Ғаилә йолаһы булһын!
Кемдер шыршыны ноябрь аҙағында уҡ ҡуйған, кемдер йортоноң тәҙрәләрен дә, ишеген дә биҙәгән. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә бергәләп баҙарға сығып, ысын шыршы һатып алыу бер йолаға әүерелгән. Нисек кенә булмаһын, һәр өлкән кеше йылдың ахырғы айын һәм ҡышҡы каникулдарҙы балаһы өсөн мөғжизәгә әүерелдерергә тырыша. Бының ыңғай яғы нимәлә? Ни өсөн Яңы йылды бала тик күңел асып, уйнап-көлөп үткәрергә тейеш тип уйлайбыҙ һәм мотлаҡ ошоға ынтылабыҙ? Психолог Гүзәл ТӨХВӘТУЛЛИНА менән ошо хаҡта әңгәмәләшәбеҙ.
*Яңы йыл иртәлектәре, театрҙағы тамашалар, концерттар – бала өсөн йыл аҙағы, яңы йыл башы төрлө сараларға бай булып китә, быларҙың барыһы ла уға кәрәкме?
-Үҙегеҙҙең бала сағығыҙҙы иҫләһәгеҙ, унда балалар баҡсаһында йәки мәктәптәге яңы йыл иртәлегенән башҡа күңел асыу саралары булманы. Яңы йыл ҡаршылыу тигәнде лә белмәнек, Ҡыш бабайҙан бүләк тә көтмәнек, бер-ике мандарин, бер ус кәнфит тә ҙур ҡыуаныс ине. Уның ҡарауы, каникулдар буйына тауҙан шыуҙыҡ, саңғыла йөрөнөк, бейәләйҙәр һыуланып туңып китһә лә, бер кем дә ауырыманы ла. Бына бала өсөн иң дөрөҫ ял ошолай булырға тейеш. Төрлө күңел асыу сараһы – эмоциональ яҡтан балаға кире тәьҫир итә. Кеше күп, тауыш көслө, ниндәйҙер ығы-зығы, барыһы ла ҡысҡыра, сәпәкәйләй - ул аптырап ҡала, нервыһы ҡуҙғый. Уның урынына парктағы шыршы янына барығыҙ, уның тирәләй йүгерегеҙ, тауҙан шыуығыҙ. Бәләкәстәр Ҡыш бабайҙан ҡурҡа, ғөмүмән, улар барлыҡ сит кешеләргә ятһынып ҡарай, ҙур кәүҙәле, һаҡаллы, сағыу кейемле бабайҙың уларға кәрәге лә юҡ. Өйгә Ҡыш бабай саҡырыу ҙа модала, бында мотлаҡ баланың йәшен иҫәпкә алырға кәрәк.
Шулай уҡ байрам табыны ла улар өсөн айырым булһын. Яңы йылды ҡаршылағанда майлы, ҡыҙҙырылған, татлы ризыҡтар күп була. Торт ашап, аҙағынан газлы эсемлек эсеп ҡуя икән, бала сәләмәтлеге өсөн был бик зыянлы. Емеш-еләк, йәшелсә киҫәктәре, сыр, крекер, пакетлы һут тотоп ашау өсөн уңайлы, түгелеп, баланың кәйефен дә боҙмаясаҡ.
*Ә мәктәп уҡыусыһы өсөн каникулдарҙың һәр көнөн мажалараларға бай итергә тырышыуға нисек ҡарайһығыҙ?
-Бәләкәйҙән бала үҙенең күңелен үҙе асып, үҙаллы уйнап өйрәнһен. “Миңә күңелһеҙ”, тигәндәрен йыш ишеткәнем бар, бына был һеҙҙең ғәйеп, атай-әсәйҙәр. Ни өсөн балаға гел ҡыҙыҡ, күңелле булырға тейеш әле, мәңгелек бала саҡ илендә ҡалып, барыһын да ситтән көтөп ятыусы өлкәндәрҙе шулай үҙебеҙ үҫтереп алабыҙ. Уҡыусыны ла көн һайын спектаклдәр, шоуҙарға йөрөтмәгеҙ. Әгәр хәүефһеҙ икән, тышта үҙе уйнаһын. Шулай уҡ өлкән балағыҙға гел генә бәләкәйен тағып ҡуймағыҙ, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары бер үк түгел.
Унан һуң, бергәләп билмән бөрөү һәм аҙағынан бешереп ашау кеүек ғаилә йолалары булдырығыҙ, былар һеҙҙең мөнәсәбәттәрҙе нығытасаҡ. Кистәрен спектакль ҡуя алаһығыҙ, баланың талантын, үҙенә ышанысын арттыраһығыҙ. Бик булмаһа, бергәләп башватҡыстар сисегеҙ, һүрәт төшөрөгөҙ, шаулы тамашаларға ҡарағанда, былар баланың күңеленә нығыраҡ хуш киләсәк.
Ауылда, икенсе ҡалала олатай-өләсәйҙәр бар икән, был да бәхет. Уларҙың янына ҡайтығыҙ, быуындар араһында бәйләнеш булһын, әсәй менән атай әйткәнгә, өйрәткәнгә ҡарағанда, олатай-өләсәй өлгөһөн бала яҡшыраҡ үҙләштерә. Башынан һыйпатып, арҡаларынан һөйҙөрөп, күңелдәрен үҫтереп ҡайтһындар. Һәм театрға ла, циркка ла һ.б. алып бара алманым, тип, көйөнмәгеҙ, был, бәлки, бик үк мөһим дә түгелдер.
Шулай итеп...
Яңы йыл алдынан һәр кеше үҙенең бала сағындағы ғаилә йолаларын иҫенә төшөрөп, улар менән үҙенең балаһын да таныштыра икән, был иң дөрөҫө, ти психолог. Тормошонда ғаилә йолаларына урын бар икән, тимәк, был ғаилә сикһеҙ бәхетле. Бала өсөн дә уны аңлауҙары, уның менән бергә нимәлер эшләүҙәре, уны яҡлауҙары мөһимерәк.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
