Башҡортостан донъя кимәлендәге был мәҙәни сарала донъя кимәлен күрһәтеүгә өлгәште, ти ҡунаҡтар һәм тамаша ҡылыусылар…

Башҡортостан донъя кимәлендәге был мәҙәни сарала донъя кимәлен күрһәтеүгә өлгәште, ти ҡунаҡтар һәм тамаша ҡылыусылар…, image #1

Тамара ПУРТОВА, Василий Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры, CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты: Был ысынлап та шулай. Башҡортостандың Фольклориаданы асыу тантанаһы беҙ бығаса күргән барлыҡ олимпия уйындарының "танауына сиртте". Өфө бөгөндән Олимпиаданы ҡабул итә ала һәм уға бөтөн донъя һоҡланасаҡ ҡына. Башҡортостан лидерҙар рәтендә булды һәм шулай булып ҡала ла. Ауыл клубтарын ғына алғанда ла, һеҙҙә уларҙың һаны 2 меңдән ашыу - бындай күрһәткес Рәсәйҙең бер генә төбәгендә лә юҡ. Һәм был бик мөһим, сөнки бөтөн нәмә ошо ауыл кимәлендәге мәҙәниәт усаҡтарынан башлана. Беҙ Республика Башлығы Радий Фәрит улына бик тә рәхмәтлебеҙ. Эйе, "ҡараңғы, ҡараңғы" тип зарланып ултырырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта шәм яндырырға ла була. Әгәр Башҡортостан Башлығының ихтыяры булмаһа, беҙ был "тауҙы" урынынан ҡуҙғата алыр инекме икән? Үҙенә шундай яуаплылыҡ алып, ошонда йыйылған донъя йәмәғәтселеген таң ҡалдырған кешеләр булыуы һоҡландыра. Мин тамаша ваҡытында түҙмәнем, видеолар яҙҙырып, ғаиләмә, коллегаларыма ебәрҙем.

Сараны асыу тантанаһы Рәсәй Федерацияһы кимәле генә түгел, ә, ысынлап та, донъя кимәлендәге тамаша булды. Бер ниндәй либретто ла кәрәкмәй - нисек итеп Ер барлыҡҡа килеүе, нисек итеп уға батыр килеүе, уның ҡаршы торған көстәрҙе еңеүе һәм башҡа тарихи ваҡиғалар һүҙһеҙ ҙә аңлашылып торҙо. Тамаша бер ниндәй аңлатмаһыҙ ҙа аңлашыла икән - был инде режиссураның иң юғары нөктәһе тигән һүҙ.

Икенсе көндө өс ҙур акция үтте, сөнки беҙ булғанды популярлаштырыу, коллективтарҙың концерттары, тамашаларын күрһәтеү генә түгел, ә етди тикшеренеү һәм методик эштәрҙе лә алға һөрҙөк. Битлектәр күргәҙмәһе, уларҙы эшләү материалы, эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, "Оҫталар ҡалаһы" кәсепселек сауҙа-күргәҙмәһе Өфө, Башҡортостан халҡы менән танышыу, шул уҡ ваҡытта бер-береһенә үҙенсәлекле продукция етештереү технологияһы менән бүлешеү урыны ла булды. Һәм, әлбиттә, конференцияла беҙ донъя халыҡтарына Рәсәйҙәге мәҙәниәттең күп төрлөлөгөн күрһәтә алдыҡ. Фольклориаданың талаптары буйынса, бер илдән бер генә коллектив ҡатнашырға тейеш, әммә конференцияла беҙ башҡорттарҙың, дағстандарҙың, чечендарҙың, алтайҙарҙың һәм Бүрәт республикаһында йәшәгән старообрядсылар-семейскийҙар мәҙәниәтен дә күрһәтеүгә өлгәштек һәм уларҙы башҡарыусылар йыйылыусыларҙың ихлас хуплауына лайыҡ булды. Фольклориада тәүге аҙымдарынан уҡ үҙенең масштабын күрһәтте һәм беҙҙең артабанғы бурыс - бөгөн эшләгән эштәрҙең мәҙәни-ара мөнәсәбәттәр именлеге хаҡына уңышлы дауам итеүенә өлгәшеү.

Филипп БОССАН, CIOFF президенты: Мин Өфөгә алтынсы тапҡыр килдем һәм ул минең өсөн икенсе туған йортома әйләнде. Сараны асыу иҫ киткес булды. Икенсе көнөнә иртән мин Фольклориадаға килгән коллективтар менән осраштым, уларҙың барыһы ла тамашанан алған ыңғай хис-тойғолары менән бүлеште. Тәжрибәмдән сығып әйтәм, ә мин дүрт тапҡыр бындай сараны асыуҙың шаһиты булдым - Өфөләге тамаша мөғжизә, мин күргән тамашаларҙың иң яҡшыһы булды. Уның ниндәйҙер бер мәлен генә айырып әйтеп тә булмай, хатта күҙҙәремдән йәш сыҡты. Тамаша барышында "Невероятно!" тип күпме ҡабатлағанмындыр, әммә ошо һүҙ телемдән төшмәне. Һуңғы тапҡыр ҡасан шундай көслө хис-тойғо кисергәнемде иҫләмәйем. Ысынлап та был киң күләмле шоу булды.

Фольклориадала миңә бигерәк тә дуҫлыҡ, дуҫтарса мөнәсәбәт оҡшай һәм был - кешеләр менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр ҡороу аралашыуыбыҙҙың төп маҡсаты булып тора. Өфөлә эшлекле һәм эш һөйөүсән команда төҙөй алдыҡ. Шулай ҙа һеҙҙең иң ҙур байлығығыҙ - ул Башҡортостандың һоҡланғыс халҡы.

Ике йыл мәҙәниәт өлкәһендә бер ниндәй халыҡ-ара сара булманы һәм был тәүгеһе. Милли кейемдәр парадында һеҙ парад барышында бейегән коллективтарҙы күрҙегеҙ, был уларҙың бында ни тиклем ашҡынып килгәнен раҫлай. Парад матур шоу булды. Әлбиттә, сиктәр ябыҡ, сиктәрҙе сығып йөрөргә ярамай, әммә беҙ Өфөлә бик күп бейеү, вокал, музыкаль коллективтарҙы бергә йыя алдыҡ. Һәм, пандемияға ҡарамаҫтан, һеҙ бының тарихта иң яҡшы Фольклориада булырына ышанырһығыҙ. Мин бары тик сараларҙың ниндәй юғары кимәлдә ойошторолғанын күреп, "Афарин, ойоштороусылар! Афарин, республика!", "Афарин, Рәсәй Федерацияһы!" тип кенә әйтәм.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: Үҙ ғүмеремдә мин бындай иҫ киткес шоу күргәнем юҡ ине әле. Фольклориаданы асыу тантанаһы юғары интеллектуаль, бай йөкмәткеле булды. Әлбиттә, был еңел бирелмәне, беҙ биш йыл әҙерләндек һәм һуңғы ике йылда бер туҡтауһыҙ эш алып барҙыҡ. Сараны үткәреү буйынса яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Эпидемиологик хәл ябайҙарҙан түгел, әммә бөтә талаптар, ҡағиҙәләр үтәлде һәм Фольклориаданы тейешле кимәлдә уҙғарырбыҙ, Башҡортостан халҡын ҡыуандырырбыҙ, тигән ышаныстамын.

Фольклориада - ул байрам сараһы ғына түгел, халыҡ дипломатияһы ла бит. Шул хаҡта ҡайһы саҡ онотоп китәбеҙ кеүек. Бөгөн ян-яҡтан һәр төрлө агрессия янағанда, беҙҙе ниндәй генә сиктәр айырып тормаһын, ниндәй генә диндән йәки милләттән булмайыҡ, тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәгебеҙ, бәхетле булғыбыҙ килә. Фольклориада тап кешелекте изгелек һәм яҡшылыҡ хаҡына берләштерә.

Мин Фольклориаданы 1957 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале менән сағыштырам. Ул ваҡытта илдәр бер-береһе менән аңлау таба алмағанда, йәштәр үҙ-ара аңлаша. Бөгөн дә беҙ шундай ыңғай һөҙөмтә алырбыҙ тип өмөтләнәм. Республика Фольклориадаға бик ентекле һәм ижади ҡараштан сығып, үҙенсәлекле әҙерләнде һәм уны барлыҡ кешеләр өсөн матур байрам итергә тырышты. Донъя буйынса меңдәрсә кеше был сараны телевизор экрандары һәм онлайн-форматта ҡарар тип ышанам.

Кристиан ИДАЛЬГО-МАЦЕИ, Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы (CIOFF) президенты урынбаҫары: Мин Башҡортостанға өсөнсөгә киләм. Үҙем Канадала йәшәйем һәм республиканың беҙгә география йәһәтенән дә, күп милләтлелек, элек ерле халыҡтың күскенселәр булыуы, йылҡы малын аҫрауы менән дә оҡшашлығын күрәм. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, мин VI Бөтә донъя фольклориадаһын Рәсәйҙә үткәреү тураһында ҡарар ителеп, был маҡсатта тап Башҡортостан Республикаһы һайланғансы был төбәк һәм ерле халыҡ тураһында мәғлүмәтле түгел инем. Әҙерлек башланғас ҡына ошо хаҡта интернет киңлектәрендә уҡып өйрәндем һәм килгәс, бындағы ҡунаҡсыл, асыҡ күңелле кешеләр менән танышып, ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Бөгөн үҙем социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәттәр бирәм һәм бар донъяға башҡорттар, Башҡортостан һәм Рәсәй тураһында белгәндәремде таратам. Быйылғы Фольклориада тураһында коллегаларыма ла "Бында шул тиклем күп милләттәрҙең дуҫ һәм тыныс йәшәүен күреп, аптыраясаҡһығыҙ. Рәсәй тураһында күптәрҙең фекере дөрөҫ түгел, ысынында, бында барыһы ла бер-береһе менән аңлашып, татыу йәшәй", - тип һөйләйем...

Беҙҙә лә йәштәрҙе фольклорға ылыҡтырыу эше еңелдән түгел, сөнки бөгөн кешеләрҙең иғтибарын үҙенә тартҡан төрлө шөғөлдәр бихисап. Шуға беҙҙең ойошма милли мәҙәниәткә ылыҡҡан йәштәрҙе һәр ваҡыт күтәрмәләргә, үҫешергә ярҙам итергә әҙер. Сөнки шунһыҙ мәҙәниәтте һаҡлап ҡалып булмаясаҡ, халыҡтың рухи байлығы юҡҡа сығасаҡ. Бөгөн был байрамда ҡатнашҡан кешеләр ошондағы тормош менән йәшәп, үҙ күҙҙәре менән күреп, танышып, аралашып, өйҙәренә ҡайтҡас, яҡын-тирәләге башҡаларға тәжрибәләрен уртаҡлашасаҡ һәм бындағы берҙәмлектең ниндәй яҡшы булыуын аңлатасаҡ. Юғиһә, ҡайһы берҙә иғтибарҙы ниндәйҙер башҡа юҫыҡтарға йүнәлтеп, беҙҙең төрлө булыуыбыҙға, тышҡы ҡиәфәттәргә, тәнебеҙҙең төҫөнә нығыраҡ баҫым яһайбыҙ. Әйләнергә лә, икенсе күҙлектән бағырға һәм уртаҡлыҡтарыбыҙҙы табырға кәрәк. Бөтә халыҡтарҙың да ниндәйҙер уртаҡ һыҙаттары бар. CIOFF тап шул уртаҡ булған әйберҙәрҙе популярлаштырыу менән шөғөлләнә, кешеләргә күрһәтергә теләй. Беҙҙең шундай теория бар: донъяла фольклор күп булған, ошондай фестивалдәр, байрамдар йышыраҡ үткәрелгән, кешеләр күберәк аралашҡан һайын, донъя яҡшыра барасаҡ. Дискриминация, расизм кеүек кире күренештәргә урын булмаясаҡ, сөнки былар кешеләрҙең билдәһеҙлектән ҡурҡыуына бәйле тыуған. Һәм бөгөн Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы, мәҙәниәттәр төрлөлөгө, татыулыҡ тураһында бөтә донъяға һөйләй.

Надежда БАБКИНА, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Бөтә донъя фольклориадаһының илсеһе: Фольклориада башланырҙан алда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән күрешеп, был сараны үткәрергәме-юҡмы тигәнерәк һорауҙар буйынса кәңәшләшкәйнек. Һәм, үткәрергә кәрәк, тигән фекергә килдек. Һаулыҡ кеше өсөн, һис шикһеҙ, төп ҡиммәт. Әммә кешенең рухы башҡа бик мөһим нәмәләрҙән дә тора һәм бөтә донъя халҡы ыҙа сиккән зәхмәтте еңеү өсөн шуларҙы алға һөрөргә кәрәк. Башҡортостан бөгөн "Берләшегеҙ!" тигән хәҡиҡәтте Ер шарындағы бөтә халыҡтарҙың хәтеренә төшөрә. Бер-берегеҙ тураһында тик яҡшы фекерҙә булығыҙ, ата-бабаларыбыҙ булдырғанды емермәгеҙ, тип мөрәжәғәт итә.

Башҡортостанға мин быға тиклем дә күп тапҡыр килгәнем бар: тәү сиратта кешеләр үҙенә тарта. Шул тиклем ҡунаҡсыл, саф күңелле халыҡ, уларҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре күркәм. Күп милләтле Әстерхан өлкәһендә тыуғанмын, шуға был күренеш минең өсөн яңылыҡ түгел һәм бында килһәм, ләззәтләнәм: бала саҡ осорома ҡайтҡандай тоям, мин тәрбиәләнгән мөхит иҫкә төшә. Был ер күңелемә яҡын, ғәҙәти. Ғөмүмән, ваҡыты-ваҡыты менән бөтәбеҙгә лә бала саҡ иленә сәйәхәт итеп әйләнеү ҡамасау итмәйҙер, тим. Унан аҙаҡ тормошта бойомға ашырыла торған яҡшы уйҙар һәм теләктәр тыуа. Шуға мин бында август аҙағында "Рәсәй йырҙары" фестивале менән тағы берҙе килергә ниәтләйем. Коллективыбыҙға быйыл 15 йыл тула, ошо айҡанлы Рәсәй төбәктәрендә концерттар ҡуясаҡбыҙ. Өфөлә генә түгел, Башҡортостандың ауылдары буйлап та йөрөргә теләк ҙур. Минең өсөн халыҡ йәшәгән ерҙә булыу ныҡ мөһим.

Әлеге мәлдә беҙ төрлө мәҙәниәттәрҙе үҙ эсенә алған үҙенсәлекле концерт программаһын төҙөйбөҙ. Унда Көнсығыш та, Азия ла, төрлө халыҡтарҙың моңдары сағылыш таба, ҡумыҙ кеүек милли инструменттар ҙа яңғырай. Бында шуны әйтергә теләгәйнем: кисә генә башҡорт йырҙарын башҡарып ҡарағаныбыҙ юҡ, тип хәбәр иткәйнек, бөгөн беҙҙең яҡшы танышыбыҙ "Арғымаҡ" төркөмөнән яңы тәҡдим ишеттек. Йәштәр: "Әйҙәгеҙ, бергә нимәлер эшләйек", - тип килделәр, уйлашҡандан һуң, уларға үҙебеҙҙең бер йырҙы бирҙек, хәҙер оранжировка эшләйәсәктәр. Ә улар "Һеҙ ҙә башҡортса берәй йыр йырлайһығыҙ инде", - тиҙәр. Улайһа, башҡортса дөрөҫ йырларға өйрәтәһегеҙ, тип ризалаштыҡ. Һәр милли мәҙәниәттең үҙенең серҙәре була һәм сит кешегә уны аңлау кимәленә етеү мөмкин түгел, быға бик күп тырышлыҡ һалыу кәрәк. Башҡорт йырҙарын йырлау өсөн дә бик ныҡ тырышырға кәрәк буласағын күҙ алдына килтерәм.

44 views·2 shares