КАНИКУЛДЫ НИСЕК ҮТКӘРӘҺЕҢ?
Һеҙҙә Яңы йыл каникулдарын, Президент Владимир Путин әйткәнсә, ғаилә менән бергә, уртаҡ шөғөл табып, күргәҙмә-театрҙарға йөрөп, спорт менән шөғөлләнеп үткәрергә мөмкинлектәр бармы?
Зиннур БОҪҠОНОВ, Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта белем биреү мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почетлы тәрбиә һәм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы: Беҙҙең балалар өсөн Яңы йыл каникулдары ҡәҙимге көндәрҙән әллә ни айырылмай, тип әйтер инем, сөнки балалар уҡыу ваҡытымы, ялмы тип ҡарап тормай, һәр ваҡыт спорт залдарында йә иһә саңғы юлдарында. Ғөмүмән, ауылыбыҙ спорт төйәге булараҡ билдәлелек алған. Ҡыш осоро балаларҙы ҡалаға театр, күргәҙмәләргә йөрөтөү төрлө проблемалар менән бәйле, был өлкә менән улар телевидение, гаджеттарҙан да танышып бара ала, ә бына уларҙы сәләмәт һәм сыныҡҡан кешеләр итеп үҫтереү өсөн урында, уларҙың йәшәгән һәм уҡыған ерендә генә өлгәшергә була. Ҡышҡы каникулды сана-саңғыһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, шуға ла күп йыллыҡ традицияға һалынған сараларыбыҙҙы һаҡларға тырышабыҙ. Каникулда айырыуса беҙҙең саңғы трассаһы тынып тормаясаҡ. Элекке йылдарҙан айырмалы рәүештә, хәҙер беҙҙең трасса яҡтыртылған, йәғни көндөҙ генә түгел, төндә лә йөрөргә була, сөнки ҡыш эңер иртә төшә, ә йоҡо алдынан саф һауала саңғыла йөрөп инергә теләүселәр байтаҡ ҡына.
Әлеге ваҡытта боҙ майҙансығы эшләнә, тимәк, каникулда балалар һәм хатта өлкәндәр ҙә төн еткәнсе хоккей уйнаясаҡ. Быларҙан тыш, яңы асылған ғәмәли атыу тиры ла ал-ял белмәй эшләп килә. Әйткәндәй, бындай тирҙар республикала әле бишәү генә. Әлеге ваҡытта унда пистолеттан практик атыу, спорт винтовкаһынан атыусы полиатлонистар әҙерләнә. Каникулдың икенсе көнөндә үк беҙҙә традицион 3х3 баскетбол буйынса район беренселеге үтәсәк. Уның икенсе көнө асыҡ район турниры - өҫтәл теннисы буйынса ярыш башланасаҡ.
Ҡышҡы каникул осорона ҡарата махсус төҙөлгән көсөргәнешле һәм тығыҙ план буйынса эшләйбеҙ. Артабан план буйынса тәүге саңғы ярыштары сират көтә. Унда ла бөтөн район халҡы ҡатнаша ала. Каникул ваҡытында тағы ла республикаға яҡшы билдәле тюбинг трассаһы ла эшләйәсәк. Мәктәптең спорт залы ла расписаниеға ярашлы эшләй. Һис арттырыуһыҙ әйтәм: залыбыҙҙың бер сәғәткә генә лә буш торғаны юҡ. Шул арҡала хатта беҙҙең көрәшселәребеҙ икенсе ҡатта шөғөлләнергә мәжбүр. Ә уларҙың араһында Рәсәй чемпиондары, донъя беренселеге призерҙары бар. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең ауыл был осор бал ҡорто ояһын хәтерләтә, ә мәктәп, әйтерһең дә, ҙур бер умарта кеүек. Ҡорттар бал йыйған һымаҡ, беҙҙең балалар ҙа һаулыҡ, шатлыҡ, көс запасы туплай.
Тимур МОСТАФИН, Өфө ҡалаһының 30-сы дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы: Яңы йыл каникулдарын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Яңы йыл кисен, ғәҙәттә, ғаиләбеҙ менән бергә үткәрәбеҙ: атайым, әсәйем, ағайым, мин һәм 5-се класта уҡыусы һеңлем. Ағайым БДУ студенты, дуҫтары күп, уны кисәгә саҡыралар, ләкин ул Яңы йылды өйҙә беҙҙең менән ҡаршыламайынса дуҫтары янына сығып китмәй. Ғаиләбеҙ йолаһы шундай: атайыма эш буйынса йә командировкала ҡайҙа ғына булырға тура килмәһен, Яңы йыл кисен беҙҙең менән ҡаршыларға ҡайтып етә. Яңы йыл каникулдары балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә ял итеү осоро, шуныһы бик уңайлы. Ниһайәт, беҙ атайым менән туйғансы шахмат уйнайбыҙ. Мин бер нисә йыл балалар шахмат клубында шөғөлләндем, атайым иһә разрядлы шахматсы. Әсәйем әйтмешләй, ғаиләлә атайым менән икебеҙгә генә "шахмат ене" ҡағылған, бер башлаһаҡ, өс-дүрт сәғәт уйнап ултыра алабыҙ. Артабан да уйнар инек, тик әсәйем менән һеңлем беҙҙе ай-вайыбыҙға ҡарамай, тышҡа, саф һауа һуларға алып сығып китәләр.
Беҙҙең мәктәптең асыҡ һауала бик шәп спорт комплексы бар, бер йыл элек кенә иҫке спорт майҙанын өр-яңынан заманса проект буйынса төҙөп ҡуйҙылар. Хәҙер Сипайловоның яҡын-тирә йорттарынан, үҙ ихаталарында уйын майҙансығы булһа ла, ошонда, беҙҙең комплексҡа киләләр, сөнки бында уңайлы, иркен, матур. Майҙан уртаһында ҙур ғына футбол майҙаны, ул тимер сеткалы еңел ҡойма менән уратып алынған. Шунда иптәштәрем менән йәй буйына футбол уйнайбыҙ; ҡыш көндәре лә, айырыуса каникулдарҙа был майҙан гөрләп тора - ҡыш ул хоккей ҡумтаһына әйләнә. Ошонда уҡ спорт майҙанын уратып йүгереү юлдары һалынған, физкультура һәм төрлө күнегеүҙәр менән шөғөлләнеү өсөн стационар тренажерҙар, теннис өҫтәле кеүек спорт ҡоролмалары менән йыһазландырылған майҙан да бар. Әле ҡыш етеп, һыуытҡас, әйтеүемсә, футбол майҙанына һыу һиптереп туңдыралар һәм беҙ унда рәхәтләнеп хоккей уйнайбыҙ. Бында балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә ала. Һауа һуларға сыҡҡас та беҙ тура ошонда киләбеҙ. Атайым тренажерҙа шөғөлләнә, әсәйем йүгереү һуҡмағынан атлай, һеңлем бәүелсәктә бәүелә йә әхирәттәре менән уйнай. Ҡыҫҡаһы, ял итеү өсөн беҙгә ҡайҙалыр алыҫҡа барып йөрөргә лә кәрәкмәй. Шулай ҙа ҡала экрандарына ҡыҙыҡлы берәй фильм сыҡһа, кинотеатрға сәфәр ҡылабыҙ, художестволы күргәҙмәләргә лә барып сығырға тырышабыҙ, сөнки һеңлем һүрәт төшөрөү менән мауыға һәм художниктар ижады менән ҡыҙыҡһына. Йыш ҡына Ҡашҡаҙан күле янына йә булмаһа, йәшәгән йортобоҙ янындағы Ҡариҙел буйы дамбаһына йөрөргә сығабыҙ. Буш ваҡыттарҙа ял итергә, һаулыҡты нығытырға бер ниндәй түләүһеҙ үҙ ихатабыҙҙа ла бына тигән итеп шөғөлләнә алабыҙ.
Ләйсән ДӘҮЛӘТКИЛДИНА, Баймаҡ районы Ишбирҙе мәктәбе директоры: Ауылыбыҙҙа мәктәп туғыҙ йыллыҡ, беҙгә күрше Йылым, Бөрйән-Йылға, Крепостной-Йылайырҙан йөрөп уҡыйҙар, улар өсөн мәктәптең интернаты бар. Мәктәптә барлығы 70 бала уҡый. Уҡыусыларыбыҙ тырыш, әүҙемдәр, белем алырға ынтылып торалар. Ә шулай ҙа улар, бөтә балалар кеүек үк, Яңы йыл каникулдарын көтөп алалар, тик ял ваҡыттарында уларҙың урамда маҡсатһыҙ рәүештә аҙып-туҙып, тәртип боҙоп йөрөгәндәре юҡ, сөнки уларҙың яратҡан шөғөлдәре бар. Мәҫәлән, класс менән йыйылышып, тәбиғәткә сығабыҙ, сана-саңғы шыуабыҙ. Кескәйҙәр шыршы ҡуйылған боҙ ҡаласыҡта рәхәтләнеп уйнайҙар. Хәйер, уйнап ҡына ҡалмайҙар, һәр класс ошонда боҙҙан төрлө һындар эшләү буйынса конкурста ярыша, еңеүселәр бүләкләнә. Үкенескә, балалар араһында саңғы спортын популярлаштыра алмайбыҙ әлегә, күбеһенсә улар физкультура дәрестәрендә генә йөрөп килә. Махсус йыһазландырылған каток юҡ.
Уның ҡарауы, йыйылышып, балаларҙы ойошҡан рәүештә Баймаҡҡа бассейнға, кинотеатрға, катокка алып барыу мөмкинлеге бар, автобусыбыҙ һәр саҡ әҙер тора. Әйтеп китеүемсә, мәктәптә шашка, волейбол, көрәш буйынса түңәрәктәр эшләй. Күп тапҡырҙар шашка буйынса район чемпионы булып танылған мәрхүм Урал Моратов призына шашка ярыштары беҙҙә айырыуса популяр. Көрәш буйынса иһә беҙҙең балалар автобус менән аҙнаһына бер тапҡыр Юлыҡ мәктәбенә йөрөп, тренер Илфат Дәүләтбаев етәкселегендә шөғөлләнә.
Яңыраҡ ҡына, декабрь баштарында, беҙҙә ҡыуаныслы ваҡиға булды: "Урал" спорт-һауыҡтырыу үҙәге асылды. Ике ай эсендә файҙаланылмай ултырған иҫке бинаны ремонтлап, уны яңыртып ҡороп, бына тигән өр-яңы спорт үҙәге эшләп ултыртып ҡуйҙы ауылыбыҙҙың оҫта егеттәре. Уның эсе спорт ҡорамалдары менән йыһазландырылды: тренажерҙар ҡайтарылды, бильярд һәм теннис өҫтәлдәре ҡуйылды, бында шулай уҡ ултырып шахмат-шашка уйнарға ла була. Барлыҡ эштәр һәм сығымдар ауыл хакимиәте башлығы Динар Иҙелбаев етәкселегендә һәм уның үҙ иҫәбенә башҡарылды, афарин! Был үҙәк хәҙер ауылдаштарҙың, айырыуса балаларҙың яратҡан урынына әүерелде.
