БАҠСАСЫЛАРҒА ЯРҘАМ
Үҙ баҡсаһында картуф-йәшелсә үҫтереп һатыусы ауыл халҡына, ҡала баҡсасыларына киләһе йылдан дәүләт ярҙамы программаһы - субсидия түләү ҡарала. Ошо хаҡта фекерегеҙ ниндәй?
Илшат ФӘЗРАХМАНОВ, БР Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры: Башҡортостанда үҙмәшғүлдәргә картуф һәм йәшелсә үҫтереү өсөн субсидия түләнә башлаясағы хаҡында матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителгәйне инде. Был турала Рәсәй Хөкүмәте ҡарары бар һәм ул 2023 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инәсәк. Үҙ участкаларында йәшелсә һәм орлоҡ үҫтереп һатырға теләгән баҡсасыларға дәүләт аҡсалата ярҙам күрһәтәсәк. Үҙмәшғүл граждандарға субсидияны ике йүнәлештә түләү ҡарала. Беренсеһе - йәшелсә һәм картуф орлоҡсолоғо менән маҡсатҡа ярашлы шөғөлләнеп, элиталы орлоҡ һатасаҡ кешеләр алдан иҫәпләүҙәр буйынса гектарына 60-70 мең һумға иҫәп тота ала. Асыҡ һауалағы участкала аҙыҡ-түлек маҡсатынан сығып картуф менән йәшелсә үҫтереүселәргә иһә тоннаһына 4 мең түләнәсәк. Бынан тыш, картуф һәм йәшелсә орлоғо һатып алыу маҡсатында аванс биреү ҙә ҡарала. Бының өсөн үҙмәшғүлдәр эшкәртеүсе менән килешеү төҙөргө тейеш була. Эшкәртеүсе үҙмәшғүлгә орлоҡ һатып алырға аҡса бүлә һәм уңыш йыйып алынғас, дәүләт һәр эшкәртеүсегә 5 млн һум иҫәбе менән уның сығымдарының 50 процентын ҡаплаясаҡ. Үҙмәшғүлдәр ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары менән хеҙмәттәшлек итә йәки баҙар хаҡы менән уларға үҙ продукцияһын һата ала.
Бөгөн республикала 550 мең ғаиләнең шәхси хужалыҡ участкалары бар. Уларҙың күпмеһе үҙмәшғүл булып теркәлеүен район властары асыҡларға тейеш. Башҡортостанда картуф һәм йәшелсәнең 86 процентҡа яҡыны шәхси хужалыҡта үҫтерелә. Шул уҡ ваҡытта уның күпселек өлөшөн ғаилә һатмай, ә үҙ ихтыяжына файҙалана. Әлеге субсидия үҙмәшғүлдәрҙе баҙар шарттарында эшләргә, картуф һәм йәшелсәне һатыу өсөн дә етештереүгә дәртләндерер тигән ышаныс бар. Республика Хөкүмәте 2023 йылға тиклем баҡсасыларға субсидия бүлеү тәртибен эшләйәсәк, ә ошо йылдың авгусында РФ Ауыл хужалығы менән был хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Юлай ВАФИН, Күгәрсен районы "Япар" крәҫтиән хужалығы етәксеһе: Халыҡты баҡсасылыҡ шөғөлөнә киңерәк йәлеп итеү маҡсатында картуф һәм йәшелсәне үҙҙәре өсөн генә түгел, ә уңышын һатып, килем алыуға ҡыҙыҡһындырыу дөрөҫ, әлбиттә. Юғиһә, һуңғы йылдарҙа ҡайһы берәүҙәр картуф үҫтерергә лә онотоп бара. Бер яҡтан, үҫтереүгә ҡарағанда, һатып алыу хәйерлерәк, тип фекер йөрөтөүселәр ҙә бар. Эше-мәшәҡәте лә күп: ҡыйын утайһың, күмәһең, ул арала ҡуңыҙы баҫып алып бара. Өҫтәүенә, йыл ҡоро килеп, уңышың ырамаһа... Ә инде тәрбиәләп, мул уңыш алһаң, уны ҡайҙа итергә, нисек һатырға белмәйһең. Икенсе яҡтан, "Барҙың тарлығы юҡ", "Барҙың ҡәҙере юҡта беленә", тип тә әйтә халыҡ. Юғиһә бит, ҡоролоҡ йәки, киреһенсә, ямғырлы йылдарҙа, шулай уҡ башҡа төр тәбиғәт стихиялары арҡаһында картуф уңышы һәләк булған ҡытлыҡ йылдарҙы ла оноторға ярамаҫ ине. Үҙең үҫтергәнгә етәме һуң инде! Айырыуса ҙур ғаиләле кешеләргә картуф сәсмәй йәшәү бер ҙә төҫ түгел. Берҙән, балалар ҙа хеҙмәт тәмен белеп үҫәсәк; икенсенән, ғаилә башлыҡтары әлегесә субсидия алып, картуф үҫтереп һатып, өҫтәмә килем эшләй аласаҡ. Балалы ғаиләнән аҡса артамы инде? Бары тик һатып алыусыһы ғына булһын. Ә инде дәүләт тарафынан был тәңгәлдә ярҙам вәғәҙә ителә икән, буш һүҙ булып ҡалмаҫ, тип, был программаның киләсәгенә бик тә ышанғы килә
Айгөл БАЙРАМҒОЛОВА, Баймаҡ районы Темәс ауыл хакимиәте башлығы: Эйе, бик матур, кәрәкле программа булмаҡсы был. Һәр хәлдә, халыҡтың үҙ мәнфәғәте өсөн эшләйәсәк бит ул, юғиһә, йылдар буйына ишетелә килде: картуф емерелеп уңды, ә уны ҡайҙа итергә белеп булмай, тигән урынлы зарланыуҙарҙы. Уйлап ҡараһаң, шул ит мәсьәләһе менән бәрәбәр ине бит был да: кеше үҙ ихтыяжынан артып ҡалғанды һата алмай йонсоно. Мал көсө менән йәшәүселәр, шунлыҡтан, һуңғы йылдарҙа ит һатыу проблемаһынан ҡасып, малдарын кәметкеләй башланы. Улар өсөн дә шулай ит етештереп һатыу мәсьәләһен еңеләйтеүҙең берәй юлы табылыр әле, бәлки.
Ә картуф-йәшелсәне беҙҙә йылдың-йылы сәсәләр, буш ятҡан ерҙәр юҡ тиерлек. Халыҡ күпләп ер ала башланы, уны кәртәләп алалар һәм сабынлыҡ итеп файҙаланалар, башҡа төр мал аҙығы культуралары, картуф сәсәләр. Әйткәндәй, быйыл бер егетебеҙ уңышын үҫтереп һатыу маҡсатында райондан ссуда алып, күп итеп картуф сәсте. Шөкөр, йыл һәйбәт килде, картуфы уңып, ниәттәре бойомға ашыр, тип теләйек. Тәүге тәжрибә киләһе йыл күптәргә өлгө булһын ине. Ауылда тыуып-үҫеп, ниндәйен уңдырышлы ерҙәребеҙҙе файҙаланмай, ҡәҙерен белмәй йәшәү енәйәт менән бәрәбәр булыр. Эшләйем, тигән кешегә, иң мөһиме, ер бар - йыбанмай ана шул еребеҙгә эйелергә генә кәрәк, әйтеүҙәренсә, аҡса - аяҡ аҫтында: сәс, үҫтер, һат - бер кем дә тыймай, киреһенсә, хәҙер дәүләт бындай уңған хеҙмәт эйәләренә аҡсалата ярҙам да тәҡдим итә ана. Теләгән кеше эшҡыуар, фермер, үҙмәшғүл булып та теркәлә ала.
Һаҡмарҙағы бер уңғаныбыҙ шулай байтаҡтан йәшелсәселек менән шөғөлләнә, уңышын Баймаҡ магазиндарына алып барып һата. Быйыл ул ҡыяр үҫтерә. Темәстәр был йәһәттән, ғөмүмән, уңған халыҡ, элек-электән шәхси хужалығында картуф ҡына түгел, башҡа төр йәшелсәләр ҙә үҫтерә. Былтыр, үҙегеҙгә мәғлүм, ҡоролоҡ арҡаһында картуф уңманы, кеше ҡыш буйына һатып алып ашаны. Шуға ла, күрәһең, кафтуф ҡәҙерен белде, аңланы һәр кем: быйыл уңыштары шәп булмаҡсы, бирһен Хоҙай. Һатмаған сүрәттә лә, үҙ ғаиләңде тәьмин итеп тороу ҙа ҙур эш бит! Мал-тыуарына ла өҫтәмә ем, бер тигәс тә. Киләһе уңышҡа орлоҡ хәстәрләү ҙә кәрәк. Шуға күрә лә ярҙамсы хужалығыңда картуф-йәшелсә үҫтереү шөғөлөн аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге йәһәтенән дә бик мөһим дәүләт кимәлендәге бурыс тип аңларға кәрәк.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
