"Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит" тигән халыҡ аҡылы ата-бабаларыбыҙға ниндәй хәлдәрҙә лә киләсәгенә ышаныс менән ҡарарға ярҙам иткән, күңелен бөтәйткән, аслыҡ афәтенән ҡотҡарған. Ошо аҡылды тотоп йәшәйһегеҙме, баҡсағыҙҙа нимәләр үҫтерәһегеҙ?
Раушания КӘЛИМУЛЛИНА, уҡытыусы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы: Ауылда йәшәгән апайым бәйләнешкә шундай сәләмен яҙып ебәргән: "Мөгәрәпте астыҡ, былтыр көҙ орлоҡлоҡ бик күп картуф һалып ҡалдырғайныҡ. Алла бирһә, сир тымып, донъялар тынысланһа, ҡайтып алып китер инең, юҡһа, таратып бөтөүем дә бар. Шул көнө үк балаларын яңғыҙы ҡараған Гөлкәй бер биҙрә һорап алып та китте, ашарыбыҙға юҡ тип иламһырағас, йәлләнем инде. Ярай, хәйерҙән булыр, тинем..." Бына шулай хәҙер беҙҙең ауылда: берәүҙәр эшләй, сәсә, тир түгә, ә икенселәр биҙрә, туҫтаҡ тотоп, меҫкенләнеп һоранырға әҙер генә тора. Был ҡатындың өс балаһы өс атанан, картуф та сәсмәй, мал да аҫрамай. Ҙурайып килгән ике ир балаһы менән буйтым баҡса сәсеп, тауыҡ-кәзә булһа ла аҫрап көн итерлектәре бар ҙа бит, улары әсәләренә баш бирмәй, ни эшләмәй, ни йүнләп уҡымай, аҙып-туҙып йөрөй башланылар. Бөгөн ауылда баҡса үҫтермәй, мал тотмай йәшәгән кешегә аптырайым: башҡа эш юҡ, ни менән көн үткәрә икән улар? Баҡса уңышы үҙе ҙур бол бит ул ҡәҙерен белгән кешегә, муллыҡ, күңел көрлөгө, ауылдаштарының ихтирамы, ниһайәт.
Бындай ихтирамға лайыҡ етеш тормошта гөрләтеп донъя көткәндәр күп ауылда. Тик, баяғыса, ғаилә ғәрипһеҙ булмай тигәндәй, ялҡауҙар ҙа бар. Ундайҙар ҡырҡ төрлө сәбәп таба. Мал аҫрау, ысынлап та, еңелдән түгел, бигерәк тә яңғыҙ донъя көткәндәргә. Ә бына баҡса үҫтереү ҡулдан килә торған эш бит. Ҡалала баҡсам булмаһа ла мин быны яҡшы беләм: ауылда үҫеп буй еткерҙек, әле лә йәй апайыма ҡайтып ярҙам итәм. Ул өлкәнәйеп килһә лә һаман мал аҫрай, күп итеп картуф, йәшелсә сәсә. Мал тотҡас, ашлама бар, ташҡабаҡ, ҡыярҙары тәгәрәшеп ятып уңа, күҙ теймәһен. Үҙенә лә, ҡалала йәшәүсе балаларына ла етә. Ауылда түгел, хәҙер ҡалала ла баҡса тотоусылар күп. Ҡыш буйы үҙҙәрен дә тәьмин итәләр, магазиндан йәшелсә-емеш, картуф һатып алмайҙар. Артып ҡалғанын һатып, файҙа ла алалар.
Әйткәндәй, баҡса миҙгеле лә килеп етте бына, тик коронавирус арҡаһында тәүҙә унда барырға рөхсәт ителмәһә, хәҙер был сикләү бөтөрөлдө. Республика Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләгә айырым иғтибар биреүҙе һораны. "Баҡсаға барыуҙы тыймайбыҙ, - тине ул был турала. - Был үҙенә күрә шулай уҡ үҙизоляцияланыу булһа, икенсе яҡтан, запас аҙыҡ-түлек туплау сараһы ла, сөнки уның кәрәк булыуы бик ихтимал". Шул уҡ ваҡытта Р.Хәбиров баҡсасылыҡ эштәрендә кәрәк булған тауарҙар һәм орлоҡ менән сауҙа итеүсе ойошмалар: магазиндар, баҙарҙарға үҙ эштәрен башларға рөхсәт биреүсе указға ҡул ҡуйҙы. Тағы ла ҡала баҡсасылары шуны ла белергә тейеш: дачаһына, баҡса участкаһына үҙ машинаһында юлланыусылар "Дорога 02 " порталында теркәлеп, регистрация ҡағыҙын тултырырға һәм уны телефонына төшөрөп йә принтерҙан сығарып алырға тейеш була. Бына ошо документ уға баҡсаға барыу өсөн пропуск хеҙмәтен үтәйәсәк тә. Баҡсаға йәйәү йә йәмәғәт транспортында барыусыларға был ҡағылмай, ләкин кәрәкле документтарҙы үҙең менән алып йөрөү хәйерлерәк. Ауыл халҡы өсөн бындай сикләүҙәр булмағас, улар рәхәтләнеп йорт яны баҡсаларында эшләй алалар, тик сир генә барып етә күрмәһен ауылдарыбыҙға, иҫән-имен булайыҡ!
Фәрхизә ШӘЙМӘРҘӘНОВА, йорт хужабикәһе, Яңауыл районы: Пенсия алдыҡ. Апрелдән арта тигәс, бик ҡыуанғайным. Үземсә төрлө пландар ҡороп бөттөм. Тик пенсиям күләме элеккесә үҙгәрешһеҙ булып сыҡты. Эйе, хөкүмәтте лә аңларға була: ауыр замандар килде бит. Аҡса һораусылар, хатта талап итеүселәр күбәйҙе. Нефткә хаҡ осһоҙланып, һумдың хәле ауырлашыуы бер яҡтан килтереп һуҡһа, бынау коронавирус сире икенсе яҡтан ауырлыҡ тыуҙырҙы. Ошондай ваҡытта ла әле балалы ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителгәндәргә, ауырыуҙарға матди ярҙам саралары күрһәтелеп тора. Шуларҙы уйлайһың да, аҡса нимәгә, һау ғына булайык, тип тә ҡуям. Баҙым тулы байлыҡ: ул картуфы-йәшелсәһе тиһеңме, ул төрлө салаты, компоты-ҡайнатмаһы булһынмы... Туңдырғысым тулы ит. Һарайымда тауыҡтарым, күңелле йырын йырлап йомортҡа һала. Һыйырым көн дә ҡаймаҡ ҡуйылығы һөтөн биреп тора. Эй, онотоп торам: ларым тулы он. Икмәгемде күпертеп бешереп алам, Аллаға шөкөр. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау ғына булайык та, иренмәйенсә генә ер-әсәбеҙ ҡуйынына үҙебеҙ теләгән йәшелсә-емеш орлоҡтарын сәсеп, киләсәгебеҙҙе хәстәрләйек, көҙөн мул уныш алып, етеш, бәхетле йәшәйек, амин. Быйыл да, һәр йылдағыса, бәрәңге, кишер, шалҡан, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, ҡыяр, помидор үҫтерербеҙ, тип торам. Аллаға шөкөр, мал аҫрайбыҙ. Әлегә тиклем ике һыйыр һауҙым, башмаҡ-һарыҡтар ҙа тоттоҡ, тик ваҡ мал һанын бер аҙ кәметтек, сөнки тере малды ла, итте лә һатыуы ауыр. Яҡын-тирә район-ҡалаларҙағы ит эшкәртеүсе, колбаса етештереүсе предприятиелар ниңә экологик таҙа ауыл итен һатып алыуҙы ойоштормай икән, тип гел аптырайым. Был күптәнге ҡырҡыу мәсьәләне, әлбиттә, хөкүмәт кимәлендә хәл итеү кәрәк шул.
Бер нәмәгә ҡарамай, ер йөҙөнә яҙ килде... Баҡсамдағы алмағастарым да тиҙҙән аҡ болот кеүек сәскәләргә төрөнөр. Унан ҡарағат, ҡурай еләктәре, ер еләге өлгөрөр. Ауырлыҡтар илебеҙ өсөн ҙур ҡазаларһыҙ ғына тиҙерәк үтеп китә күрһен ине, тип теләйем. Тәүге шытым биргән үҫентеләргә, терелеп килгән тәбиғәткә ҡарайым да, бөтәһе лә һәйбәт булыр тип күңелемде тынысландырам.
Марат ФӘЙЗРАХМАНОВ, һәүәҫкәр баҡсасы, Өфө ҡалаһы: Халыҡ аҡылы - алтын инде ул, сөсеп кит тип бик дөрөҫ әйтелгән. Берҙән, сәсеү, ер-баҫыу-баҡса эштәре тормоштоң дауам итеү символы ул минең өсөн. Ҡыйынлыҡтар һәр заманда ла булып торған. Әле һеҙҙең һорауҙа килтерелгән әйтемде халыҡ заманында һауанан алып әйтмәгәндер бит. Тимәк, ниндәйҙер хәүеф, ҡурҡыныс, ә ул замандар осрағында ҡарымта-барымта яуҙары, илде дошман баҫып алыу, йә баш күтәргән ауылдарға батша карателдәре янауы сәбәпле әйтелгәне аңлашыла. Беҙҙең осраҡта иһә халҡыбыҙға иҡтисади көрсөк, уның менән ярышлап мәкерле, яуыз сир янай. Шуға ҡарамаҫтан, баҫыу-ҡырҙар трактор, башҡа төр техника гөрләүенә күмелде. Был тере тормош тауышы күңелде тынысландырып, киләһе көндәребеҙгә өмөт уятып, дәртләндереп ебәрә. Шуға ла үҙизоляция иғлан ителһә лә, тормошто телевизорҙан йә тәҙрәнән генә күҙәтеп ятырға түҙемлек етмәне: баҡсаға барырға ярай, тигән рөхсәт ишетелеү менән баҡсама киттем дә барҙым. Баҡһаң, күптәр шулай эшләгән: өй, мунса мөрйәләренән төтөн борлай, балта-йышҡы тауыштары сыға, эттәр өрә, ситән аша күршеләр әңгәмәләшә: ҡыҫҡаһы, тормош ҡайнай бында. Бер ниндәй сир ҙә юҡ, ул турала һүҙ ҡуйыртыуҙар ҙа ишетелмәй - йәнгә рәхәт. Тынысланып, эшкә тотондом. Иң тәүҙә баҡсаны былтырғы ҡороған үлән, сүп-сарҙан таҙартып алдым. Сәсергә әле иртәрәк, ер һыуыҡ, тиһәләр ҙә, кишер менән сөгөлдөр орлоҡтарын әҙерләп ҡуйҙым: улар һыуыҡҡа бирешеп бара торғандарҙан түгел. Көндәр йылына төшкәс, башҡа йәшелсәләргә лә сират етер. Бер аҙ картуф та сәсермен тип, мөгәрәпкә һалып ҡалдырған картуфты сығарҙым. Бик һәйбәт һаҡланған, әйтерһең дә, кисә генә ҡаҙып алынған. Әле ашарға ла етерлек, ҡалғаны, әйҙә, киләһе уңыш өсөн шыта торһон. Быйыл картуфты күберәк сәсермен, тимен: кем белә, был көрсөк эҙемтәләре күпмегә һуҙылыр ҙа, аҙыҡ-түлек хәлдәре нисек булыр... Яҡшыға өмөт итәйек, шулай ҙа запасһыҙ ҙа тороп ҡалмайыҡ. Әллә ҡайҙағы Египет, Израиль картуфын икеләнә-шикләнә ашап ултырғансы, үҙең тәрбиәләп үҫтергән ризыҡҡа ни етә!
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
