ТӘРБИӘ НИНДӘЙ?

Бөгөн йәштәргә ниндәй тәрбиә бирелә? Пионер, комсомол тәрбиәһе үткән быуын ошо хаҡта ниҙәр уйлай?

ТӘРБИӘ НИНДӘЙ?, image #1

Тимер НИӘТШИН, шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре: Совет осоро тәрбиәһе алған быуын булараҡ, шуны әйтәм: ул заман балалары, йәштәре менән бөгөнгө йәш быуын араһында айырма - ер менән күк араһы. Әлбиттә, заман башҡа - заң башҡа, тип дөрөҫ әйтелә; аң, белем, интеллект кимәле бер урында ғына тормай инде ул. Бөгөнгө йәштәрҙең дөйөм белем кимәленә баһа бирә алмайым, ләкин улар мәғлүмәт технологияһында бик алға китте, ә бына тәрбиә яғынан шулай ҙа эштәр маҡтанырлыҡ түгел, тип уйлайым. Гаджеттарҙы яҡшы белеү генә әле белем тураһында һөйләмәй, ул ғына ла түгел, тәрбиәһеҙлеккә лә тап ана шул заманса технологиялар сәбәпсе булып сыға йыш ҡына. Элек беҙҙе пионерия сафында тырышып уҡырға, тәртипле булырға, өлкәндәргә ярҙам итергә, уларға ҡарата кеселекле булырға, "Берәү - бөтәһе, бөтәһе - берәү өсөн" тигән девиз менән йәшәргә, коллективлыҡҡа өйрәтһәләр, бөгөн үҫмерҙәрҙең күбеһе көнө-төнө ана шул гаджеттарға текәлеп, виртуаль донъяла йәшәй. Улар ваҡыттарын күбеһенсә япа-яңғыҙлыҡта үткәрә, хатта ата-әсәһе менән аралашырға ла "ваҡыттары юҡ". Ҡыҫҡаһы, уларға таныш булмаған, ят, хатта ҡайһы саҡ хәүефле донъя - интернет селтәре йоғонто яһай, "тәрбиә"не ул алыштыра. Бөгөн телдән төшмәгән Ҡаҙан фажиғәһе ана шуның касафаты булды ла инде. Унан һуң был егет - Ғәләүиев ғаилә тәрбиәһе лә күрмәгән, ә мәктәп йоғонтоһо уға фәҡәт дошманлыҡ тойғолары ғына уятҡан, сөнки унда ул уҡытыусылар, йәштәштәре тарафынан гел кәмһетелеүҙәргә, ситкә тибәреүҙәргә дусар ителгән, тип тә яҙҙылар. Бындай хәлдәр һәр уҡыу учреждениеһында ла бар, сөнки мәктәптең балалар тәрбиәләргә ваҡыты ла, аныҡ ҡына күрһәтмәләре йә программаһы ла юҡ.

Беҙҙе үҫкән саҡта туған илебеҙҙе һөйөргә, хеҙмәт яратырға, берҙәмлеккә, намыҫлы булырға өйрәттеләр. Кеше - кешегә дуҫ, иптәш һәм туған, тип инанып үҫтек. Коммунизм төҙөмәнек, әлбиттә, был утопия ине, уның ҡарауы, тәртипле, эшсән, рухи ҡиммәттәрҙе баһалай белгән патриоттар үҫеп сыҡты ул йылдарҙа. Дөрөҫөн әйткәндә, ул замандарҙа тәрбиә эшенә ғаиләнән бигерәк мәктәп күп көс һала ине. Ә бөгөн - киреһенсә, сөнки тәрбиә эшенә нигеҙләнер милли идея, йүнәлеш юҡ. Был йәһәттән республикабыҙҙа халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп эшләнгән "Тормош һабаҡтары" дәрестәрен, туған тел уҡытыуҙы ғәфү иткеһеҙ сәбәптәр менән төп уҡыу программаһынан алып, барыбер халыҡ тәрбиәһенә аяҡ сала алмаҫтар, тип ышанам. Халҡыбыҙ балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең ерле милли йолаларыбыҙ һәм традицияларыбыҙҙа тәрбиәләүҙе дауам итә, бар шундай матур, зирәк аҡыллы ғаиләләр, тик улар тағы ла күберәк булһын ине.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, журналист, педагог: Бөгөнгө ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр менән тулған, рухи ҡиммәттәр осһоҙлана барған боларынҡы заманда йәш быуынды быуаттар һынауын үткән милли традицияларҙа тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһын киң ҡулланыу ғәмәлгә ярашлы. Мин шулай тип ҡабатлауҙан туҡтамайым: халҡыбыҙ педагогикаһының төп нигеҙҙәре, алтын асҡысы "Урал батыр" эпосында һалынған, шуға ла ата-әсәләрҙе, бигерәк тә йәш ғаилә башлыҡтарын бөйөк эпосыбыҙҙы тәрәнерәк өйрәнергә саҡырам.

Әсә теленән дә ышаныслы тәрбиәсе юҡ. Туған телдә шәхсән үҙеңдең генә әйтәһе һүҙең түгел, быуындан-быуынға, нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән ҡиммәттәр сағылыш таба. Ошо ҡиммәттәр тел моңона үрелеп, бала күңеленә һеңә һәм ҡан (ген) менән бирелә килгән милли хазинаны - үҙаңды уята. Үҙаң уяныуы - тәрбиәнең иң ышаныслы терәге, таянысы, нигеҙе. Өфөлә йыш ҡына күҙәткәнем бар: ҡайһы бер йәш ата-әсәләр балалары менән урамда башҡортса һөйләшергә, "әсәй" тип башҡортса әйттерергә ояла. Бала "әсәй" тип әйтергә оялдымы - тимәк, ул артабан башҡортса һөйләшергә ояласаҡ. Милләтебеҙҙең үҙ-үҙен кәмһетеүе ошонан башлана түгелме? Үҙ-үҙен, тимәк, халҡын, тимәк, халыҡҡа ҡағылған бөтөн нәмәне лә инҡар итеү тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән "әсәй" тип әйттерергә оялыуҙан башлана бит. Ата-әсәһен хөрмәт итмәгән кеше улар менән туған телдә аралашмай, халҡын хөрмәт итмәгән кеше балаһына туған телен өйрәтмәй. Баланы туған мөхит - туған тел, халҡының тарихы, ижады, йыр-моңо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары кеше итеп тәрбиәләй. Туған мөхиттән айырыу - үҙ балаңды ҡуйыныңдан алып, сит ҡатын итәгенә йәки ят арбаға ултыртыу менән бер. Бөгөнгө көндә әсә телебеҙҙе уҡытыуҙағы проблемалар, уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа нисә йыл яратып өйрәнгән "Тормош һабаҡтары" дәрестәренең төп уҡыу программаһынан алыныуы кеүек күренештәр йәш быуынды илһөйәр һәм телһөйәрҙәр итеп тәрбиәләү файҙаһына һөйләмәй, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан, күпселек зыялы уҡытыусыларыбыҙ "Тормош һабаҡтары"нан айырмай балаларҙы, дәреслектәрҙе кластан, уҡыуҙан тыш сараларҙа киң ҡуллана. Был дәреслектәр өсөн әле булһа тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетәм. "Тормош һабаҡтары" дәреслектәрен китап магазиндарынан да, хатта китапханаларҙан да эҙләп тә таба алмай, миңә мөрәжәғәт итеүселәр бик күп. Белеүегеҙсә, "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге булышлығында "Урал батыр" эпосы нигеҙендә "Урал батыр мәктәбе" ғәмәлгә ашырылды. Был проект Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булғайны. Әлеге көндә беҙ Youtube каналда ошо мәктәп дәрестәрен үткәрәбеҙ. Шуныһы шатлыҡлы: был тәрбиә мәктәбе эшен республика уҡытыусылары дәррәү күтәреп алды һәм уға ихлас ҡушылды. Ҡыҙыҡһыныусылар ошо каналға инеп, халыҡ тәрбиәһе һабаҡтары биреүсе ошо дәрестәрҙе ҡарай һәм унда ҡатнаша ала.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА, журналист, Мәләүез ҡалаһы: Бына әле Ҡаҙан фажиғәһе ҡабат-ҡабат күҙ алдына килеп баҫа. Әлбиттә, был хәлгә ҡарата бик күп фекерҙәр ишетергә тура килә. Кемдер егеттең ҡанһыҙлығын, уға тейешле тәрбиә бирә алмаған ата-әсәһен, заманса гаджеттарҙы, көн-төн һуғыш, көс ҡулланыу, үлтереш күрһәткән телевидениены, кемдер хатта мәктәп һаҡсыһын, ҡорал һатып алыуға рөхсәт биргән табипты ғәйепләй. Был фекерҙәрҙең барыһын да иҫәпкә алырға, улар менән килешергә була. Был ҡот осҡос хәл тураһында бер өлкән класс уҡыусыһы менән һөйләшергә тура килгәйне. Ул иһә бөтөн бәләлә 19 йәшлек егетте лә, уның ата-әсәһен дә, һаҡсыны ла түгел, ә енәйәтсенең уҡытыусыларын ғәйепләй. Уның: "Некоторые учителя сильно унижают детей",- тип әрнеп әйткән һүҙҙәрен ишетеү еңелдән булманы. Йәш быуынға белем, тәрбиә биргән, ал-ял белмәй эшләгән уҡытыусыларҙы яҡлап сыҡмаҡсы булдым да, ирекһеҙҙән, тыйылып ҡалдым, сөнки үҙемдең дә бер мәлгә генә ошо уй башымдан йүгереп үткәйне. Әлеге уҡытыусылар тәртибенә зарланған баланың фекере менән, бер яҡтан, килешергә лә булалыр, тигән фекер ҡалҡып сыҡты тағы ла. Юҡ, ниндәй генә сәбәптәр булмаһын, бер ғәйепһеҙ балаларға, был мәктәптә ни бары икенсе йыл ғына эшләүсе йәш уҡытыусыға ут асҡан енәйәтсене аҡларға ла, яҡларға ла йыйынмайым, мине дөрөҫ аңлаһындар ине. Аллаһы Тәғәлә хөкөмдар бында, ә мин түгел.

Эш бына ниҙә. Беҙ барыбыҙ ҙа мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йорттарында уҡыған кешеләрбеҙ. Мин дә уҡыным. Уҡытыусыларҙың да төрлөһөн - яҡшыһын да, насарын да күрҙем. Улар араһында уҡыусыларҙан көлөп, уларҙы төрлөсә түбәнһетергә тырышып торғандары ла булманы түгел, булды. Ә бит бала күңеле үтә нескә һәм һиҙгер икәнен онота ҡайһы бер педагогтар. Үҙен яҡларлыҡ шәхес булып формалашҡансы, уға байтаҡ ваҡыт талап ителгәнен дә иҫтән сығаралар, күрәһең. Ата-әсәһе эскән ғаиләлә үҫкәндәрҙе "эскесе балаһы", насар уҡығандарҙы "наҙан", ситтән күсеп килгәндәрҙе "килмешәк" тигән мыҫҡыллауҙарҙың да шаһиты булырға, ишетергә, күрергә тура килде. Был ҡушаматтарҙың береһе лә үҙемә ҡағылманы ҡағылыуын, әммә түбәнһетелгән балалар өсөн бик ҡыйын ине. Юғиһә бит, беҙ уҡытыусыларҙы идеаллаштырып, Аллаһ урынына күрә инек, тик үкенескә, уларҙың ҡайһы берҙәренең шундай насар ҡылыҡтары аңлашылып етмәй ине. Хәҙерге аҡыл менән ундай уҡытыусының тәрбиәһеҙ, кешелекһеҙ холҡо аңлашыла ла бит... Шуға күрәлер ҙә, Ҡаҙан егетенең ҡорал тотоп, икенсе бер мәктәпкә түгел, ә тап үҙе уҡып сыҡҡан мәктәпкә барыуы күп нәмә хаҡында һөйләй булыр. Тик, ҡабатлайым, уның был ҡылығын ниндәй генә сәбәп менән дә аҡларлыҡ түгел. Шул дәрәжәлә мәктәбенә күңелендә нәфрәт һаҡлап йөрөгәс, тикмәгә булмағандыр, тейеүем генә. Ә үстең иң ҡурҡыныс нәмә икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Уның күрә алмаған укытыусыһы йә булмаһа, класташтары күптән был мәктәптә юҡтарҙыр ҙа, тик шулай ҙа енәйәтсе күңелендә мәктәп нәфрәт объекты булып ҡалған, күрәһең. Тимәк, уҡыған йылдарында уның күңеленә юл табып, уны аңлаған, эскерһеҙ рәүештә уның менән һөйләшкән уҡытыусы булмаған бында, тип уйларға ҡала.

Уҡытыусы баланы тырышып уҡырға өйрәтергә, тәрбиәләргә тейеш инде ул, тип әйтеүселәр ҙә бар, дөрөҫ. Тик түбәнһетеү, кәмһетеү юлы менән түгел! Өҫтәүенә, башҡалар алдында уның абруйын төшөрөргә, ата-әсәһен, ғаилә проблемаларын килтереп ҡыҫтырырға һис ярамай, сөнки бала ата-әсәһе ҡылыҡтары өсөн яуап тоторға тейеш түгел. Бындай балаларҙы фәҡәт аңлап, яҡшыға дәртләндереп, позитив көйләргә тырышырға кәрәк. Мәктәптә насар уҡып та, аҙаҡ бына тигән кеше, эшсе йә ғаилә башлығы булып киткәндәр ҙә әҙ түгел бит. Шул уҡ ваҡытта гел бишкә генә уҡып, тормошта юғалып ҡалғандар ҙа осрай. Ҡыҫҡаһы, ғаилә тәрбиәһе аҡһай икән, бындай балаларҙы мәктәп айырыуса иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алырға, уларҙың, исмаһам, мәктәп эскәмйәһенән позитив кеше булып сығыуына булышлыҡ итергә тейештер тип уйлайым, ә баланы уның проблемалары менән япа-яңғыҙ ҡалдырырға түгел.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

30 views·1 share