КОМСОМОЛ БУЛА ТОРҒАН ИНЕ…

29 октябрҙә Комсомол көнө билдәләнә. Комсомол йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүсе бер мәктәп булды. Һеҙ шул мәктәп һабаҡтарын алған быуын булараҡ, ошо хаҡтағы фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?

КОМСОМОЛ БУЛА ТОРҒАН ИНЕ…, image #1

Хәләф ИШМОРАТОВ, Бөтә донъя Төрки донъяһы парламентарийҙары фондының Башҡортостандағы илсеһе: Илһөйәрлек иң тәүҙә үҙ милләтеңде яратыуҙан һәм уны ихтирам итеүҙән башлана. Шулай уҡ илһөйәрлек - тыуған ереңде, илеңде, телеңде, республикаңды яратыу тигән һүҙ. Һәм быларҙың барыһын да беҙ, комсомолдар, яҡшы аңлап йәшәнек һәм эшләнек, балаларға ла төшөндөрҙөк. Шуға күрә мин, комсомол мәктәбе һабаҡтарын алған һәм ошо өлкәлә әүҙем эшләгән кеше булараҡ, һис һүҙһеҙ, комсомол ул заман йәштәрендә патриотизм тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны, тип раҫлай алам.

Мин ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары булғанға тиклем, комсомолдың Баймаҡ районы комитетында беренсе секретарь булып эшләнем. Ул ваҡыттарҙа эш кешеһенә хөрмәт ҙур булды һәм кеше лә хеҙмәт яратты. Мәҫәлән, иң яҡшы комбайнсыға Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин исемендәге приз бирә торғайныҡ. Комбайнсылар ошо призды алыу өсөн икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙа алышты. Һауынсылар араһында Гәүһәр Фәйзуллина исемендәге призға ярыштар ҡыҙыу барҙы. Гәүһәр Фәйзуллина шулай уҡ Социалистик Хеҙмәт Геройы, алдынғы һауынсы. Шулай итеп, комсомол хеҙмәткә һөйөү, эш кешеһен ҙурлау, күтәреү аша патриотик тәрбиә бирҙе.

Спорт ярыштарына иғтибар ҙур булды ул ваҡытта. Баймаҡ районында Темәстән Түбә ҡасабаһына тиклем ярыштар, марафондар ойошторолор ине. Был спорт трассалары райондың тарихи урындары аша үтеп, спортсыларҙа, йәштәрҙә уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыла торғайны. Тимәк, спорт та патриотизм тәрбиәләүҙең бер ысулы. Комсомол ағзалары быны яҡшы аңланы һәм уңышлы тормошҡа ашырҙы.

Бөгөнгө көндә, илебеҙ ауыр мәлдәр кисергәндә, ҡайһы берәүҙәрҙең сит илгә сығырға тырышыуҙарын, сығыуҙарын һәм тыуған илен ошондай ваҡытта ташлап китеүҙәрен күреүе ҡыҙғаныс. Әгәр ҙә улар комсомол мәктәбен үткән булһа, бөгөнгө көндә бындай күренеш булмаҫ ине, сөнки комсомол ағзаһы намыҫлы булыуҙы, илеңде яратыуҙы алға ҡуйҙы. Әлбиттә, комсомолды идеаллаштырмайым, уның да етешһеҙ яҡтары булды, әммә ул йәштәр өсөн ысын мәғәнәһендә тормош мәктәбе ине.

Элек октябрят, пионер, комсомолдан торған эҙмә-эҙлекле, бер-береһен тулыландырып килгән сылбыр булды. Беҙ быларҙың барыһын да бөтөрҙөк, ә йәштәргә уның урынына бер нәмә лә тәҡдим итмәнек. Сылбыр өҙөлдө, йәштәргә таяныр, ышаныр, өлгө булырҙай бер нәмә лә ҡалманы, улар бушлыҡ алдында тороп ҡалды. Ғөмүмән, ул бушлыҡ, ниндәйҙер вакуум йәштәрҙә генә түгел, ә тотош йәмғиәттә күҙәтелә һәм бөгөнгө көндә беҙ ошоноң кире эҙемтәләрен күрәбеҙ.

Буранбай КҮСӘБАЕВ, 1974 - 1987 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитеты ойоштороу бүлеге мөдире булған, әлеге көндә - хаҡлы ялда: Үҙгәртеп ҡороу йылдарында совет власын тәнҡитләү көслө булды. Шул ваҡыттарҙа мәктәптәрҙән октябрят, пионер, комсомол ойошмаларын да сығарып ебәрҙеләр. Хәҙер был аҙымдың хата икәнен аңлап, белем учреждениеларында төрлө ойошмалар эшләп ҡарайҙар, ләкин улар элекке шул октябрят, пионер һәм комсомол ойошмаһының тоноҡ ҡына, насар ғына бер күләгәһе.

Элек Тимур командалары тигән ойошма яҡшы эшләне. Һәр мәктәптә, һәр ауылда һәм ҡалала "тимурсылар"ҙың эше гөрләп торҙо. Уларҙың ярҙамы ололар өсөн дә файҙалы булды, үҫеп килгән быуын хеҙмәттең, ярҙам ҡулы һуҙыуҙың әһәмиәтен белеп-аңлап үҫте. Шулай уҡ был илһөйәрлек тәрбиәләүҙең дә бер ысулы ине. Бөгөнгө көндә лә ойоштороп булыр ине бындай командаларҙы һәм бының йәш кеше тәрбиәһендә һөҙөмтәһе буласаҡ икәненә иманым камил. Мәҫәлән, бөгөн байтаҡ ир-егеттәр өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, яуға китте. Уларҙың ғаиләләренә, ҡарт атай-әсәйҙәренә лә "тимурсылар"ҙың ярҙамы ярап ҡалыр ине.

Әйткәндәй, әлеге ваҡыттағы хәл-ваҡиғалар ҙа күрһәтте мәктәптәрҙә, йәштәрҙә, ғөмүмән, ил халҡында илһөйәрлек тәрбиәләүгә ниндәй ҙур әһәмиәт бирергә кәрәклеген. Үҙәк телевидение экрандарынан төшмәгән "йондоҙҙарҙың", ҡайһы бер билдәле сәйәсмәндәрҙең илгә ошондай ауырлыҡ килгәндә ситкә сығып китеүе тураһында уҡып-ишетеп торабыҙ. Тимәк, улар Рәсәйҙә үҙҙәренә дан, аҡса эшләү өсөн генә йәшәгән.

Эйе, тәрбиәүи эште йәнләндерергә кәрәк һәм бының өсөн беҙҙең мөмкинлектәр күп. Шул уҡ башҡорт халҡының, республикала йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренең тарихында илһөйәрлектең нимә икәнен балаларға, йәштәргә аңлата алырлыҡ миҫалдар күп.

Шәхсән үҙем комсомол ойошмаһы тураһында бәләкәйҙән белеп үҫтем, шулай уҡ үҙемә лә комсомол эшендә ҡайнарға насип булды, шуға күрә был ойошманың бөтә нескәлеген яҡшы беләм. Мәҫәлән, мәктәптә эшләгәндә комсомол ойошмаһында методик мәсьәләләрҙе ентекләп тикшереп, бер-беребеҙҙең дәрестәренә йөрөп, һәр дәресте анализлап, төрлө яҡлап һығымталар эшләр инек. Был, һис шикһеҙ, уҡытыусының эшенә тик ыңғай йоғонто яһаны. Был эшмәкәрлектең бер кемгә лә зыяны теймәне. Бөтә эште мәктәп администрацияһы, профсоюз, комсомол ойошмаһы күмәкләп башҡарҙыҡ. Күмәк эштең һөҙөмтәһе лә яҡшыраҡ килеп сыға ине. Колхоз-совхоздарҙа ла комсомол ойошмаһы әүҙем эшләне. Бер кеше лә эшһеҙ йөрөмәне. Шулай уҡ алдынғыларҙы күрә белделәр, баһаланылар, хөрмәтләнеләр.

Кинйә КУСКИЛДИН, Башҡортостан "Туриндустрия"һының төбәк союзы етәксеһе: Заманында мин Йылайыр район комсомол комитетының беренсе секретары булдым. Шуға күрә 29 октябрь - Комсомол көнө миңә һәм, ғөмүмән, беҙҙең быуын өсөн байрам датаһы булып ҡанға һеңгән.

Ваҡытында комсомолдың йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә роле сикһеҙ ҙур булды, тип әйтһәм, һис тә хаталанмаҫмын. Комсомол эшмәкәрлеге кешене хеҙмәткә әҙерләүгә, тыуған илебеҙҙе һаҡлауға һәм яҡлауға йүнәлтелде. Партия ҡабул иткән ҡарарҙарҙа йәштәрҙең ниндәй йүнәлештә эшләргә тейешлеге аныҡ яҙылды һәм ул йүнәлештәрҙә патриотик тәрбиәгә ҙур урын бирелә ине. Ул саҡта комсомолдар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙар ойошторҙо, "Зарница" кеүек уйындар үткәреү киң йәйелдерелгәйне. Быларҙың барыһы ла патриотизм тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән саралар булды, сөнки ветерандарҙың өлгөлө тормош юлы менән танышыу, һуғыш ваҡытында күрһәтелгән батырлыҡтар тураһында тыңлау, баҫыу-ҡырҙарҙа өлгәшелгән хеҙмәт ҡаһарманлыҡтарын белеү - барыһы ла йәштәрҙең күңеленә уйылып ҡалды.

Бөгөнгө көндө алып ҡарағанда, һуңғы ваҡыттағы күңелгә иң уйылып ҡалған һәм илһөйәрлек тәрбиәһенең иң күркәм өлгөһө - Совет майҙанында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу һәм уның сиктәрендә уҡыусыларҙы "шайморатовсылар" сафына алыу булды. Ошо үҙ киләсәген бөйөк шәхес исеме менән бәйләгән балаларҙың илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫәсәктәре тураһында ант биреүҙәре, әлбиттә, шатландырҙы.

Йәшерен-батырыны юҡ, йәштәрҙә, йәмғиәттә илһөйәрлек тәрбиәләүгә ҡарата әлегә тиклем күҙ йомоп ҡаралды. Хәҙер йәштәр генә түгел, балалар ҙа, оло быуын да телефонда "йәшәй", тиһәк тә була. Һәм, әлбиттә, балаларға, йәштәргә төрлө социаль селтәрҙәрҙең кире йоғонтоһо ҙур. Дөрөҫөн әйткәндә, ундағы мәғлүмәт, төрлө ролик һәм башҡалары кешелә патриотик тойғоно һүрелтеү һәм һүндереү өсөн эшләнгән, тип уйлайым. Йәш быуын араһында үҙ ырыуын белмәгәндәр, ололарҙы хөрмәт итмәгәндәр, тыуған илен һанға һуҡмағандар күбәйҙе һәм быларҙың барыһы ла бала саҡтан интернетта ултырып, шундағы мәғлүмәтте һеңдереү һөҙөмтәһе.

Әлбиттә, йәштәрҙә "тыуған ил" төшөнсәһенең юйылыуына уларҙың бөгөнгө йәшәү рәүеше лә тәьҫир итәлер, сөнки хәҙер эшләү һәм йәшәү өсөн сиктәр юҡ. Хәлеңдән килә икән, теләгең бар икән, донъяның ниндәй илендә булһа ла йәшәргә һәм эшләргә мөмкин. Шуға ла бөгөн беҙгә йәштәребеҙҙе "юғалтыуҙан" һаҡларға кәрәк. Бының өсөн шул уҡ мессенджерҙарҙы үҙебеҙҙең ошо маҡсатыбыҙҙы тормошҡа ашырыу йүнәлешендә ҡулланырға өйрәнеү мөһим.

Әйтергә кәрәк, илһөйәр йәштәребеҙ күп беҙҙең. Улар үҙҙәрен тыуған илебеҙҙең ысын патриоты итеп күрһәтте бөгөнгө ҡатмарлы хәлдәр ағышы барышында ла. "Шайморатов генерал" йырын дәррәү башҡарып, илебеҙҙе һаҡларға йүнәлгән Сибай ҡалаһы артистары менән Башҡортостан ғына түгел, тотош Рәсәй ғорурланды. Бар беҙҙең ошондай йөрәгендә илһөйәрлек урғып торған егеттәребеҙ, киләсәктә лә булһын.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.

38 views·1 share