БАЛАҢ БАШҠОРТСА БЕЛӘМЕ?
Балаларығыҙ башҡортса һөйләшәме, уларҙы милли рухта тәрбиәләү һәм туған мөхиткә йәлеп итеү өсөн ниҙәр эшләйһегеҙ?
Рәмил МАНСУРОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы "Ашҡаҙар" гәзитенең баш мөхәррире: Телде һаҡлау-яҡлау йәһәтенән, һис шикһеҙ, уның киләсәген ҡайғыртыу зарур. Был тәңгәлдә, әлбиттә, йәш быуынды милли мөхит шарттарында тәрбиәләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта туған телеңде яҡшы үҙләштереү өҫтөнлөктәрен аңлатыу ҙа мотлаҡ балаға. Мәҫәлән, башҡорт телен белеү башҡа төрки телдәр өйрәнеүҙе еңелләштерә. Уның шулай уҡ инглиз, француз телдәре менән өноҡшашлығы ла хатта ошо телдәге һүҙҙәрҙең дөрөҫ, акцентһыҙ әйтелешенә булышлыҡ итә. Был дәлилдәр, бер яҡтан, минең өсөн ниндәйҙер аҡланыу, үҙ фекеремә яҡлау эҙләгән һымаҡ та тойолоп китә. Ә бит бер ниндәй өгөт һәм нәсихәт, әсә телеңде белеүҙән ниндәйҙер файҙа эҙләү кәрәкмәй, сөнки башҡорт булып тыуғанһың икән, милләтебеҙ алдында бурыслыһың: балаларыңды башҡорт итеп тәрбиәлә! Юғиһә, кем һин?
Тәрбиә эше еңел булмаған һымаҡ, баланы милли рухта башҡорт итеп тәрбиәләүҙең, бигерәк тә ҡала шарттарында, үҙ ауырлыҡтары бар, әммә улар һис тә йырып сыҡҡыһыҙ дәрәжәлә түгел, ә тормош көтөүҙең үҙе кеүек боронғо һәм ябай бурыс. Беҙ ҡатыным Гүзәл Абдрахман ҡыҙы менән өс бала үҫтерәбеҙ: 9 йәшлек улыбыҙ Айбулат менән 7 йәшлек Раушания ҡыҙыбыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһының 3-сө һәм 1-се кластарында уҡыйҙар, ә Айтуған улыбыҙ ни бары 6 айлыҡ ҡына. Милли тәрбиә әсә ҡарынында уҡ башлана, тиҙәр. Йөклө сағында ҡатыным һәр саҡ башҡорт йыр-көйҙәрен тыңларға һәм көйләп йөрөргә ғәҙәтләнде, йөрәк аҫтындағы сабыйыбыҙ менән гел башҡортса һөйләште. Балаларҙың өсөһөнә лә йырлап торған матур, мәғәнәле башҡорт исемдәре ҡуштыҡ. Уларҙы йоҡлатҡанда ла халыҡса "һәтестә-һәтестә, минең улым (ҡыҙым) бәпес тә" тип һамаҡлап-көйләп өйрәттек.
Беҙгә "Был Рәмил менән Гүзәл афариндар, балаларын рухлы итеп тәрбиәләйҙәр", тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә һәм был беҙҙе ҡанатландыра, ләкин шуныһы ла бар: төп тәрбиә эше ғаилә бурысы булған хәлдә лә, ул фәҡәт беҙҙең иңдә генә ятмай бит. Был изге бурысты беҙҙең менән бергә мәғариф, белем биреү ойошмалары ла күтәрешергә, үҙҙәренең өлөшөн индерергә тейеш, тип иҫәпләйем. Был йәһәттән балаларыбыҙ тәүҙә ҡала шарттарында милли рухты үҫтереүгә күп көс һалыусы 64-се "Толпар" балалар баҡсаһына (элекке һәм хәҙерге етәкселәре З.Ибраҡова, Г.Собханғолова), унан шулай уҡ милли мөхит гөрләп торған гимназияла (директоры А.Шаһисолтанова) уҡып йөрөйҙәр. Бынан тыш, Айбулат репертуары башҡорт бейеүҙәренән торған "Торатау" балалар бейеү ансамблендә (етәкселәре Лиана менән Рәил Лоҡмановтар) шөғөлләнә, пианино түнәрәгендә (етәксеһе Ә.Богачева) "Суҡ муйыл"ды уйнай, ә Раушаниябыҙ боҙҙа шыуа һәм ярыштарҙа Рим Хәсәновтың "Иртәнге томан" көйөнә бейей икән, был да бит балаларҙы туған мәҙәниәткә йәлеп итеүҙең бер төрө.
Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеүҙең тағы бер мөһим мәктәбе - өләсәйҙәр тәрбиәһе айырым урын алып тора һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Ял һәм каникул көндәрендә ҡәйнәм Роза Биктимер ҡыҙы менән әсәйем Зәйтүнә Лотфулла ҡыҙының (хәҙер мәрхүмә инде), урыҫса һөйләшеүҙе аңламағанға һалышып, саф башҡортса аңлашыуҙы талап итеүе, туған телдә туған моңдарыбыҙҙы көйләп-йырлап, ейән-ейәнсәрҙәре менән рәхәтләнеп аралашыуы - үҙе ҙур һабаҡ. Шуға күрә, баланы башҡорт итеп, башҡортса тәрбиәләү - күп кеше ҡатнашлығында атҡарыла торған комплекслы тәрбиәүи эш ул, тип уйлайым. Был берҙәй үк кимәлдә ғаиләнең дә, балалар баҡсаһы менән мәктәптең дә һәм, әлбиттә, дәүләттең дә бурысы. Шул шарттарҙа ғына милли йолаларыбыҙ һәм мөхитебеҙ ҙә, туған телебеҙ һәм милләтебеҙ ҙә һаҡланыр.
Резеда ВӘЛИЕВА, Сибай ҡалаһы: Үҙ телен белмәгән балалар күбәйҙе, айырыуса ҡала башҡорттары ғаиләләрендә. Аталары ла, әсәләре лә башҡорттар була тороп, балалары менән урыҫса һөйләшеүселәр таныштарым араһында ла йыш осрай. "Ниңә үҙ телегеҙҙә һөйләшмәйһегеҙ?"- тигән һорауыма: "Аңламайҙар бит", - тип, битараф яуап ҡайтара улар. Бындай кешеләргә ихтирамым юғала, наҙан кешеләр, тимәк, тигән һығымтаға киләм ирекһеҙҙән.
Аңламайҙар... Бәләкәй балаға кем аңлатырға, өйрәтергә тейеш, тип уйлайҙар икән? Тоталар ҙа, интернет-телевизорҙы, урыҫса йәнһүрәттәрҙе, аралашҡан дуҫтарынан ғәйеп эҙләй башлай бындай ата-әсәләр. Ғәйеплеме улар? Юҡ! Фәҡәт ата-әсә үҙе ғәйепле. Ғаиләңдә, исмаһам, икейөҙлөләнмә, аралаш үҙ телеңдә - балаң да үҙеңә эйәрер, башҡортса теле асылыр, телмәре үҫер. Ә бит кесе йәштә балалар аңы бөтөн нәмәне бик тиҙ үҙенә һеңдерә! Шунан файҙаланып, бәләкәй саҡтарынан уҡ балағыҙҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтегеҙ. Хәйер, махсус өйрәтеү ҙә кәрәкмәй, әлегесә, өйҙә башҡорт телмәре яңғырап тороу ҙа етә.
Беҙ үҙебеҙ, мәҫәлән, ғаиләлә тик башҡортса һөйләшәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Нурия балалар баҡсаһына барғансы урыҫса бер һүҙ ҙә белмәне. 2,5 йәшендә беҙ уны балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнә бирҙек. Ҡыҙғанысҡа, унда урыҫса һөйләшкән башҡорт балалары күберәк булып сыҡты. Ата-әсә балаһына үҙ телен һеңдерә алмағас, уларҙы шулай башҡорт төркөмөнә биреп, башҡортса өйрәтмәксе булғандар икән. Бер яҡтан, әсә теле төркөмөн һайлауҙары бик мәслихәт, ләкин һуңлаған шул улар. Өйөндә урыҫ телмәре яңғырай икән, тимәк, тәрбиәсе генә уларҙың балаһын туған теленә өйрәтә алмаясаҡ, сөнки әсә һөтө менән һеңдерелмәгән сабыйҙарға туған тел моңо...
Әсә теленә һөйөү сәңгелдәктән башлана, был тотошлайы менән ата-әсәнең аң кимәленә, фекерләү ҡеүәһенә бәйле. Бая әйткәнемсә, ҡыҙыбыҙ тәүҙә урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәгәс, атаһы борсола биреп тә ҡуйғайны, мин был йәһәттән тыныс ҡалдым: "Ҡалала бала барыбер урыҫса өйрәнәсәк, ихата тулы урыҫ балалары. Улар менән уйнай, аралаша, өйрәнә ул, борсолма", - тинем уға. Һәм, ысынлап та, баҡсаға тәү көн барып ҡайтҡас та ҡыҙыбыҙ беҙгә "Догоняй!" тип бойорҙо ла, өй эсен уратып, йүгереп тә китте. Был уның үҙаллы отоп ҡайтҡан тәүге урыҫ һүҙе булды. Ғөмүмән, башҡортса һөйләшеүҙә уға еткән бала булманы төркөмөндә. Әсә телен иң яҡшы белгән, еренә еткереп һөйләшкән баланы тәрбиәселәре лә яратты һәм уны туған тел менән бәйле төрлө конкурстарға йәлеп итә башланылар. Шулай итеп, 3 йәше лә тулмаған ҡыҙыбыҙ, "Урал батыр" эпосынан 12 юл ятлап, ҡала кимәлендәге конкурсҡа сыҡты һәм иң бәләкәй ҡатнашыусы номинацияһында билдәләнде.
Шөкөр, үҫә килә, баланың күңеле лә үҫте. Үҙ телен яҡшы белеүенә ҡыуанысы, башҡорт теленә ихтирамы артты. Артабан да нәфис һүҙ, әкиәт конкурстарында ихлас ҡатнашты, ҡыйыуланды, туған теленә бәйле тиңдәштәре, һабаҡташтары араһында абруйы, үҙ баһаһы күтәрелде. Бөгөн ҡыҙыбыҙ Сибайҙағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейының 2-се класында уҡый. Башҡортса ла, урыҫса ла таҙа һөйләшә, өҫтәүенә, инглиз телен өйрәнә, өҫтәмә дәрестәр ала башланыҡ. Маҡтанып әйтмәйем, әммә күҙәтеүҙәрем буйынса шуны билдәләй алам: үҙ телен яҡшы белгән бала һәр йәһәттән дә тиҫтерҙәренән бер аҙым алда бара - фекерләүе төплө (зирәклеге менән аптыратып ҡуя йыш ҡына), телмәре аныҡ һәм асыҡ, йәшенә хас булмағанса, әҙәби һүҙҙәр ҡушып та һөйләп ебәрә хатта.
Бөгөн мине шулай ҙа бер нәмә борсой: заман ағымы ыңғайына һәм урыҫса һөйләшкән дуҫ-иштәре йоғонтоһонда башҡорт теленә булған һөйөүе һүрелә төшмәгәйе, тием. Минең бурыс хәҙер ана шул һөйөүҙе үҫтереүгә, нығытыуға булышлыҡ итеү. Ошо маҡсатта нисек тә уны башҡортса китаптар уҡыуға, әҙәбиәткә ылыҡтырырға ине. Юҡ, мотлаҡ тел белгесе булһын тимәйем, бары тик әсә телен онотмаһын, артабан, Алла бирһә, үҙ балаларына ла үҙ телен өйрәтһен, тигән теләктәмен.
Гөлназ ХӘСӘНОВА, Баймаҡ районы Бөрйән-Йылға башланғыс мәктәбе укытыусыһы: Интернет, заманса күп программалы кабель телевидениеһы, смартфон-айфондар беҙгә лә килеп еткәс, балалар хатта ауылдарҙа ла урыҫ телендә аралашыуға күсеп бөтөп бара, ләкин мин үҙем уҡытҡан мәктәп балалары хаҡында ла шундай хәл тип әйтмәҫ инем. Беҙҙә өлкәндәрҙән алып кескәй балаларға тиклем фәҡәт үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, мәктәп укыусылары ла матур итеп башҡортса аралаша һәм уҡый. Төпкөл һәм бәләкәй генә ауылда йәшәгәнлектән дә түгел. Ауыл халҡы берҙәм һәм татыу, илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр төйәге ул Бөрйән-Йылға. Балалар мәктәпкә уҡырға төшкәндә үк бик матур ғаилә тәрбиәһе алып, уҡырға башланғыс әҙерлекле булып киләләр. Беҙҙә уҡыуҙы тамамлағас, улар күрше ауыл мәктәптәренә йәки район үҙәгендәге лицей-интернатта белем алыуҙы дауам итәсәктәр. Шуға күрә әсә телен онотмаһындар, милли рух тойғоһон юғалтмаһындар өсөн уларҙы мөмкин тиклем тыуған мөхит йоғонтоһонда тәрбиәләү сараларына әһәмиәт бирәбеҙ, сөнки туған тел - ул башҡортса телмәр һәм аралашыу "ҡоралы" ғына түгел, ә кешенең донъяға ҡарашын формалаштырыу сараһы ла, илһөйәрлек тойғоһоноң нигеҙе лә ул.
Ә илһөйәрлек хисе туған тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәттән, ауылыңа, уның кешеләренә ихтирам йөҙөнән башлана. Шуға күрә лә мәктәптә ошо темалар сиктәрендә ниндәй генә саралар үткәрелһә лә, унда күпте кисергән абруйлы ауылдаштарыбыҙҙы саҡырабыҙ. Ә уларҙың балаларға әйтер һүҙҙәре һәр саҡ бар. Мәҫәлән, йәй башында уҡ боронғо йоланы үтәп,"Кәкүк сәйе"нә сығабыҙ икән, ҡунаҡҡа саҡырылған ағинәйҙәребеҙ ошо йоланың тарихы, маҡсаты менән таныштыра, ер-һыу атамалары хаҡында риүәйәттәр һөйләй; ҡош-ҡортҡа, тәбиғәт хазиналарына һаҡсыл булырға өндәй. Әйткәндәй, беҙҙә матур шишмә һәм ауыл ҡоҙоҡтары бар. Өмәләр үткәреп, беҙ ауыл биләмәһен, әлеге һыу сығанаҡтарын тәртипкә килтереп, таҙартып торабыҙ. Ә инде йыл һайын үтә торған Милли костюм байрамында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа мотлаҡ башҡорт кейемендә йөрөй. Быйыл ошо байрам программаһын "Өләсәйем әкиәте" кисәһе менән байыттыҡ. Ветеран уҡытыусы Земфира апай Теләүсина үҙенең өләсәһе һөйләп ҡалдырған ҡарһүҙҙәрен көйләп-һөйләп ишеттергәс, балаларға төрлө әкиәттәр буйынса викторина-һорауҙарын биреп, уларҙың был өлкәлә белем кимәлен тикшереп тә алды; унан уҡыусыларға аңлашылып етмәгән боронғо һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатты.
Халыҡ кәсептәрен тергеҙеү саралары ла балалар ҡатнашлығынан тыш үтмәй. "Ир ҡанаты -ат" тигән әйтемгә нигеҙләнеп, ауылыбыҙ аҡһаҡалдары Булат олатай менән Сәлимйән ағай аттарҙы тәрбиәләү, екке кәрәк-яраҡтары тураһында һөйләне, йылҡы малының йәш буйынса атамалары менән таныштырҙы, балаларҙы септә һуғыу серҙәренә өйрәтте. Мәктәбебеҙҙә иғлан ителгән Башҡорт теле айлығында шиғыр, әкиәт һөйләү, инша яҙыу конкурстарынан тыш, милли биҙәктәр менән балаҫ һуғыу буйынса ауылыбыҙ ағинәйҙәре күрһәтмә дәрес үткәрҙе. Зилә инәй Теләүсина эшләп күрһәткәндән һуң балалар балаҫ һуғырға үҙҙәре лә ихлас ҡушылып китте: береһе туҡыма-еп ҡырҡышты, икенсеһе орсоҡ әйләндерҙе. Ағинәйҙәрҙең һәр береһе үҙҙәренең килен булып төшкәндән ҡәҙерләп һаҡлаған бирнәлек балаҫтарын күрһәтте; балаҫ, аламыс һуғыу терминдарын төшөндөрҙө, халыҡ кәсептәре, хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм тырышлыҡ хаҡында халыҡ мәҡәлдәре, ҡанатлы һүҙбәйләнештәр, әйтемдәрҙең мәғәнәләрен тылҡыны. Иманым камил: ошондай мөхиттә үҫкән балаларҙы, киләсәктә улар ҡайҙа ғына йәшәһәләр һәм эшләһәләр ҙә, туған тел, тыуған ватан менән өләсәй-олатайҙар биргән тәрбиә һабаҡтарының күҙгә күренмәҫ, ләкин мәңгелек булған нурлы ептәре бәйләп торасаҡ...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
