ҠАЙҘА ЯЛ ИТӘҺЕҢ?
Йәйге миҙгелдә берәүҙәр - диңгеҙгә, икенселәр туған тәбиғәт ҡосағына ашыға. Ҡайҙа ял яҡшыраҡ - ошо хаҡта һеҙҙең фекер?
Эльмира ТУҠАНОВА, БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе: Коронавирустың яңы төрҙәре таралыу хәүефе сәбәпле, сит ил сиктәре һаман да ябыҡ ҡала. Ошондай шарттарҙа туризм тармағы эшмәкәрлеген эске туризм йүнәлешендә бермә-бер йәнләндереү талап ителә. Былтырғы йомғаҡтар шуны күрһәтте: Башҡортостанда үҙаллы туризм кимәле үткән йылға ҡарағанда өс тапҡырға артҡан. Бының өсөн Башҡортостанда уңайлы шарттар булдырыла. Мәҫәлән, туризм маршруттары һәм объекттарына күрһәткестәр ҡуйыла, сәфәрҙәгеләр туҡталып ял итеү, туҡланыу өсөн юл яны сервисы ойошторола. Һәр хәлдә, профессионалдар ҡайҙа барырын яҡшы белә.
Республикабыҙҙың уны башҡа төбәктәрҙән айырып торған үҙенсәлеге - башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм уникаль тәбиғәт ынйылары ситтән дә бик күп туристар ағымын йәлеп итә. Әйткәндәй, "Рәсәйҙә ял" журналында баҫылған Милли туристик рейтинг һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан 9-сы урынды биләй. Бынан тыш, республика былтыр туристар иғтибарын иң ныҡ йәлеп итеүсе ТОП-10 төбәк иҫәбендә 8-се урынды алды.
Урындағы туристар иғтибарын йәлеп итеүҙә эште ғаиләләр һәм ҙур булмаған төркөмдәр өсөн бер-ике көнлөк ял турҙары ойоштороу ҙа һөҙөмтә бирә. Был яҡын-тирәләге күрше өлкәләрҙән дә килеп ял итеү өсөн уңайлы. Ошондай ял көнө турҙары аша уларға республикалағы ҡыҙыҡлы һәм иҫтәлекле тәбиғәт объекттары, шифаханаларыбыҙ хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт еткерергә, ыңғай тәьҫораттар тыуҙырырға бик ҡулай сара был. Һәр хәлдә, улар беҙҙә ял һәм сәйәхәт итеүҙең уңайлы, ҡыҙыҡлы, хәүефһеҙ булыуын, шул уҡ ваҡытта арзанға төшөүенә инанып, тағы ла килергә теләк белдереп ҡайтһындар.
Ҡыҫҡа ваҡытлы тур тигәндән, былтыр сентябрҙә башлап ебәрелгән "Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм" тип аталған бер көнлөк туләүһеҙ маршруттың айырыуса популярлыҡ яулап өлгөрөүен билдәләргә кәрәк. Был маршрут хаҡлы ялдағы 55 йәштән өлкән ҡатындарҙы һәм 60 йәштән өлкән ирҙәрҙе Башҡортостандың билдәле тәбиғәт объекттары, мәҙәни ҡомартҡылары, иҫтәлекле урындары менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Бөгөнгө көн был йүнәлештә ошондай маршруттар эшләй: Торатау шиханы - Воскресенское ауылы; Красный Ключ сығанағы; Красноусол шифаханаһы - Ташаҫты; Бөрө - сауҙагәрҙәр ҡалаһы, оҫта ҡулдар ҡалаһы; Нарыҫтау туристар базаһы; "Изге Ғәли" изге сығанаҡ" һәм башҡалар.
Ришат ҒӘЙНУЛЛИН, өс бала атаһы: Үҙебеҙ хаҡында һис арттырмайынса туристар ғаиләһе тип әйтә алам, сөнки йәйге ялыбыҙҙы тулыһынса туған тәбиғәтебеҙ ҡосағында үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ҡатыным менән ике ул, бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ, өсөһө лә уҡыуҙары тамамланыу менән үҙҙәренең йәтеш кенә турист биштәрҙәрен барлай башлай, поход кәрәк-яраҡтарын: фонарь, бәке, ҡармаҡтар, компас һәм башҡа шундай әйберҙәрен тултырып та ҡуялар. Ә ҡыҙыбыҙ, буласаҡ медик булараҡ, иң тәүҙә беҙҙең сәләмәтлекте ҡайғырта, "Тиҙ ярҙам" сумкаһын хәстәрләй. Мин дә палатка, резина кәмәбеҙҙе машина багажнигына урынлаштырам, ә әсәләре ҡырҙа ғаиләне ашатыу мәсьәләләрен хәл итә, кәрәкле ризыҡтар һатып ала. Бына шулай йыйынышып, машинаға тейәләбеҙ ҙә, аҙна-ун көнгә сәфәргә сығып та китәбеҙ. Республикабыҙ киңлектәрен айҡап-иңләп, уның байтаҡ билдәле урындарында булдыҡ инде, ҡайһыларына ҡабат-ҡабат та килеп сыҡҡылайбыҙ - килгән һайын яңы тәьҫораттар менән байытабыҙ күңелде. Тәбиғәт биргән ләззәтте, шифаны, саф һауаны, урман, тау шишмәләренең тәмен бер ниндәй ҙә сит ил курорттарына алыштырмаясаҡбыҙ. Йылға йә күл буйына төшөп, киске усаҡта бешерелгән балыҡ һурпаһы, үлән сәйҙәре барҙа, төрөктәрҙең "швед өҫтәлдәре" ары торһон!
Ашарға бешкәс, усаҡты яҡшылап һүндерергә, тирә-йүнде ҡыйламаҫҡа өйрәнде балаларым, хатта беҙҙән алда бында ҡунаҡлап киткән моңһоҙ туристарҙан ҡалған сүп-сарҙы ла, уларҙы әрләй-әрләй, йыйыштыра һалып ҡуялар. Әсәһе менән һиҙҙермәй генә уларға ҡарап ҡыуанабыҙ: тәүфиҡлы, белекле, тәбиғәткә миһырбанлы балаларҙы өйҙә дүрт стена эсендә генә тәрбиәләп булмай шул, шуға күрә балалар тәрбиәһендә дөрөҫ юлдабыҙҙыр тип уйлайым. Туған тәбиғәтебеҙ матурлығын күрә белергә, уны баһаларға, һаҡларға тырышырға тейеш киләсәк быуын.
Үҙебеҙҙең райондағы Талҡаҫ күлендә йыл һайын булабыҙ, һис юғында, юл ыңғай һуғылып, бер көн булһа ла ҡунып китәбеҙ. Күлдең киске, төнгө күренештәрен бер ниндәй һүҙҙәр, буяуҙар менән дә һүрәтләп булмай. Унда булырға кәрәк. Легендар шихандарыбыҙға иң тәүҙә алып барҙыҡ балаларҙы. Торатау менән Ҡуштауға былтыр ҙа барып килдек. Ирәмәлгә күтәрелдек, уның ҡеүәтле энергетикаһынан көс-ҡөҙрәт туплап, яңы тыуғандай яңырып, күтәренке кәйеф менән ҡайттыҡ. Арҡайымдың да тәьҫир көсө шундай уҡ көслө булды.
Быйыл Белорет районының Ирәкте ҡаяһына үрләргә ниәтләйбеҙ, Алла бирһә. Урыҫтар, шулай уҡ рәсми рәүештә уны Зубчатка тип йөрөтәләр, ләкин беҙ ошо атама янына матур итеп ағастан ырып, лупа аша ҡояш нурында өтөп, "Ирәкте" тип яҙылған юл күрһәткесте урынлаштырып китмәксебеҙ.
Йыйып ҡына әйткәндә, һеҙҙең һорауға ял өсөн үҙебеҙҙең Башҡортостандан да яҡшыраҡ, уңайлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ бер ер ҙә юҡтыр, тип яуап бирәм. Сөнки бында ял итеү өсөн бөтөн шарттар ҙа бар: һыу инәйем, ҡыҙынайым, тиһәң, йылға-күлдәре, үрмәләйем, тиһәң, ҡая һәм тауҙары, саф һауа һулайым, бәшмәк, еләк-емеш йыяйым тиһәң, урман һәм аҡландары бар - торғаны бер ожмах инде бына ҡәҙерен белгән кешегә. Күрҙек инде беҙ ҙә Төркиәне лә, Мысырҙы ла, башҡаһын да, ләкин үҙебеҙҙәге ығы-зығыһыҙ, аулаҡлап ял итеүгә етәме һуң. Икенсенән, урындағы ял ғаилә бюджетына ла һуҡтырмай, аҡсаң янда ҡала йә булмаһа республика ҡаҙнаһына китә, ә сит ил мәнфәғәтенә түгел. Илһөйәрлек тигәнең ошонда ла күренә түгелме һуң, ватандаштар?
Зөһрә ХӘКИМОВА, журналист: Беҙ ғаиләбеҙ менән йыл да сит илгә сәйәхәткә бара инек. Әле пандемияға бәйле ике йыл туҡтап торҙоҡ. Диңгеҙ үҙенә тарта ла тора шул, һаулыҡ өсөн бик тә файҙалы бит. Беҙ Төркиәлә - ун тапҡыр, Мысырҙа, Кипрҙа һәм Тунис илдәрендә булдыҡ. Төркиәне арҡыры-буйға йөрөп сыҡтыҡ, тиһәҡ тә булалыр. Бик күп иҫтәлекле урындарында булдыҡ.
Ошондай сит ерҙәрҙә ял иткәндә үҙеңә төрлө яҡлап бик күп мәғлүмәт, һабаҡтар алаһың. Кипрҙың Пафос яғында ял иткәндә, мәҫәлән, гректарҙың тыныс тормош көтөүҙәрен күҙәтеп һоҡландыҡ. Бер кем бер ҡайҙа ҡабаланмай, тик ғаилә мәнфәғәтен ҡайғыртып, тырышып, матур итеп донъя көтәләр. Шуға ла улар оҙаҡ йәшәй.
Тыуған ереңдең ҡәҙерен белгең килһә, сит ергә сыҡ, тиҙәр бит. Ҡайҙа ғына булһаҡ та тыуған ерҙе һағынып ҡайтабыҙ. Бер саҡ Тунис иленең Монастир тигән яғында ял иттек. Унда диңгеҙ ҙә үҙенсәлекле. Ямғыр ҙа, яуһа, ҡойоп яуа ла, иртәгеһенә салт аяҙ ҡояшлы көн тыуа. Шунда булғанда бер хәл ныҡ тәьҫир итте. Бер аҙна үткәйне, тыуған яҡ һағындыра башланы. Етмәһә, иртән Рәсәйҙең Беренсе каналында үҙебеҙҙең ожмах еребеҙ Шүлгәнташты күрһәтәләр. Беҙ йотлоғоп, тып-тын ҡалып ҡарап ултырабыҙ... Тапшырыу бөткәс тә, бер аҙ һөйләшергә ҡыймай ултырҙыҡ. Шунда аңланыҡ, буғай, ни тиклем тыуған еребеҙҙең ҡәҙерле, ғәзиз булыуын. Үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ла беҙ күрмәгән күпме матур урындар барлығын иҫләп, тыуған еребеҙ ҡәҙере хаҡында уйланырға тағы бер этәргес булды был. Хәҙер бына үҙебеҙҙә лә күберәк сәфәр ҡылырға тигән ниәт ҡорабыҙ. Бынау пандемия ғәләмәте генә үтеп китһен инде…
