ТАРИХ ДӘРЕСЛЕКТӘРЕ НИНДӘЙ?
Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты В.Путин тарих дәреслектәрен тәнҡитләне. Был хаҡта һеҙ ниндәй фекерҙә?
Тәлғәт ШАҺМАНОВ, журналист, Көйөргәҙе районы: Урта мәктәп өсөн тарих дәреслектәрендә Рәсәй Федерацияһы дәүләтенең күренекле шәхестәренә күберәк урын бүлеү аша уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүгә килгәндә, уны илебеҙ төбәктәре тарихынан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Үткән быуаттың һуңғы бер нисә тиҫтә йылында, илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, республикабыҙ мәктәптәрендә "Башҡортостан тарихы" төбәк компоненты индерелгәйне. Миңә уны байтаҡ йылдар уҡытырға тура килде. Уҡыусылар был предметты һәр саҡ ҙур теләк менән яратып өйрәнде. Тик Рәсәй Мәғариф министрлығына нишләптер ул оҡшаманы: был төбәк компонентын уҡытыу программаларынан алып ташларға ҡуштылар. Балаларға яңынан Боронғо Греция, Боронғо Рим дәүләттәре тарихын өйрәнергә генә ҡалды.
Ә бит илһөйәрлек тап бына йәнтөйәгеңдең, республикаңдың тарихын ныҡлы белеүҙән, уның менән ғорурланыуҙан башлана. Тыуған яҡ тарихы, унда тыуып үҫкән данлыҡлы, арҙаҡлы яҡташтар - шәхес тәрбиәләүҙең шишмә башы. Бер нәмәгә ҡарамай, "Башҡортостан тарихы" предметын уҡытыуҙы тергеҙергә кәрәк, тип иҫәпләйем.
Тарих буйынса төбәк дәреслектәренән тыш, башҡорт балалар яҙыусылары күренекле шәхестәрбеҙҙең тормошона, эшмәкәрлегенә бәйле биография жанрындағы китаптар яҙһа, ҡалай һәйбәт булыр ине. Быны балаларҙың йәш үҙенсәлектәренән сығып ижад итеү зарур. Мәҫәлән, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тураһында, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн кескәй күләмле бер китап, урта йәштәге мәктәп балалары өсөн урта күләмдәге икенсе китап, өлкән йәштәге мәктәп уҡыусылары өсөн ҙурыраҡ күләмле өсөнсө китап ижад итергә мөмкин. Балаларыбыҙҙың ҡулдарына ҡаты күңеллелеккә, бәғерһеҙлеккә өйрәтеүсе мультиклы планшеттар биргәнсе, ошондай китаптарҙы күберәк тотторһаҡ, яҡшыраҡ булмаҫ инеме ни? Юғиһә, хәҙерге балаларҙан, Йыһанға кем беренсе булып осҡан, тип һораһаң, Ленин, тиҙәр. "Учительская газета"ла шундай хәлде уҡып аптырағайным: үткән быуаттың 90-сы йылдарында мәктәпкә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын уҡыусылар менән осрашыуға саҡырғандар. Бер бабай үҫмерҙән, Зоя Космодемьянскаяны беләһеңме, тип һорай икән. Ә тегеһе, ҡапыл ҡыҙарынып-бүртенеп китеп, минең уға насарлығым тейгәне юҡ, тип аҡлана икән үҙенсә аңлап. Шуның шикелле хәлдәр булмаһын, унан да бигерәк рухһыҙ, маңҡорт әҙәмдәр артмаһын өсөн, мәктәптә, ғаиләлә, мәҙәниәт өлкәһендә илһөйәрлек тәрбиәләү эштәрен яңыртыу, көсәйтеү һис шикһеҙ кәрәк.
Наил ӘМИНЕВ, Өфөләге 162-се "СМАРТ" күп профилле полилингваль мәктәп директоры, тарих фәндәре кандидаты: Дөрөҫөн әйткәндә, был бер бөгөнгө көн мәсьәләһе генә түгел, ил Президенты бынан алда ла бер нисә тапҡыр ошо хаҡта әйтә килде. Мәҫәлән, 2014 йылда уҡ әле ҡайһы бер дәреслектәрҙәге Икенсе бөтә донъя һуғышына ҡарата баһаламаны "фашизмға ҡаршы көрәштә совет халҡының роле күрәләтә кәметеп күрһәтелә" тип тәнҡитләгәйне. 2020 йылда ла ул өлкән класс уҡыусылары өсөн "Хәтерләйһең, тимәк, беләһең" тигән девиз менән үткән Бөтә Рәсәй асыҡ дәрестә ҡатнашып, Бөйөк Ватан һуғышы тарихын боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуйырға ярамағанын, Көнсығыш һәм Үҙәк Европаны фашизмдан азат итеүҙә Совет армияһының төп ролен онотмаҫҡа ҡушыуын яҡшы хәтерләйбеҙ. Был юлы ла ул ошо мәсьәләне ҡабатлап күтәрҙе. "Ҡайһы бер дәреслектәрҙе асһам, аптырарлыҡ хәл: унда, әйтерһең дә, һүҙ беҙҙең турала бармай! Нимә генә яҙмайҙар, икенсе фронт хаҡында ла, тик бына Сталинград һуғышы хаҡында бер ни ҙә әйтелмәгән," - тине ул Мөрәжәғәтнамәлә. РФ Мәғариф министрлығы был тәнҡиттән һуң дәреслектәрҙе тикшереп сығып, уларҙа Сталинград һуғышы тураһында яҙылһа ла, етерлек кимәлдә түгел, тип тәнҡитте ҡабул итеүҙәрен белдерҙе.
Дөйөм алғанда, Рәсәй тарихы буйынса дәреслектәрҙең йөкмәткеһен яҡшыртыу, тулыландырыу проблемаһы, ысынлап та, бар. Яңынан яҙыласаҡ дәреслектәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының бөтөн этаптарын да һәм айырыуса ана шул хәл иткес һуғыштарҙа ҡатнашҡан, баштарын һалған совет яугирҙарының ҡаһарманлыҡтарын тулыраҡ, йәнлерәк итеп бирергә кәрәк, тигән фекерҙәмен, сөнки ҡоро һандар һәм факттарҙың балаларға эмоциональ тәьҫире юҡ. Ә бит тап тарих дәреслектәрендә уҡыусыларҙа ата-бабаларыбыҙ батырлыҡтары, фиҙаҡәрлектәре менән ғорурланыу, һоҡланыу, Тыуған илде һөйөү һәм уның хаҡына йәнеңде лә бирергә әҙер тороу кеүек илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләнергә тейеш. Һәр хәлдә, совет мәктәбендә шулай булды. Октябрят, пионер, комсомол сафтары нисәмә быуын патриоттар тәрбиәләне! Һәм был тәрбиә эшендә тарих дәреслектәренең дә, һуғыш хаҡындағы легендар кинофильмдар һәм әҙәби, документаль әҫәрҙәрҙең дә, мәктәп һәм ата-әсәләрҙең дә роле ифрат ҙур булды. Ә бөгөн ҡараһаҡ, яңы ғына мәктәп тамамлаған үҫмерҙәр һәм егеттәр армияла ватаныбыҙҙы һаҡларға барып, бер йыл хеҙмәт итеп ҡайтыуҙан "ялтанып" йөрөй - шулармы инде илдең киләсәге? Ҡайҙа уларҙа илһөйәрлек тойғоһо?
Шуның өсөн дә аң-белем биреү генә түгел, тәрбиә сараһы ла булһын тиһәк, тарих дәрестәрен тулы ҡеүәтенә файҙаланырға тейешбеҙ. Дәреслектәрҙә Рәсәй тарихының һәр бер осорон, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышының бөтөн этаптарын, Курск дуғаһы, Мәскәү, Сталинград өсөн һуғыштар, Ленинград блокадаһы һәм башҡа шуның кеүек героик ваҡиғалар, был һуғышта тиңһеҙ батырлыҡтары менән дан алған төрлө милләт вәкилдәре, атап әйткәндә, башҡорттарҙың ҡаһарманлыҡтары (һәм, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың Рәсәй тарихындағы бөтөн һуғыштарҙа ла ҡатнашып, Ватанды һаҡлауҙары) ентекле сағылдырылырға тейеш. Юғиһә, балалар халҡыбыҙ тарихын, бөйөк шәхестәребеҙҙе, данлыҡлы полководецтарыбыҙҙы ла белмәй икән, беҙ киләсәктә быуындар бәйләнешен генә түгел, ә тотош быуындарҙың үҙҙәрен юғалтыуыбыҙ бар.
Тыуған ил тыуған төйәктән башлана, тибеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең балаларға үҙҙәре йәшәгән төбәк - кесе ватаныбыҙ тарихын өйрәнеү мөмкинлеге лә сикләнде, сөнки республика мәктәптәрендә бөгөн Башҡортостан тарихы уҡытылмай. Әгәр ата-әсәләр уны уҡытырға тип ғариза яҙһа һәм мәктәп быны теләһә генә Башҡортостан тарихы дәрестән тыш тәртиптә уҡытылырға мөмкин, әммә бының өсөн дәреслектәр юҡ. Һуңғы дәреслектәрҙән 8-се кластар өсөн Ирек Аҡмановтың китабы бар, ләкин ул нәшер ителгәнгә хәҙер инде 15-20 йыллап барҙыр. 9-сы синыф өсөн Марат Ҡолшәрипов авторлығындағы дәреслектең сығыуына ла байтаҡ йылдар үтеп китте, ә яңы ҡулланмалар юҡ. Ошондай шарттарҙа балалар үҙҙәре йәшәгән төбәк хаҡында бер ни ҙә белмәйенсә мәктәп тамамлап сығып китәләр.
Ринат ШӘЙБӘКОВ, мәғариф ветераны, Белорет районы Йөйәк ауылы: Ил башлығы ғына түгел, илебеҙҙең байтаҡ граждандары ла дәреслектәр менән ҡәнәғәт түгелдер, тип уйлайым. Бер Советтар Союзы Геройына нисә милләт вәкиле тура килгәнлеге буйынса үҙ милләттәренең "оло ағай"ҙан бер ҙә кәм түгеллеген иҫәпләп сығарып та иҫбат итеүселәр бар риза булмағандар араһында (әйткәндәй, был ысул менән иҫәпләгәндә осетиндар - беренсе, ә республикабыҙҙа күпләп йәшәгән милләттәрҙән урыҫтар - икенсе, украиндар - өсөнсө, белорустар - дүртенсе, башҡорттар - бишенсе, мордвалар - етенсе, татарҙар - унынсы, сыуаштар - ун икенсе урында икән). Был ысулды дәлил итеп ҡоралланып, "Ҡайһы халыҡ Бөйөк Ватан һуғышында батырыраҡ булған?" тип бәхәсләшеү бөтөнләй урынһыҙ, әлбиттә. Шулай ҙа күп милләтле Советтар Союзы халҡының еңеүен тик рус халҡы менән иңгә-иң терәп көрәшеүсе, уртаҡ Ватаныбыҙ өсөн ғүмерҙәрен биргән төрлө милләт халыҡтарының да Еңеүгә индергән өлөшөн күрмәмеш тә белмәмеш булыу, тарих китаптарында, айырыуса мәктәп, вуз дәреслектәрендә улар хаҡында бер ниндәй мәғлүмәт тә бирмәү яҡшы түгел. Был өлкәлә объективлыҡ талап иткәс, эҙмә-эҙлелек, намыҫ кәрәк. Дәреслектәрҙә ошо етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш!
Һуғыш осорон яҡтыртҡан темаларҙа батыр башҡорт халҡы тураһында, исмаһам, бер генә юл да яҙылмауы минең кеүек башҡорт милләтле кеше күңеленә лә шундай ауыр, әлбиттә. Федераль дәреслектә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры М. Шайморатов, дивизияның башҡа батырҙары, тағы Муса Гәрәев, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Зөбәй Үтәғолов, Даян Мурзин һәм башҡалар мотлаҡ атап үтелергә тейеш тип иҫәпләйем! Иң сағыу батырлыҡтар тураһында тейешле теманы үткәндә, йә булмаһа, өҫтәмә тема (мәҫәлән, "Еңеүҙе күп милләтле совет халҡы яуланы") индерелгән дәреслек ҡулланып, илебеҙ халыҡтарының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн өйрәнеп була. Бында миңә ҡаршы сығыусылар, һәр төбәк тейешле теманы үткәндә үҙ яғы материалын өҫтәргә тейеш, тиер. Был дөрөҫ, ғүмер баҡый шулай эшләй инек инде, шунһыҙ булмай ҙа. Тик был ғына етмәй. Федераль кимәлдә илебеҙ тарихы айырым милләттәр тарихынан тороуы һыҙыҡ өҫтөнә алынырға тейеш! Шулай булмаһа, балаларҙа үҙ милләтенең тарихына ҡараш дөрөҫ формалашмауы мөмкин ("Ил тарихында беҙҙе иҫкә алмағандар, тимәк, ил тарихына индергән беҙҙең өлөш тә шулай ғына булған" тип уйлауҙары бар). Ә инде уҡытыусының да дөрөҫ ҡарашы формалашмаһа, йә тәжрибә туплап өлгөрмәүе арҡаһында ул теманы тейешле аса алмаһа, йә район кимәлендәге методик берләшмәләрҙә (шулай ҙа булып ҡуя) дөрөҫ талап ҡуйылмаһа, балаларҙа бит үҙ төбәге тарихы тураһында дөрөҫ ҡараш булмаясаҡ. Бигерәк тә хәҙерге мәғлүмәт күп төрлөлөгө шарттарында...
Илебеҙ тарихы, минең уйымса, ғөмүмән, бер яҡлыраҡ ҡына яҡтыртыла. Күп осраҡта илебеҙҙә йәшәгән күп милләтле халыҡ тураһында башҡа осорҙарҙа ла бөтөнләй тиерлек иҫкә алынмай. Мәҫәлән, А. Данилов етәкселегендәге авторҙар коллективы 10-сы синыф өсөн сығарған дәреслектә Е.Пугачев етәкселегендәге халыҡ күтәрелешендә башҡорт халҡы, Салауат Юлаев тураһында - ләм-мим! Ә бит хәрәкәттең икенсе осорон, ғөмүмән, башҡорт ихтилалы, тип атарға ла булыр ине, тигән фекерҙәр байтаҡ тарихсылар араһында, ә дәреслектә, исмаһам, бер генә һөйләм булһасы! Башҡа осорҙарҙы яҡтыртыу ҙа шул кимәлдә генә...
Һүҙем аҙағында "В. Путин бит Сталинград һуғышы тураһында әйтә, ә һин айырым халыҡтарҙың тарихтағы роле тураһында һөйләйһең", тип, әйтерегеҙҙе аңлап, авторҙарға яңы дәреслектәр буйынса эшләгәндә ил башлығы иҫкәрмәһен генә түгел, а ябай уҡытыусылар талабын да иҫтә тотһалар ине, тип теләйем.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
