ТРАДИЦИОН РУХИ-ӘХЛАҠИ ҠИММӘТТӘР

Президент Владимир Путин педагогтар алдына мәғариф өлкәһендә традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе нығытыу буйынса ҙур бурыстар ҡуйҙы. Ошо йәһәттән уҡытыу һәм тәрбиә эшен нисек итеп күҙаллайһығыҙ?

ТРАДИЦИОН РУХИ-ӘХЛАҠИ ҠИММӘТТӘР, image #1

Ләйсән САФИУЛЛИНА, 2-се "СМАРТ" полилингваль күп профилле гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, БР мәғариф алдынғыһы: Бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төп миссияһы балаларға белем биреү менән генә сикләнмәй, бәлки, беренсе сиратта улар күңеленә рух, милли ғорурлыҡ, туғанлыҡ, берҙәмлек тойғолары һалыу мөһимерәк бурыс булып тора. Ә инде балала туған теленә, иленә ихтирам тәрбиәләнә икән, ул, әлбиттә, үҙенән-үҙе күберәк белергә, әсә телендә аралашырға ынтыласаҡ. Беҙҙең 2-се "СМАРТ" гимназияһында 1550 баланың барыһы ла башҡорт дәүләт телен өйрәнә.

2021-2022 уҡыу йылынан башҡорт-инглиз теле кластары асылды. Был класта уҡыусыларҙың 95 проценты туған тел булараҡ башҡорт телен уҡый. Әсә телен белеү балаларҙың рухи үҫешенә булышлыҡ итә, сөнки улар халыҡ педагогикаһы өлгөлөре булған боронғо ҡобайырҙарыбыҙҙы, "Урал батыр" эпосын, Аҡмулла, Бабич, Ризаитдин Фәхретдин әҫәрҙәрен төп нөсхәһендә уҡый икән, уларҙың яҡшы, кешелекле шәхестәр булып үҫеренә ышаныс бар, тигән һүҙ. Башҡорт теле буйынса ҡала, республика, төбәк-ара кимәлдәге һәр төрлө ярыш-конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашыу ҙа уҡыусыларҙың күңелен, рухын үҫтерә, белем-аң даирәһен байыта. Бәләкәй класс уҡыусылары "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында ҡатнашып, телмәр оҫталығын шымартһа, "Мостай уҡыуҙары", "Р. Бикбаев уҡыуҙары" кеүек саралар, шулай уҡ уҡыусыларҙың төбәк-ара ғилми-эҙләнеү эштәрендә ҡатнашыуы уларға туған төйәк тарихын, мәҙәниәтен, телебеҙ байлыҡтарын тағы ла тәрәнерәк тойорға, рухиәтебеҙ хазиналары менән ғорурланырға сәбәп булды.

Һәм, әлбиттә, әйтеп китеүемсә, халыҡ аҡылы, уның тәрбиә һабаҡтары энциклопедияһы булған "Урал батыр" эпосын яттан башҡарыу конкурсында ла үҙебеҙҙе күрһәтә алдыҡ. Балалар эпосты ятлау менән генә сикләнмәй, ә уның идея-йөкмәткеһенә төшөнөргә тырыша, ҡыҙыҡһына, һорауҙарын бирә. Эйе, был йәһәттән уҡытыусынан, әлбиттә, күп яҡлы белем кимәле, уҡытҡан предметыңды яратыу, дәресте өҫтәмә материалдар менән байытыу, яңылыҡ эҙләү кеүек төпсөрлөк, тынғыһыҙ эшмәкәрлек талап ителә. Ошо юҫыҡта үткән йылдың "Уҡытыусы һәм остаз" тип нарыҡланыуы, шул айҡанлы үткәрелгән ғилми-методик ярҙам саралары, конкурстар уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен, абруйын күтәреүҙә мәртәбәле йыл булды, тиер инем. Шөкөр, гимназиябыҙҙа көслө етәксе, рухташ уҡытыусылар, теләктәш ата-әсәләр барҙа, ошондай уҡытыу-тәрбиә сараларын гөрләтеп үткәреү һөҙөмтәләрен бирмәйенсә ҡалмай: балалар туған әсә телебеҙгә айырым хөрмәт менән ҡарай, дәрескә һәр саҡ әҙерлекле килә һәм уҡытыусы һорауҙарына теүәл, аныҡ яуап бирә ала икән, тимәк, эшебеҙ юҡҡа түгел. Туған тел байлыҡтары, әҙәби әҫәрҙәр геройҙары, ижад донъяһы миҫалдары аша беҙ илһөйәр ҙә, телһөйәр ҙә, кеселекле һәм кешелекле лә йәштәр әҙерләүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, тигән һүҙ.

Фәтих ИМАНҒОЛОВ, хеҙмәт ветераны: Белем һәм тәрбиә өлкәһендә Рәсәй Президенты тарафынан ҡуйылған бурыс, әлбиттә, яңылыҡ түгел. Беҙ, бөгөнгө пенсионерҙар, ошондай тәрбиә мәктәбе үткән быуынбыҙ. Беҙҙе нисек тәрбиәләнеләр һуң? Эйе, бөгөн күптәр ул йылдар тәрбиә мәктәбенә юғарынан ҡарап, кәмһетергә, хатта мыҫҡылларға ярата, ләкин илебеҙҙе генә түгел, бөтөн Европа илдәрен ана шул октябрят, унан пионер, унан комсомол тәрбиәһе үткән илһөйәрҙәр фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарып ҡалды ла инде. Күкрәге менән ут сәсеүсе амбразураны ҡаплаған комсомолец Шакирйән Мөхәмәтйәнов түгел инеме? Йә булмаһа, боеприпасы бөткәс, "И-16" самолетын дошмандың 4 пилоты ултырған "Хейнкель-111" бомбардировщигына туранан-тура таран яһаған Виктор Талалихин? Ә йыртҡыстарса язалауҙарҙан һуң да иптәштәрен һатмаған батыр партизан ҡыҙ Зоя? Улар бөтәһе лә совет мәктәбендә уҡып сыҡҡан һәм тәрбиәләнгән комсомолдар ине.

Һуғыштан һуңғы быуын геройҙары ла күп булды. Хәйер, ул заманда һәр бер тип әйтерлек йәш кеше Тыуған илебеҙ өсөн йәнен бирергә лә әҙер ине. Бындай илһөйәрлектең нигеҙендә нимә ята ине һуң? Беҙҙе берәү ҙә илебеҙҙе көсләп яраттырманы, совет йәштәренең булмышы, асылы шулай ине. Беҙ илебеҙҙе яраттыҡ, уның фән ҡаҙаныштары, төҙөлөштәре, космонавтары менән ғорурландыҡ. Илебеҙ ҙә беҙҙе яратты: уҡыйым, эшләйем, тигән кешегә һәр тарафҡа юл асыҡ ине.

Дөрөҫ, төрлө саҡтар булды. Күптәр ул ваҡыттағы тауар һәм аҙыҡ-түлек ҡытлығын ғәйеп итеп күрһәтергә тырыша, ләкин беҙ ас үҫмәнек, яланғас булманыҡ, күңелдәребеҙ бөтөн һәм күтәренке ине. Ысын ҡытлыҡ һәм көрсөк касафаттары быуат байышына табан, 1990 йылдарҙа башланды. Ул осорҙа инде Советтар державаһын Ельцин "ботарлап" ташланы. Тәрбиә-әхлаҡ көрсөктәре лә тап ана шул йылдарҙан башланды ла инде. Йәмғиәт байҙар һәм ярлыларға бүленде, ил мөлкәтен олигарх-капиталистар бүлешеп алып бөтөрҙө. Хәйер, улар бөгөн дә ил байлығын ашап ята, байығандан байый, ә ярлылар фәҡирлек сигенә килеп етте. Эре, ҙур чиновниктар, депутаттар аҡсаларын сит ил банктарына күсерә, бала-сағаларын сит илдә уҡыта, ғаиләләрен сит илгә сығарып, шунда виллалар һатып алып, бизнес асып, лафа ҡороуҙы дауам итә һәм ике тормош менән йәшәп, ике йөҙлөгә әйләнеп бөттөләр. Ә ниңә Рәсәй мәктәбендә уҡытырға теләмәй улар балаларын? Бөтөн донъялары, уйҙары - сит илдә, тимәк, улар тыуған илде яратмай, унан нисек тә ҡасыу яғын ҡарай. Быны бөтөн халыҡ, шул иҫәптән, йәштәр күрә, белә, аңлай. Шундай хәлдә бөгөн нисек итеп декларациялар ярҙамында йәш быуындан илһөйәрҙәр яһарға тейешбеҙ? Мин өлкән кеше хәҙер, күрәһең, ниҙелер аңлап бөтмәйемдер...

Рафиҡ ӘБҮЛӘЕВ, Өфө ҡалаһының 108-се дөйөм урта белем биреү мәктәбе директоры: Традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр нимә ул, уны балалар күңеленә, аңына нисек итеп һеңдерергә? Тәүҙә, әлбиттә, һәр уҡытыусы үҙе өсөн ошо мәсьәләләрҙе асыҡлап алырға, уҡытыу эшмәкәрлеген ошо йүнәлешкә көйләргә һәм программа билдәләргә тейештер. Был программа директор өсөн ташҡа баҫылған план булмаҫҡа ла мөмкин, сөнки һин уҡытыусы икән, ул мотлаҡ күңел түрендә йәшәүсе ниәт булырға тейештер, тип күҙаллайым мин үҙем. Ни өсөн тигәндә, уҡытыусы белем биреүҙе тәрбиә биреү менән яраштыра белергә, балаларҙың социаль аң кимәлен, әхлаҡи сифаттарын үҫтереүгә булышлыҡ итергә лә тейеш бит. Илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттары, өлкәндәргә кеселекле мөнәсәбәт, ихтирам, үҙеңдән кеселәргә ярҙамсыллыҡ, хәстәрлек, бергә уҡыған тиҫтерҙәрең менән берҙәмлек, татыулыҡ - былар бит бөтәһе лә ана шул рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙең ҡайһы бер өлгөләре. Улар мәктәп тормошонда көн һайын, минут һайын кәрәкле шарттар. Уларһыҙ, ғөмүмән, коллективта йәшәү, уҡыу, уҡытыу мөмкин дә түгел. Дөрөҫ, уҡытыусылар өсөн әлегә был турала яҙылған методик ҡулланмалар, хеҙмәттәр ҙә, оҫталыҡтарын камиллаштырыусы ниндәйҙер махсус курстар ҙа юҡ, был һәр педагогтың интеллектына, эске мәҙәниәтенә, белем һәм аң даирәһенә бәйлелер, тип уйлайым. Шул осраҡта ғына уҡытыусы белем менән бергә баланың аң кимәлен дә үҫтерә аласаҡ.

Әйткәндәй, программа, тигәндән, унһыҙ ҙа эшләп булмаясаҡ. Был күбеһенсә мәктәптә үткәрелгән кластан тыш тәрбиә эштәренә ҡағыла. Мәҫәлән, күптән түгел мәктәбебеҙҙә йәш армеецтар сафына ҡабул итеү тантанаһы булып үткәйне. Мин унда уҡыусыларҙың был сараға нисек тулҡынланып әҙерләнеүҙәрен күрҙем. Улар махсус формаларҙа матур итеп кейенеп килде һәм үҙҙәренең Бөтөн Рәсәй "Юнармия" балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик хәрәкәтенә ҡушылыу ғорурлығы кисереүҙәрен йәшермәне. Бындай сараны йәш күңелдәрҙе тетрәндерерлек кимәлдә үткәрергә тырышырға кәрәк; тантананың формаль бер сара түгеллеген, ә шәхсән һәр уҡыусыға төбәлгәнлеген күрһәтергә, уға уҡыуында, тәртибендә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүен аңлатырға кәрәк.

Мәктәбебеҙҙә йәш армиясылар отрядын ойоштороусы уҡытыусыбыҙҙан уңдыҡ. Балаларҙа илһөйәрлек рухын ул үҙ тормош юлы өлгөһөндә тәрбиәләргә хоҡуҡлы, сөнки ул күп йылдар буйы авиацияла хеҙмәт итеп, ҡаһарманлыҡ күрһәткән, илебеҙ наградаларына лайыҡ булған авиация подполковнигы Данис Фәрит улы Йәнгиров. Балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү эше һәр уҡытыусыға, уның белеме һәм мәҙәни кимәленә бәйле, тигәйнем. Был Ватан тарихы, туған тел һәм әҙәбиәт, география, хеҙмәт, физкультура, музыка дәрестәре уҡытыусыларының бөтәһенә лә берҙәй ҡағыла, сөнки улар уҡытҡан һәр предмет теге йә был дәрәжәлә кешелек тарихы ҡиммәттәренең сағылышы ул. Шул уҡ ваҡытта был йүнәлештә бөтөн эште мәктәпкә генә ауҙарып ҡуйыу ҙа дөрөҫ түгелдер, тием. Иң тәүҙә атай-әсәй ғаиләлә балаһына рухи байлыҡ һеңдереп үҫтермәһә, әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләмәһә, мәктәптең тырышлығы менән генә уңышҡа ирешеүе икеле, сөнки, нимә генә тимә, ғаилә баланы ысын кеше итеп үҫтереүҙә беренсел мөхит булып ҡала.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

23 views·1 share