Һеҙ ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ, улар Өфөнөң Ленин урамындағы "Китап" магазинында бармы?

Һеҙ ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ, улар Өфөнөң Ленин урамындағы "Китап" магазинында бармы?, image #1

Луиза ФАРХШТОВА, журналист, радио һәм телевидение ветераны, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының "Тамыр" балалар студияһын ойоштороусы: Бөгөнгө рус әҙәбиәтендә мин иҫтәлектәргә, хаттарға, ғөмүмән, эпистоляр жанрға өҫтөнлөк бирәм. Унан башҡа, үҙ тормошом туранан-тура кино, телевидение менән бәйле булғас, режиссерҙар тормошо, Рәсәй кино тарихы тураһында яратып уҡыйым. Башҡортостаныбыҙҙың кино тарихы әле яҙыла ғына, үҫешә генә бит инде. Әмир ағай Абдразаков тураһында мәғлүмәте әле бик әҙ булған, киң ҡолас менән эшләмәгән китап ҡына донъя күрҙе. Ә бит уның тормошо хаҡында шул хәтлем бай, сағыу китап сығарырға булыр ине. Был турала уның улдарына ла хәбәр иттем мин. Бәлки, киләсәктә был хыялдар тормошҡа ашыр.

Үҙем әлеге ваҡытта намаҙҙа булмаһам да, өҫтәлемдә һәр саҡ Ҡөрьән-Кәрим асыҡ ята. Яңы ғына Ғофран мәсете имам-хатибы Усман хәҙрәт рус теленә тәржемә ителгән Ҡөрьән-Кәрим китабы бүләк иткәйне, шуны бирелеп китеп уҡыйым, шул хәтлем аңлайышлы һәм мауыҡтырғыс итеп тәржемәләнгән. Көн һайын бер-ике битен генә уҡып сыҡһам да күңелемә рәхәтлек һәм тыныслыҡ табам.

"Китап" нәшриәтендә сыҡҡан башҡортса тәржемәле Ҡөрьән-Кәрим дә бар - өйҙәге китапханамдың бер биҙәге ул. Был Изге Китаптың инглиз, француз, немец, рус теленә тәржемәләрен күп йыйғайным, бүләккә лә күп тараттым. Аллаһ Тәғәлә сауаптарын үҙе насип итһен.

Башҡорт әҙәбиәтенә килгәндә, Яңыбай Хамматов, Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен ҡабат-ҡабат уҡып торам - улар беҙҙең тарихыбыҙ, хәтерҙә яңыртып тороу зыян түгел. Ғайса ағай Хөсәйеновтың ғилми хеҙмәттәрен яратып уҡыйым. Быларҙан башҡа минең һәр саҡ ҡул осонда булған, бер ҡасан да саң ҡунмаҫ китаптарым - һүҙлектәр. Һуңғы иң бирелеп уҡығаным - уҡытыусым Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмовтың хеҙмәттәре. Башҡа һыймаҫлыҡ ҙур эш атҡарып сыҡҡан кеше ул. Иҫем китеп, шаҡ ҡатып уҡыным мин уларҙы. Һәр һүҙе ынйы бөртөгөләй берәмләп йыйылған, алтынға торошло. Тап шундай монументаль хеҙмәттәр Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡлы тигән фекерҙәмен. Заманында "Китап" магазинынан алып ҡайтҡан иң ҡәҙерле китаптарым улар.

Нәфисә ТУЛЫБАЕВА, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директор урынбаҫары: Ғаиләбеҙҙә үтә ҙур булмаған, әммә ҡыҙыҡһындырған, эшебеҙгә ҡағылышлы, халыҡ ижады, фольклор, этнография, тарих, әҙәбиәт, кинорежессура һ.б. буйынса хеҙмәттәр йыйылған китапханабыҙ бар. Ваҡыты менән уны тулыландырырға кәрәк булһа, "Китап"ҡа килеп әйләнәбеҙ. Магазин яңы урынға күскәне бирле беҙгә яҡынайҙы, шуныһы бигерәк тә уңайлы, лекторийҙар залында үткәрелгән сараларҙа ла булырға тырышам. Мин үҙемде ҡайһы бер яҙыусыларҙың фанаты тип иҫәпләйем хатта. Бигерәк тә Хәйҙәр Тапаков, Талха Ғиниәтуллиндарҙы яратып уҡыйым. Яҡташым Гөлсирә Ғиззәтуллинаның, Тамара Ғәниеваның әҫәрҙәре минең китап кәштәмдә айырым урын биләп тора, электән бирелеп китеп уҡыйым мин уларҙы. Ғөмүмән, нәшриәт яңылыҡтарын күҙәтеп барам, яңы китаптарҙың презентацияларын да ҡалдырмаҫҡа, форсат булғанда һатып ала һалырға тырышам. Һуңғы осорҙа заман һулышы булған яңы китаптарға өҫтөнлөк бирәм. Беҙ бит филолог, ә филологтар бер нимәнән дә артта ҡалмаҫҡа, барыһын да күҙәтеп, уҡып барырға тейеш.

Сибайҙа мәктәптә эшләгән йылдарҙа Өфөнән күп китап ташылды, үҙемә тигәндең һәр береһен бишәрләп ала торғайным. Беҙ унда биш уҡытыусы инек, китаптар "һә" тигәнсе тарала ине. Ниндәй генә заманса гаджеттар булдырылмаһын, үҙ ҡулың менән тотоп, еҫен еҫкәп уҡыған китапҡа бер ни ҙә етмәй.

Рус классикаһын да яратып, ҡабат-ҡабат уҡыйым мин. Шуға күрә хатта Санкт-Петербургка барған саҡта китап йәрминкәһенән Вознесенский һ.б. шиғыр китаптарын һатып алып, йөкмәп ҡайтҡан кеше мин. Пушкин, Фет, Блок шиғырҙарын йыш уҡып алам. Ә үҙебеҙҙең башҡорт әҙәбиәте классикаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабичтан башлап, Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Тимер Йосоповтарҙың бәләкәс кенә матур китаптары теҙелеп киткән минең китап кәштәләремдә. Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен бала саҡтан яратам. Мин үҫкән Ейәнсура районының бәләкәй генә Юнай тигән ауылында уның китаптары ҡулдан-ҡулға йөрөп, тетелеп, туҙып бөтә торғайны. Беҙҙең яҡтар шәлдәре менән данлыҡлы бит инде. Кис ултырғанда еңгәләр үҙҙәре эш менән булһа, бер баланы уҡырға ултыртып ҡуялар ине. Бына шул ваҡыттарҙа беҙ китапҡа әүрәгәнбеҙ, уны яратырға, хөрмәт итергә өйрәнгәнбеҙҙер ул.

Ә эшемә килгәндә, Матди булмаған мәҙәни мираҫҡа ҡағылышлы бик күп китаптар уҡырға тура килә. Һәм эҙләнгән саҡта барлыҡ этнографтарҙың: Янғужин, Кузеев, Шитова һ.б. хеҙмәттәрен аҡтарабыҙ. Уларҙың китаптары был магазинда әле лә булыуы бик яҡшы. Әммә балаларға бәләкәй, ҡыйбатлы булмаған, сағыу китаптар күберәк сығып торһа ине. Ололарҙы тәрбиәләргә кәрәкмәй, ә балаларҙа патриотлыҡ тойғоһо уятыр өсөн бындай китаптар бик файҙалы. Мин яңыраҡ ҡына "Китап" магазинынан Азат Ҡужиндың буямдарын алғайным, балаларға ныҡ оҡшай: буяп ултыралар, шул уҡ ваҡытта һорауҙар ҙа яуҙыралар, ҡыҙыҡһыналар. Беҙҙең бала саҡтағы һымаҡ, уларҙың да күңелендә китапҡа ҡарата һөйөү тойғоһо уятайыҡ, ситкә ебәрмәйек тиһәк, шундай китаптар күберәк кәрәктер, тип уйлайым.

Гөлдәр АҠСУЛПАНОВА, "Тенгри" турагентлығы менеджеры: Һуңғы осорҙа динебеҙгә ҡағылышлы китаптар ҡыҙыҡһындыра башланы. Мөхәммәт саллаһу-ғәләйһис-сәләм бәйғәмбәребеҙҙең, хәлифтәрҙең тормошо хаҡында китаптарҙы бик ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Бигерәк тә башҡортса яҙылғандарына өҫтөнлөк бирәм. Күп осраҡта рус телендә аралашырға тура килә, шуға тел байлығым кәмемәһен, яңы һүҙҙәр белер өсөн тап башҡортса дини китаптар уҡыйым да инде.

Үҙем туризм өлкәһендә эшләгәнлектән, уҡыған күпселек китаптарым шуға ҡағылышлы. Иң яратҡаным - С. Синенконың "Неспешные прогулки по Уфе" китабы. Ул ваҡытта БДУ-ның Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында уҡығанда уҡытыусым Әхмәтшина Алла Салауат ҡыҙы тәҡдим иткәйне миңә уны. Әле яңы эшләй башлаған ваҡытта ҡалабыҙ буйлап үткәргән тәүге экскурсияларым тап ошо китапҡа таянып ойошторолғайны. Хәҙер мин уны кибеттәрҙә осратҡаным юҡ. Унан башҡа өҫтәлемдә, әлбиттә, республикабыҙҙың хозур тәбиғәтен һүрәтләгән альбомдар, путеводителдәр һәр саҡ ята. Уларҙың күпселеге тап "Китап" магазинында алынған да инде. Яңылары сығыу менән дә тиҙерәк килеп ҡарарға, ала һалырға тырышам.

Заман талабы микән, белмәйем, әммә һуңғы йылдарҙа йышыраҡ электрон китаптарға мөрәжәғәт итергә тура килә. Тик күңелем тап ҡағыҙ китаптарға бәйләнгән. Уларҙың һәр битен асып, ентекләп, ҡәләм менән төртөп уҡып, киләсәктә туристарға һөйләй алырлыҡ ҡыҙыҡлы урындарын билдәләп ҡуйыу үҙе бер кинәнес бит ул. Башҡортостанға төрлө төбәктәрҙән килгән, Калининградтан алып, Камчаткаға тиклем күп ерҙәрҙе үткән, уҡымышлы туристар килә, уларға тыуған еребеҙҙе лайыҡлы кимәлдә күрһәтер өсөн хатта цитаталарҙы махсус ятлап ала торғайным. Беҙҙең диплом эше яҙған ваҡыт пандемия осорона тап килде, хатта шул ваҡытта ЮНЕСКО китаптарын ҡулыма тотоп ҡарап эшләр өсөн генә Стәрлетамаҡ районынан "Китап" нәшриәтенә килеп, инглиз, ҡытай телендәге китаптарҙы алып йөрөнөм.

Мин уҡыған күпселек әҙәби башҡорт китаптары халҡыбыҙҙың бик ҡыҙғаныс тарихын сағылдыралар, шуға күрә лә мин уларҙы ҡабатлап уҡырға баҙнат итмәйем, күңелемә ауыр.

Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.

38 views·1 share