АЛКОГОЛДӘН ПСИХИК БӘЙЛӘНЕШТӘҺЕҢМЕ?
Халыҡтың 90 проценты алкоголдән психик бәйләнештә, ти белгестәр. Ысынлап та, беҙҙең бар көнитмешебеҙ, ҡунаҡсыллығыбыҙ, йолаларыбыҙ, хатта үҙең эсмәгән кеше булһаң да, шул шешәле табындар ойоштороу хәстәрлеге менән бәйле бит. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ, Өфөләге Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы рәйесе: Иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу менән бәйле беҙҙә иң төп бәлә - алкоголизмдан бигерәк, көнкүрешебеҙҙә урын алған эскелек, тип уйлайым. Алкоголизмға бәйлелек сире илдәге халыҡтың 4-5 процентын, ә көнкүрештәге эскелек эшкә һәләтле 40 процент ир-егетте һәм 15 процент ҡатын-ҡыҙҙы тәшкил итә, тип яҙа белгестәр. Һеҙ һүҙ алып барған ана шул көнкүрештәге эскелек йәшәйешебеҙҙә нисәмә йылдар буйы ныҡ ҡына тәрәнгә тамыр ебәргән. Ысынлап та, туй, юбилейҙар, башҡа байрам табындары бик һирәк осраҡтарҙа араҡы-шарапһыҙ үтә. Йығылғанса эсеү ҙә булмаҫҡа мөмкин, әлбиттә, ләкин өҫтәл түрендә шешәләрҙең ниндәйе генә ҡуйылмай! Быны үҙенә күрә мәртәбә иҫәпләгән кешеләр ҙә бар. "Араҡыһыҙ байрамдың ни ҡыҙығы!" - тигәндәрен йыш ишетергә тура килә. Тимәк, был "тәртип" ғәҙәткә, мотлаҡ йолаға әүерелгән. Уйлап ҡараһаң, бөтә байрамдың "ҡыҙығы" әлеге шешәләргә ҡайтып ҡала һымаҡ килеп сыға түгелме?
Оят бит, нишләп байрам-тантаналарыбыҙҙы үткәреүҙә башҡа төрлө "ҡыҙыҡтар" уйлап сығара алмайбыҙ һуң? Эскеһеҙ туй өлгөләре бар бит, тик уларҙы төрләндереп, файҙалы, ҡыҙыҡлы варианттарын эшләп һалырға кәрәк социаль селтәрҙәргә. Халыҡҡа әҙер сценарийҙар ҙа бик кәрәк. Хәйер, уйын-көлкө, милли йолаларыбыҙҙы үтәүҙә нимәлер уйлап сығарыу ҙа кәрәкмәйҙер, халҡыбыҙ, айырыуса ағинәйҙәр хәҙер әллә күпме боронғо йола-традицияларыбыҙҙы тергеҙеп, бына тигән матур байрамдар үткәрә.
Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер йәштәребеҙ араһында эсеү һирәк күренә, айыҡ туйҙар ҙа үткәрелә. Йәш быуын вәкилдәре әүҙем рәүештә дин юлына баҫа. Мәҫәлән, мин Баймаҡ район Советы депутатымын да һәм минең округтағы Татлыбай, Абдрахман, Кәрешкә, Яңғаҙы ауылдарында имам-хатиб, мәзиндәр булып 25-40 йәштәрҙәге ир-егеттәр эшләй. Ауылдарҙағы башҡа егеттәр ҙә тырышып йәшәй: йорттар һалып инәләр, фермерлыҡ эштәрен асып, күпләп йылҡы, һыйыр малы, һарыҡ аҫрайҙар; ҡымыҙын, итен, һөтөн-майын һаталар. Хәҙер ауылда кеше аҡса эшләүгә күңелен һалып, баҙар иҡтисадына тамам яраҡлашты тип әйтергә була. Элекке һымаҡ араҡыға алданып йөрөмәйҙәр, һәр бер хеҙмәт төрө өсөн аҡсалата алалар. Хатта ҡайһы бер ауылдарҙа мал һуйыу өсөн дә аҡса түләйҙәр. Ауылдан ҡалаға машинаһында кеше ултыртып алып барһа ла, тракторы менән бесән сабып, тырматып бирһә лә бының өсөн аҡса ала. Ә эскерһеҙ ярҙамлашыу ҡайҙа, тиер берәү. Һуң ярҙам ана шул эш башҡарған кешенең үҙенә лә ғаиләһен, балаларын үҫтереү өсөн кәрәк бит, шуға ла эше өсөн кешегә хаҡын түләү фарыз.
Бының бер ояты ла юҡ, эшләгән кеше тейешле хаҡын алырға хаҡы бар, тик эшен эшләтеүселәр эсереп, араҡы менән ҡотолорға маташмаһындар ине. Ундай осраҡтар ҙа бар әле, ҡыҙғанысҡа. Был, йомшаҡ итеп әйткәндә, оятһыҙлыҡ, тип иҫәпләйем. Кешене күрәләтә эскегә этәреү була бит был. Айырыуса бесән мәлендә йыш күҙәтелә бындай хәлдәр. Йүнсел кеше йүнен күрә, айыҡ тормош ҡәҙерен белә, шуға ла аҡса эшләргә, ғаиләһен аҫрарға тырыша. Беҙҙең бәләкәй генә Яңғаҙы ауылында, мәҫәлән, 6 егет фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Иген, бесән сәсә, күпләп йылҡы, һыйыр, ваҡ мал үрсетә. Юлай Тимербулатов тигән егетебеҙҙең 100 баштан ашыу йылҡыһы, 100 башлап һыйыр малы бар. Зөфәр Аслаев ит һатыу менән булыша, 30-лап баш йылҡыһы бар, 100-ҙән ашыу баш һарыҡ көтә, 20-ләп һауын һыйырының ағын эшкәртәләр. Вәсил Шәйәхмәтов менән Рәмил Байгилдин да тырыштар, күпләп мал көтәләр. Бөтәһе лә матур ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләйҙәр. Ауылдарҙағы ҡалған йәш ир-егеттәр ҙә бик тырыш. Тик дәүләт кенә үҙенең бурысын насар үтәй: яҡшы асфальт юлдар юҡ, газ үткәреү эштәре насар тора. Ошо уңайлыҡтарҙы булдырғанда, ситкә сығып киткән кешеләр кире ауылдарына ҡайтыр һәм ауылдарыбыҙ ҙа йылдам үҫеш алыр ине.
Мәрфуға СӘЙФЕТДИНОВА, хеҙмәт ветераны: Хөрмәтле редакция, был һорауығыҙ менән мине күрәләтә уңайһыҙ хәлгә ҡуяһығыҙ бит әле, сөнки мин уға яуапты ҡайҙандыр һауанан алып йә уйлап сығарып һөйләй алмайым; теләйемме, юҡмы, үҙем ғүмер иткән ауылым миҫалынан сығып ҡына яуап бирә алам (абстракт, дөйөм һүҙ һөйләү ғалимдарға килешһен инде ул). Шуға күрә тулы аноним шарты менән генә ризалашам был хаҡта яҙырға, сөнки ауылымды, уның уңған, матур кешеләрен яратам, хөрмәт итәм - тыуған төйәгем яманатын һата алмайым. Әйтеүемсә, тырышып донъя көткән, итәғәтле балалар үҫтергән татыу ғаиләләр барлығына ҡыуанам, тик улар, үкенескә, ауылым абруйын күтәрә, уға төҫ бирә алмай шул әле. Ни өсөн тигәндә, эскелек әшнәләре лә байтаҡ беҙҙә.
Бындай ваҡытта, республика буйынса "Айыҡ ауыл" конкурстары барғанда, ул ниндәй эскелек, тиерһегеҙ. Дөрөҫ, бер йылды минең ауылым да ҡатнашты был сарала, тик исем өсөн, район хужаларына яҡшы күренер өсөн генә. Баҡса-ҡоймаларҙы буяп, урамдарҙы һепереп, бер төркөм бисә-сәсәне "Кәкүк сәйе"нә сығарып, фото-видео материалдар төшөрөп, матур, шыма итеп отчет-документ йүнәттеләр ҙә - ҡотолдолар. Ә бит эштәр беҙҙә маҡтанырлыҡ түгел: һаман булһын йәшереп, балалы ғаиләләр ауыҙынан өҙөп алынған аҡсаға арзан араҡы, көмөшкә һатыусылар сереп байып ята, уларға бер ниндәй ҙә ел-ямғыр теймәй, ә алкаштар улар йортона тәүлек әйләнәһенә йөрөп сыға. Ауыл хакимиәте башлығы булған ханым был хәлдәрҙе күрмәмешкә һалыша, улар менән "мөнәсәбәт боҙорға" теләмәй, йәнәһе... Һылыу ғына булып, кейенеп-яһанып контораһында тик ултыра йә район үҙәгенән ҡайтып инә белмәй. Ә бит эскелеккә ҡаршы көрәштә ауыл хакимиәтенә күп нәмә бәйле, башҡа ауыл биләмәләрендә тәртип булдыралар бит.
Эске табындары ойоштороу хаҡында. Ике йыл элек әхирәтемдең ҡыҙын кейәүгә бирҙек. Айыҡ туй үткәрергә булдыҡ. Мәжлес табынында араҡы тигән нәмә булманы, ләкин ... бер аҙ ултырғас, ҡоҙалар яғы бик күңелләнеп, ҡотлау һүҙҙәрен дә тыңлап тормай, шаулашып бейергә төшөп тә киттеләр. Баҡтиһәң, һиҙҙермәй генә сәйнүккә араҡы һалып алып һыйланып тик ултырғандар, имеш. Шулай һемәйттеләр беҙҙе, йәғни, көлкөгә ҡалдырҙылар. Ныҡ ғәрләндек. Ярай инде, йәштәр хаҡына өндәшмәнек, уйынға һабыштырҙыҡ. Ә ҡайһы саҡ, киреһенсә, аңлы рәүештә эске табыны әҙерләргә тура килә. Мәҫәлән, былтыр бер туған апайым менән еҙнәм уртансы улдарына өмә яһап өй күтәртте. Ҡулдары эш белгән уңған ир-егеттәр "һә" тигәнсе бураны күтәреп, шул көндө үк өйҙөң башын ябып та ҡуйҙылар хатта. Күңеле булған апайым менән килене йүгереп йөрөп мунса яҡтылар, аш-һыу хәстәрләнеләр һәм өмәселәр киске табынға ултырғас, апайым район үҙәгенән барып алған "сифатлы" шешәләрҙе өҫтәлгә йәлләмәй теҙеп ҡуйҙы: "Әйҙәгеҙ, афариндар, эшләгән кеүек ашап-эсегеҙ" , - тип ҡеүәтләп үк торҙо. "Был бит - өмә, тырышып эшләнеләр, ултыртмаһаң - ғәрлеге ни торор!" - тип аҡланғандай итте аҙаҡ минең менән һөйләшкәндә, сөнки эскелеккә ҡарата минең мөнәсәбәтте яҡшы белә ине ул. Ләкин мин уны ғәйепләргә уйламаным да. Нисек инде, "йылтыр"ҙы ултыртмаһаң, көнө буйы ҡара тирҙәрен һыпырып, эскерһеҙ ярҙам иткән ауылдаштарҙы һанламау, хөрмәт итмәү генә түгел, апайым әйтмешләй, ысынлап та, ғәрлек булыр ине был. Унан ғына был ир-егеттәр эскесе булып китмәйәсәк бит. Теләгәне эсә, теләмәгәненә берәү ҙә көсләп ауыҙына ҡоймай. Бына шунан уйлап ҡарағыҙ инде: мин хаҡлымы, юҡмы? Үҙем дә белмәйем...
Булат ИҪӘНБАЕВ, хеҙмәткәр: Халыҡтың 90 проценты алкоголдән психик бәйлелектә йәшәй, тигәне хаҡтыр, килешәм. Йәғни, икенсе төрлө әйткәндә, был потенциаль эскеселәр булып сыға инде, тик алкоголиктарҙан улар шуныһы менән айырыла: эскелек упҡынына табан улар яйлабыраҡ, ләкин йылдан-йыл, айҙан-ай, көндән-көн яҡынлаша бара. Көнкүрештәге эскелекте ҡайһы берәүҙәр "мәҙәни" эсеү тип атауҙан да тартынмай. Йәнәһе, улар даими эсмәй, ә байрамдарҙа ғына, имеш. Ә байрамдарыбыҙ байтаҡ беҙҙең, тормош пандемия тип туҡрап тормай: туй, юбилейҙар, йорт-фатир туйлау, "йыуыу" һәм башҡаһы. Ҡайғы-хәсрәтте лә араҡы менән баҫыу ғәҙәте көслө әле йәшәйешебеҙҙә.
Тимәк, әллә ниҙә берме, әллә көн һайынмы - бының айырмаһы юҡ, ике осраҡ та эскелек тип атала һәм уларҙың ахыры ла бер - алкоголизм. Байрамдарҙа ғына эсеп, башҡа көндәрҙә айыҡ булыу - ул айыҡлыҡ булмай. Бында бер ниндәй ҙә ярым-яртылыҡҡа урын юҡ, кеше йә эсә, йә эсмәй - икенең бере. Ошо йәһәттән "Айыҡ ауыл" республика конкурсы хаҡында ла бер кәлимә һүҙем бар. Унда ҡатнашыусы ауылдарҙа ғына түгел, призлы урын яулағандарында ла бит хатта 100 процент айыҡлыҡ юҡ, сөнки һәр ауылда ла үҙенең "стажлы һәм штаттағы" алкоголиктары бар. Шулай булғас, айыҡ ауыл буламы был? Һүҙ ҙә юҡ, матур, яҡшы башланғыс был, тик уның формаль сараға әйләнеп китеүенән һаҡ булырға кәрәктер, тим. Эскелек һаҙлығына батҡан йә шул юлға төшкәндәрҙе ваҡытында бәләнән йолоп алырға аныҡ ярҙам күрһәтелһен ине конкурс барышында.
Мәҫәлән, ундайҙарҙы наркология дауалау учреждениеларына һалып дауалауҙы һәр төрлө шартлылыҡтарҙан, волокитанан ҡотолдороу кәрәк дәүләт тарафынан, тип уйлайым. Кәрәк икән, мәжбүри дауалауҙы ла рөхсәт итһендәр, әйҙә. Дөрөҫөн әйткәндә, был йәһәттән дәүләт сәйәсәте халыҡ һаулығы һәм хәүефһеҙлеге иҫәбенә алкоголле эсемлектәр етештереү һәм уны һатыуҙан килем алыуға ғына йүнәлтелгән. Ә бит эскелектең таралыу сәбәптәренең береһе - спиртлы эсемлектәргә юлдарҙың һәр саҡ асыҡ, ҡул аҫтында, йәғни эргәләге магазиндарҙа булыуы, яҡын һәм еңел һатып алыу мөмкинлеге. Етештереүҙе сикләү тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел! Иҫәпләй башлаһаң, үҙебеҙҙең Башҡортостанда ғына ла күпме спиртлы эсемлек заводтары эшләй.
Ә алкоголле эсемлектәрҙең атамаларын ҡарағыҙ, әллә ҡайҙан саҡырып, йәлеп итеп тора: "Башҡортостан алтыны", "Ҡурай", "Ғаилә янында", "Ҡунаҡсыллыҡ", "Ҡайынлыҡ ожмахы", "Аксаков" араҡыһы" һ.б. Эскелеккә саҡырыусы реклама шәп, әйтерең бармы. Бындай мөхиттә абсолют айыҡлыҡ өсөн көрәш алып барыу мөмкинме һуң инде. Ә бит бар Рәсәйҙә ундай хәрәкәт - собриология. Күптәрҙең ул турала ишеткәне лә юҡтыр һәм был ғәжәп тә түгел, сөнки ул тап баяғы "мәҙәниле" эскелеккә ҡаршы йүнәлтелгән булһа ла, үкенескә, илдәге алкоголләштереү шарттарында әлегә тиҙлек йыя алмай, нигеҙҙә теория рәүешендә генә йәшәргә мәжбүр. Әлеге күпселек, йәғни "мәҙәни" эсеүселәр хата ҡараштарынан арынып, айығып, бер ниндәй һылтау, сәбәптәргә ҡарамайынса, тамсы ла эсмәҫкә тигән ҡарарға килеп, тулыһынса айыҡ тормошҡа күсмәйенсә, эскелекте еңеү мөмкин түгел.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
