АУЫЛ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫ…
Был көндәрҙә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ниндәй хәстәрлектәр менән йәшәй?
Даян ФӘТХУЛЛИН, Әбйәлил районы Байым ауыл хакимиәте башлығы: Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары - һөйөклө әсәйҙәребеҙ, өләсәй-ҡартәсәйҙәребеҙ, һеңел-апайҙарыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, инәйҙәребеҙ барсаһы ла йөрәк түренә инеп ултырған ватаныбыҙ төшөнсәһенең һәм, ғөмүмән, йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө ул. Бөгөн улар иңенә тарих тағы бер һынау йөкмәтте: ил һаҡларға киткән улдары, ирҙәре, кейәү балаҡайҙары өсөн хафаланыу йөрәктәрҙе өтә, төн йоҡоларынан яҙҙыра, ут йоттора уларҙы... Ә инде ҡәҙерлеләрен юғалтҡан әсәләр һәм ҡатындарҙың хәлен Хоҙай башҡаларға күрһәтмәһен! Ауыр һынау... Бөгөн килеп, тарихта ҡалған Ватан һуғышына һигеҙ тиҫтә йыл үткәндән һуң, ата-бабаларыбыҙ азат иткән Көнбайыш менән НАТО хөсөтөнән килеп тыуған фашистик нацизм ҡалдыҡтары баш ҡалҡытыр тип кем уйлаған! Өлөшләтә мобилизация халҡыбыҙ өсөн сираттағы ауыр һынау булһа ла, әлеге шул ауыл ҡатындары - әсәләр һәм кәләштәр сарбайлап сыҡманы, сабыуламаны, сабыр ғына күҙ йәштәрен тыйып, аят-доғаларын бағышлап, ут йотһа, йотто - митингылар үткәреп, йолалар үтәп, изге теләктәр менән ил улдарын ватанды һаҡларға оҙатып ҡалды.
Тормош дауам итә, донъя бағырға, киткәндәрҙе көтөп алырға, яугирҙарыбыҙ өсөн йылы кейем хәстәрләп, ойоҡбаш-бирсәткәләр бәйләп, посылка әҙерләп, йөрәк йылыларын ҡушып ебәрә ауыл ҡатындары. Был изге эштә урындағы хакимиәт биләмәһенең бөтөн ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары, ағинәйҙәре лә ихлас ҡатнаша. Яугирҙарыбыҙға кәрәкле йылы кейем: ҡулдан бәйләнгән һәм һатып алынған термоойоҡбаштар, йылы триколар, тәү ярҙам булырлыҡ дарыу препараттары, башҡа төр медицина кәрәк-яраҡтары йыялар. Оло хәстәрҙәр һәм ир-егеттәребеҙ, уландарыбыҙҙың тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп, фатихаларын юллап йәшәй әлеге көндә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары.
Сәлимә БАРЛЫБАЕВА, Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы: Ауыл ҡатын-ҡыҙының бар ергә лә өлгөрөп, эштә лә, ғаиләһенә лә етешеп донъя көтөүҙәрен бер һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин дә түгел. Күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ буҙа, ҡымыҙ эшләү, ҡомалаҡҡа әсетеп бешерелгән хуш еҫле икмәк һәм башҡа төр ҡамыр ризыҡтар әҙерләп һатыу, дарыу үләндәре йыйыу менән шөғөлләнә. Мал-тыуар аҫрап, аҡтан өҙөлмәйҙәр: ҡатығын-ҡаймағын, ҡоротон-майын, эремсектең әллә нисә төрөн әҙерләйҙәр. Оҫтабикәләрҙең тилбер ҡулдары халҡымдың милли кейемдәрен тергеҙә; балитәкле күлдәктәр, тәңкәле түшелдерек-селтәрҙәр, ҡашмауҙар, башҡа төр биҙәүестәр эшләп кейә ағинәйҙәребеҙ. Ауылыбыҙ йәшәйешенең әхлаҡ-дини нигеҙҙәре һағында тороусы ла улар. Мәсеткә юлдың һыуынғаны юҡ, аят йолалары ла, никах тантаналары ла, йәштәргә илһөйәрлек нәсихәттәре күндереүсе лә ауылыбыҙҙың абруйлы ҡатындары, ағинәйҙәребеҙ. Ҙур булмаған ауылда дүрт үҙешмәкәр коллективтың гөрләп эшләп килеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй булыр.
Ауылдаш апайҙарым сәләмәт тормошто үҙ итә. Күптәре намаҙҙа, был үҙе генә лә күпте һөйләй. Кемдәрҙер скандинав таяғы менән йөрөй, кемеһелер йүгерә, ә йәштәр спартакиада ярыштарында көстәрен һынап ҡарай.
...Һәүетемсә генә аҡҡан тормошто ҡапыл ҡуҙғытып, ил өҫтөнә оло һынау килде. Шул мәлдә лә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡаушап ҡалмай, киреһенсә, тағы ла әүҙемләшә төшкәндәй. Берәүҙәр йөн иләп, кемеһелер ойоҡ бәйләп, төрлө кәрәк-яраҡ әҙерләп, ил һаҡларға киткән егеттәргә посылкалар ебәрҙеләр. Ҡайғы-хәсрәттәрен дә, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла бергә уртаҡлашып, һөйөнөслө киләсәк көндәр теләп, бергә-бергә көн итә ауылымдың ҡатын-ҡыҙҙары.
Фәрхизә ШАЙМОРАТОВА, Яңауыл районы, Ахтиял ауылы: Айырым ҡайғы ҡайғы түгел, илгә ҡайғы килмәһен, тип йыуатыр ине борон өлкән быуын йәшерәктәрҙе. Бына беҙҙен быуынға ла оло ҡайғы, һынау килде. Тик мин был һынауҙы тыныс ҡабул иттем. Ни өсөнмө? Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, ир-егеттәребеҙҙең бәҫе китә башлағайны, минеңсә. Күберәк йомшак характерлы быуын барлыҡҡа килде, тип уйлай инем мин. Ә бит беҙ, ҡатын-ҡыҙ, үҙебеҙ ғәйепле бында. Ирҙәребеҙ башҡарыр эштәргә лә ҡыҫылып, "үҙем" тигән һүҙҙе йышыраҡ ҡыҫтыра башлағайныҡ түгелме? Ә баһадир ирҙәребеҙ ситтәрәк тороп ҡалғыланы. "Атай" һүҙе өйҙә әҙерәк ҡулланылды, атай абруйы ҡаҡшай төшкәндәй тойолдо. Илдәге эшһеҙлек касафаты ла ир-егеттәребеҙҙең абруйы файҙаһына түгел ине. Себер китеп, вахтала эшләп йөрөүселәргә лә тора-бара ризаһыҙлыҡ белдерҙе ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ. Йәнәһе, ире вахтанан ҡайта ла аҡсаһын эсеп ята, йорт-хужалыҡ эштәрен онотто...
Ирҙәр хаҡында һөйләп, мин бында ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡылығын күҙҙә тотам, сөнки бөгөнгө "Әйт, тиһәгеҙ..." рубрикаһының темаһы ҡатын-ҡыҙға ҡағыла. Тимәк, ир-егеттәребеҙ хаҡындағы һүҙҙең дә айышы - ҡатын-ҡыҙҙа. Улар үҙҙәре нисек - ирҙәре лә шулай, тимәксемен. Мобилизация, шулай итеп, бер яҡтан, бәғзе ҡатындарға ирҙәре барлығын да иҫкә төшөрөп, уларҙың ҡәҙерен аңларға ярҙам итте кеүек...
Әйҙәгеҙ, изге теләк-доғаларыбыҙҙа булып, ғәзиз улдарыбыҙ һәм ирҙәребеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын сабырлыҡ менән көтөп алайыҡ, уларҙың ҡәҙерҙәрен белергә өйрәнәйек, ир ир урынында ҡалһын, абруйҙарын күтәрмәләйек. Бөгөн шунан да мөһимерәк бурыс юҡтыр, тик тыныслыҡ ҡына килһен илебеҙгә. Ә беҙ, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, башҡа йорт-хужалыҡ бурыстарыбыҙҙы яҡшы үҙләштергәнбеҙ: ауылдың уңдырышлы ерендә үҫтерелгәнде йыйып алдыҡ, шөкөр, инде ҡышҡылыҡҡа мул ризыктар әҙерләйбеҙ. Өлөштәренә насип булып, яҡындарыбыҙ алыҫтарҙан ҡайтып төшһөн һәм ошо беҙ әҙерләгән һый-ниғмәттән ауыҙ итһендәр, тип теләйек. Ҡалған мәшәҡәттәр ҡайғы түгел - булдырырбыҙ, сөнки беҙ - ауыл ҡатындары!
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА әҙерләне.
