Баймаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан Талҡаҫ күле тиҙҙән тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы аласаҡ, тип хәбәр итәләр Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенән. Был бик тә ваҡытлы ҡарар, тип баһалана, шулай бит?

Баймаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан Талҡаҫ күле тиҙҙән тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы аласаҡ, тип хәбәр итәләр Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенән. Был бик тә ваҡытлы ҡарар, тип баһалана, шулай бит?, image #1

Сәфәрғәли ЙӘНТҮРИН, биология фәндәре докторы, профессор: Эйе, әлеге ваҡытта Баймаҡ район хакимиәте башланғысы менән һәм БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының финанс ярҙамында тәбиғәт ҡомартҡыһын проектлау, уны һаҡлау зоналарын, сиктәрен, режимын билдәләү буйынса эштәр алып барыла тигән хәбәр бар. Һис арттырмайынса шулай тип әйтергә була: Башҡортостан картаһының ниндәй генә нөктәһенә төртһәң дә - хазина. Ана шул хазиналарҙың береһе - Баймаҡ районындағы "Урал ынйыһы" тигән исемгә лайыҡ булған Талҡаҫ күле. Республикабыҙ күлдәргә бик бай, шөкөр - улар 2 меңдән ашыу. Шуларҙың иң ҙур һәм мөһимдәренән булған Асылыкүл, Яҡтыкүл, Өргөн, Ҡандракүл, Аҡкүл, Атауҙы, Сыбаркүл һәм башҡалар араһында Талҡаҫ айырым урын алып тора. Оҙонлоғо 4 км, киңлеге 1 км-ға яҡын, уртаса тәрәнлеге 4,5 метр булып, иң тәрән урыны 12 метр тирәһе тәшкил итә. Ләкин иң мөһиме уның был күрһәткестәрендә лә түгел.

Әйтеүемсә, унан күпкә ҙурыраҡ күлдәребеҙ бар беҙҙең. Һыуының таҙалығы, сафлығы буйынса Талҡаҫты бөтөн донъяға билдәле Байкал күленә тиңләйҙәр. Баймаҡ районындағы был биләмә таҙа экологик зонала урынлашҡан, яҡын-тирәлә, бәхеткә, һыу һәм һауа бысратыусы бер генә лә сәнәғәт объекты ла юҡ. Был күл шифалы батҡаҡ сығанағы ғына түгел, һәр төрлө балыҡтарға ла бай. Талҡаҫ тәбиғәте иҫ китмәле: уның көнсығыш яр буйҙары Ирәндек һырттарының урманлы-таулы итәгенә терәлеп ята һәм был биләмәлә Ҡыҙыл китапҡа ингән күп төрлө үҫемлектәр үҫә. Көнбайыш яр буйҙарын биләгән ҡылғанлы дала ҡайын аҡландары, еләкле туғайҙары менән алмашына. Күлдең төньяҡ һөҙәк яр буйҙарындағы һаҙлыҡлы ҡамышлыҡтар араһында Башҡортостан тәбиғәте өсөн һирәк күренеш булған ҡоштар оя ҡорорға ярата: ҡыр өйрәктәре, һоро ҡаҙҙар, ҡара муйынлы гагара, турпан, аҡсарлаҡ һәм башҡалар.

Талҡаҫтың көньяҡ-көнбайыш яр буйҙарында урынлашҡан "Талҡаҫ" шифаханаһын белмәгән кеше һирәктер. Бында заманса ысулдар, шулай уҡ тәбиғи батҡаҡ һәм шифалы күл һыуы ярҙамында нервыларҙы нығытырға була, һөйәк-мускулдар системаһын, тын юлдарын, тире ауырыуҙарын, гинекология һәм урология сирҙәрен дауалайҙар. Йәй көндәре ял итергә килгән туристарҙан Талҡаҫ буйында энә төртөр урын да булмай. Шунлыҡтан, күл биләмәһен даими контролдә тотоу һәм бында таҙалыҡ, тәртип һаҡлау бурысы айырыуса һуңғы йылдарҙа бик киҫкен мәсьәләгә әүерелде.

Дөрөҫөн әйткәндә, был бик күптәнге мәсьәлә ул. Әле 2000 йылдар башында уҡ "Ирәндек" тәбиғәт паркын төҙөү проекты әҙерләнгән ваҡыттарҙа уның төп һаҡлау объекттарының береһе тап ошо Талҡаҫ күле тип ҡарала ине. Үкенескә, был программа тормошҡа ашырылмай ҡалды. Әле килеп, Талҡаҫ күленә айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе статусы биреү хаҡындағы ҡарар республикабыҙ тормошонда мөһим ваҡиға булып тора һәм ул әлеге проекттың бер өлөшөн ғәмәлгә ашырасаҡ, тигән һүҙ. Бик хуп, хәйерле булһын!

Булат ТАЙБУГИН, Баймаҡ районы Ниғәмәт ауыл хакимиәте башлығы: Талҡаҫ күле территорияһы буйынса беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡарай, шуға күрә, беҙ унда ниҙәр булып ятҡанын белеп-күреп торабыҙ һәм, әйтергә кәрәк, күл яҙмышы бөтөн ауыл халҡын инде оҙаҡ йылдар хафала тота. Бигерәк ныҡ ҡәҙерһеҙләнде күлебеҙ һуңғы йылдарҙа. Беҙ, ауыл халҡы әүҙемселәре, үҙ көсөбөҙ менән хәлебеҙҙән килгәнде эшләргә тырышабыҙ, биләмәне таҙартабыҙ, йыйыштырабыҙ, ләкин, аңлашыла торғандыр, был эш беҙҙең генә көстән килерлек түгел. Былтыр, мәҫәлән, пандемия сәбәпле сит илдәргә юлдар ябылды һәм бөтөн халыҡ иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тәбиғәт ҡосағына ябырылды. Талҡаҫ буйын да баҫып алдылар, әлбиттә, шулай әйтергә яраһа... Ысын мәғәнәһендә баҫып алдылар тип әйтергә була, сөнки бер ниндәй контроль-тикшереү юҡ, теләгән береһе күл буйына машинаһы-ние менән үтеп инә, махсус туҡталҡа эшләнмәгән. Ҡайҙан ғына килмәй халыҡ: Башҡортостандың бөтөн ҡала-райондарынан, күрше өлкәләрҙән: Магнитогорск, Силәбе, Гай, Орск ҡалаларынан, хатта Ҡаҙағстандан килеп етәләр. Үкенескә, ҡайҙан ғына килһәләр ҙә, барыһының да аң һәм мәҙәни кимәле шундай: улар ял итергә килә, ә кемдер арттарынан йыйыштырып йөрөргә тейеш. Үҙҙәрен бик иркен тота улар: күл буйында машина йыуа, сүп-сарын ырғыта, һүгенә, музыка аҡырта... Күлде арҡырыға-буйға иңләп, моторлы кәмәләрҙә уҙыша...

Дәүләт тарафынан һаҡланыусы биләмә булараҡ статус, исмаһам, бында тейешле тәртип һәм контроль булдырырға ярҙам итһә ине: Талҡаҫ күле биләмәһенә инеүҙе түләүле итергә; машиналарҙы күл биләмәһенән ситтәрәк айырым туҡталҡаға ҡуйырға; осраҡлы кешеләргә бында юлды ябырға һәм ял итеүселәр тәртибен ныҡлы контролгә алырға; биләмәне бысратҡан, сүпләгән һәм башҡа төрлө тәртип боҙоуҙарға ҡарата штраф санкциялары булдырырға. Был минең шәхси фекер генә, әлбиттә, ләкин киләсәктә ошо йүнәлештә саралар тормошҡа ашырылыр, тип бик өмөтләнәбеҙ. Ул саралар хатта күпкә ҡәтғиерәк булырға ла мөмкин, тигән уйҙабыҙ, сөнки бөгөн халыҡты тәртипкә күндереү еңел эш түгел. Һәр урында ла контроль кәрәк бында, сөнки күлдең һыуын, таҙалығын һаҡлау ғына түгел, ә ошо биләмәләге бөтөн территорияға күҙ-ҡаш булыу кәрәк. Ҡайһы берәүҙәрҙең хаттин ашыуы шуға тиклем барып етте: күлдең төньяҡ яр буйы биләмәһендәге ағастарҙы моторлы бысҡы менән бысып йөрөүселәр бар. Шул ағастарҙан бура бурап, ошонда уҡ мунсалар эшләп ултырта башланылар. Кемдәр улар, кем рөхсәт биргән уларға? Көнө-төнө моторлы кәмәләрҙә елдерәләр, балыҡ аулайҙар - шулай уҡ рөхсәтһеҙ, әлбиттә. Талҡаҫҡа дәүләт тарафынан һаҡланыусы тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ статус бирелеү ошондай башбаштаҡлыҡтарға юлды ябыр ине, исмаһам, тип, бында ныҡлы тәртип булдырылыуға бик тә өмөтләнәбеҙ.

Әҙһәм КӘЙЕКБИРҘИН, пенсионер: Талҡаҫҡа тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы биреү күптән кәрәк ине, һуңлай яҙҙыҡ: юғиһә, бик ҙур кер йыуыу машинаһына әйләнеп бара ине. Йәй көндәре яр сите, ҡышҡыһын боҙ өҫтө тулы автомобиль. Уларын йыуып, күл-де бысратыуҙары етмәгән, арттарынан ҡый-һай, буш шешәләр генә ятып ҡала. Шул тиклем дә вәхши булыр икән әҙәм балаһы! Былтыр күлдең Түбә ҡасабаһы яҡлап осонда булырға тура килде. Кемдер матур итеп таҡтанан палаткалар яһаған, бер нисә бәҙрәф бар. Юҡ, ағас төбө һайын әҙәм ярауы. Ауыл халҡы улай ҡыланмай. Ҡаланыҡыларҙың ғына эше был. Үҙҙәре ҡупшы кейенеп йөрөһәләр ҙә ҡылған эштәре шул хәтле хәшәрәт.

Тағы бер мәсьәлә буйынса шундай тәҡдимем бар: Талҡаҫ яры буйлап тиерлек үтә торған юлды ябырға кәрәк. Ул күлдең көнбайышынан, Исмәғил, Моратша һәм Динамит тауының аръяғынан һалынһа, бик шәп буласаҡ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.

30 views·2 shares