АҠМУЛЛА АҠЫЛЫ

Декабрь башында беҙ, ғәҙәттә, тыуған көнөн билдәләп, Аҡмулланың аҫыл һүҙен иҫкә төшөрәбеҙ. Көндәлек тормошта һеҙ кемдәрҙең аҡыллы һүҙенә, кәңәшенә мөрәжәғәт итәһегеҙ?

АҠМУЛЛА АҠЫЛЫ, image #1

Рина ЙЫҺАНУРОВА, Сорғот ҡалаһы: Эйе, күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, XIX быуаттың иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы Мифтахетдин Аҡмулла, ысын исеме Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы икәнлеген дә иҫкә төшөрөп үтәйек, йыл һайын тиерлек декабрь айында шиғриәт һөйөүселәрҙе, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, студенттарҙы, китапхана хеҙмәткәрҙәрен үҙенең шәхесе янына туплай.

Был шулай булырға тейеш тә, сөнки Аҡмулланың шиғырҙары бөгөнгө көндә лә бик актуаль, ҡайһы берҙәре, әйтерһең дә, яңы ғына яҙылған кеүек. Мин әле булһа теге йәки был икеләнеү уйҙары тыуһа, уның ижадына мөрәжәғәт итәм. Беҙҙең заман проблемаларын да үҙ эсенә алған улар, беҙҙе әхлаҡи яҡтан тәрбиәләй, әҙәп, тәрбиә күнекмәләрен бирә, белем алырға тырышырға, ниндәй генә осраҡта ла кеше булып ҡалырға өндәй.

Мин уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә түгел, ә медицина хеҙмәткәре. Мәктәптә Аҡмулла ижадын уҡығанымды иҫләмәйем, уның әҫәрҙәренең ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә булыуын урта йәштәргә еткәс аңланым һәм форсат тейгәндә, китабы ҡулыма эләкһә йәки интернетта берәй мәҡәлә килеп сыҡһа, уҡырға тырышам. Уның шиғырҙарының һәр һүҙендә кешене тәрбиәле, иманлы, тәүфиҡлы булырға саҡырған оранды ишетергә мөмкин. Үҙенең аҡыллы шиғри һүҙе менән башҡорт халҡын ғына түгел, ә башҡа төрки халыҡтарҙы ла берләштереп тора бит ул. Тарихтан мәғлүм булыуынса, уның ижады ҡаҙаҡ, татар, төркмәндәрҙә лә билдәле булған. Тотош тәрбиәгә ҡоролған шиғырҙары бер ҡасан да актуаллеген юғалтмаҫ, тип уйлайым. Уның әҫәрҙәрен уҡып, бик күптәр үҙенең холҡо, ҡылығы тураһында уйланыр, дөрөҫ фекергә килер. Түбәндәге юлдарҙа ғына күпме аҡыл ята:

Иң әүәл кәрәк нәмә - иман, тигән,

Ахирәт эштәренә инан, тигән.

"Хоҙай, кисер!" - тигән менән эш бөтмәйҙер,

"Иман шарты"н өйрәнмәһә - Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт нәмә - күңел, тигән,

Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.

Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,

Булмаһа күңел таҙа - күмел, тигән.

Иман шарты тигәндән, тағы шуны әйтергә теләйем. Аҡмулла уны өйрәнеү хаҡында юҡҡа ғына әйтмәй. Һуңғы йылдарҙа тап ошо тәңгәлдә тәжрибә тупларға насип булды. Ҡөрьәнде төп нөсхәлә уҡымаһам да, транскрипцияла уҡып, тәржемәһен булһа ла өйрәнергә тырышам. Көндәлек тормоштағы күп һорауҙарыма яуап алдым тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Ҡөрьән - Аллаһы Тәғәләнең бәйғәмбәре Мөхәммәт Саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә ебәрелгән изге китап. Мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы булған Ҡөрьәнде белмәй тороп, кешелек тарихының ынтылышлы аҙымдарын һәм бөгөнгө тормошобоҙҙоң мәңгелек менән бәйле булыуын аңлап, шулай уҡ үҙебеҙҙе заман менән бергә атлаусы шәхес итеп тойоп та булмайҙыр, моғайын.

Тормош тәжрибәһе менән маяҡ булған кешеләр ҙә күп эргәмдә. Ғөмүмән, минең янымда - һәр ваҡыт изге күңелле, эше менән дә, холҡо менән дә маяҡ булырлыҡ кешеләр генә. Ауыр саҡта иңен ҡуйырлыҡ балаларым, туғандарым, хеҙмәттәштәрем, күршеләрем, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым бар. Улар Аҡмулла һымаҡ аҡ юл күрһәтеп, тормошомда ныҡлы рухи таяныс булып тора.

Сәйфулла ӘМИРОВ, Мәләүез ҡалаһы: Һәр кем бала саҡтан кемгәлер оҡшарға тырыша, уның һүҙҙәрен, ҡылыҡтарын ҡабатлай, өлгө итеп ҡуя. Юлыңда аҡыллы кеше осрап, хаҡ һүҙҙәре менән тормош ҡатмарлыҡтарын үтергә ярҙам итһә, ысынлап та, һинән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр.

1967 йылда Күмертау ҡалаһы Юрий Гагарин исемендәге 2-се интернат-мәктәбендә башҡорт кластары асыла. Уның инициаторы Хәҙисә Кинйәбаева минең дә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булды. Хәҙисә Ғимран ҡыҙы беҙгә, төрлө райондарҙан йыйылған ауыл балаларына, әсә телен өйрәнеү, белем алыу, уҡыу, тырышыу кәрәклеген шағир Мифтахетдин Аҡмулланың шиғыры аша аңлатты. Уның тоғролоҡ, ғәҙеллек, инсафлыҡ, ихласлыҡ талаптары тураһында кеше күңелендә ғүмергә ҡалырлыҡ һүҙ оҫталығы менән әйтеүен төшөндөрҙө. Шул ваҡыттан алып Аҡмулла минең хәтеремдә үҙ халҡына, башҡорттарым, тип өндәшкән беренсе шағир булараҡ тороп ҡалды. Быны мин милли мәсьәләгә ҡағылышлы һәр осраҡта иҫемдә тоттом һәм тотам.

Хөрмәтле уҡытыусым милләте өсөн тырышҡан башҡа кешеләр тураһында ла беҙгә ҙур ихтирам менән һөйләне. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Шәйехзада Бабичтың "Большевиктар менән килешеү турала көйлө хитабы"н ҙур тираж менән баҫтырып сығарҙылар. Ә мин әлеге уҡытыусым арҡаһында Бабич әҫәренең тулы варианты менән күптән таныш инем инде. Бына ошо уҡытыусым биргән һабаҡ минең өсөн ғүмер буйы ярҙамсым да, тел мәсьәләләрендә кәңәшсем дә булды һәм булып ҡаласаҡ. Тормош юлымда осраған икенсе кеше - шағир, журналист, йор һүҙле дуҫым Сулпан Иманғолов. Ул һәр ваҡиғаға халыҡ мәҡәлдәре аша ҡараны, улар аша баһа бирҙе. Уның эш өҫтәлендә төрлө халыҡтың мәҡәл-әйтемдәре, фразеологик һүҙлектәре ята торғайны. Һәр яҙған мәҡәләһенә исемде ошо йыйынтыҡтарҙан эҙләй ине.

Шулай бер район гәзите хеҙмәткәрҙәре "Какие сани, такие и сами", тигән мәҡәлде "Үҙҙәре нисек, саналары ла шулай", тип тәржемә иткән дә, Сулпан ағай һүҙлекте асып, был мәҡәлдең башҡортсаһы "Силәгенә күрә ҡапҡасы" булыуын аңғартты. Шунан алып урыҫсанан тура тәржемәнең ни тиклем мәғәнәһеҙ икәнен аңланым. Александр Пушкин 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе Емельян Пугачев та телмәрендә халыҡ мәҡәлдәренә йыш мөрәжәғәт итеүе хаҡында билдәләп үтә. Быуаттар элек әйтелгән фразалар бер нисә быуын халҡы тарафынан шымартыла, тормош ваҡиғалары менән дөрөҫләнә һәм авторы билдәһеҙ мәҡәлдәргә әйләнә. Шуға күрә мәҡәлдәрҙе юлдаш итеп алған кеше бер ваҡытта ла отолмай, юғалып ҡалмай, тура һәм хаҡ юлды табырға һәләтле була. Мәҡәлдәрҙе атай-олатайҙарыбыҙ яҙма тел юҡ саҡта уҡ сығарып, ауыҙ-тел ижады булараҡ мираҫ итеп ҡалдырған. Уларҙа, ысынлап та, иҫ киткес ҙур аҡыл ята. Беҙгә тик дөрөҫ ҡулланырға ғына кәрәк. Минеңсә, тормош юлын үткәндә аҡыллы кешеләрҙең фекерен дә, төрлө мәҡәлдәрҙе лә ҡулланыу мотлаҡ.

Һуңғы осорҙа теге йәки был шәхес тураһында фекеремде һорашыусылар күбәйҙе. Минең ыңғай фекерҙе ишетеп, йыш ҡына төрлө булыр-булмаҫ ғәйеп өйөргә маташыусылар ҙа табыла. Мин был осраҡта иһә мәҡәлдәргә мөрәжәғәт итмәйем, ә тик күренекле милләттәшебеҙ Аҡмулланың билдәле бер шиғырындағы фекерен генә килтерәм: "Нәжес менән күпме генә буяһаң да, алтын алтын булыуҙан туҡтамай".

Гөлфиә АРЫҪЛАНБӘКОВА, Көйөргәҙе районы: Аҡмулланың аҡыллы һүҙҙәре декабрь айында ғына түгел, йыш ҡына иҫкә төшә. Мәғрифәтсенең "Башҡорттарым , уҡыу кәрәк !" шиғыры ғына ни тора һуң! Уны мин һаман булһа яттан һөйләп йөрөйөм:

...Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк .

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Ғөмүмән, уның шиғырҙары еңел иҫтә ҡала. Йыш ҡына социаль селтәрҙәрҙә шағирҙың "Нәсихәттәре"н яттан һөйләүселәрҙе, мөнәжәт итеп әйтеүселәрҙе ишеткәнем бар. Улар араһында ярайһы оло йәштәгеләр ҙә осрай. Борон да Аҡмулланың шиғырҙарын шунда уҡ отоп алып, яттан һөйләп йөрөгәндәре хаҡында уҡығаным бар.

Мәғрифәтсенең әйткән һәр һүҙендә халҡымдың тәрән аҡылы ята. Һарандарҙан, ҡарундарҙан, ғәйбәтселәрҙән яҡшыны өмөт итергә ярамағанлығын, ялҡауҙарҙың бер ҡасан да алға китмәүен, тәкәбберҙәрҙе, байлығы менән маҡтаныусыларҙы ҡасан да булһа аҡылға ултыртырлыҡ ваҡиға булыуын иҫкәртеп тора. Ҡайһы бер шиғри юлдары мәҡәлдәргә ауаздаш. Ә халыҡ ижадының был жанрындағы һәр тема бөгөнгө көндә лә бик актуаль.

Мин үҙем мәҡәл-әйтемдәргә йыш мөрәжәғәт итәм. Унда боронғоларҙың тотош тормош тәжрибәһе һалынған. Башҡорт халыҡ ижадының 10-сы томы - минең өҫтәл китабым ул. Элегерәк китап магазинына инһәм, иң беренсе мәҡәл-әйтемдәрҙе эҙләп табам. Башҡа милләттәрҙеке менән дә ҡыҙыҡһынам, үҙебеҙҙеке менән сағыштырам, оҡшашлыҡтарын йәки айырмаларын эҙләйем. Йыш ҡына ҡапма-ҡаршылыҡтарға юлығырға тура килгәне бар. Әммә күп осраҡта тиерлек бөтә халыҡтарҙың да тапҡыр һүҙҙәренең мәғәнәһе тура килә.

Беҙ бәләкәй саҡта өйҙә ололар мәҡәл менән генә һөйләшә торғайны. Бигерәк тә өләсәй менән олатай. Атайым кинйә бала булыу сәбәпле төп йортта ҡалды, шуға күрә беҙгә өләсәй-олатай мәктәбен үтергә насип булды. Уларҙың беҙҙе әрләгәнен хәтерләмәйем, риүәйәт, әкиәт һәм әйтемдәрҙе көндәлек тормошта киң ҡулландылар. Күбеһен әле булһа иҫләйем һәм ҡулланам: "Өйөңдө таҙа тот, көтмәгәндә ҡунағың килер, үҙеңде таҙа тот, көтмәгәндә әжәлең килер", "Ҡыҙ кешене ҡырҡ ерҙән тый", "Килен кешенең рәхәте, ҡыҙ саҡтың михнәте", "Ялҡауҙы ашҡа саҡырһаң саҡыр, эшкә саҡырма". Бына шундай мәҡәл-әйтемдәрҙең барыһында ла халҡымдың тәрән аҡылы, быуаттар буйына йыйылған тормош тәжрибәһе һалынған. Ул бер бәләкәй генә һөйләм булырға мөмкин, ә ҙур романға һыймалы мәғәнә тапшыра. "Оло һүҙен тыңламаған - оролған да бәрелгән" кеүек мәҡәлде генә алайыҡ. Бында баш-баштаҡланып, үҙең ни теләйһең, шуны эшләп йөрөмәҫкә, ә өлкәндәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалырға, улар менән кәңәшләшеп эшләргә кәрәклеге тураһында һүҙ бара. Тәрбиәгә ҡағылышлы мәҡәлдәрҙең һәр береһендә халҡымдың тәрән фәлсәфәһе ята.

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

66 views·1 share
66 views