СТРЕСС КИСЕРӘҺЕҢМЕ?
Бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа стресс сығанағы булырҙай ваҡиғалар күбәйҙе. Һеҙҙе нимә тетрәнеүҙәргә килтерә һәм был хәлдән һеҙ нисек арынаһығыҙ?
Заһит ҒҮМӘРОВ, йәштәр хәрәкәте ағзаһы: Минең өсөн стресс - ул һине мораль һәм физик яҡтан юҡҡа сығарыусы хәл торошо. Ундай хәлде йырып сығырға үҙебеҙ бар көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ. Әгәр тормошомда шундай хәлдәр килеп сыға ҡалһа, миңә унан ҡотолоу өсөн иң яҡшы урын - ул тәбиғәт, тыуған яғым. Баймаҡ районының Күгиҙел ауылына ҡайтһам, барлыҡ ауыр уйҙар юҡҡа сыға, күңелем бушанып, үҙемә илһам алып киләм. Әгәр ҙә инде ҡайтыу форсаты булмаһа, эш-мәшәҡәттәр ҡалала ҡалырға мәжбүр итһә, урамдар буйлап машинала йөрөп килеү ҙә бер ни тиклем борсоуҙарҙан арындыра. Һәм, әлбиттә, иң ҙур ярҙам - доғала булыу.
Ғөмүмән, әгәр бер туҡтауһыҙ эшләйһең икән, нисек тә булһа ял алып, бер көнөңдө тик үҙең өсөн генә, үҙеңдең яратҡан шөғөлдәреңә генә бағышларға кәрәк. Был да стресты еңеүҙең бер ысулы булып тора, минеңсә.
Бөгөнгө көндә күптәр үҙҙәренең психик тороштарына ҡул һелтәй, донъя тип саба. Әммә тетрәнеүҙәр, стресс - ул ябай һүҙҙәр генә түгел, ваҡытында уларҙың эҙемтәләренән ҡотолоу яғын ҡарамаһаң, ул организмда йыйылып, артҡандан-арта барыуы, һөҙөмтәлә үҙеңә мораль яҡтан хәүеф янауы бар. Хеҙмәткә, тормошҡа булған мөнәсәбәт тә үҙгәрә. Шуға күрә ниндәй ҙә булһа сәбәптәр арҡаһында күңел төшөнкөлөгенә бирелһәң, ваҡытында үҙең өсөн тап килгән ял ысулын һәм урынын табыу мөһим.
Динә СОЛТАНҒУЖИНА, студент: Мәктәптә уҡыған ваҡыттарҙа үҙемдең киләсәгем, донъяуи хәлдәр тураһында уйланыуҙар эсте бошора ине. 2012-2014 йылдарҙа, ахырызаман башлана, тигән имеш-мимештәрҙе тыңлап, инде ҡурҡҡаным хәтеремдә. Унан һуң коронавирус осоро башланды бит инде. Үҙемдең дә ауырыуым тәьҫир иткәндер инде, яңылыҡтарҙан күпме кеше ауырығанын, үлгәнен ишетеүе ныҡ ҡыйын ине миңә. 2022 йылда МХО башланыу менән тажзәхмәт ҡайғыһы китте бит инде. Әлбиттә, һуғыштағы егеттәр, илебеҙҙең киләсәге тураһындағы уйланыуҙар һәр кемдең күңелен болоҡһота. Әммә хәҙер мин ул тиклем ауыр уйҙарға бирелмәйем, уның сәбәбе - дингә килеүем. Маңлайыбыҙға яҙылғанды ил менән бергә күрәбеҙ инде. Аллаһ Тәғәлә һәр кемгә көсөнән килгәнсә һынау бирә. Өс-биш йыл элек миңә шуны аңлау ғына етмәгән, күрәһең. Шуға күрә бөгөнгө көндә хәҙерге мәл менән, барыһы өсөн дә Хоҙайға рәхмәтле булып, юҡҡа-барға көйөнмәй генә йәшәргә өйрәнәм. Күңел түремдә теләк-хыялдарым, киләсәккә маҡсаттарым бар, әлбиттә, һәм уларҙы бойомға ашырыр өсөн ҡулымдан килгәнен эшләйем, ә ҡалғанын Аллаһҡа тапшырам.
Һуңғы ваҡыттарҙа яңылыҡтарҙы, донъя һәм илдә ниҙәр булғанын белер өсөн генә, күҙ йүгертеп кенә ҡарап сығам. Ғөмүмән, телевизор ҡарауҙы, интернет селтәрҙәрен бер туҡтауһыҙ гиҙеүҙе сикләнем, сөнки бөгөнгө көндә негатив юҫыҡтағы мәғлүмәт үтә күп һәм унан ваҡытында арынмаһаң, бөтә булған ошо мәғлүмәти тулҡын хатта депрессияға тиклем алып барып еткереүе мөмкин тип уйлайым.
Алһыу ИРҒӘЛИНА, тәрбиәсе: Күңел торошона төрлө хәлдәр йоғонто яһай ала. Ҡайһы саҡта яңылыш ҡына ишетеп ҡалған хәбәр ҙә кәйефте ҡырып ҡуя, көнө-төнө баштан сыҡмай йөрөй. Бына һуңғы ваҡыттарҙа МХО-ла һәләк булғандар тураһында мәғлүмәттәрҙән ныҡ ҡыйын миңә. Бер уйлаһаң, бөтөнләй белмәгән-күрмәгән кешеләр тураһында ул хәбәрҙәр, ә барыбер ауыр.
Шулай уҡ был осорҙа күптәр интернет эшләмәү сәбәпле стресс кисерә тип ишетәм. Беҙ был тоҙаҡҡа ныҡлы эләккәнбеҙ. Эшкә бәйле лә, көнкүреш һорауҙары ла күпселеген шунда хәл ителә бит. Хәҙер киренән телефонһыҙ тормошҡа күнегеп китеүе ауыр булып сыҡты.
Тормошомда бер нисә тапҡыр үтә лә тетрәндергес хәлдәр булды, шул саҡта минең өсөн ауырлыҡтарҙан, яман уйҙарҙан арыныуҙың иң еңел ысулы - китап донъяһына сумыу икәнен аңлап ҡалдым. Ҡалын романдарҙы бер тында, айырылмай уҡыйым. Берәүҙәр уны реаль тормоштан ҡасыу тип әйтер, бәлки, хаҡлы ла булыр, әммә миңә был ныҡ ярҙам итә.
Стрестан сығыуҙың башҡа юлдарына килгәндә, ул, әлбиттә, тәбиғәт ҡосағына сығып йөрөп килеү. Һәр миҙгелдә лә үҙең өсөн тыныслыҡ табып була: ямғыр шыбырлауында, ҡояш нурҙары уйнауында, ябалаҡлап ҡар яуыуҙа...
Һәм мин үҙем өсөн ҡулай тип тапҡан ысул - физик күнекмәләр. "Хәрәкәттә - бәрәкәт" тип халыҡ белмәй әйтмәйҙер инде. Бигерәк тә студент саҡта йүгерергә ярата инем, сөнки аяҡ-ҡул эшләгәндә баш артыҡ мыжғыған уйҙарҙан бушанып ҡала. Һәм шулай уҡ университетта уҡығанда, сессия тип, аудитория төбөндә тулҡынланыуҙан йөрәкте ҡайҙа ҡуйырға белмәй торғанда миңә ҡайҙандыр уҡып алған "4-7-8" тигән тын алыу күнекмәһе ныҡ ярҙам итә торғайны: эстән генә һанап, дүрт секунд танау аша тәрән итеп һауа һулайһың, ете секунд тотаһың да, һигеҙ секунд яйлап ҡына сығараһың. Кәрәкһә, бер нисә ҡат ҡабатлайһың. Бәлки, гәзитте уҡыусы студенттарға файҙалы булыр.
Борсоған проблемалар күп инде ул: береһе хәл ителһә, икенсеһе килеп сығып тора, бирешмәҫ өсөн "Нервы күҙәнәктәре тергеҙелмәй" тип үҙемде киҫәтеп кенә торам инде.
Тормош ҡатмарлы инде, ҡыйын ваҡыттар булмай тормай, әммә һәр кем йәшәй-йәшәй насар күңел торошонан сығыу юлын таба, иң мөһиме, улар кешенең үҙенә зыян килтереүсе булмаһын.
Айһылыу ДАУТОВА яҙып алды.
