Балаларҙа, йәштәрҙә һәм ололарҙа илһөйәрлек тәрбиәләү ниндәй саралар менән тормошҡа ашырылырға тейеш?

Балаларҙа, йәштәрҙә һәм ололарҙа илһөйәрлек тәрбиәләү ниндәй саралар менән тормошҡа ашырылырға тейеш?, image #1

Шамил ӘХМӘҘИЕВ, Чечен һуғышы ветераны: Был бик тәрән һәм фәлсәфәүи тема һәм уны бер-ике һүҙ менән, өҫтән-мөҫтән генә аңлатыу ҙа мөмкин түгел. Шәхсән минең өсөн илһөйәрлек атай-әсәйеңде яратыуҙан һәм хөрмәт итеүҙән башлана. Мин - илһөйәр, тип, ситтәр алдында күкрәк ҡағып, бөтә илде бер үҙең ҡурсаларҙай булып ҡағынып та, һине бағып үҫтергән кешеләргә ҡарата мәрхәмәтһеҙ булһаң, илһөйәрлегең бер тингә лә тормай.

Һәр бала үҙенең тирә-яғындағы кешеләрҙең һүҙен, үҙ-үҙҙәрен тотошон, ҡылыҡтарын күреп, күңеленә һеңдереп үҫә. Тимәк, илһөйәрлек тәрбиәләүҙе тәү сиратта үҙебеҙҙән башларға кәрәк. Әгәр ҙә ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем ғәмәлдәрем менән тура килмәй икән, үҙ баламдан нимә талап итә алам?

Бала саҡта уҡ күңелгә һалынмаһа, олоғайған кешелә илһөйәрлек тойғолары уятырға тырышыу мәғәнәһеҙ, минеңсә. Беҙ, мәҫәлән, октябрь значогы тағып йөрөнөк, шулай уҡ пионер галстугын йөрөткән һуңғы быуын булдыҡ. Бына шул ваҡыттарҙа мәктәп линейкаларында гимндар уйнатылды, байраҡтар күтәрелде, беҙ патриотик йырҙарҙы барыбыҙ ҙа яҡшы белдек. Унан һуңғы быуын гимнды спорт ярыштарында ғына ишетеп үҫте, буғай. Шуға күрә әле мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында ил һәм республика байрағын тантаналы күтәреүҙе, гимндар тыңлауҙы яңынан ҡайтарыуҙарына бик шатланам. Башта "Был нимәгә кәрәк ул?" тип бит сирнайтҡан малайҙарым хәҙер гимнды ятлап алды, башҡа көндә ҡарышһалар ҙа, дүшәмбе иртән матур итеп мәктәп формаһын кейәләр. Быларҙың барыһы ла халыҡтың һәм дәүләттең суверенлыҡ символына - дәүләт байрағына, гербына, гимнына ихтирам, ә уның аша илһөйәрлек тәрбиәләүҙең матур бер өлгөһө.

Спорт тәрбиәһе шулай уҡ илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүгә һәм нығытыуға бер аҙым. Балаларҙың һәм йәштәрҙең физик яҡтан ныҡ, сыҙамлы булыуы уларҙы батыр йөрәкле, ҡыйыу итә. Ә бындай сифаттарға эйә булғандар тыуған ерен, илен һаҡлауҙан ситләшмәй. Илһөйәрлек төшөнсәһе тыуған ерҙе яратыуҙан тыш, шулай уҡ туған телеңде һаҡлауға, уны яҡшы белеүгә ҡайтып ҡала. Шулай булғас, илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер сараһы - балаларыңа туған телен, шулай уҡ үҙебеҙ йәшәгән илебеҙҙең тарихи һәм мәҙәни мираҫын хөрмәт итергә өйрәтеү. Сәләмәт, айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандалау һәм балаларҙы, йәштәрҙе, ғөмүмән, йәмғиәтте ошондай тормошҡа ҡеүәтләү шулай уҡ илһөйәрлектең бер нигеҙе, сөнки насар ғәҙәттәр менән йәшәүсенең йөрәгендә илһөйәрлеккә урын юҡ.

Гөлназ ӘМИНЕВА, Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге сәнғәт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: Белем биреү системаһының дөйөм маҡсаты - рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һанлаған үҙ иленең гражданын тәрбиәләү. Бала мәктәптә күп ваҡытын уҙғара, ошонда күптәр ғүмерлеккә дуҫтар таба, мәктәптә ул үҙенең йәмғиәттең бер өлөшө икәнен ысын мәғәнәһендә аңлай башлай. Йәмғиәттең ниндәй булыуы, уның йәнәшәһендәге йәштәштәренең һәм ололарҙың йәшәү рәүеше, ниндәй тойғолар һәм уй-хистәр кисереүе, башҡарған эштәре баланың аңына һеңеп ҡалып, уның артабанғы ғүмер юлын билдәләй, йәшәү мәғәнәһен хасил итә. Шулай итеп, илһөйәрлек баланың бөтә булмышын солғап алған, башҡарған эштәренә нигеҙ булған, йәмғиәттә үҙ-үҙен тотоуын көйләгән эске бер үҙәк ролен үтәй, һәм ошо үҫеш, асыштар, аңлау процесында уның йөрәгенә илһөйәрлек орлоғон ныҡлап сәсеп ҡалдырыу бик мөһим. Шулай уҡ ул тойғоноң йылдар дауамында үҫеп нығыныуына юлдар асыҡ булырға тейеш, йәғни илһөйәрлек тәрбиәһенең мәктәп эскәмйәһендә генә тороп ҡалыуына юл ҡуйырға ярамай.

Илһөйәрлек тәрбиәләү беҙҙең тәүбурыстарыбыҙҙың береһе. Был бурысты атҡарып сығыуҙың төрлө юлдары бар. Мәҫәлән, театрҙарға барып, ошондай темаларға арналған спектаклдәр ҡарауҙы, төбәктең, тотош илдең һәм ошонда йәшәгән халыҡтың тарихын һаҡлаусы, төрлө ваҡиғаларҙы сағылдырған бай сығанаҡ булған музейҙарға йөрөүҙе, халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен, ҡобайырҙарын, мәҡәл-әйтемдәрен өйрәтеүҙе, ғөмүмән, илһөйәрлек темаларын күтәргән сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙы беҙ файҙалы тәрбиә сараһы тип ҡабул итәбеҙ, сөнки бындай урындарҙа балаларҙа тыуған иленә, туған теленә, халҡының ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына, тарихҡа булған ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта. Иң мөһиме, балалар менән эшләгән уҡытыусының, тәрбиәсенең үҙенең дә илһөйәр булыуы шарт. Үҙ эшен, балаларҙы ғына түгел, туған республикаһын яратмаған кешенең мәктәптә эшләргә хаҡы юҡ.

Арсен ҒӘЛИУЛЛИН, Белорет районы, 5 бала атаһы: С. Ожеговтың һүҙлегендә илһөйәр кеше "Үҙ халҡына тоғро, тыуған илен яратыусы, уның мәнфәғәте өсөн ҡаһарманлыҡтар күрһәтеүсе һәм ҡорбан булырға әҙер кеше", тип билдәләнгән. Бында шуны оноторға ярамай: илһөйәрлек ҡандан күсмәй, уны тәрбиәләргә генә мөмкин. Шуға күрә мин, атай кеше булараҡ, ошо тәрбиәне үҙ балаларыма бирергә тейешмен.

Бөгөнгө көндә йәмғиәт мәғлүмәти көсөргәнеш кисермәй. Баҫма һәм электрон ваҡытлы матбуғат, башҡа төрлө интернет майҙансыҡтар, радио, телевизор - быларҙың барыһында ла мәғлүмәттең һәр төрлөһө бик күп. Һәм уларҙың күбеһенән агрессивлыҡ, әҙәпһеҙлек түгелә, йәштәрҙе рухи-әхлаҡи көрсөккә этәрә. Балаларҙы, йәштәрҙе ошо күренештән һаҡлап алып ҡала алыуыбыҙ илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер өлгөһө тип уйлайым.

Балалар баҡсаһында, мәктәптә һәм юғары уҡыу йорттарында элек-электән илһөйәрлек темаһына иғтибар ҙур булды, әммә һуңғы ваҡыттағы ваҡиғалар был талапты тағы ла көсәйтте. Әлеге мәлдә илһөйәрлек, рухи-әхлаҡи төшөнсәләр мәктәп программаһында төп урындарҙың береһен биләй. Һәм был дөрөҫ аҙымдыр, сөнки ата-әсәләр, мәктәп һәм, ғөмүмән, йәмғиәт был йүнәлештә бер-береһен тулыландырып, ҡеүәтләп торорға тейеш. Әгәр ҙә ошо сылбырҙың береһендә илһөйәрлеккә ҡарата кире фекер әйтелһә, ул баланың, йәш кешенең күңелендә шикләнеү хистәре уятырға мөмкин. Шулай уҡ илһөйәрлек тәрбиәләйем тип, артыҡ ҡыланыу ҙа кәрәкмәй, сөнки ул бөтөнләй кире эҙемтәләргә килтерергә лә мөмкин. Бөтә нәмәлә лә сама белеү мотлаҡ.

Әйтергә кәрәк, илһөйәрлек тәрбиәләүҙең һөҙөмтәһен беҙ бөгөн йәки иртәгә түгел, ә күпмелер йылдар үткәс кенә күрәсәкбеҙ. Һәм уның ниндәй булырын бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Беҙгә бары тик көтөргә һәм күҙәтергә генә ҡала.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.

90 views·4 shares