АТАМАЛАР НИНДӘЙ?
Республикалағы биләмәләр, ауылдар, ер-һыу атамаларының хаталы йә тик русса ғына яҙылышы күптән килгән проблема. Ләкин һуңғы ваҡытта йәмәғәтселек уның етди бер бәләгә торошло булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм быйылғы Башҡорт тарихы йылында был мәсьәләнең бар кимәлдә иғтибар үҙәгенә эләгеп, һәр кем үҙ ҡулынан килгәнсә уны төҙәтеүгә тотонһон ине, тигән фекер белдерә. Ошо турала һеҙ ни уйлайһығыҙ?
Инбер ЯПАРОВ, география фәндәре кандидаты, БДУ доценты: Үҙегеҙгә мәғлүм булыуынса, ошоға тиклем республиканың һәр район, ҡала исемдәре, ауылдар атамалары төрлө рәүештә, йәки кем нисек булдыра, шулай тигәнсәрәк яҙып ҡуйыла ине. Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо мәсьәләне күтәреп, район, ҡала исемдәрен берҙәм стилдә башҡарыу кәрәклеген белдерҙе һәм бер нисә районда, мәҫәлән, Саҡмағош, Яңауыл, Балтас, Кушнеренко, Туймазы, Йәрмәкәй, Баҡалы һәм башҡа райондарға ингән ерҙә яңы стела конструкциялары урынлаштырылды. Ҡайһыларында хатта район исеме менән бергә ошо биләмәлә йәшәүсе халыҡтың ниндәй ырыуға ҡарауы хаҡында мәғлүмәт тә яҙылды. Был эш башҡа райондарҙа ла дауам ителер, моғайын.
Дөрөҫ, заманса алтаҡталар һәр бер тораҡ пунктының визит карточкаһы, ниндәйҙер кимәлдә уның йөҙөн дә билдәләүсе күрһәткес ул. Шуға күрә ауылдар атамалары ла тәртипкә килтерелергә тейештер, моғайын. Ләкин бының өсөн ауылдарыбыҙҙың атамалары башта орфографик, мәғәнәүи йәһәттән һәм этнонимы буйынса тикшерелеп, дөрөҫләнеп сығырға тейеш, тип уйлайым, сөнки уларҙың яҙылыштарында хаталар бик күп осрай. Икенсенән, үҙегеҙ әйтмешләй, ҡайһы бер алтаҡталарҙа ауылдарҙың фәҡәт русса исемдәре генә ҡалып килә. Былар бөтәһе лә туған телгә мөнәсәбәтте, урындарҙа ерле топонимиканы, ауылдарҙың тарихын белмәү хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, Краснокама районында Ташкиново тигән бер ауыл бар, уның башҡортсаһын Ташкин ауылы тип яҙып ҡуялар. Ауыл тарихына күҙ һалһаң, был тораҡ пунктына нигеҙ һалған кешенең фамилияһы икән. Тимәк, ауылдың башҡортса дөрөҫ атамаһы Ташкинов булып сыға. Унан һуң Шишмә районындағы Үрге, Урта, Түбәнге Хәжәт тигән ауылдарҙың дөрөҫ яҙылышы Хәжәт түгел, ә Хажиәт була икән. Ауырғазы районындағы Өсбәлеш ауылын ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Уның дөрөҫ атамаһы Өсбелеш тигән феккер әйттеләр. Бындай миҫалдар байтаҡ һәм был мәсьәләләр менән энциклопедияға материалдар әҙерләгәндә күп шөғөлләнергә, айына хатта икешәр тапҡыр Топонимия комиссияһы ултырышын саҡырырға тура килә ине. Ауыл исемдәрен матур итеп юл күрһәткестәренә, алтаҡталарға яҙып ҡуйыр өсөн, башта әйткәнемсә, иң тәүҙә уларҙың дөрөҫлөгөн тикшереп сығырға кәрәк. Был мәсьәләләр менән БР Хөкүмәте ҡарамағындағы "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында"ғы законды бойомға ашырыу буйынса булдырылған махсус Комиссия шөғөлләнергә тейеш. Был хаҡтағы Указда әйтелеүенсә, әлеге Комиссия терминология һәм топонимия хеҙмәттәре эшмәкәрлеген тейешле контролдә тоторға бурыслы. Өҫтәүенә, был мәсьәләләр менән урындарҙа ныҡлап шөғөлләнергә тейешле яуаплы кешеләр һәр муниципаль район һәм ҡалалар хакимиәттәрендә лә бар, тик улар ниңә үҙ бурыстарын онота икән һуң? Ауылдарҙың русса атамалары менән бергә башҡортса исемдәрен дә күрһәтеү мотлаҡ, был ҡағиҙәне бер кем дә юҡҡа сығарғаны юҡ әле.
Тамара СӘЛИХОВА, уҡытыусы, Мәләүез районы: Һәр атама - үҙе бер хәтер, ти билдәле ғалим Рәшит Шәкүр. Хаҡ һүҙҙәр. Шуға ла беҙгә ер-һыу атамаларыбыҙға бик һаҡсыл һәм аҡыл менән ҡарарға кәрәк. Быйылғы Башҡорт тарихы йылында тарихи Башҡортостан топонимияһын тергеҙеү, хаталыларын дөрөҫләү мәсьәләһенә лә иғтибар бирелер тип уйлайым. Беҙҙең ер-һыу атамаларыбыҙ бик күп тарих һөйләй. Шуға күрә уларҙы алмаштырыуға юл ҡуйырға ярамай. Мәҫәлән, йыш ҡына Яҡтыкүл - Банное, Шүлгәнташ мәмерйәһе Капова булып йөрөй. Интернет селтәрендә Мәләүез атамаһын, мәҫәлән, бына нисек итеп аңлаталар: йәнәһе, был тарафҡа ер эҙләп сыуаштар килеп сыға ла мул һыулы йылға буйын оҡшатып, "мелевеси" йәки, килеп еттек, тиҙәр. Ауылға нигеҙ һалғас, уны Мәләвес - Мәләүез тип атайҙар, имеш... Кемдеңдер наҙан башында тыуған был фекер тиҫтәләгән йыл буйына рәсми версия булып йөрөнө. Бер кем дә оҡшаш атама менән Башҡортостанда тағы алты йылға, Шаран районында күл аталғаны менән ҡыҙыҡһынманы ла. Әйткәндәй, ул йылға-күл буйҙарын тамъян башҡорттары һыулауы, атама ошо ырыу һүҙе булыуы үрҙә әйтелгән атама вариантын уйлап табыусыларҙы бер ҙә һағайтмай. Ошо уҡ версияны Башҡортостан топонимикаһы һүҙлеген төҙөүселәр ҙә ҡәләм осона ала.
Гәзит уҡыусы башҡорт тарихын ер-һыу атамалары аша ла өйрәнергә кәрәклеген тәҡдим итергә уйлағанымды аңлағандыр инде. Мәләүез районы башҡорттары ҡоролтайы быйыл халыҡҡа биләмәбеҙҙәге ер-һыу исемдәрен ныҡлап өйрәнеү, уларға бәйле хәл-ваҡиғаларҙы асыҡлау, халыҡ хәтерендәге риүәйәттәрҙе яҙып алыу, тел, топонимика, фольклор менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың эшен әүҙемләштереү тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Бик ваҡытлы саҡырыу булды был. Бына ошо эште йыл аҙағына тиклем дәррәү генә алып барырға, гәзит биттәрендә сығарырға, һуңынан белгестәр тарафынан тейешле рәсми баһа бирергә кәрәк. Үрҙә билдәләп үтелгән район үҙәге Мәләүез атамаһына ла фәнни яҡтан баһа бирергә ваҡыттыр бит...
Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА, Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән пенсиялағы уҡытыусы: Был мәсьәлә буйынса йәне булған һәр кем борсолалыр. Ер-һыу атамалары - халыҡ хәтере, тарих хәтере, тел ҡомартҡыһы ла. Һәр атамала ата-бабаларҙың һынсыллығы, йорлоғо, тапҡырлығы, көнитмеше, моңо ла сағылыш алған. 2009 йылда бер уҡыусыма ошо темаға эш тәҡдим иттем. Һәр эшкә яуаплы ғына ҡараған уҡыусы булараҡ, баш тартманы, әммә бик үк риза булмағанлығы ла һиҙелә. Бер нисә көндән, ваҡыты етмәүгә һылтанып, эштән баш тартырға ла булды. Өләсәһе йәшәгән ауылдың тирә-яғындағы ер-һыу атамаларының исемлеген төҙөп ҡарауҙан башлап ҡарарға кәңәш бирҙем. Бер аҙнанан 76 һүҙҙән торған исемлек килеп ятты алдыма. "Ниндәй матур яңғыраған атамалар бар, бик тырышһаң , бәлки, серҙәре лә асылыр ине", - тип дәртләндермәксе булам. Бына шунан башланды ла инде уның өләсәһе Фәниә Абрар ҡыҙы менән берлектә һәр атаманың серен сисеү. Эшен йомғаҡлағанда ул: "Бөткөһөҙ сер йәшергән икән дә ул тыуған яҡ атамалары. Беҙ көн дә күргән, көн дә үтеп йөрөгән ерҙәр, урындар, тик сер-йомғаҡтан тора икән дә. Тыңлай белһәң, серен бик үк йәшермәй ҙә икән. Киреһенсә, аҫылташтар, ынйы-гәүһәрҙәр менән балҡып торған ғәжәйеп һүҙҙәр донъяһына, тарихына ихластан ишеген аса икән. Минең өсөн "Вазифа яры"ның Екатерина батшабикәнең фарманын бойомға ашырыу менән бәйле булыуы (был осраҡта вазифа - дәрәжә мәғәнәһенә эйә), бөгөн ялтас башлы Ҡарағастүбәнең ҡолас етмәҫлек ҡарағастары Кронштадт портын төҙөү өсөн оҙатылыу ваҡиғалары бик тетрәндергес тәьҫир итте. Был ваҡиғалар тарих төпкөлөндә лә ҡалып бара ине бит, әле килеп яңырҙы", - тип һығымта яһаны. Өләсәй ҙә, уҡыусым да үҙҙәре өсөн генә түгел, мин ҡушҡан өсөн дә түгел, киләсәк быуындары өсөн бик файҙалы эш башҡарыуҙарын аңлап ҡыуанды. Бына ошо эштә бөгөн Музыка ташы тип йөрөтөлгәненең Мүҙәкә ташы тип аталырға тейешле булып, ҡарымта-барымта менән, башҡорттоң бер һылыуын урлаған ҡаҙаҡ егете менән бәйле булып сыҡты. Музыка ташы тип, Миндәк ҡасабаһына күпләп килеп урынлашҡан урыҫ милләтенең теленә яраҡлаштырылған һәм тарих та онотолған. Ураҙ ауылы халҡы Яйыҡ исемен онотманы, ә ошо йылға буйында һуңыраҡ барлыҡҡа килгән ҙур ғына бер ҡасаба халҡы араһында уның Яйыҡ булыуын танырға теләмәүселәр ҙә юҡ түгел.
Ни тиклем тел һәм рухи байлығыбыҙ, тарихыбыҙ тартып алынған бит. Битарафлыҡмы, көсһөҙлөкмө? Учалы районында тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Ворожеичтың да Ҡарағайлы булыуы халыҡ хәтеренән алынған, хатта яңы исеменә ярашлы легендаһы ла барлыҡҡа килгән. Оло юл буйында осраған ер-һыу атамаларын аңларлыҡ түгел. Урыҫ телендә шул тиклем боҙоп яҙыла. Эргәһенә дөрөҫ итеп башҡорт телендәгеһен дә яҙырға кәрәк. Учалы - Өфө юлында "Берсуван" нимә аңлата? Барыһына ла берҙәй аңлашылмағас, кемгә кәрәк ундай яҙыу!
Һаман да быға юл ҡуйһаҡ, киләсәк быуыныбыҙ ошо ерҙәрҙең борондан ата-бабаларының - башҡорттоң ере булыуын иҫбатлай ҙа алмаҫ. Был яман күренеште бергәләп туҡтатайыҡ. Элеккеләрен иҫкә төшөрәйек. Тау, йылға, яландарыбыҙ буйҙарына ябай ғына ташҡа булһа ла соҡотоп исемдәрен яҙҙыртып ҡуяйыҡ. Балаларыбыҙға тарихтарын һөйләгән саралар ойошторайыҡ. Ҡулдан килмәҫлек эш түгел бит. Ә инде беҙҙең ерҙәребеҙҙә булып, тикшеренеүҙәр үткәреп, яҙмалар ҡалдырған башҡаларға ваҡыты, хеҙмәте яҙылған, һүрәте ҡуйылған таҡтаташ ҡуйыу бик тә килешер. Әммә ер-һыу атамаһын үҙгәртергә һис тә ярамай. Үҙебеҙ тотонайыҡ, иренмәйек. Беҙҙең өсөн башҡалар эшләмәҫ.
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
