АУЫЛДА НИСЕК?

Ҡала кешеләре, һис һүҙһеҙ, ауыл фермерҙарының йә шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән аҙыҡ-түлеккә мохтаж. Тик ауыл етештереүсеһенең түккән көсөн, тырышлығын баһалаймы улар? Нисек йәшәй, эшләй, алдындағы проблемаларҙы нисек еңеп сыға ауыл фермеры һәм ауыл етештереүсеһе, күҙҙән үткәрәйек әле…

АУЫЛДА НИСЕК?, image #1

Радмил АБДРАФИКОВ, Бишбүләк районы: Миңә 60 йәш, фермер булып 30 йыл "эшләйем". Ағын да, ҡараһын да күп күрҙем. Хужалығымды тартып алырға тырышыуҙар ҙа булды, ярҙам итәм тигән һылтау менән төпһөҙ кәмәгә ултыртып китеүселәр ҙә осраны. Айырыуса эште башлаған йылдарҙа төрлө хәлгә тарый инем, хәҙер ундайҙарҙы бер ҡараштан асыҡлайым. Бер һыйыр менән эш башланым, уның ағын эшкәртеп һатып, тағы бер һыйыр һатып алдым. Шулай һыйырҙар башын 50-гә еткерҙем. Хәҙер мал-тыуар менән улым шөғөлләнә, ә минең иңемдә күберәк баҫыу, иген, техника, яғыулыҡ, орлоҡ, ашлыҡты һатыу кеүек эштәр. Йәшермәйем, эшебеҙ ауыр. Малдар тәләфләнеүе, игендең уңмауы һирәк күренеш түгел. Ләкин хөкүмәт тарафынан да ярҙам күреп торабыҙ. Фермерҙарҙы ҡарай хөкүмәт. Ләкин бер кем дә алдыңа алып килеп һалмай: йөрөргә, белергә, һорарға, ҡайһы саҡта талап итергә лә әҙер булырға тейеш фермер үҙенә тейешле дәүләт ярҙамын алыу өсөн. "Ҡул ҡулды йыуа" икәне лә бер кемгә лә сер түгел, был аҙымға барырға ла тура килә.

Документтар менән хәҙер килен эшләй, элек кеше яллап яфалана инем. Отчет-фәләнен ваҡытында тапшырып, һалымдарын һуңлатмай ғына түләп барыу ҙа көс, ваҡыт, оҫталыҡ һәм егәрлек талап итә. Бер һалымыңды һуңлаттыңмы, ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡағыҙҙар килеп тә төшә. Ул проблемалар артынан йөрөү миңә кәрәкме ни? Юҡ, әлбиттә. Шуға был йәһәттән талап ҡаты: һуңлатмаҫҡа, онотмаҫҡа, бөтә ҡағыҙҙарҙа ла тәртип һаҡларға.

Эш хаҡын түләүҙең дә үҙ үҙенсәлектәре бар. Тотош ғаиләләр һиңә ҡарап тора икән, уларҙы һынатырға ярамай. Беҙҙең хужалыҡтағы төп принцип: һалымдарҙы һәм эш хаҡын ваҡытында түләү. "Эш хаҡы әҙ", тип, сит яҡтарға сығып китеүселәрҙең күбеһе кире килә. Бер кемде лә ситкә типмәйем, "сығып киткәйнең бит әле", тигән хәбәр әйтмәйем, эш урыны булһа, эшкә алам. Тормош бөгөн менән генә бөтмәй: бөгөн мин уларға кәрәк, иртәгә мин уларға мохтаж булыуым бар.

Ауыл хужалығы тармағында үҙ эшен асырға теләүселәргә лә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға тырышам. Кемгә һүҙ ярҙамы менән, кемгә финанс терәк була алһам, күңел күтәрелеп китә. Тыуған еребеҙҙә үҙебеҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар ауыл хужалығы эшмәкәрлеге менән күберәк шөғөлләнһендәр ине, тигән теләктәмен.

Рәсимә АҪЫЛҒУЖИНА, Мәләүез районы: Ауылда эш урындары юҡ. Ваҡытында гөрләп торған колхозда хәҙер унлап кеше эшләй. Мәләүез ҡалаһына йөрөп эшләр инең, бер-бер артлы үҫеп килгән балаларҙы ҡарарға кәрәк. Өйләнешкәс, баш ҡалала ла, Мәләүездә лә йәшәнек, бер ҡайҙа ла үҙ урыныбыҙҙы тапманыҡ. Иремдең тыуған ауылында төпләнгәс, эштәребеҙ яйланды. Тәүҙә ике һыйыр көттөк, һөттө һәм ҡаймаҡты баҙарҙа торған алыпһатарҙарға алып барып тапшырып йөрөнөм. Яйлап, һыйырҙар һанын арттырҙыҡ, ҡош-ҡорт үҫтереп һата башланыҡ. Бөгөн ҡурабыҙҙа 9 һыйыр, 13 башмак, 5 ат. Яҙҙан көҙгә тиклем, кәмендә, 50-шәр ҡаҙ йәки өйрәк көтәбеҙ, бер миҙгелдә ике тапҡыр алтышар тиҫтә бройлер үҫтереп һатабыҙ. Көҙөн башмаҡтарҙы йә һуйып, йәки тереләй һатып ебәрәбеҙ. Мин көн аша Мәләүезгә йөрөп һөт һәм ҡаймаҡ һатам. Был йылдар дауамында үҙемдең даими һатып алыусыларым барлыҡҡа килде. Ғөмүмән, көнө-төнө баш күтәрмәй эшләйбеҙ һәм етеш, матур итеп йәшәйбеҙ.

Ләкин шуныһы: беҙ фермер булараҡ теркәлмәгәнбеҙ һәм быны эшләргә йыйынмайбыҙ. Сөнки был статус беҙгә яҡшы яҡтан бер нәмә лә бирмәй. Хөкүмәттән субсидия алырға мөмкин, тиерһегеҙ, ләкин уның һалым рәүешендә тағы ла күберәк китәсәген аңлатып торорға кәрәкмәйҙер. Ул һалымды алып барҙың да түләнең түгел бит әле, отчеттарын эшләргә, ә уның өсөн кеше ялларға һәм уға түләргә кәрәк. Беҙгә бөгөнгө көндәге статусыбыҙ ҡулай һәм рәсмилләштереүҙе кәрәкле тип тапмайбыҙ. Хужалығыбыҙ ҙа фермер булып теркәлерлек ҙурҙар иҫәбендә түгел. Тормошобоҙ менән ҡәнәғәтбеҙ. Хәҙер балалар ҙа ҡул араһына инде, эшебеҙ күпкә еңеләйҙе.

Ришат ӘҒЛИУЛЛИН, Әбйәлил районы: Фермерлыҡ эшенә тотоноуыма бер йыл тирәһе. Ауылда тыуып үҫкән кеше булараҡ, был эштең бер ауырлығы ла булмаҫ кеүек ине. Физик көс талап иткән эштең, ысынлап та, ауырлығын күрмәйем, тик ҡағыҙ эшенә бәйле мәсьәләләрҙең осона барып сығыу ҙур көс талап итә. Миҫал өсөн, һыйырҙарға ҡышҡылыҡҡа бесән эшләү маҡсатында ҡуртымға ер биләмәһе алдым. Ләкин уны кәртәләү өсөн рөхсәт кәрәк булыуын һәм уны эшләтеү ниндәй мәшәҡәттәр тыуҙырасағын бер ҙә алдан күҙаллай алмағанмын.

Кәрәкле ҡултамғаларҙы йыйыр өсөн ике ай тирәһе район үҙәгенә йөрөнөм. Рөхсәт ҡағыҙҙары алыуға ундағы бесәнде мал тапап, ашап бөткән ине инде. Быйыл кәртәләп өлгөрҙөм, икенсе йыл бындай хәлгә тарымаҫмын, тип ышанам. Шулай уҡ отчеттар менән әлегә "дуҫ" түгелмен, ауыр бирелә, эшемде тотҡарлай.

Үҙемдең 6 баш һыйыр малым бар, башмаҡтар һәм һарыҡтар байтаҡ. Һөттө тәүҙә район үҙәгенә алып барып һаттым. Башта урамда торҙом, унан айына 5 мең һум түләп, ҡуртымға киоск алдым. Көн һайын утыҙлап 1,5 литрлы шешәлә һөт һатыуға сығарҙым, шулай уҡ ҡаймаҡ, ҡорот, май тәҡдим иттем. Эшем бер көндә уңышлы була, төшкә тиклем һатып бөтөп ҡайтып та китә инем, ә икенсе көнөнә күпмелер өлөшө тиҙ генә һатыла ла, сауҙа туҡтай ҙа ҡуя. Һөт тә, башҡа һөт аҙыҡтары ла ҡояшта әсей, ирей башлай, тауар үҙенең матурлығын юғалта. Шулай ҙа килеүен килгәс, һатып бөтөп ҡайтҡы килә. Һуңғараҡ, төштән һуңға ҡалынһа, хаҡты 10-15 һумға төшөрөп һата башланым. Тик минең был аҙымым шулай уҡ баҙарға үҙҙәренең һөт-ҡаймағын һатыуға алып сыҡҡан апайҙарға оҡшаманы. "Һин ни эшләп һөттөң хаҡын төшөрәһең?", "Һинең осһоҙайтыуыңды көтөп йөрөп беҙҙекен алмайҙар", тип әйтә-әрләй башлағастар, тағы ла уйландым. Берҙән, үҙемдең файҙаны ла уйлайым, икенсенән, әҙме-күпме аҡса эшләйем тип, ниндәй ҙур көс түгеп һөттәрен эшкәртеп алып сыҡҡан апайҙарға ла аяҡ салғы килмәй. Өсөнсөнән, киоск өсөн айына 5 мең һум түләү ҙә кеҫәгә һуға икәнен аңланым.

Шуға күрә, инәйемдең кәңәшен тотоп, һөттө "городҡа" (Әбйәлилдәр Магнитогорск ҡалаһын шулай тип йөрөтә) алып барып тапшыра башланым. Урамда ултырған алыпһатарҙар менән һөйләшеп килештем дә, һөттө күмәртәләп уларға тапшырам. Әлбиттә, был осраҡта һөттө осһоҙораҡҡа һатам, ләкин бөтә сығым һәм килемдәрҙе һанап ҡараһаң, был ысул минең өсөн табышлыраҡ: урын өсөн түләмәйем, һөт ҡойор өсөн махсус пластик шешәләр һатып алмайым (ике мискә һатып алдым да, алмаш-тилмәш шуларҙы ҡалдырам да китәм), ҡаймаҡ һәм май эшләтеп, кәләште һәм әсәйҙе ыҙалатмайым, ауылдаштар көн һайын ҡалаға йөрөгәнемде белгәс, ул-был йомоштарын әйтеп ебәрә йәки үҙҙәре ултырып бара, әлбиттә, бушҡа түгел. Хужалыҡта эшләр өсөн көнөм бушап ҡалды, был да үҙенең ыңғай мәлдәрен бирә.

Ниндәйҙер ҙур һығымталар эшләр өсөн тәжрибәм әҙерәктер, тип уйлайым. Шулай ҙа был эшемде ташларға йыйынмайым, тырышҡанда, бөтәһен дә яйға һалырға булыр, тип ышанам. Һыйырҙарға ҡуш итеп шулай уҡ аттар тоторға хыялланам, йомортҡа һатырға ла уй бар һәм ҡуяндар үрсетергә теләйем.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.

31 views·1 share