләләрҙе күтәреп, Рауил ағай Бикбаев күпме сығыш яһаны. 1980, 1990 йылдарҙа һәм 2000 йылдың башында ул ысын халыҡ трибуны булды. Ниндәй генә әҫәрен алып ҡарама, бигерәк тә поэмаларында, уның ижади асылы үтәнән-үтә күренеп тора. Шул осор шиғриәтен күҙ алдына килтергәндә, Рауил ағай үҙенең ижады менән иң алда барҙы, халыҡ исеменән бик көслө сығыштар яһаны. Әлбиттә, бүтән шағирҙарҙы ла оноторға ярамай. Рәйес Түләктең поэмалары - шулай уҡ халыҡ трибунының әҫәрҙәре. Прозала Ноғман ағай Мусиндың тәбиғәтте ҡайғыртып яҙған романдары үҙҙәре генә ни тора! Халыҡ мәнфәғәтен, ил байлығын ҡайғыртып яҙылған был китаптар - шулай уҡ халыҡ трибунының әҫәрҙәре. Драматургияла Флорид Бүләков, Нәжип Асанбаевтар яҙғанды ла мин халыҡ трибуны ҡәләменән сыҡҡан әҫәрҙәр тип ҡабул итәм. Совет йылдарында әҙәбиәтте үҫтереү идеология өсөн кәрәк булды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы булдырылды, финанс яғынан да ярҙам ителде. 70-се, 80-се йылдарҙа әҙәбиәткә Хөкүмәт тарафынан иғтибар бик көслө ине. Халыҡ трибуны тип аталырҙай шәхестәр ҙә үҫеп сыҡты. Һуңғы йылдарҙа союздың Хөкүмәт тарафынан финансланмауы был эштең һүлпәнәйеүенең бер сәбәбелер тип ҡабул итәм. Шулай ҙа илдә барған ҡайһы бер ваҡиғаларға, махсус операцияға бәйле хәлдәр беҙҙең власть әһелдәрен бер аҙ уйландыра төштө шикелле. Яҙыусыға ҡараш үҙгәрергә тейеш. Сөнки яҙыусының һүҙе халыҡҡа тиҙ барып етә, халыҡҡа көслө тәьҫир итә, әгәр ул ваҡытында тейешле итеп әйтелә белһә.
Фәрзәнә ФӘТИХОВА яҙып алды.
