Йылдан-йыл климат үҙгәрә бара икәнен беләбеҙ, тоябыҙ. Был хәл кешелекте һиҫкәндерергә тейеш һымаҡ та, әммә әйләнә-тирә мөхиткә мөнәсәбәт үҙгәреүе күҙәтелмәй түгелме?

Йылдан-йыл климат үҙгәрә бара икәнен беләбеҙ, тоябыҙ. Был хәл кешелекте һиҫкәндерергә тейеш һымаҡ та, әммә әйләнә-тирә мөхиткә мөнәсәбәт үҙгәреүе күҙәтелмәй түгелме?, image #1

Камил ЙӘҒӘФӘРОВ, блогер: Ҡалыплашып ҡатып ҡалған бер системаны хәтерләтеүсе кешелек аңын үҙгәртеүе, ай-һай, еңелдән түгелдер ул. Кеше бит хәҙер уңай мөхиткә күнеккән: үҙенә нисек яҡшы - шулай эшләргә, нисек теләй, шулай йәшәргә тырыша, башҡаларҙа йә булмаһа, мәҫәлән, климаттың үҙгәреүенә сәбәпсе экология, тәбиғәт проблемаларында уның эше юҡ. Глобаль аң кимәлен бер аҙға ғына булһа ла тәбиғәт һәм экология файҙаһына бора алһа, ниндәйҙер бер ғәҙәттән тыш хәл, стихия йә башҡа берәй бәлә-ҡаза ғына бора алыр ине, моғайын, тип уйлайым. Ләкин бындай хәлдәрҙә лә ниндәйҙер һынылыш булыр тип ышана алмайым. Ә бит һуң ана шундай бәләләрҙең береһе ярты планетаны баҫып алыуына шаһитбыҙ, әммә тыя алдымы ҡайһы берәүҙәрҙе пандемия урамда йөрөмәҫкә, битлек кеймәйенсә сыҡмаҫҡа?

Бынан ары нисек булыр? Фәҡәт ҡулланыуға һәм нәфсе ҡандырыуға булған ихтыяжын еңә алырмы, юҡмы әҙәм балаһы? Климаттың көйһөҙләнеүенә бер бөгөн килеп кенә шаһит түгелбеҙ, ул хәҙер сирек быуатҡа яҡын сабырлығын теҙгендә тота-тота әкренләп яҡынлай бара. Бер тарафтан - һыу баҫа, икенсе яҡтан ут ялмай ғәзиз еребеҙҙе, өсөнсө яҡтан - сир ҡамай... Былар бит тап ана шул климат үҙгәрешен тиҙләтеүсе факторҙар. Ғәжәп! Ә кеше үҙгәрмәй. Климат буйынса БМО ҡарамағындағы Конвенция шарттары бөтә илдәр тарафынан да ҡабул ителмәй, уға ҡул ҡуйылмай. Парник эффектына сәбәпсе углерод диоксиды (СО2) бүлеп сығарыусы етештереү ҡеүәттәрен кәметеү - был документтағы төп шарттарҙың береһе һанға һуғылмай. Йәғни ташкүмер һәм башҡа ҡаҙылма яғыулыҡтар файҙаланыуҙы туҡтатыу, техник ҡоралланыуҙы климат үҙгәрештәренә яраҡлаштырып ҡайтанан үҙгәртеп ҡороу, энергия эшләп сығарыуҙың башҡа төрлө сығанаҡтарын (ҡояш батареялары, ел генераторҙары һ.б.) эҙләү, дөйөм фондҡа иғәнә аҡсаһы күсереү кеүек бик күп аныҡ саралар башҡарылырға тейеш булһа, улар ҡайһы бер ил башлыҡтары тарафынан һанға һуғылмай. Мәҫәлән, атмосфераны иң ныҡ бысратыусы илдәр иҫәбендә булған АҠШ президенты Дональд Трамп, документҡа ҡул ҡуймау ғына түгел, ә 2017 йылда ошо уҡ климат буйынса Парижда ҡабул ителгән Килешеүҙән сығыуы тураһында белдерҙе. Глобаль йылыныу менән бәйле көрәш талаптарын үтәү саралары, йәнәһе лә, миллиардлаған долларға төшәсәк һәм был йәнә лә миллионлаған эш урынын юғалтыуға килтерәсәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, донъя ғалимдары, климат белгестәре, экологтар глобаль йылыныу процесын кәметеү буйынса башҡа төрлө саралар эҙләүҙән туҡтамай. Мәҫәлән, әүҙем йәшелләндереү, кислород бүлеп сығарыусы, углекислый газды йотоусы үҫемлектәрҙең яңы сорттарын уйлап табыу буйынса эшләй.

Хәйер, беҙҙең дә үҙ көсөбөҙҙән килгәнде башҡарыу һәр кемебеҙҙең намыҫында. Йәшелләндереү, ағастар ултыртыу, мәҫәлән. Әйткәндәй, бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, бәйләнештәге "Рәсәй экологияһы" төркөмө "Хәтер баҡсаһы" акцияһы иғлан иткәйне: яу ҡырында, тылда, фашист тотҡонлоғонда баштарын һалған 27 миллион һуғыш ҡорбаны иҫтәлегенә 27 миллион төп ағас ултыртырға. Был изге башланғыс илебеҙҙә генә түгел, Рәсәйҙән ситтә лә дәррәү күтәреп алынды. Был һәр кемебеҙҙең ҡулынан килерлек эш. Хеҙмәт коллективтары, уҡыу йорттары коллективтары был хәрәкәткә әүҙем ҡушылған, хатта пенсионерҙар ҙа үҙҙәре йәшәгән йорт алдарына ағастар ултыртып сыҡҡан. Үҙгәрергә теләһәк, бәлки, эште шунан башларға кәрәктер?

Мәликә АЛЛАҒОЛОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы: Эйе, кешелекте, уның аң кимәлен үҙгәртеү еңел эш түгел. Бының өсөн йә булмаһа бик күп йылдар кәрәк булыр ине, йә булмаһа, ысынлап та, ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәлдәргә дусар булыу шарттыр. Ә шулай ҙа иң яҡшыһы - кешенең аңына тейешле йүнәлештең бала саҡтан һалыныуы, минеңсә. Был йәһәттән белем биреүгә ҡарағанда тәрбиә эше мөһимерәк булып сыға. Бөгөнгө мәғариф системаһының бер аяғына аҡһауы бер кемгә лә сер түгел: белем биреү тәрбиә эшенән тамам айырымланды. Ярай ҙа тәүгеһенең сифат кимәле һүҙ тейгеһеҙ булһа...

Климат тураһында башланғыс белем нигеҙҙәре география дәресендә бирелә. Балаларҙың донъяға һәм әйләнә-тирәбеҙгә ҡарашын формалаштырыусы был предметҡа ошо йүнәлештәге башҡа фәндәргә ҡарағанда ниндәйҙер өҫтөнлөк тә бирелә хатта, сөнки ул уҡыусыларҙы тирә-яҡ мөхиткә яраҡлашып йәшәргә өйрәтә. Һәр хәлдә, уҡыусы бала тирә-яҡ мөхит торошоноң климат үҙгәрешенә килтереү ихтималлығын, кешенең тәбиғәткә ҡарата аңһыҙ ҡылығы һәм яуапһыҙлығының экологик фажиғә сәбәпсеһе булыу мөмкинлеген аңларға тейеш. Быларҙы балаларға теория менән ялҡытып түгел, ә ябай, тормошсан миҫалдар аша төшөндөрөү шарт. Мәҫәлән, электр энергияһын, һыу һәм йылылыҡ тотоноуға һаҡсыл мөнәсәбәтте коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҡағыҙы - квитанциялағы һандар аша аңлатырға була. Йәки транспорт һәм уларҙың яғыулыҡ ҡалдыҡтары булған зарарлы газ һәм башҡа химик берләшмәләр хаҡында ла тормошсан миҫалдар менән һөйләргә кәрәк. Урамдарҙы, йорт алдарын автотранспорттың баҫып алыуы ла яҡшы күренеш түгеллекте аңлатыу фарыз. Бер яҡтан, автомобилле булыу, эйе, яҡшы, етеш тормош тураһында һөйләй, ләкин ысын ҡиммәттәрҙең именлек, һаулыҡ, кеше ғүмере булыуын да төшөндөрөү кәрәк. Автомобиль, тимер юл һәм авиация транспорт сараларының экология һәм климатҡа килтергән зыянын бер ниндәй матди байлыҡтар менән дә ҡаплап булмаясаҡ. Әйткәндәй, коронавирус сәбәпле иғлан ителгән карантин, үҙизоляция осоронда Ҡытайҙа, Европала, Рәсәйҙә атмосфераның ике окислы углерод газы, метан һәм башҡа төрлө ҡалдыҡтар менән бысраныуы 20-30 процентҡа кәмене тип иҫәпләй белгестәр, сөнки был осорҙа автомобиль, тимер юл, авиация транспорты хәрәкәте сикләнде. Ләкин был ҡыуанырға сәбәп була алмай әле, сөнки климатҡа туранан-тура тәьҫир итеүсе парник газдары тупланышы үҙгәрешһеҙ ҡала килә, сөнки ниндәйҙер сикләүҙәр булған хәлдә лә ҡайһы бер предприятиелар эшләүен дауам итте, йорттар йылылыҡ һәм электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителде, транспорт та тулыһынса туҡтап ҡалманы. Бөтөн әйтелгәндәрҙән сығып, балаларҙы ата-әсәләре кеүек машина, әйбер ҡоло булып үҫеүҙән араларға тырышырға кәрәк, тип әйткем килә. Киләсәктә дизель, бензин яғыулығынан баш тартып, кешелек электромобилдәргә, велосипедҡа һәм, бәлки, йәйәү йөрөүгә өҫтөнлөк бирер. Быға ышаныуы ҡыйын булһа ла, Азия илдәрендә велосипедтың төп транспорт сараһы булыуын күрәбеҙ. Кем белә, киләсәк быуын, бәлки, күпкә аҡыллыраҡ булыр.

Сәлимә САФУАНОВА, Хәйбулла районы: Аҡъярға килен булып төшһәм дә, үҙем Баймаҡ районының урманлы-таулы гүзәл төбәге булған Ишбирҙе ауылында тыуып үҫтем. Шуға ла хәҙер "Ялан ғына ерҙең кәкүге юҡ... " тигәндәй, яйы сыҡҡан һайын тыуған яғыма ҡайтып урайым. Хәйбулла яҡтарында һауа торошоноң ҡырыҫлығы үҙен нығыраҡ һиҙҙерә, әлбиттә, ә тыуған яҡ һауаһынан тындар иркенәйеп, күҙҙәр асылып киткәндәй: һауаһы - сихәтле дауа. Дөрөҫ, Ишбирҙелә ҡасандыр булған ҡалын урмандар тунала торғас, тош-тош урында яланғасланып ҡалды. Шундай ташландыҡ диләнкәләргә ағас ултыртып сыға торғайныҡ элек беҙ, мәктәп балалары. Хәҙер ундай эш менән булғандарын ишеткән-күргән юҡ. Шулай ҙа мәңгелек урман йәне бирешергә теләмәй: ҡырҡылған ағас төпһәләренән яңы үҫентеләр шытып сығып, күкрәп үҫә башланы, тик улар ағас булып өлгөргәнсе күпме йылдар кәрәк!

Йәшеллек, тәбиғәт торошоноң һауа торошо - климатҡа тәьҫирен иҫбатлау кәрәкмәй. Ана шул ағастары ҡырҡылып, яланғасланып ҡалған диләнкәләр арҡаһында ҡасандыр тулы һыулы, алҡынып аҡҡан Йылайыр йылғаһы тауыҡ кисеп сығырҙай ғына булып ҡалды. Урман - бер ҡат юрған, тигәндәй, ҡыш ул ыжғыр бурандан, йәйге селләләрҙә ҡояштың көйҙөргөс эҫеһенән һаҡлай. Элегерәк, совет йылдарында, тирә-яҡтағы колхоз-совхоз малдарын беҙҙең урман яғына ҡыуып килтереп, йәйрәп ятырҙар ине. Урындағы халыҡтың сабынлыҡтары, "Ҡыҙыл китап"ҡа ингән һирәк үҫемлектәр меңәрләгән мал тояҡтары аҫтында тапалып юҡҡа сыҡты. Бары тик һуңғы йылдарҙа ғына ҡайһы бер үҫемлектәрҙең яңынан терелеп, баш ҡалҡыта башлауы ҡыуандыра. Әле бына элек беҙҙең яҡтарҙа ғына үҫә торған күк умырзаяларҙы Хәйбулла районы Рафиҡ ауылы янында ла тәүгә осратып, ғәжәп иттем. Был күренеште мин үҙемсә яҡшыға, изгегә юрайым. Тимәк, тәбиғәт ана шулай үҙ-үҙен тергеҙергә һәләтле: ер хәтере барыбер үҙенекен итә. Тик уны яҡларға һәм һаҡларға, үҙебеҙгә лә үҙгәрергә кәрәк.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

54 views·3 shares