Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?, image #1

Миңлеғәлим БОХАРБАЕВ, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте ветераны, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы: Донъя көткәс, барыһы ла кәрәк, бигерәк тә йорт янындағы ярҙамсы хужалыҡ - баҡса. Шуға күрә төп һөнәреңдән тыш, ниндәйҙер физик хеҙмәт менән булыу, ә беҙҙең осраҡта картуф, йәшелсә-емеш үҫтереү тик файҙаға ғына, әлбиттә. Иң беренсе - һаулыҡ өсөн файҙа: үҙ ереңдә, экологик таҙа шарттарҙа, хәләл көсөң, үҙ ҡулдарың менән үҫтерелгән ризыҡтың сәләмәтлек өсөн иң яҡшыһы икәнен һөйләп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Сөнки беҙ еребеҙҙе тәбиғи ашлама менән генә байытабыҙ, химия ҡулланмайбыҙ, хатта колорадо ҡуңыҙына ла ағыу һиптермәйенсә, һәр төрлө халыҡ ысулдары ҡулланабыҙ. Икенсенән, асыҡ һауалағы физик эш, сәскән ваҡ ҡына орлоҡтарҙан үҫтереп, йыйып алынған мул уңыш күңелгә, ысынлап та, ҡәнәғәтлек килтерә. Ни тиһәң дә, ауылда тыуып-үҫкәнлектән, бала саҡтан таныш, күңелгә лә, ғәҙәткә лә һеңгән хеҙмәт тәрбиәһе, күҙ күреп, ҡул өйрәнгән физик шөғөлдөң артабан үҙаллы йәшәй башлағас бик тә кәрәге тейеүе, килеп тыуған ҡайһы бер тормош мәсьәләләрен үҙаллы хәл итеүгә, юғалып ҡалмаҫҡа, төрлө юлдар, саралар эҙләп табырға өйрәтеүе бәхәсһеҙ һәм беҙҙең быуын вәкилдәренең донъя көтөү өлгөһөндә раҫлана.

Мин ана шундай эш һөйөүсән, ҙур йәшелсә-емеш баҡсаһы тотоп, уны ғаилә аҫрау сараһы булараҡ ҡына түгел, ә балаларға физик эш күнекмәләре биреү мәктәбе лә тип ҡаралған ғаиләлә үҫтем. Атайым да, әсәйем дә уңған, ауылда бер тигән баҡсасылар ине. Әсәйемдең, ғөмүмән, ҡулдары ҡотло булды, тупраҡҡа ниндәй генә орлоҡ төртһә лә, шытып сығыр, гөрләп үҫеп китер ине. Ҡыяр, кишер, һуған емерелеп уңа торғайны, әсәйем уларҙы туғандарға, күрше-күләнгә таратып сығыр булды. Ә атайым күп итеп картуф ултырта ла, Таналыҡтан ыҙан араларына һыу үткәреп, картуфлыҡты һуғара ине, аҙаҡ бергәләшеп утайбыҙ, күмәбеҙ. Бынан тыш, йылға аръяғындағы йәшелсә баҡсабыҙҙа ла ҡыяр тиһеңме, ҡабаҡмы, башҡаһы, хатта ҡарбуҙына тиклем үҫтерә инек тә уңышын көйәнтәләп ташый торғайныҡ.

Аҙаҡ, табиб һөнәренә уҡып, ҡатыным - Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы менән ауылда үҙ донъябыҙҙа ҡорғас, эште әлегесә баҡсанан башланыҡ. Һөнәребеҙ буйынса эшләп йөрөгәндә лә ваҡыт таптыҡ, Хәйбулла ерен әллә ни иркәләмәгән тәбиғәт шарттары - ҡоролоҡҡа ла бирешеп торманыҡ, бөтәһен дә сәстек, үҫтерҙек. Әле икебеҙ ҙә хаҡлы ялға сыҡҡас, баҡса шөғөлөнә иғтибар бермә-бер артты. Атайым менән әсәйем кеүек, үҙебеҙгә лә еткерәбеҙ, пенсияға ғына һалынып ултырыу юҡ. Хәләл ризыҡҡа етә буламы! Шул уҡ ваҡытта балаларыбыҙ ғаиләһен дә туғандарҙы ла һыйлайбыҙ.

Эйе, бынан тыш, һорауығыҙҙа үҙегеҙ әйтмешләй, күңел өсөн дә ул баҡса. Ул - үҙенә күрә бер хозурлыҡ, йәнгә ял бирерлек, көсөргәнеште, борсоулы уйҙарҙы таратып ебәреүсе тәбиғәт мөйөшө. Йәй етһә, балалар ҡайта: баҡсабыҙ тағы ла йәмләнеп, йәшәреп китә, ә инде кистәрен ошонда ултырып, самауырлап сәй эсеү сәғәттәре онотолмаҫлыҡ ләззәт бит ул!

Рәйфә ВӘЛИЕВА, Өфө районы Шамонино ауылының Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе: Кейәүгә сығып, үҙ йортобоҙ булғас та баҡса үҫтереү менән шөғөлләнә башланым. Балалар үҫтергәндә, яуаплы вазифаларҙа эшләп йөрөгәндә өлгөрә алмайыраҡ киткән саҡтар ҙа булды...

Хаҡлы ялға сығып, ваҡыт күбәйгәс, әлбиттә, баҡса үҫтереүгә ныҡлап тотондом. 2017 йылда Өфө районы Шамонино ауылына күсеп килдек. Элек йәшәгән Федоровка районы Бала Сытырман ауылында тупраҡ бик уңдырышлы ине. Нимә сәсһәң дә, күңел биреп ҡараһаң, бөтәһе лә ишелеп уңа ине. Ә бына Шамонинола тупраҡ әсе, уның, әлбиттә, ыңғай яғы ла, кире яғы ла бар. Ямғыр яуһа, үтеп керерлек түгел: йәбешеп торған батҡаҡҡа әйләнә; яумаһа инде, тупраҡ таш кеүек ҡата, ярыла башлай. Барыбер ошо ергә риза булып, яраҡлашып, баҡсаны тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк. Ауылдағы йәш ғаиләләр ун сутый ерҙәрендә кемеһе еләк-емеш ағастары, кемеһе сәскәләр, ҡайһылары йәшелсә үҫтереп, өй яны участкаларын гөлт иттереп тоталар. Бер күршемдең ишек алды торғаны гөлбаҡсаһы инде, сәскәләр ярата. Ҡәйнәһе килгән дә быларға, ризаһыҙлыҡ белдереп:"Ҡыш көнө ошо ҙур ғаиләң менән сәскә ашап ултырырһығыҙ микән..." - тигән . Оло һүҙен йыҡмай, күршем хәҙер бик шәп итеп йәшелсә-емеш тә үҫтерергә тотондо.

Шулай, барыбыҙ ҙа ерҙәребеҙҙе буш ятҡырмаҫҡа тырышабыҙ, ни тиһәң дә, баҡсасылыҡ өҫтәмә килем, экологик таҙа аҙыҡ-түлек бит. Шул уҡ ваҡытта баҡсаңа сыҡһаң, көндән-көн ҡояшҡа үрмәләп, һабаҡ биреүсе йәшелсәләр түтәленә, емештәре төймәләнеп килгән алмағас, ҡарағат, сейә һәм башҡаһына ҡарап, күңел ҡыуана, хәләл көсөңдө түгеп тырышыуыңдың һөҙөмтәһен күреү ҡәнәғәтлек бирә. Гел генә эш менән дә булышмайһың бит инде бында: рәхәтләнеп ял итергә лә, күләгәлә ултырып тәмләп сәйҙәр эсергә лә, баксаң емештәренән ауыҙ итергә, йырлай-йырлай еләк тирергә лә форсат тыуа. Теплицабыҙ бар: ҡыяр, помидор, боросто иртүк яҙҙан шунда йылыға сығарып ултыртабыҙ, ә инде ҡырау, көслө ел-ямғырға сыҙам кишер, сөгөлдөр, һуған, ҡабаҡ, картуф кеүек йәшелсәләрҙе асыҡ һауала үҫтерәбеҙ. Март баштарында һайлап ҡына, бындағы тупраҡта уңыш бирерҙәй орлоҡтарҙы ғына һатып алабыҙ һәм сәсә лә башлайбыҙ. Ҡыярыбыҙ, мәҫәлән, күптән өлгөрҙө инде, ашауҙан артып ҡалғанын ҡышҡылыҡҡа тоҙлай башланым.

Хәҙер бит шуныһы рәхәт: социаль селтәрҙәрҙә баҡсасылыҡ, йәшелсә-емеш эшкәртеү буйынса файҙалы кәңәштәр, ысулдарҙың ниндәйе генә юҡ, бына тигән килеп сыға! Шулай итеп, йылдың һигеҙ айы йүгермәләп йөрөп, эш менән үтеп тә китә. Был файҙаға ғына, тип уйлайым: олоғайыуҙы ла, ауырыу-сырхауҙарҙы ла онотоп торабыҙ. Халыҡ әйтмешләй, хәрәкәттә - бәрәкәт! Тик бына картуф үҫтереү генә йылдан-йыл ауырлаша бара: әрһеҙ колорадо ҡуңыҙы бөтөн төр ағыу-дарыуҙарға ла хатта өйрәнеп бөттө. Тормош юлдашым йәй буйы ана шул ҡоротҡостар менән көрәшә, йәшелсәләрҙе тәрбиәләй, һыу һибә.

Күңел биреп эшләгәнгә күрә, шөкөр, баҡсабыҙ гөрләп үҫә. Әйтеүемсә, ҡышҡылыҡҡа күпләп банкалар ябам. Уңыш мул булһа, күңел күтәрелеп китә. Баҡса уңышынан күрше-тирәгә, туғандарға һәм, әлбиттә, балаларға ла өлөш тейә. Айырыуса сәскәләремде яратам. Улар менән сөкөрләшеп һөйләшә-һөйләшә, шатланып тәрбиәләйем. Тәбиғәттең был гүзәл мөғжизәләре үҙҙәрен яратҡанды һиҙә: күкрәп сәскәгә күмелә баҡсабыҙ. Фотоға төшөрөп, ҡыҙҙарыма ебәрәм.

Әйткәндәй, былтыр ауылыбыҙ ағинәйҙәре араһында "Кемдең баҡсаһы иң матуры?" тигән онлайн-конкурс иғлан иткәйнек. Был сара беҙҙе уғата дәртләндереп ебәрҙе: кәйефтәребеҙ күтәрелеп, тағы ла тырышыбыраҡ эшләй башланыҡ, йәм өҫтөнә - йәм, сәм өҫтөнә сәм өҫтәлде. Теләгем шул: йәш ғаиләләр ҙә өлкән баҡсасыларҙан ҡалышмай, балаларын хеҙмәткә өйрәтеп, донъяларын гөл баҡсаһы итеп йәшәһендәр ине!

Гүзәл СИТДИҠОВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры: Тәүге тапҡыр әсәйемә кишер уташҡанда биш йәш кенә булғандыр, ахыры. Сүп үләне менән бергә кәрәклеһен дә ҡуша утағанмын икән. Әсәйемдең был эштән тыйып ҡуйғаны хәтеремдә. Шул уҡ йылды бәрәңге ултыртышып та йөрөнөм әле, бәләкәй генә биҙрәгә һалынған орлоҡтарҙы атайым ҡаҙған соҡорҙарға ташлаған булдым. Маҡталдым. Ҙурая килә бурыс та арта барҙы. Бәрәңге ултыртыу, утау, күмеү, ҡаҙып алыу - ауыл балаһы өсөн ғәйре тәбиғи эштәр, шулай тейеш кеүек ҡабул иттек. Күп итеп ҡыяр, кәбеҫтә ултыртыу, һуғарыуҙы яратҡан был үҫемлектәргә биҙрә-биҙрә һыу ташып һибеү... Ҡыҫҡаһы, ауыр булһа ла, ул ваҡытта былар мотлаҡ үтәлергә тейешле шөғөл итеп ҡаралған. Ҡайҙа ул баш тартыу! Ә тигеҙ итеп күмелгән бәрәңге сәскә ата башлаһа, үҙе бер ләззәт! Дүртенсе кластан бесән дә сабырға өйрәндем әле ул. Ҡыҫҡаһы, бала саҡтан эш белеп, көс түгеп, шунан ҡәнәғәтлек тойғоһо ла алып үҫелгән.

Тормошҡа сыҡҡас, ҡыҙыбыҙ бәләкәй генә сағында әле, Тирлән юлындағы баҡса йәмғиәтенең иң осондағы участканан үҙ иҫәбебеҙгә кәртәләү шарты менән үңерҙәге сиҙәм ерҙән киҫенте бирҙеләр. Көрәк менән ҡаҙып, ҙур-ҙур таштарынан таҙартып алдыҡ. Ул саҡта матди яғын уйланыҡ, магазиндарҙа кәштәләр шалтырап тора башлағайны инде. Эш хаҡыбыҙ ҙа ҙур түгел. Үҙебеҙ үҫтергән бәрәңге, емеш-еләк менән шул осорҙо үткәреп ебәрҙек. Эйе, еңел булманы. Машинабыҙ ҙа юҡ ине, автобусҡа эләкмәй ҡалһаң, йыйған уңышыңды ла, балаларыңды ла алмаш-тилмәш йөкмәп ҡайтаһың. Иҙел ярында ҡояшта ҡыҙынып аунашҡан кешеләргә аптырап ҡарай торғайным - көнө йыл туйҙырған ваҡыт бит, нисек бот күтәреп ятмаҡ кәрәк!

Ә бергә үҫтергән уңыш менән балаларыңды һыйлау ләззәте һуң! Һатып алған һарымһаҡ түгел инде. Тик балалар үҫеп еткәс, оҙаҡ ҡына ваҡыт баҡса эштәренә әйләнеп тә ҡарамаҫ булынды. Мәгәр бала саҡта һалынған орлоҡ бер килеп емешен бирә икән - хәҙер мауығып китеп баҡса үҫтерергә тотондо ла киттеләр. Матди файҙа алыр өсөн түгел, ләззәт өсөн! Һуңғы йылдарға тиклем тиерлек ҡортона дарыу һипмәй генә бәрәңге сәстек.

Пенсияға китер алдынан үҙ йортобоҙҙо һалып сыҡтыҡ. Уныһы үҙе бер сәхифә. Тәүҙә урын таба алмай бер булдыҡ. Урынын тапҡас, һыу баҫты ла, төҙөлөшкә тотона алмай, йәй үтеп китә яҙҙы. Ә ер тапҡас, минең буш ятҡырғы килмәй бит инде, ҡул ҡысытып тора. Келәштә Яҙыусылар баҡсаһында мәҡамыбыҙ бар ине былай, күңелде баҫырға.

Эшһеҙ ятманым, әлбиттә. Тапалып бөтә, тип, яңы йорт янында хәләлем алты йыл буйы бер ни ҙә ултырттырманы. Нишләп алты йыл уҡ, тиһегеҙме? Һуң, ҙур процент менән ссуда алдыҡ та, теге Райкин әйтмешләй, аҡса еткерә алмай, "раствор бар - кирпич йок, кирпич бар - раствор йок" тигән ише хәлдән килгәненсә күтәрҙек инде. Аллаға шөкөр, ниһайәт, минең дә бүрем олор ваҡыт етте - тотондом етенсе йылына "сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе күтәрергә"...

Емеш-еләк үҫентеләрен Иглин районынан белгән кешенән барып алдыҡ. Рәхмәт төшкөрө, бик һәйбәт сорттар булып сыҡты, һөйөнөп бөтә алмайым. Тәүге йылы ер иркен ине бит әле, тултырып бәрәңге сәстек. Ул ваҡытта биҫтәбеҙҙә бер нисә генә хужа өй бөтөрөп сыҡҡайны. Бер күршебеҙ мыйыҡ аҫтынан ғына көлөп йөрөгәйне, беҙҙең мул уңыш йыйып алғанды күреп, киләһе йылына үҙе лә ултыртҡан. Тәүге йылдары танһыҡлап ниндәй генә бер йыллыҡ сәскә үҫтермәнем! Ҙурая барған урамыбыҙҙағы күршеләр килеп, ҡарап китә ине. Хәҙер, ағас-ҡыуаҡтар ҙурайып киткәс, йәшелсәне, бәрәңгене самалап ҡына сәсәбеҙ. Сәскәләрҙе лә һайлап ҡына үҫтерәм. Күп йыллыҡтарға өҫтөнлөк бирәм. Гортензия, сәскәһе уға оҡшап торған баҡса баланы, бер нисә төр рауза, баҙыян, рудбекия, пион (дөрдөр), топинамбур һәм башҡалар, ҡалғанын һанап тормайым инде. Ҡыр сәскәләрен дә яратып үҫтерәм. Яҙҙан тыуған яғымдан алып ҡайтып ултыртҡан миләүшәләр, һары умырзая, хатта бүрекбаштар күңелгә һөйөнөс бүләк итә, шунан наҙлы елбәгәй, ромашкалар ап-аҡ өйкөмдәр булып ҡалҡып сыға. Ҙур-ҙур түтәлләп ултыртмайым мин уларҙы, унда-бында бәләкәй генә һипкелдәр кеүек сәселеп үҫә. Ҡыҫҡаһы, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем нимәләрҙер баҡсабыҙҙы йәмләп, нур өҫтәп ултыра. Иң һуңғы булып сәскә атҡан сентябринкалар ҡар яуғансыға тиклем ҡапҡа тышын балҡыта.

Эйе, емеш ағастары ҡыҫырыҡлай башлағас, байтаҡ сәскә ҡыуаҡтарын ҡапҡа тышына сығарып ултырттым. Унда муйыл, мышар, ҡырағай балан үҫә ине инде. Юлға тиклем мул ғына буш урын бар. Күпселек күршеләребеҙ уны машина ҡуйыу өсөн файҙалана. Мәрхүм ут күршебеҙ, оло йәштәге профессор бабай, һиңә ихата эсеңдәге етмәйме ни, ҡайһылай ергә ҡомһоҙһоң, тигәйне. Алты сутый ер күпме ни инде! Өй ултыра бит әле уның эсендә. Ергенәбеҙҙең һәр ус тупрағы ла ҡәҙерле миңә. Көсөң барҙа нисек уны тәрбиәләмәй, буш ятҡырырға мөмкин! Хатта ҡапҡа тышында ла үткән-һүткәндәргә ҡыуаныс өҫтәп, әллә ҡайҙан балҡып ятһын әйҙә еркәйебеҙ...

59 views·1 share